Туҡан (Белорет районы)
Ауыл | |
Туҡан башҡ. Туҡан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы |
1 259 кеше (2010) |
Конфессиональ составы |
Сөнни мосолмандар, православтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453550 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Туҡан (рус. Тукан) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1331 кеше[1]. Почта индексы — 453550, ОКАТО коды — 80211849001.
Туҡан ауыл советы үҙәге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡан руднигында мәғдән сығарыу 1888 йылда, урман сәнәғәтсеһе Н. Д. Шамов Егәҙе суйын иретеү заводын төҙөгәс, башлана. Ошо урында эшселәр ауылы барлыҡҡа килә, ҡатай ырыуы башҡорттары ере.
Ул йылдарҙа руда ҡаҙыу ҡоралдары бик ябай була. Быраулау миҙгеле 15 майҙа башлана һәм ҡар яуғансы — 1 ноябргә тиклем дауам итә. Ул ваҡытта карьерҙа төп транспорт ат егеп ташыған вагонеткалар булған, ә мәғдәнде ҡышын Егәҙе заводына ташығандар.
Рудникта 12-14 сәғәт эшләгәндәр, 250-шәр забойсы һәм шунса уҡ ат менән йөк ташыусылар булған.
1927 йылда металлургия заводының домналарын мәғдән менән тәьмин итеү өсөн Белоретҡа тиклем тар колеялы тимер юлы һалына. Шул саҡта уҡ Туҡан эргәһендә геологик тикшеренеүҙәр уҙғарыла. 1930 йылда Туҡан руднигында тимер юл транспорты, ике экскаватор һәм 400 кВт-лыҡ электр станцияһы эшләй башлай. Йүрмәтау , Комаров, Тара, ә һуғыштан һуң — 1954 йылда Көнбайыш Мәйгәшлелә мәғдән сығарыла башлай[2]
1940 йылда Тара, Көнбайыш Мәйгәшле һәм Туҡан рудниктарында мәғдән йыуыу фабрикалары төҙөлә. Ошо уҡ йылдарҙа тау эштәрен механизациялау әүҙем үҫешә, шул арҡала 70-се йылдарҙа руда сығарыу йылына 600 мең тоннаға етә. Техник яҡтан камиллаштырып йыһазландырыу тау массаһын сығарыу күләмен йылына бер эшсегә 1953 йылда — 2345 тоннанан 1981 йылда 8923 тоннаға тиклем еткерергә мөмкинлек бирә. Әммә 80-се йылдарҙа уҡ мәғдән сығарыу — 500 мең тоннаға тиклем, ә 90-сы йылдарҙа йылына 400 мең тоннаға тиклем кәмей.
1991 йылда Туҡан руда идаралығында етештереү кәмей башлай. Егерменсе быуат аҙағына Туҡандан йылына 200 мең тоннаға тиклем сей мәғдән сығарылған. Был Рәсәйҙең башҡа тау предприятиеларынан тимер миҡдары юғары булған сеймал ала башлауы арҡаһында Белорет металлургия комбинатының Туҡан руда идаралығының тимер мәғдәне сеймалына ихтыяжы ҡырҡа кәмеү менән бәйле була. Ә комбинат үҙ сеймалын байыҡтырыу проблемаһын хәл итә алмай.
Комбинат белгестәре һәм ветерандары билдәләүенсә, 1930 йылдан алып 1980 йылға тиклем Белорет домна мейестәре Туҡан һәм Көнбайыш Мәйгәшле ятҡылыҡтарындағы мәғдәндә генә эшләгән, ә комбинат продукцияһы, металдың юғары сифатлы булыуы арҡаһында, ҡулланыусыларҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланған.
Металлургия заводына тимер мәғдәне талап ителгән, уның төп ятҡылыҡтары 60 километр көнбайыштараҡ — Туҡан ҡасабаһы тирәһендә урынлашҡан. 1924 йылда Белорет — Туҡан тимер юл линияһы асыла, завод сеймал сығанаҡтары менән иң ышаныслы һәм арзан юл менән тоташа.
1990-сы йылдарҙа тиҫкәре үҙгәрештәр башлана. 1991 йылда Белорет — Туҡан пассажир поезы туҡтай. Туҡан халҡы үҙҙәренең район үҙәгенә барыу мөмкинлеген юғалта. Уларҙың «күп һанлы һәм ныҡышмалы үтенесе» буйынса 1993 йылға тиклем йәйгелеккә Туҡан — Ишле поезы ҡайтанан тергеҙелә. Ишленән ары автобус менән китәләр. Артабан, юлдың ҡот осҡос сифатына ҡарамаҫтан, таусылар ҡасабаһына тиклем автобус бәйләнеше асыла. Туҡандағы киң колеялы юл 1993 йылдан бирле эшләмәгән, әкренләп һүтелгән.
1997 йылда Туҡандан көнсығышҡа, Егәҙегә, көньяҡҡа, Тараға һәм Мәйгәшлегә лә ла рельстар һүтеп алына. Шуға ҡарамаҫтан, көн һайын Белоретҡа рудалы состав юллана, Белорет — Тирлән участкаһында пассажирҙар хәрәкәте һаҡлана бирә.
Был 2002 йылдың яҙына тиклем дауам итә. Ул Башҡортостан тимер юлдарының юбилейы йылы була — уға 90 йыл тула. Шунан алда ғына Белорет металлургия комбинаты «Мечел» компанияһы ҡулы аҫтына күскән була. Комбинаттың яңы етәкселеге шунда уҡ тиерлек тар колея буйлап йөрөүҙән баш тарта һәм тимер юлды юҡ итеү тураһында бойороҡ сығара[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 1331 | 628 | 703 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 78 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Улу-Елга): 120 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Максимов Игорь Павлович (1921—2017) — яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Степан Злобин һәм Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.[4][5]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Д. Н. Салихов, С. Г. Ковалев, Н. Н. Ларионов, Г. И. Беликова. Полезные ископаемые Республики Башкортостан (железные руды) — Уфа: Гилем, 2008. — 148с. — ISBN 978-57501-0954-8. -Зигазино-Комаровский железорудный район, с.56
- Белорецкий металл начинался в Тукане
- Белорецкая узкоколейная железная дорога
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Белорецкий металл начинался в Тукане
- ↑ Белорецкая узкоколейная железная дорога
- ↑ Максимов Игорь Павлович
- ↑ Ушел из жизни старейший писатель Башкирии Игорь Максимов
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |