Эстәлеккә күсергә

Гитлерға ҡаршы коалиция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гитлерға ҡаршы коалиция
Нигеҙләү датаһы 1939
Ҡатнашыусы Икенсе бөтә донъя һуғышы
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре дәүләттәре билдәләү һәм йәшел (ҡуйы-йәшел — ҡушылғандан һуң һөжүм итеүсе перл-харборға)
СССР почта маркаһы, 1943 йыл.

Гитлерға ҡаршы коалиция, йәки Икенсе донъя һуғышы союздаштары (ингл. Allies of World War II) — 1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышында нацистик блогына, Күсәр Илдәре тип исемләнгән Германия, Италия, Япония һәм уларҙың сателлиттарына һәм союздаштарына ҡаршы һуғышҡан дәүләттәр һәм халыҡтар. берләшмәһе [1].

Һуғыш йылдарында «Берләшкән милләттәр» (United Nations) термины Гитлерға ҡаршы коалицияһы синонимына әүерелә. Был терминды АҠШ президенты Франклин Рузвельт тәҡдим итә һәм ул тәүге тапҡыр 1942 йылғы Берләшкән милләттәр Декларацияһында осрай (Егерме алтының Вашингтон декларацияһы). Коалицияның хәрби һәм һуғыштан һуңғы донъя ҡоролошона йоғонтоһо бик ҙур, уның нигеҙендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) булдырыла.

Гитлерға ҡаршы коалиция ҡатнашыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдың сентябренән алып Германия менән һуғыш хәлендә Польша, Франция, Бөйөк Британия һәм уның доминиондары (1939 йылғы Инглиз-поляк хәрби альянс һәм 1921 йылғы француз-поляк альянсы. Германияның 1941 йылдың 22 июнендә СССР-ға һөжүм итеү һөҙөмтәһендә Советтар Союзы коалиция составына була инә. Японияның АҠШ-ҡа 1941 йылдың 7 декабрендә һөжүм итеү һөҙөмтәһендә коалицияға АҠШ һәм Ҡытай инәләр (Япония Ҡытайға 1931 йылда бәреп инә).

1942 йылдың ғинуарына Гитлерға ҡаршы коалиция ҡатнашыусылары һаны 26 дәүләткә тиклем арта: Оло дүртле (СССР, Бөйөк Британия, АҠШ, Ҡытай), Британия доминиондары (Австралия, Канада, Яңы Зеландия, Көньяҡ Африка) һәм бойондороҡло Һиндостан дәүләте, Үҙәк һәм Латин Америкаһы, Кариб бассейны илдәре, шулай уҡ эмиграциялағы Европа илдәре хөкүмәттәре.

Япония менән һуғыш ғәмәлдәре тамамланыу мәленә нацистик блогы менән һуғыш хәлендә булған дәүләттәр: Австралия, Аргентина, Бельгия, Боливия, Бразилия, бөйөк британия, Венесуэла, Гаити, Гватемала, Гондурас, Греция, Дания, Доминикан Республикаһы, Мысыр, Һиндостан, Ираҡ, Иран, Канада, Ҡытай, Колумбия, Коста-Рика, Куба, Либерия, Ливан, Люксембург, Мексика, Нидерланд, Никарагуа, яңы зеландия, Норвегия, Панама, Парагвай, Перу, Польша, Сальвадор, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә, СССР, АҠШ, Төркиә, Уругвай, Филиппин, Франция, Чехословакия, Чили, Эквадор, Эфиопия, Югославияға, Көньяҡ-Африка Союзы (барыһы 53 ил).

Һуғыштың йомғаҡлау этабында «күсәр» илдәренә ҡаршы элек «күсәр» составына ингән Болгария, Венгрия, Италия, Румыния, Финляндия һуғыш иғлан итәләр.

Оккупациялаған территорияларҙа барлыҡҡа килгән Германия, Италия һәм Япония оккупанттарына һәм улар менән хәҙмәттәшлек иткән реакцион режимдарға ҡаршылашыу хәрәкәте Гитлерға ҡаршы коалицияһының хәрби союздашына әүерелә.

Берләшеү тарихы, ғәмәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Урыҫ». Һуғыш осорондағы «Был һинең дуҫың. Ул азатлыҡ өсөн көрәшә» серияһынан американ плакаты.

1939 йылда Польшаға нацистик Германия баҫып ингәндән һәм үҙ-ара ярҙам итеү килешеүҙәр менән бәйләнгән Бөйөк Британия, Франция һәм башҡа илдәр һуғышҡа ингәндән һуң «Көнбайыш союздаштары» коалицияһы ойошторола. 1941 йылда германия СССР-ға һөжүм иткәнгә тиклем Советтар Союзы әлеге коалицияға инмәй.

Гитлерға ҡаршы коалиция АҠШ һәм Бөйөк Британия хөкүмәттәренең Советтар Союзына, Германия уға һөжүм иткәндән һуң, теләктәшлек белдергәндән һәм артабанғы өс держава хөкүмәттәренең үҙ-ара ярҙам күрһәтеү һәм берлектәге ғәмәлдәр тураһында күп һанлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә булдырыла[2].

1941 йылдың 12 июлендә Германия менән көрәш буйынса берлектәге совет- британ килешеүенә ҡул ҡуйыла[3].

24 июндә АҠШ президенты Рузвельт СССР аҡса фондын АҠШ-та файҙаланыуға тыйыуҙы юҡҡа сығара (тыйыу совет-фин һуғышы менән бәйле була)[3][4].

Шул уҡ ваҡытта АҠШ 1941 йылдың аҙағына тиклем (Япония һөжүм иткәнгә тиклем) формаль рәүештә һуғыш хәлендә булмай, әммә Гитлерға ҡаршы коалицияның «һуғыш хәлендә булмаған союздашы» булараҡ һуғышҡан илдәргә хәрби һәм иҡтисади ярҙам күрһәтә.

Гитлерға ҡаршы коалицияла ҡатнашыусыларҙың дошман менән көрәшкә өлөшө тигеҙ булмай: ҡайһы бер ҡатнашыусылар Германияға һәм уның союздаштарына ҡаршы әүҙем хәрби ғәмәлдәр башҡара, икенселәре уларға хәрби поставкалар менән ярҙам күрһәтә, өсөнсөләре һуғышта тик номиналь рәүештә ҡатнаша. Мәҫәлән, ҡайһы бер илдәрҙең хәрби берләшмәлере хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша — Польша, Чехословакия, Югославия, шулай уҡ Австралия, Бельгия, Һиндостан, Канада, Яңы Зеландия, Филиппин, Эфиопия һәм башҡалар. Гитлерға ҡаршы коалицияның айырым дәүләттәре (мәҫәлән, Мексика) төп ҡатнашыусыларға башлыса хәрби сеймал поставкалары менән ярҙам итә.

Ул ваҡыттағы АҠШ-тың Советтар Союзына ҡарашын АҠШ-тың буласаҡ президенты, сенатор Гарри Трумэндың 1941 йылдың 24 июнендә «New York Times» гәзитенә биргән интервьюһы билдәләй:

« Әгәр ҙә беҙ Германия еңеп барыуын күрһәк, беҙ Рәсәйгә ярҙам итергә тейешбеҙ, ә Рәсәй еңә башлаһа, беҙгә Германияға ярҙам итер кәрәк, һәм шулай итеп, әйҙә улар бер-береһен мөмкин тиклем күберәк үлтерһен...[5][6]

»

Гитлерға ҡаршы коалицияһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Советтар Союзы алған ярҙам төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә баһалана[3][4][7][8]. Шул уҡ ваҡытта 1977—1981 йылдарҙа АҠШ милли хәүефһеҙлек буйынса кәңәшсеһе һәм СССР-ҙың ажар дошманы американ социологы һәм политологы Збигнев Бжезинский Ҡушма Штаттарҙың Еңеүҙәге роленә артыҡ ҙур баһа биреүҙән баш тарта[9]:

Төп формалашыу этаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1941 йылдың 12 июле: совет-инглиз Германияға ҡаршы һуғышта берлектәге эш итеү тураһында килешеү.
  • 11941 йылдың 14 августы: АҠШ-тың һәм Бөйөк Британияның Атлантик хартияһы, 1941 йылдың 24 сентябрендә уларға СССР ҡушыла.
  • 1941 йылдың 29 сентябре — 1 октябре: СССР, Англия, АҠШ сит ил эштәре министрҙарының Мәскәү конференцияһы.,
  • 1941: АҠШ-тан ленд-лиз буйынса поставкалар башлана.
  • 1942 йылдың 1 ғинуары: 26 дәүләттең фашизмға ҡаршы һуғыш маҡсаттары тураһындағы Вашингтон декларацияһына ҡул ҡуйыу.
  • 1942 йылдың 26 майы: Лондонда Германияға ҡаршыһуғышта союз тураһында совет-инглиз килешеүенә ҡул ҡуйыу
  • 1942 йылдың 11 июне: Вашингтонда агрессияға ҡаршы һуғыш алып барыуҙа үҙ-ара ярҙам күрһәтеү принциптары тураһындағы совет-американ килешеүенә ҡул ҡуйыу
  • 1943 йыл: Бөйөк Британия, СССР һәм АҠш сит ил министраҙарының Мәскәү конференцияһы ҡарарына ярашлы Европа консультатив комиссияһын булдырыу
  • Рузвельт ,Черчилль һәм Чан Кайшиның Японияға ҡаршы берлектәге ғәмәлдәре тураһында осрашыуы
  • 1943 йылдың 28 ноябре — 1 декабре: Тәһран конференцияһы, Германия һәм «күсәр» илдәре менән көрәш буйынса стратегияны әҙерләүгә арналған Рузвельт, Сталин һәм Черчилдең осрашыуы
  • 1944 йылдың 1-22 июле: БМО-ның Валюта-финанс конференцияһы, һуғыш тамамланғандан һуң финанс мөнәсәбәттәрен көйләү тикшерелә
  • 1944 йылдың 10 декабре: Союз һәм үҙ-ара ярҙам күрһәтеү тураһындағы совет-франк килешеүе
  • 1945 йылдың 4-11 феврале: Рузвельт, Сталин һәм Черчилдең Икенсе осрашыуы.
  • 1945 йылдың 17 июле — 2 августы : Потсдам конференцияһы, «Оло өслөнөң» лидерҙарының аҙаҡҡы осрашыуы..
  • 1945 йылдың 16-26 декабре : 1945 йылғы Мәскәү конференцияһы, Бөйөк Британия, СССР һәм АҠШ сит ил эштәре министрҙарының осрашыуы.

Һуғыш тамамланғандан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 9 майында Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре Ҡыҙыл Майҙанда Еңеү парадында тәүге тапҡыр ҡатнаштылар.

  1. БСЭ, 1970
  2. БСЭ, 1970: «Начало созданию А. к. было положено заявлениями о взаимной поддержке, сделанными правительствами СССР, США и Англии после нападения гитлеровской Германии на СССР, англо-советскими и советско-американскими переговорами летом 1941, подписанием 12 июля 1941 советско-английского соглашения о совместных действиях в войне против Германии, Московским совещанием 1941 трёх держав, а также рядом других соглашений между союзниками в войне против фашистского блока.»
  3. 3,0 3,1 3,2 Андрей Зубов Великая, но не только отечественная // Новая газета. — 2017. — № 47-48 (2624—2625). 05.05.2017
  4. 4,0 4,1 Леонид Млечин Историческая заслуга Рузвельта // Новая газета. — 2017. — № 47-48 (2624—2625). 05.05.2017
  5. Alden Whitman. Harry S. Truman: Decisive President (ингл.). 1941-06-24. The New York Times. Дата обращения: 31 май 2015.
  6. Жребий брошен. Historic.Ru. Дата обращения: 31 май 2015.
  7. 257 723 498 пуговиц поставлено по ленд-лизу // Новая газета. — 2017. — № 47-48 (2624—2625). 05.05.2017
  8. Марк Солонин Кто победил Гитлера 07.05.2017 Эхо Москвы
  9. Бжезинский, З. Ещё один шанс. Три президента и кризис американской сверхдержавы / Пер. с англ. Ю. В. Фирсова. — М. : Международные отношения, 2007.
  • Антигитлеровская коалиция // Ангола — Барзас. — М. : Советская энциклопедия, 1970. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров ; 1969—1978, т. 2).
  • Антигитлеровская коалиция / Филитов А. М. // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 42. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
  • Ready, J. Lee. Forgotten Allies: The Military Contribution of the Colonies, Exiled Governments, and Lesser Powers to the Allied Victory in World War II. — Jefferson, N.C. : McFarland & Company, 2012. — ISBN 9780899501178.
  • Davies, Norman (2006), [Europe at War 1939—1945: No Simple Victory. London: Macmillan. ISBN 0-333-69285-3
  • Dear, Ian C. B. and Michael Foot, eds. The Oxford Companion to World War II (2005), comprehensive encyclopedia for all countries
  • Holland R. (1981), Britain and the Commonwealth alliance, 1918—1939, London: Macmillan. ISBN 978-0-333-27295-4
  • Overy, Richard (1997), Russia’s War: A History of the Soviet Effort: 1941—1945. New York: Penguin. ISBN 0-14-027169-4.
  • Weinberg, Gerhard L. (1994). A World at Arms: A Global History of World War II. Comprehensive coverage of the war with emphasis on diplomacy excerpt and text search