Киншаса
Ҡала | |||||
Киншаса Kinshasa | |||||
| |||||
Ил |
Демократик Республика Конго | ||||
---|---|---|---|---|---|
Провинция | |||||
Координаталар | |||||
Губернатор |
Андре Кимбута Янго | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
1966 йылға тиклем — Леопольдвиль | ||||
Майҙаны |
9965 км² | ||||
Бейеклеге |
240 м | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
955 кеше/км² | ||||
Этнохороним |
киншасалылар | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды | 24312 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
kinshasa.cd (фр.) | ||||
Киншаса — Конго Демократик Республикаһының баш ҡалаһы. Конго йылғаһы буйында, Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль ҡаршыһында урынлашҡан. Ҡала агломерацияһының 2012 йылда халҡы 14 740 000 кеше тәшкил итһә лә, уның территорияһының 60%-ы кеше һирәк ултырған ауыл еренә тура килә, ул да административ сиктәргә эләгә. Тығыҙ ултырған ҡала райондары провинцияның көнбайышында ҙур булмаған өлөшөн биләй[2].
Киншаса халыҡ һаны буйынса Африкала, Лагостан һәм Ҡаһирәнән ҡала, икенсе ҡала иҫәпләнә. Ул шулай уҡ донъяла француз телле халыҡ һаны буйынса беренсе урында тора (Парижды үтеп китеп). Киншаса халҡының күп өлөшө теге йәки был кимәлдә француз телен белһә лә, ул башлыса яҙма телдә ҡулланыла. Баш ҡаланың өҫтөнлөклө һөйләш теле — лингала, банту телдәре төркөмөнә ҡарай.
Фараздар буйынса, 2100 йылда ҡалала 83,5 млн кеше йәшәйәсәк[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1881 йылда Генри Мортон Стэнли тарафынан хәрби постҡа нигеҙ һалына һәм шул саҡтағы Бельгия короле Леопольд II хөрмәтенә Леопольдвиль (франц. ville — «ҡала») тип атала. 1966 йылда топонимияны африкалаштырыу процесында күптән заманса ҡалаға берләшкән батеке ҡәбиләһе ауылы атамаһы буйынса Киншаса тип атала[4].
Физик-географик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киншаса — киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡтар ҡалаһы, бында бай райондар, сауҙа зоналары һәм өс университет ныҡ ярлы өйҙәр менән күршеләш тора. Ҡала Браззавиль ҡаршыһында Конго йылғаһының көньяҡ яры буйлап урынлашҡан. Был донъяла йылғаның ҡаршы ярҙарында урынлашҡан ике баш ҡаланың туранан-тура бер-береһенә ҡараған берҙән-бер урыны.
Конго йылғаһы Африкала Нилдан ҡала икенсе, шул уҡ ваҡытта континентта иң тулы һыулы йылға булып тора, (был күрһәткес буйынса донъяла ул Амазонканан ғына ҡалыша).
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киншаса климаты ҡыҫҡа ҡоро (июнь — сентябрь) һәм йылдың ҡалған өлөшөндә ямғырҙар миҙгеле менән субэкваториаль. Миҙгел-ара тирбәлеүҙәр аҙ беленә (ғинуарҙа уртаса температура — +26 °С, июлдә — +22,5 °С), яуым-төшөмдә күберәк беленә. Йылдың күп өлөшөндә эҫе булһа ла (ҡоро миҙгелдән тыш, ул саҡта саҡ ҡына һалҡыныраҡ була, температура +36 °С юғары күтәрелмәй. Шулай уҡ температура +14 °C төшмәй.
Киншаса климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | |
Абсолют максимум, °C | 36 | 36 | 36 | 36 | 35 | 34 | 32 | 35 | 36 | 36 | 34 | 36 | |
Уртаса максимум, °C | 31 | 31 | 32 | 32 | 31 | 29 | 27 | 29 | 31 | 31 | 31 | 30 | |
Уртаса минимум, °C | 21 | 22 | 22 | 22 | 22 | 19 | 18 | 18 | 20 | 21 | 22 | 21 | |
Абсолют минимум, °C | 18 | 18 | 18 | 19 | 18 | 15 | 14 | 14 | 16 | 15 | 17 | 17 | |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 135 | 145 | 196 | 196 | 159 | 8 | 3 | 3 | 30 | 119 | 222 | 142 | |
Сығанаҡ: BBC Weather[5] |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Киншаса территорияһына килгән беренсе европалылар XV быуатта португалдар була. Әммә Конгоны колониялаштырыуҙа бельгиялылар алдан өлгөрә, уларға урындағы феодаль дәүләттәрҙә үҙ-ара талаштар булышлыҡ итә. Хәҙерге Киншаса урынындағы ҡалаға 1881 йылда күренекле Африка тикшеренеүсеһе Генри Мортон Стэнли нигеҙ һала, ҡала сауҙа порты булараҡ төҙөлә. Башта ҡала Бельгия короле Леопольд II хөрмәтенә Леопольдвиль тип атала, короллеккә Конго Демократик Республикаһы урынлашҡан киң ерҙәр ҡараған.
Ҡала Конго йылғаһында Ливингстон шарлауығынан (Леопольдвилдән 300 км түбәндә тупһалар серияһы) юғары урынлашҡан беренсе караптар порты була һәм ҡаланың үҫешенә булышлыҡ итә. Тәүге ваҡыттарҙа тауарҙарҙы караптарҙа Матадиға — яр буйынан 150 км алыҫлыҡта һәм тупһаларҙан түбән ятҡан ҡалаға килтерелгән, ә аҙаҡ уларҙы йөк ташыусылар Леопольдвилгә тиклем алып барған. 1898 йылда Матади һәм Киншаса араһында төҙөлгән йөк тимер юлы тауарҙы илдең төпкөлөнә тиклем тиҙерәк һәм осһоҙға еткерергә мөмкинлек бирә, был Леопольдвилдең тиҙ үҫешенә нигеҙ булып хеҙмәт итә. 1920 йылға ҡала шул тиклем үҫешә, хатта Конго йылғаһы тамағында урынлашҡан Бома ҡалаһын алмаштырып, Бельгия Конгоһының баш ҡалаһы булып китә.
Бельгия Конгоһы Бельгиянан бойондороҡһоҙлоҡ алғас (1960 йылдың 30 июне), нидерланд теле рәсми статусын юғалта. 1965 йылда дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә, Конгола власҡа Мобуту Сесе Секо килә. Көнбайыштың йоғонтоһон кәметеү өсөн, ул исемдәр һәм атамаларҙы африкалаштырыу сәйәсәтен үткәрә башлай. 1966 йылда Леопольдвилгә Киншаса атамаһы бирелә — элек ҡала ситендә урынлашҡан ауыл исеме буйынса. Мобуту ваҡытында бәхет эҙләп сығып киткән йәки этник таҙартыуҙарҙан ҡасып китеп, ҡабат ҡайтҡан күскенселәр иҫәбенә тиҙ ҙурая. Ҡала борондан батеке һәм бахумбу ҡәбиләләренә ҡараған территорияла урынлашһа ла, Киншасала этник-ара аралашыу теле булып (лингва франка) лингала теле тора.
1974 йылда Киншасала Джордж Форман һәм Мөхәммәт Али араһында бокс ярышы уҙа, унда Али көнәркәше өҫтөнән еңеү яулай һәм ауыр үлсәмдә чемпион титулын кире ала.
1975 йылда ҡалала Тәбиғәт һәм тәбиғәт ресурстарын һаҡлау буйынса халыҡ-ара союзының XII Генераль ассамблеяһы (МСОП) үтә.
Административ-территориаль бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киншаса бер үк ваҡытта ҡала ла (ville), Конго Демократик Республикаһының 26 провинцияһының (өлкәһенең) береһе булып та тора. (province). Провинция үҙе 24 коммунанан торған 4 округҡа бүленә, шулай итеп, 4-се кимәлдәге административ-территориаль берәмек булып тора.
| ||
К.-В. — Каса-Вубу, Линг. — Лингвала, Нг.-Нг. — Нгири-Нгири |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киншаса халҡы 1994 йылға 4,6 млн кеше, 2012 йылға 9 464 000 кеше тәшкил итә.
|
|
Киншасала йәшәү кимәле бик түбән. Ҡала, 1991 һәм 1993 йылдарҙа илдә булып үткән бер яҡтан күпләп талауҙарҙы, һуңынан граждандар һуғышы эҙемтәләрен, икенсе яҡтан халыҡтың тормош тағы ла насарыраҡ булған ауыл ерҙәренән тәбиғи миграцияһын кисерә, сөнки ҡалала ниндәй булһа ла эш табыу мөмкинлеге бар. Ҡарауһыҙ балаларға ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлекте координациялаған Конго ойошмаһының мәғариф хеҙмәткәрҙәре селтәре мәғлүмәттәренә ярашлы (франц. Réseaux des éducateurs des enfants et jeunes de la rue (REEJER)), Киншасала 2006 йылда 14 меңгә яҡын ҡарауһыҙ бала иҫәпләнгән. Иң насар райондар булып Масина, Кимбансеке һәм Лимете тора[7].
