Оло Хехцир ҡурсаулығы
Оло Хехцир дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 45 471 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 3 октябрь 1963 йыл |
Урынлашыуы | |
48°12′18″ с. ш. 134°51′32″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Хабаровск крайы |
Яҡындағы ҡала | Хабаровск |
zapovedamur.ru/zapovedni… | |
Оло Хехцир ҡурсаулығы Викимилектә |
Ҙур Хехцир ҡурсаулығы (рус. Большехехци́рский госуда́рственный приро́дный запове́дник) Рәсәйҙең Хабаровск крайында 1963 йылдың 3 октябрендә ойошторола. Әлеге ваҡытта майҙаны 45 439 гектар тәшкил итә. Буфер зонаһының майҙаны — 12 000 гектар.
Ҡурсаулыҡтың урман япмаһы яҡынса 90 %.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡтың исеме Ҙур Хехцир һырты исеменән килеп сыҡҡан. Һырттың исеме шаман Хээкчир исеменән алынған. Уның тураһында легенданы В. К. Арсеньев «Сихотэ-Алинь тауҙарында» китабында килтерә[1][2].
Урынлашыуы һәм сиктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡ Хабаровск крайының Хабаровск районында, Хабаровскиҙан көньяҡҡа табан 15 — 20 км алыҫлыҡта, Оло Хехцир һырты сиктәрендә урынлашҡан. Уның көнбайыш сиге — Рәсәйҙең дәүләт сиге янында Уссури йылғаһы буйлап; көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ сиге Уссури ҡушылдығы Чирки йылғаһы буйлап үтә; көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышы — тимер юлы һәм Хабаровскиҙың биҫтәләренә йәнәш ятҡан үҙләштерелгән ерҙәрҙә һуҙылған.
Ҡурсаулыҡ хакимиәте Хабаровск районының Бычиха ауылында урынлашҡан.
Гидрографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡтан ҡурсаулыҡты, сигенән аҡҡан Чирка йылғаһын иҫәпкә алмағанда, Хехцир ҡуйыны буйлап аҡҡан йылғалар һәм шишмәләрҙең бөтәһе лә тау типик тау характерында; Уларҙың оҙонлоғо 20 км-ға тиклем[3]. Төньяҡҡа аҡҡандары Амур йылғаһының ҡылымыҡтарына, көнбайыштары — Уссури йылғаһына, көнсығыш һәм көньяҡтары Чирки йылғаһына ҡоя.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флора һәм Ффаунаһының төрлөлөгө элек-электән сәйәхәтселәрҙең һәм ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә.
Бында өс тапҡыр килгән Н. М. Пржевальский былай тип билдәләй: «Хехцир һырты урман үҫемлектәренә бай, улар Уссури крайының башҡа, хатта көньяҡ өлөшөндә лә, һирәк осрай». 1935 йылда Хехцир — урындағы, ә 1959 йылдан республика әһәмиәтендәге тәбиғәт заказнигына әүерелә[3]. Ҡурсаулыҡ РСФСР Министрҙар Советының 1963 йылдың 3 октябрендәге бойороғо менән 46000 га майҙанда булдырыла. 2009 йылда ҡурсаулыҡ сиктәрен межалау үткәрелә. Ерҙең дөйөм майҙаны 45340 гектар тәшкил итә[4]. Ҡурсаулыҡ статусы биреүҙә СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты А. С. Хоментовский, билдәле яҙыусы һәм һунарсылыҡ буйынса белгес В. П. Сысоев һәм һунарсылыҡ буйынса белгес Н. В. Михайловтың ҡаҙанышы ҙур.
Экскурсиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡурсаулыҡтың Тәбиғәт музейында экскурсиялар үткәрелә, бының өсөн махсус бүленгән зонала экологик маршруттар бар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заповедник «Большехехцирский» ФГБУ «Заповедное Приамурье» 2017 йыл 19 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В горах Сихотэ Алиня 5 стр.(недоступная ссылка)
- ↑ Избранные Произведения В 2 Томах. Том 2. В Горах Сихотэ Алиня. Сквозь Тайгу. Дневники Очерки, Статьи, 1997
- ↑ 3,0 3,1 Иванов С. Большехехцирский заповедник . World Wild Fund. Архивировано 29 октябрь 2013 года.
- ↑ Особо охраняемые природные территории (ООПТ) Дальневосточного федерального округа . Дата обращения: 11 апрель 2019. Архивировано из оригинала 12 март 2016 года. // Департамент Федеральной службы по надзору в сфере природопользования по Дальневосточному федеральному округу