Эстәлеккә күсергә

Муниципаль берәмек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Муниципальное образование битенән йүнәлтелде)

Муниципаль берәмек — Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡ ғәмәлгә ашырыла торған тораҡ территория. Урындағы үҙидаралыҡ урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[1][2].

2014 йылдың майынан Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте муниципаль берәмектәрҙең ете төрөн ойоштороуҙы күҙҙә тота. Муниципаль берәмектәр Рәсәй Федерацияһы субъекттары закондары менән ойошторола, бөтөрөлә йәки үҙгәртелә. Бер төрҙәге муниципаль берәмектәр икенсе төрлөләрҙең составына инә. Муниципаль берәмектәр Рәсәй Федерацияһының бөтә территорияһында бар.

Рәсәйҙә майҙаны буйынса иң ҙур муниципаль берәмек — Таймыр Долган-Ненец муниципаль районы, халыҡ һаны буйынса — Новосибирск ҡалаһы ҡала округы.

Муниципаль берәмек төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 2003 йылдың 6 октябрендәге 131-ФЗ Федераль закондың 2-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһында 5 төрлө муниципаль берәмек була:

  • ауыл биләмәһе — дөйөм территория менән берләштерелгән бер йәки бер нисә ауыл тораҡ пункты (ҡасабалар, ауылдар, станицалар, утарҙар, ҡышлаҡтар һәм башҡалар), уларҙа урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3]; совет осорондағы ауыл советтарына һәм советҡа тиклемге осорҙағы земстволарға тап килә. Ауыл биләмәһе муниципаль район составына инә.
  • ҡала биләмәһе — ҙур булмаған ҡала йәки ҡала тибындағы ҡасаба, уларҙа урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3]; ҡала округы булмаған ҡала биләмәләре муниципаль райондар составына инә.
  • муниципаль район — дөйөм территория менән берләштерелгән бер йәки бер нисә биләмә (ауыл һәм/йәки ҡала биләмәһе) һәм тораҡ-ара территориялар, уларҙың сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3];
  • ҡала округы — дөйөм территория менән берләштерелгән һәм муниципаль берәмек булмаған бер йәки бер нисә тораҡ пункт, уларҙа урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3];
  • федераль әһәмиәттәге ҡаланың ҡала эсе территорияһы (федераль әһәмиәттәге ҡаланың ҡала эсе муниципаль берәмеге) — федераль әһәмиәттәге ҡала территорияһының өлөшө, уның сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла[3].

2014 йылдың 27 майында сыҡҡан № 136−ФЗ Федераль законы менән муниципаль берәмектең ике яңы төрө индерелә[4]:

  • ҡала эсендә бүленешле ҡала округы — Рәсәй Федерацияһы субъекты законына ярашлы, ҡала эсе муниципаль берәмеге рәүешендә ҡала эсе райондары ойошторолған ҡала округы;
  • ҡала эсе районы — ҡала эсендә бүленешле ҡала округы территорияһының бер өлөшөндәге ҡала эсе муниципаль берәмеге, уның сиктәрендә урындағы үҙидаралыҡ туранан-тура халыҡ тарафынан һәм (йәки) урындағы үҙидаралыҡтың һайлап ҡуйылған йәки башҡа төрлө органдары тарафынан тормошҡа ашырыла.

Рәсәйҙә муниципаль берәмектәр һаны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
дата муниципаль берәмектәр иҫкәрмәләр
бөтәһе шул иҫәптән типтар буйынса
муниципаль

райондар

ҡала округтары ҡала

эсе
райондары

федераль

әһәмиәттәге
ҡалаларҙың
ҡала
эсе
территориялары

биләмәләр
бөтәһе шул иҫәптән

ҡала эсе
бүленеше менән

бөтәһе шул иҫәптән
ҡала ауыл
11.01.2008  24151 1799 521 236 21595 1734 19861 Росстат мәғлүмәттәре буйынса
1.01.2009  24161 1810 507 236 21608 1745 19863 Росстат мәғлүмәттәре буйынса
1.01.2010  23907 1829 512 236 21330 1739 19591 Росстат мәғлүмәттәре буйынса[5]
1.01.2011  23304 1824 515 236 20729 1733 18996 Росстат мәғлүмәттәре буйынса[6]
1.01.2012  23118 1821 517 236 20544 1711 18833 Росстат мәғлүмәттәре буйынса[7]
1.01.2013  23001 1817 518 257 20409 1687 18722 Росстат мәғлүмәттәре буйынса[8]
1.01.2014 22777 1815 520 257 20185 1660 18525 Росстат мәғлүмәттәре буйынса[9]
1.01.2015  22923 1823 535 267 20298 1644 18654 Росстат мәғлүмәттәре буйынса[10]
1.01.2016  22406 1788 563 3 19 267 19769 1592 18177 Росстат мәғлүмәттәре буйынса[11]
1.01.2017  22327 1784 567 3 19 267 19690 1589 18101 Росстат мәғлүмәттәре буйынса
  1. Кутафин О. Е., Фадеев В. И. Муниципальное право России. — 3-е изд., перераб. и доп.. — М.: ТК Велби, 2008. — 672 с.
  2. Пешин Н. Л. Муниципальное право Российской Федерации. — 3-е изд.. — М.: Юрайт, 2011. — С. 136.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Федеральный закон от 6 октября 2003 года № 131-ФЗ «Об общих принципах организации местного самоуправления в Российской Федерации» 2017 йыл 25 апрель архивланған.
  4. Федеральный закон от 27.05.2014 № 136−ФЗ «О внесении изменений в статью 26.3 Федерального закона „Об общих принципах организации законодательных (представительных) и исполнительных органов государственной власти субъектов Российской Федерации“ и Федеральный закон „Об общих принципах организации местного самоуправления в Российской Федерации“» 2014 йыл 30 декабрь архивланған.
  5. Росстат. База данных показателей муниципальных образований. Характеристика субъектов Российской Федерации по типам муниципальных образований и видам муниципальных учреждений на 1 января 2010 года.
  6. Росстат. Распределение муниципальных учреждений по типам муниципальных образований на 1 января 2011 года. 2013 йыл 28 июнь архивланған.
  7. Росстат. Распределение муниципальных учреждений по типам муниципальных образований на 1 января 2012 года. 2013 йыл 27 февраль архивланған.
  8. Росстат. Распределение муниципальных учреждений по типам муниципальных образований на 1 января 2013 года. 2014 йыл 17 октябрь архивланған.
  9. Росстат. Распределение муниципальных учреждений по типам муниципальных образований на 1 января 2014 года. 2019 йыл 11 июль архивланған.
  10. Росстат. Распределение муниципальных учреждений по типам муниципальных образований на 1 января 2015 года. 2017 йыл 10 октябрь архивланған.
  11. 11,0 11,1 Росстат. Распределение муниципальных учреждений по типам муниципальных образований на 1 января 2016 года. 2017 йыл 29 март архивланған.