Ҡалала халыҡтың ярлылығы менән бәйле енәйәтселек проблемалары бар. Киншасала 1959 йылда ВИЧ-1 («М» төркөмөнән) торған ҡандың иң иртә өлгөһө асыҡланған[8]. СПИД менән көрәш бөтә Конго Демократик Республикаһында ла, шулай уҡ Киншасала ла иң мөһим проблемаларҙың береһе булып тора[9].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киншаса — Конго йылғаһының һул ярындағы порт. Киншаса районында йылға Заир тип тә атала, ул үҙенең бассейнының күп өлөшө дауамында мөһим транспорт артерияһы булып тора. Конгоның күп кенә ҡушылдыҡтары ла шулай уҡ караптар йөрөрлөк. Эре йылға баржалары Киншаса һәм Кисангани (баш ҡаланан 1300 км алыҫлыҡта) араһында йөрөй. Киншаса һәм Браззавиль араһында паром кисеүе бар.
Тимер юлы Киншасаны илдең башҡа төбәктәре һәм сит ил менән бәйләй. Н’джили аэропорты Конго Демократик Республикаһында иң ҙуры. Әммә аэропорт инфраструктураһы башлыса колониаль ваҡыттан алып яңыртылмаған.
1955—1959 йылдарҙа ҡалала гиробус эшләгән.
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала туҡыу, аҙыҡ-тәм, химия сәнәғәте, машиналар төҙөү, химия сәнәғәте, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, мото- һәм велозаводтар, карап төҙөү, карап ремонтлау, ағас эшкәртеү, төҙөлөш материалдары заводтары бар.
Конго йылғаһы гидроэлектроэнергияның мөһим сығанағы булып тора, потенциаль рәүештә ул бөтә Африканың әлеге эквивалентлы яртыһына торошло электр энергияһы производствоһын тәьмин итә алыр ине[10].
Ҡалала Африка Тимер юлдары союзының штаб-фатиры урынлашҡан[11].
Мәҙәниәт һәм мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киншасала илдең Милли университеты, Милли педагогия университеты, Милли нәфис сәнғәт академияһы, Урындағы көнкүреш музейы, Милли асыҡ китапхана урынлашҡан.
Киншаса университеты 1954 йылда Лованиум Университетының бер бүлексәһе кеүек ойошторола, 1971 йылда Милли Заир университетына нигеҙ һалына (франц. Université Nationale du Zaïre, UNAZA), ул 1981 йылда өс өлөшкә — Киншаса Университетының үҙе, шулай уҡ Кисангани Университетына һәм Лубумбаши Университетына бүленә.
1958 йылда Лованиум Университеты йәнәшендә Африкала беренсе ядро реакторы төҙөлә.
1967 йылда Африка союзы уның янында ядро тикшеренеүҙәренең Төбәк үҙәген ойоштора. Әлеге ваҡытта Үҙәктә ике ядро реакторы бар, TRICO I һәм TRICO II, улар фәнни тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла[12].
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киншасала иң популяр спорт төрҙәре — футбол һәм баскетбол. Баш ҡала илдең ике мөһим футбол үҙәгенең береһе. Өс титуллы клубтарҙың икеһе Киншаса өсөн сығыш яһай — «Вита» һәм «Мотема Пембе» (12 тапҡыр Заирҙың/ДРК чемпиондары). Конго Демократик Республикаһы чемпионатында («Линафут») әлеге мәлдә 14 ҡатнашыусы, өс клуб («Вита», «Мотема Пембе» һәм «Ройолу») Киншаса өсөн сығыш яһай.
1938 йылда ойошторолған «Дранонс» футбол командаһы чемпионатта дүрт тапҡыр еңеү яулай, биш тапҡыр Конго ДР Кубогына эйә була һәм ике тапҡыр Африка Чемпиондары Кубогы финалына етә (хәҙер турнир — КАФ Чемпиондары лигаһы тип атала). «Содиграф» футбол клубы Конго ДР Кубогына эйә була һәм КАФ Чемпиондары лигаһы финалына етә. Киншасанан башҡа команда «Калому» дүрт тапҡыр Конго ДР Кубогына эйә була.
«Стад де Мартир» стадионы 80 мең тамашасыны һыйҙыра һәм Конго ДР милли йыйылма командаһының, «Вита» һәм «Мотема Пембе» клубтарының йорт аренаһы булып тора. 24 мең кеше һыйҙырышлы «24 ноябрь» стадионы «Дранонс» командаһы өсөн йорт аренаһы булып тора.
