Рәсәйҙе иҡтисади районлаштырыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәсәйҙе иҡтисади районлаштырыу
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Создатель Рәсәй Федерацияһы иҡтисад үсеш министрлығы
Commons-logo.svg Рәсәйҙе иҡтисади районлаштырыу Викимилектә

Рәсәйҙе иҡтисади районлаштырыу — Рәсәй Федерацияһының иҡтисади райондарға территориаль бүленеше. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙе ун ике иҡтисади районға бүләләр[1].

Калининград өлкәһе үҙаллы иҡтисади районға айырылған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

К. И. Арсеньев буйынса (1848, һулда) һәм П. П. Семёнов буйынса (1877—1878, уңда) районлаштырыу
Районирование Арсеньева 1848.jpg

Рәсәй территорияһын иҡтисади районлаштырыу буйынса тәүге тәжрибәләр В. Н. Татищев хәҙмәттәренә ҡарай (XVIII быуат башы). Рәсәйҙә социаль-иҡтисади географияһының фәнни йүнәлеше булараҡ иҡтисади районлаштырыу XIX быуаттан йәшәгән. 1818 йылда К. И. Арсеньев үҙенең «Начертание статистики Российского государства» (1818) хеҙмәтендә[2], ун киңлек билдәләгән — Төньяҡ (Финляндияны кереткән), Алаун, Балтик (остзея губерналары), Уйһыулы (шул иҫәптән Литва), Карпат, Дала, Үҙәк, Урал, Кавказ һәм Себер.

Был классификацияны аныҡлап Арсеньев үҙенең «Статистические очерки России» (1848) тигән хеҙмәтендә Алаун киңлегенә Санкт-Петербург губернаһын (тарихи Ингерманландия менән сағыштырып, шулай уҡ Новгород, Тверь, Смоленск һәм Псков губерналарын индергән[3].

Д. И. Рихтер буйынса районлаштырыу (1898)
Районирование Семенова 1880-1885.jpg

1871 йылда П. П. Семёнов-Тян-Шанский Рәсәйҙең Европа өлөшөн (Финляндия, Польша батшалығы һәм Кавказ менән бергә) 14 «тәбиғи» өлкәгә бүлгән, уларҙың сиктәрен губерналар буйынса түгел ә өйәҙҙәр буйынса аныҡлаштырған. Рәсәйҙең дәүләт статистикаһы мәнфәғәттәре өсөн ғалим губерналарға бәйләнгән 12 өлөшлө классификация тәҡдим иткән[2].

Был классификацияларҙан тыш (авторҙар төрлө ваҡытта Рәсәйҙең статистика органдарына етәкселек иткән), рус ғалимдары һәм методистары үҙҙәренең фәнни хеҙмәттәрендә, география курстарында һәм географик йыйынтыҡтарында үҙҙәренең районлаштырыуҙың оригиналь схемаларын яҙғандар. И. И. Вильсон «Объяснении к хозяйственно-статистическому атласу» (1869) тигән хеҙмәтендә 6 губерналар буйынса төркөм айырған: Төньяҡ, Балтик буйы, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Көнсығыш һәм Көньяҡ. Кенәз А. И. Васильчиков үҙенең «Землевладение и земледелие» тигән хеҙмәтендә 8 губерналар буйынса төркөм айырған.

Физик һәм иҡтисади-географик факторҙарҙы тарихи һәм халыҡ-ара иҡтисади факторҙар менән өҫтәп Д. И. Менделеев Рәсәйҙең 14 иҡтисади крайын айырған.[4]

Районирование Рихтера 1898.jpg

1898 йылда Д. И. Рихтер үҙенең «Опыт разделения Европейской России на районы по естественным и экономическим признакам» («Труды ВЭО», 1898) тигән хеҙмәтен баҫтырған; шул уҡ темаға ул 1904 йылда И. А. Стебутға арналған йыйынтыҡта ҡайтҡан.

Районирование согласно Живописная Россия 1881-1901.jpg
Районирование согласно Россия. Полное географическое описание нашего отечества в 19-ти т..jpg
Районирование Крубера 1917.png

СССР[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы шарттарҙа районлаштырыу комплекслы үҫеште тәмьин итеүсе ҡорал булып киткән, улар бер нисә крайҙы, өлкәне һәм хатта союздаш республиканы үҙ эсенә алған[5][6].

Районирование согласно Россия. Географическое описание Российское Империи по губерниям и областям с географическими картами 191.jpg

1963 йылда таксономик сетка раҫланған, ул 1966 йылда аныҡлаштырылған, уның составында 18 эре иҡтисади район (шуларҙың 10 РСФСР составында) һәм Молдавия ССР-ы булған[7]. 1967 йылда Яҡут АССР-ы Көнсығыш Себерҙән Алыҫ Көнсығышҡа күсерелгән.

