Эстәлеккә күсергә

Етембәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Етембәк (Дүртөйлө районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Етембәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°33′29″ с. ш. 54°33′45″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 810 008

ОКТМО коды

80 624 410 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Етембәк (Рәсәй)
Етембәк
Етембәк
Етембәк (Башҡортостан Республикаһы)
Етембәк

Етембәк (рус. Зитембяк) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 195 кеше булған[1]. Почта индексы — 452328, ОКАТО коды — 80224810008.

Етембәк — аҫаба башҡорттарҙың Базы йылғаһы буйында урынлашҡан ауылы. 1795 йылдағы V рәүиздә унда 56 башҡорт һәм рәүиз үткәрелер алдынан ғына ауылға индерелгән 2 типтәрҙең йәшәүе теркәлә (типтәрҙәр һәм припущенниктар — теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ерһеҙ ҡалған башҡорттар). 1859 йылдағы рәүиздә ауылда 187 башҡорт һәм 26 типтәр йәшәй. 1920 йылда үткәрелгән тәүге совет рәүизе ваҡытында 85 ихатала йәшәгәндәрҙең барыһы ла башҡорттар тип таныла[2].

1843 йылда 92 башҡортҡа 216 ат, 222 һыйыр, 98 һарыҡ тура килә. Уларҙың 216 дисәтинә һөрөнтө ере, бер тирмәне була. Умартасылары 16 солоҡ, 36 умарта тота. 1870 йылда ауылда мәсет булмай, 11 типтәр (2 ихата) 9 ат, 7 һыйыр, 3 һарыҡ һәм 1 кәзә аҫырай[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 195 96 99 49,2 50,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 23 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шишмә): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 144 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)