Эстәлеккә күсергә

Иҫәнғазы (Бөрйән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Исанғазы (Бөрйән районы) битенән йүнәлтелде)
Иҫәнғазы
Рәсем
Дәүләт  Башҡорт АССР-ы
Урын Бөрйән районы
Карта

Иҫәнғазы (Күскәрбәк) рус. Исянгазино — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл, Әтек ауыл советына ҡараған.

Хәҙерге Баймаҡ районы Таналыҡ йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан Бәхтегәрәй (Әпек) ауылынан 1813 йылда 15 ғаилә Иҫәнғазы (Күскәрбәк) ауылына нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе - Иҫәнғазы Ҡәҙербирҙин (уның улы Йыһанша).

Ауылда 1859 йылда 20 ихатала 150, 1920 йылда 55 ихатала 200 кеше йәшәй. Малсылыҡ хужалыҡтары бөлгөнлөк кисерә. 76 кеше йәшәгән 15 ихатаға 50 ат, 80 һыйыр, 10 һарыҡ һәм 22 кәзә тура килә. Ашлыҡты сәсмәйҙәр тиерлек. Ауыл халҡының кемеһелер яҙғы игендең сирек өлөшөн (16 бот) сәскән.

Был ауылда 15-се полк яугирҙары йәшәгән. Улар — ағалы-ҡустылы Иҫәнғол, Балдыбай һәм Усман Ҡолмәмбәтовтар, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн уларҙың һәр береһе икешәр көмөш миҙал менән бүләкләнгән[1].

1930 йылда Иҫәнғәзе, Иҫке Усман, Әтек ауылдарынан «Ҡыҙыл юл» колхозы төҙөлә. 1937 йылда Күскәрбәк (Исанғазы) ауылы айырылып сығып «Большевик» исемендәге колхоз булып 1942 йылға тиклем йәшәй. 1942 йылда яңынан «Ҡыҙыл юл» колхозына ҡушыла. 1946 йылда промартелгә әйләнеп, 1954 йылға тиклем артель булып йәшәй. 1954 йылда ауыл хужалығы уставына күсеп «Алға» колхозы булып йәшәй. 1967 йылда 19 хужалыҡ була, 21 йортта 96 кеше йәшәй. 1969 йылда «Бөрйән» совхозы ойошторола һәм алып элекке «Алға» колхозы совхоздың бүлексәһе булып ҡала.

1970–се йылдарҙа ауыл яйлап тарҡала. Мәктәп бөтөү сәбәпле, ғаиләләр яҡын тирәләге ҙур ауылдарға күсеп китә башлай.

  • Иҫәнғәзе ауылының 1834 йылғы рәүиздә теркәлгән кешеләр иҫәбе: 30 йортта 80 ир-ат һәм 59 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[2].

Ҡана йылғаһының үр яғында Кананикольское яғына киткән яҡта Үркәс (Ҡыҙҙарбиргән) менән Әтек ауылдары араһында ятҡан ауыл, Әтек ауыл советынан 11 км самаһы, район үҙәгенән 27 км алыҫлыҡта урынлаша.

Биләмә берәмектәренә инеүе[3]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йылдар Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна,республика Дәүләт
1798-1855 10-сы йорт Верхнеурал өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1864 4-се Бөрйән улусы Верхнеурал өйәҙе, 6-сы Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1919 Бөрйән улусы Йылайыр кантоны Башкурдистан РСФСР
1930 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР
1950 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР
1970 Әтек ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР

Арҙаҡлы шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Иҫәнғәзин Вәлиулла Шаһивәлей улы (1893—1985) — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Бөтә Башҡортостан Советтарының IX съезына Бөрйән районынан делегат (1934 йыл). Башҡорт АССР-ның Үҙәк Башҡарма комитетына (VІІІ саҡырылыш, 1936) ағза.
  • Вәлишин Ғәли Ғәзиз улы (1928—2010). Оҙаҡ йылдар район ҡулланыусылар йәмғиәтенең һатыу эшендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 1986 йылда СССР Юғары Советы Президиумының “Хеҙмәт ветераны” тигән миҙалға лайыҡ була.
  • Фирүзә Ҡолмәмбәтова-Йәнгирова (17 октябрь 1962) — Шиғырҙар, йырҙар ижад итә, төрлө конкурстарҙа еңеү яулай.
  • Ғәйнуллина (Ҡолмәмбәтова) Әминә Миңлебай ҡыҙы (1957). Мәғариф хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы.
  • Ишмөхәмәтова (Вәлишина) Вәзирә Ғәле ҡыҙы (1956). Социалистик ярыш еңеүсеһе (1978), «Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы» (1978), “Рәсәй ҡулланыусылар кооперацияһы ветераны” (2008).
  • Һылтанма: гос.архив ф. 4111. Оп. 1(1937-1969)