Яҡын Көнсығыш тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Урта Көнсығыш тарихы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Урта Көнсығыштың сәйәси картаһы

Яҡын Көнсығыш тарихы

Яҡын Көнсығыш (инглиз Middle East, фарсы |خاورمیانه, урду |مشرقی وسطٰی, ғәр. |الشرق الأوسط, йәһүд |המזרח התיכון, курд Rojhilata Navîn, төрөк Orta Doğu) — Европа һәм Паҡстан араһында урынлашҡан Көнсығыш Азия йәиһә Алғы Азия районының шартлы атамаһы.

Боронғо Яҡын Көнсығыш — цивилизация сәңгелдәге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Яҡын Көнсығыш цивилизация сәңгелдәге тип һанала. Тап ошонда тәү тапҡыр йыл әйләнәһенә башҡарылған интенсив ер эшкәртеү ғәмәлгә ашырыла, бында донъя йөҙөндә тәүге яҙма, көршәксе түңәрәге, һуңғараҡ тәгәрмәс һәм тирмән ташы, беренсе дәүләт, закондар сығарыу, һуңғараҡ беренсе империя барлыҡҡа килә. Бында тәү тапҡыр социаль ҡатлауҙарға бүленеү, ҡол биләүселек һәм ойошторолған хәрби эш формалаша, бында астрономия һәм математика кеүек дисциплиналарға нигеҙ һалына.

Боронғо Месопотамия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Месопотамия — Тигр һәм Евфрат йылғалары үҙәнендә, Яҡын Көнсығышта, урынлашҡан Боронғо донъяның бөйөк цивилизацияларының береһе. Шартлы хронологик сиктәр — б. э. т. IV меңйыллыҡтан алып (Өрөк эпохаһы) б. э. т. 539 й. 12 октябренә тиклем («Вавилондың ҡолатылыуы»). Төрлө осорҙарҙа был ерҙә Шумер, Аккад, Вавилон һәм Ассирия батшалыҡтары урынлаша.

Шумер һәм Аккад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Б.э.т. IV меңйыллыҡ һәм б.э. XIII быуатына тиклем Междуречьела (ике йылға араһы) бик ҙур ҡалалар һәм ҡала агломерациялары урынлаша. Боронғо Донъяла - Вавилон, ә Урта быуаттар осоронда Бағдад Донъя Ҡалаһы атамаһының синонимы була. Месопотамия ассирия һәм вавилон осоронда ла, аҙаҡ — ғәрәптәр хакимлығы дәүерендә лә сәскә ата. Шумерҙар барлыҡҡа килгәндән башлап Яңы Вавилон батшалығы ҡолатылғанға тиклем Месопотамия уйһыулығында Ер шары халҡының 10 проценты йәшәй.

Өрөк Көньяҡ Месопотамияның тәүге ҡалаһы була. Уның ултыраҡ ҡына түгел, ә ҡала булыуын, уратып алған диуар раҫлай. Был ҡалала 3-4 телдә һөйләшкән халыҡ вәкиле, 6 меңгә яҡын кеше, йәшәй. Ул Көньяҡ Месопотамияның ғибәҙәтхана һәм хәрби үҙәге була.

Б.э.т. XXVIII — XXVII бб. Өрөк гегемонияһы аҫтында улар тураһында эпик хикәйәттәрҙә һөйләнелгән ярымлегендар батшалар Энмеркар, Лугальбанда, Гильгамеш осоронда Көньяҡ Двуречье (Ике йылға) ҡала-дәүләттәре берләшкән (Шумер һәм Аккад батшалары теҙмәһе, Өрөктөң беренсе династияһы). Б.э.т. XXIV б. Лугальзаггиси дәүерендә Өрөк Шумерҙың баш ҡалаһы булған. Саргон Боронғо был ерҙәрҙе б.э.т. XXIV б. яулап алғандан һуң, Өрөк уның державаһы составына ингән. Б.э.т. XXII б. һуңында Өрөк батшаһы Утухенгаль Двуречьела берләштерелгән "Шумер һәм Аккад батшалығы"н төҙөй, ул вафат булғас, идаралыҡ Ур-Наммуға — нигеҙ һалыусыға күсә Шумер һәм Аккад батшалары теҙмәһе, Урҙың III династияһы.

Элам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Элам Шумер һәм Аккадтан көнсығышында, хәҙерге Ирандың көнбайыш сигендә һәм көньяҡ-көнбайышында, Хузестан һәм Илам уйһыулығында урынлашҡан. Боронғо Элам периодында (б.э.т. 3200 й.) ул Иран платоһындағы үҙәге Аншанда булған батшалыҡтар рәтенән торған.

Протоэлам цивилизацияһы б.э.т. 3200 — 2700 йй. периодында Сузы, һуңғараҡ — Эламдың баш ҡалаһы, Иран платоһы мәҙәниәттәренә йоғонто яһай. Был цивилизация Иранда күрше шумер цивилизацияһы менән бер осорҙа иң боронғоһо булып һанала. Әлегә уҡылмаған протоэлам яҙмаһы, ҡыҫҡа ваҡыт ҡулланылған, яңы яҙма — элам шына яҙыуы менән алмаштырылған.

Б.э.т. 2 меңенсе йылдарына тиклем Хузестан уйпатлығындағы Сузының үҙәге Элам булған.

