Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 7 ғинуар 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Ахун, Учалы районы
Вафат булған көнө 15 ноябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)
Һөнәр төрө хирург, уролог

Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы (7 ғинуар 1929 йыл — 15 ноябрь 1992 йыл) — хирург һәм уролог, юғары категориялы табип, тыуған яҡты өйрәнеүсе. А. А. Даушеваның атаһы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы 1929 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ахун ауылында тыуған. 1953 йылда Силәбе дәүләт медицина институтын тамамлай. Уҡыуын тамамлағас Златоуст (башҡ. Алтынтамаҡ) металлургия заводы дауаханаһының хирургия бүлегендә хирург, хирургия бүлеге мөдире булып эшләй. 1959 йылда урология бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1974 йылдан — Златоустың баш урологы. Рационализатор, уйлап табыусы, урологик ауырыуҙарҙы дауалауҙың яңы ысулдарын практикаға индерә. Ул бәүел юлындағы таштарҙы сығарыу технологияларын эшләй[1][2].

Әхмәт Ғәләүетдин улы йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. 1957 йылда хеҙмәтсәндәр депутаттарының Сталин район Советы депутаты итеп һайлана. 1967—1969 йылдарҙа Златоуст ҡала Советы депутаты, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль тәьминәт комиссияһын етәкләй[1][2] Тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ Силәбе өлкәһенең башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән тораҡ пункттары, шулай уҡ Көньяҡ Уралдағы ҡаҙаҡ ауылдары тураһында материалдар йыя. 1987 йылда Волгала һәм Камала боронғо Болғарияны ҡаҙыу эштәрендә ҡатнаша. «Знание» йәмғиәтендә тыуған яҡ тарихы, һаулыҡ һаҡлау буйынса докладтар менән сығыш яһай. Дауаханала тыуған яҡтың тарихын, географияһын һәм иҡтисадын өйрәнеү буйынса халыҡ университеты менән етәкселек итә. 1989—1996 йылдарҙа «Нух» татар-башҡорт мәҙәни үҙәгенең рәйесе, унда ғәрәп алфавитын өйрәнеү буйынса курстар ойоштора[1][2].

Ҡала Үҙәк китапханаһында милли һәм сит телдәр әҙәбиәте секторын ойоштора. Даушев инициативаһы менән сектор фондында татар һәм башҡорт телдәрендә 1650 дана китап туплана. 1993 йылда сектор фонды инглиз, француз телдәрендә китаптар һәм уҡыу әсбаптары менән тулыландырыла. Секторға япон, латин, испан, итальян, ҡытай, корей телдәрен өйрәнеүселәр киләләр. Сектор янында «Китап» әҙәби, милли клубы эшләй. Клубтың эшмәкәрлеге башҡорт, татар халҡының телен, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын өйрәнеүгә, талантлы шәхестәрҙе асыуға йүнәлтелгән. Клуб ҡаланың «НУХ» мәҙән үҙәге, «Һандуғас» ансамбле, «Сулпан» ансамбле менән тығыҙ бәйләнеш тота[3].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Златоуст ҡала хәҡимиәтенең от 14.06.1996 йылдың 14 июнендәге бойороғо менән Үҙәк ҡала китапханаһының милли һәм сит телдәр әҙәбиәте секторына Даушев исеме бирелә[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1967)

«Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» билдәһе (1977)[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]