Паралимпия уйындары
Паралимпия уйындары (параолимпия уйындары)[1] — мөмкинселектәре сикләнгән кешеләрҙең халыҡ-ара спорт ярыштары. Традиция буйынса ул Олимпия уйындарынан һуң ткәрелә. 1988 йылда уҙғарылған йәйге паралимпия уйындарынан алып олимпия үткәрелгән объекттарҙа уҙғарыла. 2001 йылда бөтә донъя олимпиада комитеты — БДОК һәм Халыҡ-ара паралимпия уйындары -ХПУ тарафынан килешеү менән нығытылған. Йәйге олимпиадалар йәйгеләре менән 1960 йылдан алып, ҡышҡы олимпиадалар ҡышҡылары менән бер-бер артлы 1976 йылдан алып уҙғарыла.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашҡан спорт төрҙәрен булдырыу инглиз нейрохирургы Людвиг Гуттман менән бәйле. Ул умыртҡа һөйәге менән ауырыусылар, физик һәләттәре булмағандар өсөн быуаттар буйына һуҙылған ҡаршылыҡтарҙы аша атлап, уларҙы реабилитациялау маҡсатында спорт төрҙәре индерә. Ул был тәжрибәһе менән физик яҡтан кәмселектәре булғандар өсөн уңышлы йәшәйешкә шарттар тыуҙыра, һәм спорт сәләмәтлек өсөн икәнен иҫбатлай. Спорт сәләмәтлекте генә нығытып ҡына ҡалмай, физик кәмселектәрҙе тергеҙә, писхикаһын нығыта, ғәриптәр арбалары менән хәрәкәтләнеүгә физик көс өҫтәй, тулы сифатлы йәшәйешкә алып ҡайта.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙылышы Рус орфография һүҙлегендә «параолимпийский», «параолимпия» тип яҙылған. [2] шулай уҡ башҡа һүҙлектәрҙә лә шулай теркәлгән.
Иң тәүҙә «Параолимпия уйындары» рәсми рәүештә ҡулланылмаған. 1960 йылда уҙғарылған «Туғыҙынсы Халыҡ-ара Сток-мандевиль уйындары» тип атала. 1984 йылда ғына Параолимпия уйындары тип атала башлай. Шулай ҙа 1964 йылға уйындар ваҡытында параолтмпия уйындары тип әйтеп кителә. 1980 йылғаса «Ғәриптәр өсөн олимпия уйындары» тип йөрөтөлә. 1984 йылдан Халыҡ -ара инвалидтар уйындары тип аталған. 1988 йылдан башлап ҡына тулыһынса «параолимпия уйындар» тигән исем тулыһынса рәсмиләштерелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паралимпия спорты быуаттан ашыу тарихҡа бәйле. Спорттың кеше организымына ыңғай тәьҫире тураһында XVIII—XIX быуаттарҙа уҡ билдәле булған. Шул ваҡыттарҙан бирле ғәриптәр спортын үҫтереүгә йүнәлеш алған ойшмалар тергеҙелә башлай. 1988 йылда Берлин ҡалаһынжа суҡраҡтар өсөн спорт клубы ойошторола.
Беренсе һәм икенсе донъя һуғышлары миллионлап кешене ғәрип яһай.
ХХ быуатта был спорт төрөн ғәриптәрҙе дауалау сараһы булараҡ ҡабул итәләр. Шул уҡ ваҡытта улар өсөн ял итеү, буш ваҡыттарын уҙғарыу сараһы булараҡ та ҡабул ителә. Спорт менән шөғөлләнеүһәм ярышыу теләге әүҙемләшә.
1948 йылда Бөйөк Британияның Лондон ҡалаһында уҙғарылған Олимпия уйындары барышында олимпияға бағышланып Сток-Мандевиль уйындары (ингл. Stoke Mandeville Games) уҙғарыла. Был сарала инвалид арбаларында йөрөүсе спортсылар ҙа ҡатнаша. Был сараны Сток-Мандевиль дауаханаһы эшсеһе Гутман ойоштора. 1952 йылда Стоук уйындары тағы ла уҙғарылыуында британиялыларҙан башҡа Нидерландиянан да ғәрип спортсылар саҡырыла. Был инде халыҡ -ара спорт ярышына әүерелеүе тураһында һөйләй.
