Эстәлеккә күсергә

Иҫке Байыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старобаишево битенән йүнәлтелде)
Иҫке Байыш
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Иҫке Байыш ауыл Советы (Дүртөйлө районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Иҫке Байыш ауыл Советы (Дүртөйлө районы)
Халыҡ һаны 548 кеше (2002)[2],
672 кеше (2009)[2],
631 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452307
Карта

Иҫке Байыш (рус. Старобаишево) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 631 кеше[4]. Почта индексы — 452307, ОКАТО коды — 80224831001.

Байыш ауылы Әкәнәй ауылынан күсенеп төпләнеүселәр иҫәбенә тәүҙәрәк утар булараҡ барлыҡҡа килә. Йөҙ башы Байыш Раслекеев (дөрөҫө: Расмекеев) 1736 йылда Әкәнәй ауылында йәшәй һәм 100 ихата өсөн власть алдында яуаплы була, һәм төрлө рәсми документтарҙа ул Әкәнәй ауылы кешеһе булараҡ теркәлә. Байыш ауылы 1780 йылда рәсми документтарҙа билдәләнә. 1780 йылдың 3 апрелендә Шамшаҙы улусының дүрт ауылы халҡы батша крәҫтиәндәренә 25 йылға үҙ ерҙәренең бер өлөшөн ҡуртымға биреү тураһында документ төҙөй. Тимәк Байыш ауылы 1739 һәм 1780 йылдар араһында барлыҡҡа килә[5].

1795 йылғы рәүиз материалдарында ауылда 149 башҡорт, 33 яһаҡ татары, 17 мишәр, 1816 йылда - 210 башҡорт, 31 яһаҡ татары, 20 мишәр, 1834 йылда - 306 башҡорт, 20 яһаҡ татары, 30 мишәр, 1859 йылда - 416 башҡорт, 22 яһаҡ татары, 54 мишәр, 1870 йылда 551 башҡорт, яһаҡ татары, мишәрҙең йәшәүе теркәлә. Белешмә: яһаҡ татары тип власть структураһына эшкә күскән башҡорттар, ә типтәрҙәр тип теге йәки был сәбәп арҡаһында ерһеҙ ҡалған башҡорттар атала. 1920 йылдағы рәүиздә ауыл ике исем менән теркәлә: Иҫке Байышта 882 башҡорт, Яңы Байышта 251 башҡорт кешеһенең йәшәүе теркәлә[5].

1843 йылда ауыл халҡы 304 йылҡы, 298 һыйыр, 400 һарыҡ, 108 кәзә аҫырай. 213 дисәтинә ере булған 306 башҡортҡа 840 бот ужым, 1056 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда тирмән эшләй, мәсет була[5].

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 86 % тәшкил итә[6].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 657
1920 йыл 26 август 882
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1164
1959 йыл 15 ғинуар 803
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 476
2002 йыл 9 октябрь 548
2010 йыл 14 октябрь 631 325 306 51,5 48,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 18 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 141 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фазлыева Диана Радик ҡыҙы. Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылының ер-һыу атамалары[8].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. 5,0 5,1 5,2 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  7. Глава Дюртюлинского района Башкирии Ринат Хайруллин ушел в отставку. ИА «Башинформ», 20 февраля 2019 (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
  8. [https://distolimp.bspu.ru/data/txtRFiels/1/6b98eacaf783e95dff3e387ae39ba314.pdf Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың III Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары. 23 март 2017 йыл. 3-сө йыйынтыҡ. 122 - 126-сы биттәр]