Рәсәй Федерацияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең статистика органдары тарафынан Рәсәй Федерацияһын 12 иҡтисади районға бүлеү ҡулланыла.[8] Иҡтисади төбәктәрҙең дөйөм Рәсәй классификаторы (рус. Общероссийский классификатор экономических регионов, ОКЭР) Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан тотола[9].

Был сетка РСФСР-ға ингән (1967 йылғы таксономияла) СССР иҡтисади райондары составына тулыһынса тиерлек тура килә, бер ни тиклем айырмалар бар:

  • 1986 йылда Төньяҡ-Көнбайыш район составынан Төньяҡ иҡтисади район айырылған (шулай итеп төбәктәр һаны 11-гә тиклем артҡан).
  • 1980-се йылдар аҙағында Башҡорт АССР-ы Волга буйы районы составынан Урал районына күсерелгән.
  • СССР составында Калининград өлкәһе Балтик буйы иҡтисади районына кергән, ә хәҙерге ваҡытта ул айырым иҡтисади район булып тора һәм махсус иҡтисади зона итеп танылған[10].
  • Ҡырым 1967 йылда РСФСР составында түгел, ә Украина ССР-ы составына ингән һәм Көньяҡ иҡтисади райондың бер өлөшө булған.
14 макрорегионов.png

2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәйҙең киңлек үҫеш стратегияһын төҙөй, бында 14 макротөбәккә (макрорегионға) бүлеү тәҡдим ителгән[11][12]. 2018 йылдың февралендә стратегия раҫланған һәм 12 макротөбәккә бүлеү индерелгән[13].