Киншасанан сыҡҡан күп билдәле футболсылар: уйынсылар Франция йыйылмаһы вратары Стив Манданда, ярымһаҡсылар Клод Макелеле һәм Рио Мавуба, һөжүм итеүсе Пеги Люйиндюла, Португалия йыйымла клмандаһында Жозе Бозингва сығыш яһай, Швейцария йыйылма командаһында Блез Нкуфо, ә Бельгия йыйылма командаһы составында Мбо Мпенза уйнай. Европа футболында билдәлелекте үҙенең гражданлығын алмаштырмаһа ла, Конго ДР йыйылмаһы өсөн сығыш яһаусы: һөжүм итеүселәр Ломана Трезор Луа-Луа, Дьёмерси Мбокани, Рәсәйҙә һаҡсылар Жерар Мукунку, ә Украинала — Эрве Нзело-Лемби.
1974 йылда Киншасала Мөхәммәт Али менән Джордж Форман араһында бокс алышы үтә, ул аҙаҡ «Джунглиҙа гөрһөлдәү» тигән исем ала.
Тыуған Киншасаһында 1990—2000 йылдарҙа Милли баскетбол ассоциацияһы йондоҙо Дикембе Мутомбо баскетбол менән шөғөлләнә башлай.
Киң мәғлүмәт саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваҡытлы матбуғат (француз телендә)
- «Кайе экономик э сосьо» (Cahiers économiques et sociaux — «Ведомости по экономическим и социальным вопросам»). Квартал һайын донъя күреүсе журнал, Милли университет тарафынан нәшер ителә.
- «Конго-Африка» (Congo-Afrique — «Конго-Африка»). Иҡтисад һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса айлыҡ журнал. Социаль тормош тикшеренеү үҙәге тарафынан нәшер ителә.
- «Потансьель» (Potentiel — «Потенциал»). Көндәлек гәзит.
- «Элима» (Elima). Көндәлек киске гәзит.
- Мәғлүмәт агентлыҡтары
- Конго матбуғат агентлығы (Agence Congolaise de Presse — ACP). Хөкүмәт мәғлүмәт агентлығы, 1960 йылдың 12 авгусында ойошторола.
- Радио һәм телевидение
- «Конго Тауышы» (La Voix du Congo). ДРК хөкүмәте тарафынан контролдә тотолған радиостанция.
- Милли Конго радиоһы һәм телевидениеһы (Radio-télévision nationale congolaise — RTNC).
Ҡәрҙәш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анкара (Төркиә)
- Браззавиль (Конго Республикаһы)
- Брюссель (Бельгия)
- Дакар (Сенегал)
- Тәһран (Иран)
- Утрехт (Нидерланд)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.dsrp-rdc.org/documents/Monographies_Provinciales/Monographie%20de%20la%20Province%20de%20Kinshasa.swf 2007 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ Programme du Gouvernement, Provincial de Kinshasa, 2007—2011 . Дата обращения: 25 февраль 2010. Архивировано из оригинала 28 декабрь 2008 года. 2008 йыл 28 декабрь архивланған.
- ↑ К 2100 году эти города станут крупнейшими по численности населения // Вокруг света : журнал. — 2017. — ISSN 0321-0669.
- ↑ Поспелов, 2002, с. 202
- ↑ Average Conditions Kinshasa, Congo Democratic Republic . BBC Weather. Дата обращения: 5 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ Populstat . Архивировано 2 май 2006 года. 2006 йыл 2 май архивланған.
- ↑ Официальный сайт REEJER (фр.)
- ↑ Дмитрий Чеботаев. Дню борьбы со СПИДом - достойные проводы! rusbiotech.ru. Дата обращения: 5 май 2013. 2011 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ Джозеф Кабила пообещал вырастить в ДРК новое поколение, свободное от СПИДа . Центр новостей ООН (11 май 2010). Дата обращения: 5 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.
- ↑ Wachter, Sarah J.. Giant dam projects aim to transform African power supplies, New York Times (19 июнь 2007). 5 май 2013 тикшерелгән.
- ↑ Железнодорожный транспорт: энциклопедия. — Москва: Большая российская энциклопедия, 1994. — 559 pages с. — ISBN 5-85270-115-7, 978-5-85270-115-2.
- ↑ Centre Régional d’Etudes Nucléaires de Kinshasa (фр.). Университет Киншасы (май 2010). Дата обращения: 5 май 2013. Архивировано 10 май 2013 года.