Баландин (Башҡортостан)
Баландин | |
Нигеҙләү датаһы | 2016 |
---|---|
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Әлшәй районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 9 кеше |
Ваҡиға ваҡыты | 2016 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1901 |
Баландино — Башҡортостан Республикаһының (Рәсәй) Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы составындағы ауыл. 2016 йылдың 24 декабрендә ойошторола.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Йылға йылғаһының уң яры буйлап, район үҙәге Раевка ауылынан һәм тимер юл станцияһы Раевканан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Яҡын тораҡ пункттар: Отрада — 2 км, Ҡыпсаҡ-Асҡар — 4 км, Һарыш — 7 км, Яңы Ҡыпсаҡ — 7 км, Михайловка — 7 км, Әбдрәшит — 8 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр «Өфө губернаһының 1901 йылға улустар һәм ауылдар алфавиты»нда Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Әлшәй волосы ауылы булараҡ телгә алына. Унда 24 хужалыҡ, 100 ир кеше иҫәпләнә, милектәге ерҙәре 1258 гектар тәшкил итә. «Өфө губернаһының 1906 йылға бөтә тораҡ пункттарының тулы исемлеге алфавиты»нда инде ауылда 23 хужалыҡ һәм 178 кеше иҫәпләнә. 1917 йылдағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Баландинда 39 хужалыҡ иҫәпләнә, ялланған эшселәр менән 328 кеше йәшәй.
1911 йылда ауылда сиркәү төҙөлә, революциянан һуң мәктәп һәм ауыл клубы итеп үҙгәртеп төҙөлә. 1930-сы йылдарҙа Баландино ауылының исеме Чапа́ево итеп үҙгәртелә. Ул Дәүләкән районының Отрада ауыл Советы составына инә. Ауыл 1940-сы йылдарҙан Н. К. Крупская исемендәге колхоздың үҙәк усадьбаһы, ә 1960-сы йылдарҙан Раевка игенселек совхозының Отрада бүлексәһе була.
1960-сы йылдар башында күршеләге Отрада ауылын яҡын-тирәләге ауыл халҡын күсереү иҫәбенә эреләтеү башлана. Чапаево ауылындағы мәктәп Отрада ауылына күсереп төҙөлә. Ауыл халҡы әкренләп ауылды ташлап китә башлай[1].
Чапаево ауылы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәттәренән сығарыу тураһында» 6-2/396 номерлы указы менән иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөлә[2].
Ауыл 2016 йылдың 24 декабрендә Баландин исеме аҫтында яңынан барлыҡҡа килә[3].
Халыҡ һаны[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | 1906 | 1917 | 1979 | 1986 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|
Халыҡ | 178 | 328 | 33 | 16 | 9 |
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл электрлаштырылған, эргәһенән Отрада— Ҡыпсаҡ-Асҡар автомобиль юлы үтә, ул Стәрлетамаҡ — Раевка төбәк автомобиль юлы менән тоташҡан.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дерягин Владимир Васильевич (1923 йыл) — Баландин ауылында тыуған, мәктәп директоры, 1964—1985 йылдарҙа БАССР мәғариф министры урынбаҫары.
- Рабовалюк Михаил Иванович (18 октябрь, 1915 йыл) — Отрада ауылында тыуған, Баландин мәктәбендә белем ала. Советтар Союзы Геройы[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Возрождение деревни Баландино . Дата обращения: 25 октябрь 2020.
- ↑ Об исключении из учетных данных некоторых населённых пунктов . Дата обращения: 1 октябрь 2018. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ https://www.bashkortostan.ru/thesaurus/documents/396891/ О присвоении наименования «Баландино» деревне, образованной в Альшеевском районе .(недоступная ссылка)