Иҡтисади райондар составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район РФ субъектары Халыҡ,
мең кеше
Майҙан,
мең км²
Район Рәсәй картаһында
1. Үҙәк
  1. Брянск өлкәһе
  2. Владимир өлкәһе
  3. Иваново өлкәһе
  4. Калуга өлкәһе
  5. Кострома өлкәһе
  6. Мәскәү өлкәһе
  7. Орёл өлкәһе
  8. Рязань өлкәһе
  9. Смоленск өлкәһе
  10. Тверь өлкәһе
  11. Тула өлкәһе
  12. Ярославль өлкәһе
  13. Мәскәү
31 894
(2016)
482,3 Map of Russia - Central economic region (with Crimea).svg
2. Үҙәк Ҡара тупраҡлы
  1. Белгород өлкәһе
  2. Воронеж өлкәһе
  3. Курск өлкәһе
  4. Липецк өлкәһе
  5. Тамбов өлкәһе
7210
(2016)
167,9 Map of Russia - Central Black Earth economic region (with Crimea).svg
3. Көнсығыш Себер
  1. Бүрәт Республикаһы
  2. Тыва Республикаһы
  3. Хакасия Республикаһы
  4. Байкал аръяғы крайы[~ 1]
  5. Красноярск крайы[~ 2]
  6. Иркутск өлкәһе[~ 3]
8197
(2016)
4155 Map of Russia - East Siberian economic region (with Crimea).svg
4. Алыҫ Көнсығыш
  1. Саха Республикаһы
  2. Камчатка крайы[~ 4]
  3. Приморье крайы
  4. Хабаровск крайы
  5. Амур өлкәһе
  6. Магадан өлкәһе
  7. Сахалин өлкәһе
  8. Йәһүд автономиялы өлкәһе
  9. Чукот автономиялы округы
Аңлатма хатаһы: Танылмаған "#" тыныш билдәһе
(
  1. Н/Д[15])
Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән / операторы Map of Russia - Far Eastern economic region (with Crimea).svg
5. Төньяҡ
  1. Карелия Республикаһы
  2. Коми Республикаһы
  3. Архангельск өлкәһе
  4. Вологда өлкәһе
  5. Мурманск өлкәһе
  6. Ненец автономиялы округы
4611
(2016)
1476,6 Map of Russia - Northern economic region (with Crimea).svg
6. Төньяҡ Кавказ
  1. Адыгея Республикаһы
  2. Дағстан Республикаһы
  3. Ингушетия Республикаһы
  4. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы
  5. Ҡарасәй-Черкес Республикаһы
  6. Ҡырым Республикаһы
  7. Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһы
  8. Чечен Республикаһы
  9. Краснодар крайы
  10. Ставрополь крайы
  11. Ростов өлкәһе
  12. Севастополь
22 243
(2016)
381,9 Map of Russia - North Caucasus economic region (2018, Crimea included).svg
7. Төньяҡ-Көнбайыш
  1. Ленинград өлкәһе
  2. Новгород өлкәһе
  3. Псков өлкәһе
  4. Санкт-Петербург
8267
(2016)
195,2 Map of Russia - Northwestern economic region (with Crimea).svg
8. Волга буйы
  1. Ҡалмыҡстан Республикаһы
  2. Татарстан Республикаһы
  3. Әстерхан өлкәһе
  4. Волгоград өлкәһе
  5. Пенза өлкәһе
  6. Һамар өлкәһе
  7. Һарытау өлкәһе
  8. Ульяновск өлкәһе
16 012
(2016)
539,8 Map of Russia - Volga economic region (with Crimea).svg
9. Урал
  1. Башҡортостан Республикаһы
  2. Удмуртия Республикаһы
  3. Пермь крайы[~ 5]
  4. Ҡурған өлкәһе
  5. Ырымбур өлкәһе
  6. Свердловск өлкәһе
  7. Силәбе өлкәһе
18 910
(2016)
823,3 Map of Russia - Urals economic region (with Crimea).svg
10. Волга-Вятка
  1. Марий Эл Республикаһы
  2. Мордовия Республикаһы
  3. Сыуаш Республикаһы
  4. Киров өлкәһе
  5. Түбәнге Новгород өлкәһе
7288
(2016)
264,8 Map of Russia - Volga-Vyatka economic region (with Crimea).svg
11. Көнбайыш Себер
  1. Алтай Республикаһы
  2. Алтай крайы
  3. Кемерово өлкәһе
  4. Новосибирск өлкәһе
  5. Омск өлкәһе
  6. Томск өлкәһе
  7. Төмән өлкәһе
  8. Ханты-Манси автономиялы округы - Югра
  9. Ямал-Ненец автономиялы округы
14 743
(2016)
2454 Map of Russia - West Siberian economic region (with Crimea).svg
12. Калининград
  1. Калининград өлкәһе
Аңлатма хатаһы: Танылмаған "#" тыныш билдәһе
(2016)
Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән / операторы Map of Russia - Kaliningrad economic region (with Crimea).svg
  1. В ОКЭР: Чита өлкәһе и Агинское Бүрәт автономиялы округы; 1 марта 2008 года указанные субъекты объединились в Забайкальский край
  2. В ОКЭР также фигурируют Таймырский (Долгано-Ненецкий) автономный округ и Эвенкийский автономный округ, 1 января 2007 года объединившиеся с Красноярским краем
  3. В ОКЭР также фигурирует Усть-Ордынск Бүрәт автономиялы округы, объединившийся с Иркутской областью 1 января 2008 года
  4. В ОКЭР: Камчатка өлкәһе һәм Коряк автономиялы округы; 1 июля 2007 года указанные субъекты объединились в Камчатский край
  5. В ОКЭР: Пермь өлкәһе һәм Коми-Пермяк автономиялы округы; 1 декабря 2005 года указанные субъекты объединились в Пермский край

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 2. Экономические районы // Общероссийский классификатор экономических регионов. ОК 024-95
  2. 2,0 2,1 Россия/экономический отдел/Деление России на районы по естественным и экономическим признакам // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Арсеньев К. И. Статистические очерки России — СПб, 1848. — Б. 171, 175, 177–178. — 514 б.
  4. Менделеев Д. И. Фабрично-заводская промышленность и торговля России. 2-е изд. — СПб., С. 23
  5. Колотиевский А. М. Вопросы теории и методики экономического районирования — Рига, 1967.
  6. БСЭ. экономический район
  7. [ иҡтисади район] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  8. Общероссийский классификатор экономических регионов ОК 024-95 (ОКЭР) (утверждён постановлением Госстандарта РФ от 27 декабря 1995 г. № 640, в ред. изменения № 1, ноябрь 1998 г., с изм. и доп. № 2/99, № 3/2000, № 4/2001, № 5/2001)
  9. Общероссийский классификатор экономических регионов. ОК 024-95
  10. Федеральный Закон от 10.01.2006 г. № 16-ФЗ. «Об особой экономической зоне в Калининградской области и о внесении изменений в некоторые законодательные акты Российской Федерации»
  11. Проект Стратегии пространственного развития России до 2025 года
  12. Россию делят на четырнадцать
  13. Распоряжение от 13 февраля 2019 года №207-р
  14. Алыҫ Көнсығыш федеральный округ > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  15. Алыҫ Көнсығыш федеральный округ > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  16. Калининград область > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Российская Федерация Ҡалып:Экономика России