Мулла
Мулла | |
Мулла (ғәр. مُلَّا, ғәр. مَوْلَى — хужа, башлыҡ,эйә, әйтел. әл-муллаа; фарс. ملّا, төр. molla) — ислам руханийы, Ҡөрьән һәм мосолман дини йолалары белгесе. Рәсәй империяһында мосолман дин әһелдәренең бөтәһен дә[1], ҡайһы саҡта мәҙрәсә уҡытыусыларын һәм, ғөмүмән, белемле кешеләрҙе йыш ҡына муллалар тип атағандар[2]. Шиғыйҙарҙа мулла — дини община лидеры, теолог дин һәм хоҡуҡ мәсьәләләрен аңлатыу буйынса белгес (сөнниҙәрҙә был функцияларҙы ғөләмә үтәй).
Рәсәй империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мулланың эшмәкәрлеген чиновниктар контролдә тотҡан, ә уларҙы тәғәйенләү махсус указ менән тормошҡа ашырылған. Мулла ғәҙәттә тәғәйен мәсеткә билдәләнеп ҡуйыла[2].
Кавказ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кавказда мәзиндәрҙе лә, «көндәлек» имамдарҙы һәм башҡа түбәнге руханиҙарҙы мулла тип тә атайҙар, шул уҡ ваҡытта «йома» үткәргән имам, ҡаҙый һәм шәйех-үл-ислам Мулла-ахун (шиғыйҙарҙа) йәки Мулла-әфәнде (сөнниҙәрҙә) тип атайҙар[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Арапов Д. Ю., Васильев Д. В. Комментарии // Проекты устройства управления духовными делами мусульман в Туркестане. Документы Архива внешней политики Российской империи. 1900 г. / Исторический архив, № 1. 2005.
- ↑ 2,0 2,1 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ ЭСБЕ, 1890—1907
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халидов А. Б. Мулла // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 170. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Мулла // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |