Эстәлеккә күсергә

Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тәҡиулла Алиев битенән йүнәлтелде)
Тәҡиулла Абдулханнан улы Алиев
Тыуған ваҡыты

14 июль 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Яңы Зейәш ауылы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы)

Үлгән ваҡыты

15 июнь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (62 йәш)

Вафат урыны

Свердловск, РСФСР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 19141918
Башҡортостан автономияһы 19181919
Флаг РСФСР19191922

Хәрби звание

Башҡорт армияһы штабс-капитаны

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Наградалар һәм премиялар

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1952

Алиев Тәҡиулла Абдулханнан улы (14 июль 1894 йыл15 июнь 1957 йыл) — инженер-энергетик, Башҡорт милли хәрәкәтенең Башҡортостан автономияһы өсөн әүҙем көрәшкән эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт армияһы офицеры, 1923–1928 йылдарҙа Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллеге хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Тәҡиулла Абдулханнан улы Алиев 1894 йылдың 14 июлендә Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы) Яңы Зейәш ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Ата-бабалары сығышы менән шул уҡ өйәҙҙең Сәфәр ауылы башҡорттарынан булған: ӘбйәлилҒәбделсәлихҒәбделғәлиЯҡшығолАбдулханнан[1]. Атаһы — Абдулханнан (1858—?), 1901 йылға тиклем мулла вазифаһын үтәй, мәҙрәсәлә яңыса уҡытыу (йәдитселек) яҡлы була[2].

Башта ауыл мәҙрәсәһендә белем ала, ике йылдан һуң Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе Әт-Боба ауылы мәктәбендә уҡый. 1914 йылда Ҡазан уҡытыусылар мәктәбен тамамлай һәм Минзәлә өйәҙенең Таҡталасыҡ ауылы земство мәктәбендә уҡыта башлай[2].

1914—1918 йылдарҙа рус армияһы составында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша[3]. Өфөлә, бер йылдан һуң Быҙаулыҡ ҡалаһында башҡорт һәм татар һалдаттарын уҡыта. 1916 йылда Ҡазан пехота училищеһын тамамлай, прапорщик дәрәжәһен ала һәм Златоуст ҡалаһында хеҙмәт итә башлай. 1917 йылдың йәйендә Кавказ фронтында 1-се Кавказ пехота корпусының 154-се Дербент пехота полкында хеҙмәт итә. 1917 йылда подпоручик дәрәжәһен ала[3].

Октябрь инҡилабынан һуң, башта рота һәм һуңыраҡ полк комитетына ағза, аҙаҡ Эрзиджян ҡалаһындағы мосолман корпусының һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана. 1918 йылдың башынан Өфө губернаһы халыҡ мәғарифы бүлегенең Минзәлә өйәҙе мәктәптәре буйынса инструкторы вазифаһын башҡара, уҡытыусылар курсында уҡыта[2].

1918 йылда бер аҙ Комучтың Халыҡ армияһында, ә 1918—1919 йылдарҙа — Башҡорт армияһы составында хеҙмәт итә. 1918 йылдың сентябрендә Башҡорт Хөкүмәте эргәһендәге комендант ротаһы башлығы була, шул уҡ йылдың октябренән Башҡорт хәрби шураһы эргәһендә махсус йомоштар буйынса офицер булып хеҙмәт итә. 1919 йылда штабс-капитан дәрәжәһен ала. 1919 йылдың февраленән Башҡорт ғәскәре штабы коменданты, өлкән адъютант булып хеҙмәт итә. 1919—1922 йылдарҙа Ҡыҙыл армия составында Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыуын дауам итә[3].

Өфөлә Башревкомдың хәрби вәкиле вазифаһын үтәй. Һуңыраҡ Хәрби академияла, ә 1922 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында белем ала. 1923—1928 йылдарҙа Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты Президиумы эргәһендәге Башҡорт АССР-ы вәкиллеге хеҙмәткәре була[3]. 1925 йылдың майынан ВКП(б) ағзаһы[2].

1929 йылда Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһын тамамлай һәм «Башэлектропромстрой» тресты рәйесенең урынбаҫары вазифаһында эшләй башлай. 1930—1931 йылдарҙа Башҡортостан үҙәк совет халыҡ хужалығы президиумының ағзаһы һәм бүлек мөдире була. Өфө үҙәк электр станцияһы проектының авторы була[3].

1931 йылдың 18 февралендә Мәскәүгә ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағына ебәрелә, СССР-ҙың баш ҡалаһында ҙур төҙөлөштә ҡатнаша[2]. Артабан Волга-Урал төбәгендә, Ҡаҙағстанда һәм Белоруссияла электр станциялар һәм электр тапшырыу ҡоролмалары төҙөлөштәре етәксеһе була. 1934—1939 йылдарҙа Мари ГРЭС-ның баш инженеры, Өфө, Силәбе һәм Минск ТЭЦ-тары, Воронеж һәм Ҡарағанды ГРЭС-тары төҙөлөштәре етәксеһе булып эшләй.[4].

1936 йылдың 27 ғинуарында «мулла балаһы», «Вәлидовсылар армияһының офицеры» тип һәм башҡа ғәйептәр табып, Тәҡиулла Алиевты ВКП(б) ағзалығынан сығаралар. Тарихсы Д. Ғ. Күскилдин фаразлауынса, уны репрессияланыуҙан Башҡортостандан ситтә эшләүе ҡотҡара[2].

1939—1947 йылдарҙа Урта Урал ГРЭС-ы участкаһы башлығы булып, «Главуралэнергострой» һәм «Свердловскэлектрострой» предприятиеларында төрлө вазифаларҙа эшләй[4].

1943—1946 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында троллейбус линиялары төҙөлөшө менән етәкселек итә[3].

1957 йылдың 15 июнендә Свердловск ҡалаһында вафат була һәм шунда ерләнә.

  • Екатеринбург ҡалаһында уның исеме урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған[2][4].
  • 2014 йылда Екатеринбург ҡалаһында Т. А. Алиевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыла[5].
  1. Тәҡиулланың ҡарт-ҡартатаһының икенсе исеме фамилияһының нигеҙе булып алынған — Алиев (Ғәлиев).
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Күскилдин Д. Ғ. Икеләтә «ышанысһыҙ» батша армияһы офицеры һәм большевик // Ағиҙел. — 2013. — № 2. — С. 168—172.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Абзалилова Г. Т., Хусаинова Г. Т. Алиев Такиулла Абдулханнанович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 Люди города: Такиулла Алиев — организатор строительства первых троллейбусных линий в Свердловске. «Официальный портал Екатеринбурга» (14 июль 2014). Дата обращения: 26 февраль 2016.
  5. Хәбиров М. Вәлидиҙең фекерҙәше. Башҡортостан (25 июль 2014). Дата обращения: 26 февраль 2016. 2016 йыл 6 март архивланған.