Эстәлеккә күсергә

Гөлөк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлөк (Дүртөйлө районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Гөлөк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°23′05″ с. ш. 55°05′07″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 831 002

ОКТМО коды

80 624 431 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Гөлөк (Рәсәй)
Гөлөк
Гөлөк
Гөлөк (Башҡортостан Республикаһы)
Гөлөк

Гөлөк (рус. Гулюково) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 181 кеше[1]. Почта индексы — 452307, ОКАТО коды — 80224831002.

Гөлөк ауылына нигеҙҙе Күсем Гөлөкөв (1747 - 1822 йй.) һала. Ауыл 1795 һәм 1783 йылдар араһында барлыҡҡа килгән булырға тейеш. XVIII быуат аҙағында Гөлөктәге 3 ихатала 26 башҡорт, 4 ихатала 23 типтәр теркәлә. Типтәрҙәрҙе аҫабалар 1784 йылда килешеү нигеҙендә ауылдарына индерә. Мишәрҙәр 1820 йылдан алып был ауылда йәшәй, улар хәҙерге Балтас районының Мөллө ауылынан күсенеп килә. 1834 йылда Гөлөктә 27 башҡорт, 42 типтәр, 57 мишәр йәшәй. 1859 йылғы X рәүиздә 46 аҫаба һәм 194 керҙәш (Припущенниктар) теркәлә. 1920 йылда ауылда йәшәгән 560 кешенең барыһы ла үҙҙәрен башҡорт тип таный[2].

1843 йылда 20 ихаталағы 126 кешенең усадьба өсөн 40 дисәтинә, сәсеү өсөн 150 дисәтинә, сабынлыҡтар өсөн 100 дисәтинә ере була. Урмандары 80 дисәтинә ерҙе биләп тора. Улар 91 ат, 102 һыйыр, 300 һарыҡ, 165 кәзә аҫырай. 1843 йылда 27 башҡортҡа 120 бот ужым, 184 бот яҙғы иген сәселә, Үҙҙәренең тирмәне була[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 181 81 100 44,8 55,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 14 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Байыш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 149 км
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.