Зарип (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Зарип (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарип (Зариф) башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, ҡупшы, телгә оҫта тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байғусҡаров Зариф Закир улы (30 июнь 1967 йыл) — юрист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 7-8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты."Берҙәм Рәсәй" фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарипов Ирек Айрат улы (27 март 1983 йыл) — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Йәмәғәт эшмәкәре. Ванкувер Паралимпиадаһының дүрт тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған инвалидтарҙың Рәсәй физкультура һәм спорт федерацияһының беренсе вице-президенты. Халыҡ телендә «Башҡорт Маресьевы» тигән исем алған, уның спорт буйынса иптәштәренә рәсми рәүештә лә «заман Маресьевтары» тигән шундай бүләктәр тапшырыла
Зарипова Рина Баян ҡыҙы (12 (19) март 1941 йыл — 10 ғинуар 2008 йыл) — журналист, уҡытыусы, тәржемәсе. 1973—2002 йылдарҙа «Татарстан яшьләре» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), «Бәллүр каләм» («Гәлсәр ҡәләм») журналистар бәйгеһе лауреаты (2001).
Зарипов Хәкимйән Сәрйәр улы (18 октябрь 1929 йыл — 4 апрель 2012 йыл) — башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы, юрист, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (1999)
Зарипов Нур Талип улы (15 июнь 1925 йыл — 6 сентябрь 1997 йыл) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәбиәт ғалимы, филология фәндәре кандидаты. 1951 йылдан — КПСС, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Зарипов Ғәбделхай Әхәт улы (27 август 1923 йыл — 2020 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец.
Зарипов Айрат Йәнсура улы (12 октябрь 1962 йыл) — ғалим-социолог, философия фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр Академияһында Фәлсәфә буйынса фәнни кәңәшмәнең ғилми сәркәтибе, Рәсәйҙең Халыҡ-ара эштәр буйынса Советы эксперты.
Зарипов Ирек Фәсхетдин улы (рус. Зарипов Ирек Фәсхетдинович; 18 ғинуар 1956 йыл — 3 сентябрь 2018 йыл) — ветеринария табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Зарипов Хәмитйән Камал улы (15 октябрь 1910 йыл — 9 февраль 1990 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре.Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының «Еңеү» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы (31 март 1916 йыл — 17 август 1956 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы сапёры, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.
Зарипов Зиннур Зариф улы (10 март 1915 йыл — 11 июль 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, старшина. 1945 йылдан Дүртөйлө районының «Ҡыҙыл Бүләк» колхозы рәйесе, рәйес урынбаҫары, ферма мөдире. Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |