Наил
Викидатала элемент тултырылмаған |
Наил — башҡорт ир-ат исеме
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наил башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, бүләк, мираҫ; вариҫ тигәнде аңлата [1];маҡсатына ирешеүсән, ирешә алған[2]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наил Ғәлиев(төп исеме Голов Николай Афанасьевич; 9 октябрь 1928 йыл — 7 февраль 2005 йыл) — баянсы, композитор. 1957—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баянсы-концертмейстры, «Өфө уттары» исемле тәүге башҡорт профессионал эстрада-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1968) артисы .
Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы, Наил Ғәйетбай (20 июнь 1948 йыл) — шағир, яҙыусы, драматург. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
Бикбулатов Наил Вәли улы (14 февраль 1931 йыл — 18 апрель 1996 йыл) — башҡорт ғалимы, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1965).
Ҡотлогилдин Наил Закир улы (20 сентябрь 1946 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2003 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең генераль директоры. 2003—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Сәнәғәт, танспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтехимигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007).
Заһиров Наил Хәйбулла улы (20 ноябрь 1925 йыл — 27 сентябрь 2014 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Красноярск төҫлө металдар институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1959 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, 1962—1994 йылдарҙа мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире. 2006 йылдан — Себер федераль университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.
Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы (10 август 1928 йыл — 26 апрель 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-хирургы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың (1991) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995) һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы (23 ноябрь 1928 йыл — 19 март 2011 йыл) — ғалим, музыка белгесе, композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1968).
Шәймәрҙәнов Наил Әхмәт улы (2 декабрь 1958 йыл) — йырсы һәм композитор. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019).
Ризуанов Наил Мәсәлим улы (15 сентябрь 1929 — 6 апрель 2012) — тау инженеры. Техник фәндәре кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999). Октябрь Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) ордендары кавалеры. «Башнефть легендаһы» коропоратив премияһының беренсе лауреаты (2010).
Ҡотдосов Наил Яҡуп улы (19 октябрь 1941 йыл — 7 июнь 1995 йыл) — ғалим-зоотехник, яҙыусы һәм журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1964 йылдан КПСС, 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980).
Заһиров Наил Ғамил улы (10 ғинуар 1958 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. «Енер хорлдинг» ЯСЙ-нең (компанияның) генераль директоры.
Латфуллин Наил Сәйет улы (9 ғинуар 1952 йыл — 19 ноябрь 1992 йыл) — рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990).
Мәхмүтов Наил Мәзит улы (3 декабрь 1963 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе, Башҡортостанда тыуған яҡташтар тураһында китаптар серияһын нәшер итеүсе; Рәсәй химия сәнәғәте профсоюзы республика комитетының иҡтисад эштәре буйынса комиссия ағзаһы; Берҙәм Рәсәй партияһының «Завод» бүлексәһе секретары; иҡтисад фәндәре кандидаты (2007).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |