Йәнтүрә ҡатыны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорттар Парижда. Народы России. Т. 1. Париж, 1812 (на франц.).

Йәнтүрә ҡатыны — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарҙың береһе — Йәнтүрә Бохарбай улының (фараз ителеүенсә) ҡатыны, исеме билдәһеҙ. Ул француздарға әсирлеккә эләккән ирен һәм уның яуҙаштарын, Дон казактарына хәбәр итеп өлгөрөп, ҡотҡарған.

Армияға ярҙам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1812 йылғы Ватан һуғышы — Рәсәй империяһы һәм Француз империяһының 1812 йылда Рәсәйгә һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә барған һуғыш, Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының Наполеон Францияһына ҡаршы азатлыҡ һуғышы. Француз яуында байтаҡ башҡорт ҡатындары ла үҙҙәренең яугир ирҙәре йәнәшәһендә һуғыш сәфәрен үтеүе билдәле.

1812 йылда Башҡортостанда иген уңмау сәбәпле, халыҡты асыға, әммә армияға аттар, ҡорал һәм кейем ебәрәләр. Халыҡ һуғыш мохтажлыҡтарына аҡса йыя. 1812 йылдың 15 авгусына уҡ башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр армия файҙаһына 500 мең һум иғәнә тапшыра. Ирекле иғәнәләр сентябргә тиклем дауам итә. Башҡорттар армияға 4139 ғәскәр аты йыйып тапшыра. Был һуғышҡа ире менән бергә һуғышҡа барыусы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла бергә барған осраҡтар билдәле.

Йәнтүрә ҡатыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заманында урыҫ авторы Василий Зефиров 1812 йылғы һуғыш ветераны Йәнтүрәнең үҙ ауыҙынан ишетеп яҙып алған:

« Икенсе бер ваҡыт мин тыуған илемә әйләнеп ҡайтыуҙан бөтөнләй өмөтөмдө өҙгәйнем. Бисәм генә ҡотҡарып алып ҡалды. Ҡайһы урында икәне 10 хәтеремдә ҡалмаған, беҙҙе бәләкәй бер күҙәтселек әтрәтенә ҡуйҙылар. Белмәйем, беҙ нисектер күрмәй ҡалғанбыҙ, таң атып килгәндә, түштәренә тимер таҡта кейгән егермеләп француз беҙҙең алға килеп съгкты. Беҙ тиҙ генә һөңгөләребеҙҙе эйәргә нығытып, һөрән һалып, яуыздар өҫтөнә ташландыҡ. Мин атланған ат бик йылғыр, ҡурҡмаусан ине. Сабып барған ыңғайға бер французды һөңгөм менән сәнсеп йыҡтым. Һөңгөнө тартып алып маташҡанда, икенсеһе килеп, ҡылысы менән минең яурынға сапты. Тимер кейем сыҙаманы, мин сабылған яурын менән аттан йығылып төштөм. Шунда иҫтән яҙғанмын. Һушыма килгәндә, беҙҙең иптәштәрҙең яртыһы тегеләр тарафыыан тураҡланып бөткәнен күрҙем. Ҡалғандарының ҡул-аяҡтары бәйләнгән. Бисәм янымда юҡ ине. Мин инде уны бөтөнләй донъяла юҡтыр тип уйланым. Аттарға мендереп, беҙҙе пленгә алып киттеләр. Сәғәт ярымдан һуң ҡапыл урман араһынан бер йөҙ самаһы Дон казактары килеп сыҡты. Беҙҙе тирәләй уратып алдылар. Унлап ҡына ҡалған француздар ҡойолоп төштө. Бирелеүҙәрен белдереп, баш эйҙеләр. Ҡараһам, бисәм Дон казактары араһында йөрөй. Ул эш шулай булып сыҡты: беҙ һуғыша башлау менән, минең ҡатын, тегеләргә ҡаршы тора алмаясағыбыҙҙы аңлап алып, һуғыш майҙанынан тайшанып сыҡҡан да, беҙҙең главный әтрәткә хәбәр иткән. Эйе, әгәр ҙә бисәм булмаған булһа, мин үҙ илемдә былай итеп байрам ҡороп, күңел асып йөрөй алмаған булыр инем. Яманлап бер һүҙ ҙә әйтерлек түгел. Бик яҡшы һәм дан бисә!

[1]

»

Ирен һәм уның яуҙаштарын ҡотҡарып ҡалған Йәнтүрә ҡатынына миҙал бирелә[2][3][4].

Йәнтүрә батыр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәнтүрә — реаль шәхес, "Үҫәргән-Түңгәүер шәжәрәһе"нән күренеүенсә, уның Үҫәргән башҡорто икәнлеге, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы Жултый ауыл советындағы Этбай (Үрге Ырыҫҡол — Ҡаҫмарт йылғаһының уң ярында) ауылынан булғанлығы билдәле. Шәжәрәһенән: 1. Яукүсте (Күскенсе) Мусаҡай улы. — 2. Именбирҙе Күскенсе улы. — 3.Таймас-бей (кенәз) Именбирҙе улы (Шешәйҙәр араһы Ҡәҙерша, Аҡназар ауылдары). — 4. Бабай Таймас улы (хәҙерге Күмертау ҡалаһы ереккән Бабай ауылын нигеҙләүсе). — 5. Өмбәт-абыҙ Бабай улы (Һамар буйынан Өҫкәлек буйына килә: 1600—1703 йй.). — 6. Этбай Өмбәт улы (Этбай — Үрге Ырыҫҡол-Этбай ауылын нигеҙләүсе). — 7. Бохарбай батыр Этбай улы. — 8. Йәнтүрә батыр (1812—1814 йй.батыры) Бохарбай улы…[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В. Зефиров. Йәнтүрә хикәйәте (1847 й.) -Йыһат Солтанов. 1812 йылғы Ватан һуғышында 9-сы кантон (Үҫәргән) атлы полктары [1]
  2. Тапҡырҙар, батырҙар, тоғролар. [2](недоступная ссылка)
  3. Башкирские народные песни и легенды об Отечественной войне 1812 года. Составление, вступительная статья, комментарии С. А. Галина. — Уфа, 1991.
  4. Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — С. 92-93. — 136 с.
  5. Йыһат Солтанов. 1812 йылғы Ватан һуғышында 9-сы кантон (Үҫәргән) атлы полктары [3]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йыһат Солтанов. 1812 йылғы Ватан һуғышында 9-сы кантон (Үҫәргән) атлы полктары *[4]
  • Усманов Абубакир. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года, - Уфа,Башкнигоиздат,1964. - 136стр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тапҡырҙар, батырҙар, тоғролар. [5](недоступная ссылка)