Уйындарның рәсми атамаһы — Халыҡ-ара инвалид арбаларҙа йөрөүсе спортсылар уйындары (World Wheelchair Games). Әлеге уйындар Паралимпия уйындарын прообразы ролен башҡара.
1989 йылда Халыҡ-ара Паралимпия комитеты (ингл. International Paralympic Committee (IPC)) төҙөлә.
Беренсе Паралимпия уйындары 1960 йылда Римдә уҙа. Ул сарала 23 илдән килгән 400 спортсы ҡатнаша. Сағыштырыу өсөн: Сидней 2000: 123 илдән 4 меңгә яҡын спортсы.
1976 йылда Швецияла беренсе ҡышҡы Паралимпия уйындары уҙғарыла.
Ярыштарның бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсыларҙың төрлөсә ғәриплектәренә бәйле ярыштар алты төп категорияға бүленгән:
- ампутация кисергән спортсылар өсөн,
- церебраль паралич ауырыулылар өсөн,
- инвалид арбаларында йөрөүселәр өсөн,
- күҙ ауырыуҙарына бәйле мөмкинселектәре сикләнгән спортсылар өсөн,
- Les Autres — башҡа төр ауырыуҙар (кәрләләр, склероз, тыумыштан ғәрип һ.б.) спортсылар өсөн.
Спорт төрөнә ҡарап был категориялар өҫтәмә рәүештә тағы ла бер рисә төргә бүленә. Был бүленеү спортсыларҙың допинг ҡулланыуға сик ҡуйыу маҡсаты менән дә ҡулланылына.
Ярыш төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- йәйге спорт төрҙәре
- Академик ишеү ;
- Коляскаларҙа баскетбол уйыны;
- Бочче;
- Велосипед спорты;
- Ат егеп йөрөү;
- Голбол;
- Байдаркаларҙа ишеү ;
- Дзюдо;
- Еңел атлетика;
- Өҫтәл теннисы;
- Паратриатлон;
- Елкәнле спорт;
- Йөҙөү ;
- Пулялы атыш;
- Инвалид коляскаларында регби н;
- СУлтырып волейбол уйнау
- Йәйәнән атыш;
- Инвалидтар коляскаларында теннис уйнау;
- Пауэрлифтинг;
- Инвалид коляскаларында фехтование ;
- Футбол ( 5-әр кешенән) ;
- Футбол ( 7-әр человек) .
- ҡышҡы спорт төрҙәре
Паралимпия уйындары уҙғарылған урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Согласно правилам русской орфографии, название пишется через «о», однако официально зарегистрировано для соответствия международному термину название «паралимпийские игры», см.: Почему слово «Паралимпиада» пишут без «о»? Аргументы и факты (16 декабрь 2013). Дата обращения: 16 декабрь 2013.
- ↑ Русский орфографический словарь / отв. ред. В.В. Лопатин. — 2-е, испр. и доп.. — М.: Институт русского языка им. В.В. Виноградова РАН, 2005. — 945 с. — ISBN 5-88744-052-X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паралимпия уйындары Викимилектә | |
Паралимпия уйындары Викияңылыҡтарҙа |
- Параспорт. ТВ — Спортивный портал о параспорте на русском языке
- Paralymp.ru — Официальный сайт Паралимпийского комитета России
- Параолимпийский или паралимпийский? — Об исчезновении буквы О в слове параолимпийский (Марина Королева, Российская газета).
- РЕЦЕПТ — СПОРТ — Спортивно-информационный сайт о паралимпийском движении на русском языке
Ҡалып:Страны на Паралимпийских играх Ҡалып:Летние Паралимпийские игры Ҡалып:Зимние Паралимпийские игры