Б.э.т. 8-7 бб. Элам Ассирия империяһы тарафынан йотолған, әммә Элам цивилизацияһы б.э.т. 539 й. фарсылар тарафынан ассимиляцияланған.

Аморейҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хаммурапи дәүерендәге Вавилон

Б.э.т. III меңдең һуңында Междуречье территорияһын биләгән аморей ҡәбиләләре б.э.т. XX б. дауамында бойондороҡһоҙ дәүләттәр барлыҡҡа килтергән. Б.э.т. 1895 й. аморей юлбашсыһы Суму-абум үҙәге Вавилонда булған шундай батшалыҡтың береһен төҙөгән. Б.э.т. 1800 й. Месопотамия дәүләттәре араһындағы әүҙем һуғыштар барышында Вавилон Ларс батшалығы ҡул аҫтындағы илдең көньяғы үҙәге булған. Үрге Месопотамияны ла үҙ эсенә алған бик ҙур держава менән идара иткән батша Шамши-Адад I үлгәс, вавилон батшаһы Хаммурапи тарҡалған батшалыҡтарҙы берләштерә башлаған. Б.э.т. 1764—1756 йй. Элам, Мари, Ашшур, Эшнунна, Сузиана батшалыҡтары ҡушылғас, киң билдәле һәйкәле Хаммурапи закондары йыйылмаһы аша таныулы бер бөтөн дөйөм Месопотамия державаһы барлыҡҡа килгән.

Боронғо Мысыр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гиза пирамидалары

Боронғо Мысыр (грек.Αἴγυπτος һәм лат.Aegyptus), үҙаталышы Та-кемет, Та-мери, Та-уи һ.б. (мысыр текстанының транслитерацияһы Мысыр теле tA-kmt, tA-mrj, tA-wy), Ке́ми (копт. Kὴμε) — төньяҡ-көнсығыш Африкалағы Нил йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан боронғо донъяның әһәмиәтле цивилизацияһы булған тарихи региондың һәм Боронғо Мысыр мәҙәниәтенең атамаһы. Боронғо Мысыр тарихы яҡынса 40 быуатты үҙ эсенә ала, һәм тикшеренеүселәр уны династияға тиклемге заман (финалға ҡарай яҙма иҫтәлектәргә тиклемге осорҙағы Мысыр, ул осор тураһында ҡыҫҡаса обзор мәҡәләлә килтерелә), династия осоро (мысыр цивилизацияһының 27 быуатты эсенә алған төп этабы), Эллин осорондағы Мысыр (Птолемейҙар династияһы власы аҫтындағы грек-македон мәҙәниәте менән синтезы) һәм Рим осоро Мысыры, Рим империяһының иң мөһим провинцияларының береһе булараҡ, Боронғо Рим дәүләте составындағы осор, тип бүлеп йөрөтәләр.

Финикия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Финикия (йәшел төҫтә) Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйында

Финики́я (грек. Φοίνικες}}, фойникес, «пурпур - ҡуйы ҡыҙыл төҫ иле») — үҙәге хәҙерге Ливанға тап килгән, Урта диңгеҙҙең көнсығыш яры буйындағы боронғо дәүләт. Финикияның иң төньяҡ сиге Оронт йылғаһы тамағы, ә көньяҡ сиге — Кармель тауы. Көньяҡта Финикия Израиль батшалығы менән, ә Көнсығышта һәм Төньяҡта — Сүриә менән сиктәш булған. Геродот буйынса, Финикия Посидийҙан Израиль батшалығына саҡлы йәйрәп ятҡан. Селевкидтар заманында — Орфосиянан (Нар-Берида тамағы) Нар-Зерк тамағына саҡлы. Һуңғараҡ йәшәгән географтарҙан берәүҙәре (мәҫәлән, Страбон) Пелусийға тиклемге тотош яр буйын Финикияға индерә, икенселәре — уның көньяҡ сиген Фәләстан Кесарияһы йәки Кармелда, тиҙәр. Римдәге провинцияларға һуңғы бүлеү Дамаскҡа тиклемге һыҙаттағы эске өлкәләрҙе лә Финикияға ҡаратҡан, ә аҙағыраҡ Яр буйы Финикияһын Ливан Финикияһынан айыра башлағандар. Юстиниан заманында хатта Пальмира ла (Сүриә) Ливан Финикияһына индерелгән.

Был илдең халҡы, финикийлылар, үҫешкән һөнәрселеге, диңгеҙ сауҙаһы һәм бай мәҙәниәте булған ҡеүәтле цивилизация барлыҡҡа килтергән. Финикия яҙмаһы тарихта иң беренсе булып нығытылған фонетик яҙма системаһы өлгөһө. Финикия цивилизацияһының иң юғары үҫеш осоро, сәскә атыуы б.э.т. 1200 йылдан — б.э. 800 йылына тура килгән.

Ассирия империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Асси́рия — (аккад теле Aššur, ғәр.|أشور йәһүд теле |אַשּׁוּר , арамей теле|ܐܬܘܪ , ассир. диалекты: Atur) — хәҙерге Ирак территорияһындағы, Төньяҡ Боронғо Месопотамиялағы боронғо дәүләт. Ассирия империяһы, ике мең йылға яҡын арауыҡта, б.э.т. XXIV быуаттан б.э.т. VII быуатта (б.э.т. 609 йыл тирәһе), Мидия һәм Вавилон тарафынан юҡҡа сығарылғанға тиклем, тарихта булған.

Ниневияның күптән түгел яңыртып тергеҙелгән ҡапҡаһы

II меңйыллыҡ башынан яҡынса б.э.т. 612 йылға тиклем йәшәгән, баш ҡалаһы Ниневия (хәҙерге Мосулдың ҡала яны) булған ассириялыларҙың дәүләте, Мидия һәм Вавилондың берләшкән ғәскәҙәре тарафынан баҫып алынған һәм емертелгән. Тағы ла Ашшур, Калах һәм Дур-Шаррукин («Саргон һарайы») Ассирияның эре ҡалалары булған. Ассирия батшалары тулы власты бөтөнләй тиерлек үҙ ҡулдарына алған булғандар — бер үк ваҡытта юғары ҡанбаба, хәрби юлбашсы, күпмелер ваҡыт хатта казначей (дәүләт аҡсаһын һаҡлаусы) вазифаһын да биләгәндәр. Батша кәңәшселәре булып өҫтөнлөклө хәрби начальниктар (мотлаҡ армияла хеҙмәт иткән һәм батшаға яһаҡ түләгән провинция идарасылары) ғына эшләгән. Игенселек, ер эшкәртеү, менән ҡолдар һәм буйһонған хеҙмәтселәр шөғөлләнгән.

Саргонидтар династияһы осоронда (б.э.т. VIII—VII быуаттар) Ассирия үҙенең ҡеүәтенең иң юғары нөктәһенә еткән булған. Саргон II, яңы династияға нигеҙ һалыусы, Израиль батшалығын баҫып алған һәм уның халҡын күсереп ултыртҡан, хетт ҡәлғәләрен емергән һәм батшалығының сиктәрн Мысырға саҡлы киңәйткән. Уның улы Сеннаһериб баш күтәргән Вавилон ҡалаһын (б.э.т. 689 й.) ер менән тигеҙләгән, тулыһынса юҡ иткән ҡанһыҙ хаким булып тарихҡа инеп ҡалған. Ул Ниневия ҡалаһын, иҫ киткес ҡабарынҡы ҡупшыландырып төҙөткән һәм үҙ дәүләтенең баш ҡалаһы тип иғлан иткән.

Яңы Вавилон империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы Вавилон батшалығы

Яңы Вавилон йәиһә Икенсе Вавилон батшалығы — Месопотамияла б.э.т. 626 йылдан б.э.т. 539 йылға тиклем йәшәп килгән тарихи дәүләт.

Б.э.т. 626 й. тиклем Вавилон төньяҡ күршеһе Ассирия власы аҫтында булған. Әммә халдей ҡәбиләһенән булған ассирия наместнигы Набопаласар Ассириянан бүленеп сығырға һәм үҙ аллы хаким булырға теләгән. Башта ул Вавилондың төньяҡ өлөшөн буйһондорған. Тик б.э.т. 615 йылына ғына ул вавилон ерҙәренең күпселеген, шулар араһында эре ҡалалар Өрөктө һәм Ниппурҙы баҫып алған. Набопаласар Мидия хакимы Киаксар менән Ассирияның бөлөүенә һәм ассирия территорияһының бүленеүенә килтергән[1]. Артабанғы яңы вавилон батшаһы Навуходоносор II заманында Мысыр менән уңышлы һуғыштар алып барылған (Сүриәнең һәм Палестинының күпселек өлөшө, шулай уҡ тотош Финикия баҫып алынған). Иудей хакимлыҡ иткән заманда ул яңы вавилон дәүләтенең провинцияһы булған. Ике тапҡыр, б.э.т. 597 һәм б.э.т. 586 йылдарҙа, Иудей территорияһын буйһондорорға тура килгән (һуңғыһында Иерусалим ҡолатылған)[2].

Навуходоносорҙан һуң күпмелер ваҡыт дауамында барған һарай түңкәрелештәре һөҙөмтәһендә власҡа Набонид килгән. Набонид хакимлығы башында Әһәмәниҙәр империяһы көслөләнгән. Вавилон батшаһы Лидия һәм Мысыр менән берлектә Кир II-гә ҡаршы һуғышып маташҡан. Б.э.т. 539 й. Вавилонды фарсылар баҫып алған һәм ул Әһәмәниҙәр империяһына ингән. Яңы Вавилон державаһының ҡолатылыуында Вавилондың ризаһыҙлыҡ белдергән халҡы, бигерәк тә, буйһондоролған иудейҙар ҙур роль уйнаған. Шул ваҡытта Вавилон дәүләт булараҡ юҡҡа сыҡҡан[3][4].

Фарсы империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әһәмәниҙәр державаһы (бор. фарсыAriyānām Xšaçam) — фарсы Әһәмәниҙәр династияһы тарафынан Азия территорияһында б.э.т. VI—IV бб. барлыҡҡа килгән. Б.э.т. VI быуатта Әһәмәниҙәр державаһының сиктәре көнсығышта Һинд йылғаһынан көнбайышта Эгей диңгеҙе нә саҡлы, көньяҡта Нил йылғаһының беренсе тупһаһынан төньяҡта Ҡаф тауы артына саҡлы булған[5].

Вавилон сығанаҡтары (Кирҙың манифесы, Вавилондың ҡолатылыуы тураһында хроника) Кир II хакимлығы дәүерендә булған ваҡиғаларҙы сағылдырған. Иң боронғо тәүсығанаҡ булып Кирҙың Пасаргадтағы яҙыуҙары һанала. Дарий I батшаның Бехистун яҙыуы — иң күләмлеһе һәм ҡиммәтлеһе. Персеполь, Сузы, Ван күле янындағы, Мысырҙағы Суэц эргәһендәге һарайҙар стенаһында, Нәҡш-һәм-Рөстәмдәге Дарий I-нең ҡая ҡәберлегендә тағы ла башҡа яҙыуҙар бар. Ғәҙәттә Ахеменидтар яҙыуы өс телдә: боронғо фарсы, элам һәм вавилон телдәрендә яҙылған. 1933—1934 йй. Персеполдә меңләгән балсыҡ табличканан торған архив табылды. Архивта табылған документтарҙың күпселеге элам телендә, тағы ла Әһәмәниҙәр осоронда халыҡ-ара тел булып һаналған арамей телендәгеләре лә бар. Элефантин папирустары Мысырҙағы Әһәмәниҙәрҙең хәрби колониялары тураһында һөйләгән ҡыҙыҡлы документ булып тора[6].

Грек тарихсылары фарсылар тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт ҡалдырған. Геродоттың, рәсми фарсы сығанаҡтарына, грек-фарсы һуғыштарында ҡатнашусылар һәм фарсылар үҙҙәре һөйләгәндәргә таянып яҙған, хеҙмәттәре — иң әһәмиәтлеһе. Дәүләттең төрлө өлкәләрен тасуирлаған һәм шул өлкәләрҙең этнографик һәм географик мәғлүмәтен еткергән Ксенофонт яҙмалары шулай уҡ үтә ҡиммәтле[7].

Әһәмәниҙәр дәүерендәге Фарсы империяһы биләмәләре Греция һәм Ливиянан алып Һиндостанға тиклемге территорияларҙа йәйрәп ятҡан.

Македония империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ипса янындағы алыштан һуң Бөйөк Искәндәр Зөлҡәрнәйн державаһының тарҡалыуы (б.э.т. 301 йылда)

Филипптың улы башҡ. Искәндәр Зөлҡәрнәйн, Бөйөк Александр III - (б.э.т. 356 — б.э.т. 323 йй.) идара иткәндә, Македон батшалығы сиктәрен, грек полистарын ғына түгел, бөтөн Әһәмәниҙәр Фарсы империяһын, Фарсы осорондағы Боронғо Мысырҙы һәм өлөшләтә Һиндостанды ҡушып, иге-сиге булмаған оло империя барлыҡҡа килтергән. Әйткәндәй, Александр Македонскийҙың космополитик империяһын батшалыҡ тип атау урынлы ла түгел, сөнки Македонский үлеү менән, империя оҙаҡ йәшәмәй, уның хәрби етәкселәре — диадохтары биләмәләрҙе бүлешеп алған. Македония һәм Греция Антигонидтар династияһына нигеҙ һалған Антигон исемле хәрби начальниктың батшалығы булып киткән.

Александр буйһондоролған илдәрҙең мәҙәни мираҫы менән әүҙем файҙаланған, шул уҡ ваҡытта буйһондоролған халыҡтарҙы грек мәҙәниәте менән таныштырған һәм грек ғилемен өйрәнеүселәрҙе дәртләндергән. Яңы барлыҡҡа килгән империя Александр вафат булыу менән тарҡалһа ла, уның мираҫы һаҡланып ҡалған һәм буйһондоролған халыҡтарға эллинизм дәүеренә инергә мөмкинлек биргән. Хатта б. э. II быуатында ла Азияның эллинистик халыҡтары Ер шарының дүртенсе өлөшөн тәшкил иткән. Грек койнеһы (дөйөм грек теле, Урта диңгеҙ буйында һәм Яҡын Көнсығышта киң таралған булған) мең йылдан артыҡ арауыҡта донъяның күпселек илдәренең халыҡ-ара аралашыу теле булған.

Рим һәм Византия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Византи́я импе́рияһы, Византи́я, Көнсығыш Рим империяһы (395[8]—1453) — император Бөйөк Феодосий I үлгәндән һуң, Рим империяһы 395 йылда Көнбайыш һәм Көнсығышҡа ахырғы бүленгәндән һуң һикһән йыл да үтмәй, Византияны, тарихтың тиҫтәләгән быуаттары — Һуңғы Антиклыҡ һәм Урта быуат- дауамында, Боронғо Римдең тарихи, мәҙәни һәм цивилизацион вариҫы итеп ҡалдырып, Көнбайыш Рим империяһы дәүләт булыуҙан туҡтай[9][10].

Көнсығыш Рим империяһын, ул ҡолатылыу менән, үҙ хеҙмәттәрендә көнбайыш Европа ғалимдары «Византия» тигән атама менән йөрөтә башлайҙар. Ул Константинополдең тәүге атамаһы — Византийҙан. Рим императоры Бөйөк Константин I, Византий атамаһын үҙгәртеп, уға «Яңы Рим» тигән рәсми исем биреп, 330 йылда Рим империяһының баш ҡалаһын бында күсерә[11]. Византийҙар үҙҙәрен римляндар тип, грек телендә - «ромейҙар», тип атағандар[11]. Үҙенең державаһын — «Рим („Ромей“) империяһы» (урта грек (византий) телендә — Βασιλεία Ῥωμαίων, Basileía Romaíon) йәки ҡыҫҡаса «Романия» (Ῥωμανία, Romania) тип атай. Уның оҙон тарихи осороноң күп өлөшөндә, Көнбайыш сығанаҡтар Византияны, VII быуаттан унда грек теле өҫтөнлөк алғанға, халҡы һәм мәҙәниәте эллинләшкән булғанға, «гректар империяһы» тип йөрөткәндәр.

Рим империяһының Көнсығыш һәм Көнбайышҡа бүленеше
Рим империяһының максималь территорияһы (Император Траян осороноң б. э. 117 йылы)

 — йәшел төҫ менән билдәләнгән. Күк төҫ менән Византияның максималь биләмәләре күрһәтелгән (император Юстиниан I дәүере, б. э. яҡынса 550 йылы). Ҡыҙыл төҫ - Көнсығыш һәм Көнбайыш Рим империяларының бүленеш һыҙығы (б. э. 395 йылы) 330 йылда рим императоры Бөйөк Константин Византий ҡалаһының исемен, «Яңы Рим» тип үҙгәртеп (Константинополь — рәсми булмаған атамаһы) баш ҡала, тип иғлан иткән.

Константин I

Яңы баш ҡала Ҡара диңгеҙ аша Урта диңгеҙгә икмәк ташыу өсөн мөһим булған сауҙа юлында урынлашҡан. Римдә даими рәүештә тәхеткә дәғүәләшеүсе претенденттар табылып торған. Үҙенең көнәркәштәрен йонсотҡос граждандар һуғыштарында еңеп, Константин тәүҙән үк тик үҙенә генә буйһонған баш ҡала булдырырға теләгән. Был маҡсатҡа идея һынылышы хеҙмәт итергә тейеш булғандыр: Римдә күптән түгел эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән христианлыҡ Константин I идара иткәндә рәсми дин итеп иғлан ителгән. Амвросий Медиоланский һәм Феодосий I тырышлығы менән Константинополь христиан империяһының баш ҡалаһына әйләнгән.

Рим империяһы Көнсығыш һәм Көнбайышҡа 395 йылда Бөйөк Феодосий I үлгәндән һуң аҙаҡҡы тапҡыр бүленгән. Дөйөм дәүләт латин теле булһа ла, беренсе быуаттарҙа Византияның Көнбайыш Рим империяһыһынан төп айырмаһы булып уның территорияһында грек (эллинистик) мәҙәниәтенең өҫтөнлөк алыуы тора. Айырмалар көсәйгән, һәм ике йөҙйыллыҡ дауамындағы үҫешендә дәүләт аҡрынлап үҙенең индивидуаль төҫөн алған[12].

Урта быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәрәп хәлифәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәлифәттең тәү ядроһы булып VII быуатта Хижазда (Көнбайыш Ғәрәпстан) Мөхәммәт пәйғәмбәр төҙөгән мосолман общинаһы — өммәт торған. Мосолман яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә Ғәрәп ярымутрауын, Ираҡты, Иранды, Ҡаф тауы артының күп өлөшөн (айырым алғанда Әрмән ҡалҡыулығын, Каспий территорияһын, Колхида уйһыулығын, шулай уҡ Тбилиси райондарын), Урта Азияны, Сүриәне, Фәләстанды, Мысырҙы, Төньяҡ Африканы, Пиреней ярымутрауының күпселеген, Синдты үҙ эсенә алған сикһеҙ ҙур дәүләт төҙөлгән.

Хәлифәлек (ғәр.|خليفة}} — Khalīfah — «вариҫ», «вәкил») — хәлифә титулын ғына түгел, Мөхәммәттән һуң уның «хәлифәләре» (наместниктары) етәкселегендәге ғәрәп яулап алыусылары тарафынан төҙөлгән сикһеҙ ҙур дәүләт исемен дә аңлата.

Ғәрәп хәлифәте эпохаһын, унан һуң да бер нисә быуаттар дауамында сәскә атҡан дөйөм ислам фәнен һәм мәҙәниәтен көнбайыш тарихнамәһе Исламдың алтын быуаты тип атаған.

Тәре походтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәре

Беренсе тәре походы тамамланғас, Левант территорияһында дүрт христиан дәүләтенә нигеҙ һалынған.

  • Эдесса графлығы, тәре йөрөтөүселәрҙең Көнсығыштағы беренсе дәүләте. 1098 йылда нигеҙ һалынған.
  • Антиохия кенәзлеге
  • Триполи графлығы
  • Иерусалим короллеге, 1291 йылда Акко ҡалаһының йәки Акраның ҡолауына саҡлы йәшәгән. Короллеккә буйһонған бер нисә вассал сеньориялар, шулар араһында дәүмәле буйынса иң эреһе дүртәү булған:
    • Галилея кенәзлеге
    • Яффа һәм Аскалон графлығы
    • Трансиордания — Крака, Монреаль һәм Сент-Авраам сеньориялары
    • Сидон сеньорияһы

Монголдарҙың Яҡын Көнсығышҡа походы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бағдадтың ҡолауы. Рәшид әд-Диндең

Жәми әт-тәуарихына иллюстрация

Хулагу командалығындағы (1256—1260) Монголдарҙың Яҡын Көнсығышҡа походымонголдарҙың ирандарға, исмаилиттарға -низариттарға, Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенә, сүриә Айюбидтарына һәм Мысыр мәмлүктәренә ҡаршы йүнәлтелгән иң ҙур яулап алыу походы булған; яҡын көнсығыш мосолмандарына ҡаршы хәрәкәт итеүҙә үҙәк азия христиандары - несториандар әһәмиәтле роль уйнағанлыҡтан, ә Етенсе тәре походында ҡатнашыусылар монголдарҙың создашы булғанлыҡтан, ҡайһы бер тарихсылар, Рене Груссе, Георгий Владимирович Вернадский, Лев Николаевич Гумилёв, был походты Һары тәре походы тип атаны.

1251 йылда Монгол дәүләтенең ҡағаны тип иғлан ителгән Сыңғыҙ хандың ейәне Мүнкә Сун империяһына һәм Яҡын Көнсығыштың буйһондоролмаған халыҡтарына ҡаршы һуғыштарҙы дауам итергә ҡарар иткән. Яҡын Көнсығышҡа походтың бер һылтауы булып Мункэға Казвин һәм Фарсыстандың тау районы халҡының, имеш, исмаилиттар һәм низариттар (Көнбайышта ассасиндар, ә Көнсығышта мульхидтар, мөртәттәр тип йөрөтөлгәндәр) зыян килтерәләр тигән ошағы торған. Рәшид әд-Дин яҙғанса, «мөртәттәргә ғәҙел хөкөм эҙләгәндәр, ҡағандың бөйөк ҡарарына яҙмыштарын тапшырғастын, Мәнгү ҡаған үгеҙ йылында (б.э. 1253 йылы)[13] тажиктар өлкәһенә үҙенең [кесе] туғаны Хулагу-ханды ебәрә»[14]. Төньяҡ Иранда ғәскәре менән торған монгол начальнигы Байжу ла исмаилиттарға һәм бағдад хәлифәһенә шикәйәтен белдергән[15]. Мункэ Хулагуға исмаилиттарҙың тауҙағы ҡәлғәләрен емерергә, лурҙарҙы һәм ҡурдтарҙы буйһондорорға, әгәр баш бирмәһә, Бағдад хәлифенең дә биләмәләрен баҫып алырға бойорған.

Хәҙерге заман тикшеренеүселәре Хулагу ғәскәренең һанын хәрби начальниктар һаны буйынса билдәләргә тырышалар — 15-17 хәрби етәксе, тимәкселәр. Һәр Төмән башы (хәрби звание) 10 мең яугир менән етәкселек иткән тип алғанда, монгол ғәскәрендә 150—170 мең кеше булған тиергә ҡала. Әммә һәр төмән тик теоретик ҡарағанда ғына 10 мең яугирҙан торған; реаль һан кәмерәк булып сыға[16].

Ғосман империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғосма́н импе́рияһы (төрөк теле|دولت عالیه عثمانیه|Devlet-i Âliyye-i Osmâniyye}}[17]), шулай уҡ Оттома́н империяһы, Оттома́н По́ртаһы йәки ябай тел менән әйткәндә, По́рта[18] — төньяҡ-көнбайыш Кесе Азияла, Анатолияла, Ғосман I дәүерендәге төрөк ҡәбиләләре 1299 йылда төҙөгән дәүләт[19]. 1453 йылда Константинополдең ҡолатылыуынан һуң Ғосман дәүләте империя тип атала башлаған. Хәҙерге Төркиәнең мөһим характеристикаһы булып төрөк дәүләтселеге үҫешендәге тарихи ваҡиға - Константинополдең ҡолатылыуы һәм 1453 йылдағы еңеүҙән һуң Ғосман империяһының Европала ныҡлап аяҡҡа баҫыуы тора. Империя 1590 йылда үҙенең иң юғары күтәрелешенә өлгәшкән. Уның биләмәләренә Европаның, Азия һәм Африканың бер өлөшө ингән. Ғосман империяһының хакимлығы 623 йыл дауам иткән, [20] инглиз тарихсыһы Эдвард Гиббон мәғлүмәттәре буйынса «Христос Тыуғандан һуң 1299 йылдың 27 июлендә Ғосман I Никомедиия территроияһына баҫып инде...» (Gibbon Edward The History of the Decline and Fall of the Roman Empire.). Был Ғосман империяһына нигеҙ һалынған дата</ref> 1299 йылдан 1922 йылдың 1 ноябренә, монархия юҡҡа сығарылғанға, саҡлы.

XVI—XVII быуаттарҙа Ғосман империяһының иң йоғонтоло идараһы Күркәм Сөләймән дәүеренә тап килгән. Ғосман империяһы был периодта күп милләтле, күп телле Изге Рим империиһы - Венның ситтәге өлкәләренән, төньяҡта Венгрия Короллеге һәм Речь Посполитаянан, төньяҡта Йеменгә һәм Эритреяға, көнбайышта Алжирҙан көнсығышта Әзербайжанға тиклемге илдәрҙе берләштергән иң ҡеүәтле дәүләттең береһе булған[21]. Көньяҡ-Көнсығыш Европаның күп өлөшө, Көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африка уның хакимлығы аҫтында булған[22]. XVII быуат башында империя 32 провинцийянан һәм ҡайһылары баҫып алынған һәм бәғзеләренә автономия бирелгән күп төрлө вассал дәүләттәрҙән торған. Күпмелер ваҡыт Ғосман империяһы Ғосман Солтаны һәм Хәлифәһенә тоғролоҡ килешеүе ярҙамында алыҫ территорияларға ла эйә булған (мәҫәлән, Ғосмандарҙың Ачехҡа экспедицияһынан һуң) йәки 1585 йылда Лансароте утрауын ваҡытлыса баҫып алыу)[23].

Империяның баш ҡалаһы - Константинополь (Стамбул) булған. Империя Урта диңгеҙ буйы бассейнындағы территорияларҙы контролдә тотҡан. Ғосман империяһы 6 быуат дауамында Европа менән Көнсығыш илдәрен бәйләүсе быуын булып торған.

Яңы ваҡыт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы ғосманлылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы ғосманлылар (төрөк Yeni Osmanlılar}}) — көнбайыш аҡыл эйәләре, айырып әйткәндә, Монтескье һәм Жан-Жак Руссо һәм шулай уҡ Бөйөк француз революцияһы идеялары йоғонтоһонда 1865 йылда барлыҡҡа килгән милләтселек рухы менән һуғарылған ғосман интеллигенцияһының йәшерен ойошмаһы. Хәрәкәттең башында Ибраһим Шинаси, Зия Паша, Намыҡ Кәмәл]], Әүни Паша һәм элекке вәзир Мостафа Фазыл торған.

Яңы ғосманлылар ғосманлыҡ (оттоманизм) либерализация, конституция индереү идеяһы яҡлы булған һәм идара итеүҙең парламент формаһы концепцияһын эшләгән. Уларҙың идеялары буйынса, патриотизм ниндәйҙер бер этник төркөмгә йәки конфессияға ҡарауҙа түгел, ә демократияға һәм конституцияға ышаныста сағыла.

Социаль яҡтан ҡарағанда, йәш ғосманлылар тәнзимәт реформаларынан һуң килгән дәүләт хеҙмәткәрҙәре (чиноничество) вәкилдәре булған. Улар бюрократик абсолютизмға ҡаршы булған һәм демократик ҡарарҙар өмөт иткән. Яңы ғосмандарҙың береһе, Намыҡ Кәмәл, төрөк теленә Тыуған ил (төрөк. vatan) һәм хөрриәт (азатлыҡ) төшөнсәһен индергән (төрөк. hürriyet).

«Мөхбир» журналы - яңы ғосман хәрәкәтенең баҫма органы.

1867 йылда ойошма тыйылған һәм уның ағзалары илдән китергә мәжбүр булған. Парижда Мостафа Фазыл яңы ғосман ойошмаһына нигеҙ һалған.

Ғосман империяһының тарҡалыуына ҡаршы булған ғосман хәрәкәтенең еңелеүе интеллигенцияны башҡа сәйәси концепциялар эҙләүгә, айырып әйткәндә, йәш төрөктәр хәрәкәтен ойоштороуға килтерә.

Йәш төрөктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуат аҙағында «яңы ғосманлылар»ҙың сәйәси вариҫтары булып йәш төрөктәр алға сыға. Комитеттың формаль булмаған лидеры фәйләсуф Абдулла Жәүәт, әммә ул сәйәсәткә ҡыҫылмаған, нигеҙҙә ағартыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән. «Йәш төрөктөр» араһында йәш офицерҙарҙан торған радикаль төркөм (ҡанат) барлыҡҡа килгән. Ул төркөм башында Әнүәр паша, Мәхмәд Тәлғәт паша һәм Әхмәд Жәмәл паша торған.

XX быуат башындағы балҡан халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәте көсәйеүе һәм бының менән бәйле Көнсығыш проблемаһы киҫкенләшеүе, Көнсығышта Рәсәйҙәге 1905—1907 йылдарҙағы революция тәьҫирендә «Азияның уяныуы» Төркиәлә революцион ситуацияның өлгөрөүенә килтергән.

Ғосман империяһының тарҡалыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғосман империяһының тарҡалыуы (1918 йылдың 30 октябре — 1922 йылдың 1 ноябре) — Беренсе донъя һуғышында Ғосман империяһының еңелеүе, унан да алда башланған тарҡалыуы һөҙөмтәһендә, төрөк солтаны ҡул аҫтында булған территориялар һәм халыҡтарҙың ҙур конгломераты бер нисә яңы дәүләт һәм территорияға бүленеүе[24].

Ираҡ һәм Фәләстан Британияның мандатлығына күскән, һәм улар Фәйсалды, Хөсәйен шәрифтең улын, Ираҡ короле итеп ҡуйған. Фәләстан ике өлөшкә бүленгән: көнсығышы Трансиордания тип аталған, тәхеткә Хөсәйендең икенсе улы - Абдалла килгән. Фәләстандың көнбайыш өлөшө британия идаралығына тапшырылған, һәм йәһүд халҡы, британия ҡурсалауына таянып, башта үҙенең һанын арттырыу мөмкинлеген алған. Ғәрәп ярымутрауының ҙур өлөшө британияның союздашы — Ибн Сәғүд ҡулы аҫтында булған, һәм 1932 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны барлыҡҡа килгән.

XXI быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәрәп яҙы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәрәп яҙы (ғәр.|الربيع العربي тип киң мәғлүмәт саралары, уларға эйәреп, сәйәсмәндәр Ғәрәп донъяһында 2010 йылдың 18 декабрендә башланған демонстрациялар, путчтарҙы һәм уларға бәйле ваҡиғаларҙы атаны. Туниста революция (2010—2011) булды[25], Мысырҙағы революция (2011)[26] һәм Йемендәге революция (2011-2012)[27]; Ливияла Граждандар һуғышы[28] (режимдың ҡолатылыуына килтерә) һәм шулай уҡ Сүриәлә Граждандар һуғышы[29] (әле һаман дауам итә); Бахрейндағы сыуалыш (2011)[30]; Алжирҙағы сыуалыш йәки күмәк кешенең ризаһыҙлығы (2010—2011)[31], Ираҡтағы сыуалыш (2011)[32], Иорданиялағы сыуалыш (2011)[33], Марокколағы[34] һәм Омандағы сыуалыш (2011)[35]; Кувейттағы уртаса протестар[36], Ливандағы[37], Мавританиялағы, Сәғүд Ғәрәбстанындағы (2011)[38], Судандағы[39], Джибутилағы[40] һәм Көнбайыш Сахаралағы[41]. 2011 йылдың майындағы Израиль сигендәге бәрелештәр шулай уҡ Ғәрәп яҙы ваҡиғалары тәьҫиренән килеп сыҡҡан[42].

Протестар барышында оҙайлы кампанияларҙа осрай торған граждандар ҡаршы тороуының дөйөм методтары: күмәк эшсенең ойошҡан рәүештә эш ташлауы (забастовкалар), демонстрациялар, күмәк кешенең йөрөшө һәм митингтар, шулай уҡ аралашыуҙы ойоштороуҙа социаль медианы һәм дәүләт репрессиялары ҡулланыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт биреү һәм интернет-цензура файҙаланыла[43]. Властар күп кенә демонстрацияларға[44][45][46], шулай уҡ хөкүмәткә ҡаршы тороусыларға ла һәм контр-демонстранттарға ла ҡаршы көс ҡулланды[47][48][49]. Ғәрәп донъяһы демонстранттарының төп лозунгыһы «Халыҡ режимдың ҡолатылыуын теләй»[50] (ғәр. الشعب يريد إسقاط النظام‎,[51] «аш-Ша`б йурид искат ан-низам»[50]).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Дандамаев М. А. Политическая история нововавилонского периода // История Древнего мира. — М.: Наука, 1989. — Кн. 2. — С. 115—117.
  2. Авдиев В. И. История Древнего Востока. — М.: Высшая школа, 1970. — С. 428—430.
  3. Струве В. В. История Древнего Востока. — Л.: Госполитиздат, 1941. — С. 351—352.
  4. Авдиев В. И. История Древнего Востока. — М.: Высшая школа, 1970. — С. 432—433.
  5. История Ирана / М.С.Иванов — М.: МГУ, 1977. — Б. 488.
  6. М.М.Дьяконов Очерк истории древнего Ирана — М., 1961.
  7. Н.В.Пигулевская История Ирана с древнейших времён до конца 18 в. — Л., 1958.
  8. Византияның айырым дәүләт булараҡ барлыҡҡа килеү ваҡыты бәхәсле; фекерҙәр бик тарҡау: иң таралған дата — б. э. 330 йыл — Бөйөк Константиндың Константинополгә нигеҙ һалыуы; тағы түбәндәге даталар: 1) III быуат аҙағы (Диоклетиан осоронда Рим Империяһы менән бүлеп идара итә башлау); IV быуат уртаһы ([[Констанций II|Констанций II] идара иткәндә, Константинополдең тулы хоҡуҡлы баш ҡала булып киткән сағы); 395 йыл (Империяны Көнбайыш һәм Көнсығышҡа бүлеп йөрөтә башлағанда); 476 йыл (Көнбайыш империяның юҡҡа сыҡҡан ваҡыты); VI быуат уртаһы (император Юстиниан I дәүере); VII быуат уртаһы (Ираклий I-нең фарсылар һәм ғәрәптәр менән һуғышынан һуңғы эпоха). См.: Дашков С. Б. Императоры Византии. М., 1996. С. 8.
  9. Halsall, Paul Byzantium. Fordham University (1995). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 август 2011. 21 июнь 2011 тикшерелгән.
  10. Millar 2006, pp. 2, 15; James 2010, p. 5: «But from the start, there were two major differences between the Roman and Byzantine empires: Byzantium was for much of its life a Greek-speaking empire oriented towards Greek, not Latin culture; and it was a Christian empire.»
  11. 11,0 11,1 История человечества (русскоязычная версия), ЮНЕСКО, т.3, стр. 273 [1]
  12. Wells 1922, Chapter 33.
  13. Примерно соответствует 1253 году н. э.
  14. Рашид ад-Дин. Сборник летописей — 1960 Т. 2. — Б. 144.
  15. Рашид ад-Дин. Сборник летописей — 1946 Т. 3. — Б. 22.
  16. Amitai-Preiss R. Mongols and Mamluks: the Mamluk-Īlkhānid War, 1260-1281. — P. 15.
  17. Ottoman banknote with Arabic script. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 декабрь 2012. 19 октябрь 2013 тикшерелгән.
  18. Порта (Ғосман империяһы) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  19. Encyclopedia Britannica — Ottoman Empire, empire created by Turkish tribes in Anatolia
  20. A grammar of the Turkish language. Archive.org. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 декабрь 2012. 19 октябрь 2013 тикшерелгән.
  21. Stephen Turnbull, The Ottoman Empire 1326—1699, Essential histories, vol. 62, Essential histories, 2003. [from article of the back cover]
  22. From the article on the Ottoman Empire in Oxford Islamic Studies Online. Oxfordislamicstudies.com (6 May 2008). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 декабрь 2012. 19 октябрь 2013 тикшерелгән.
  23. Turkish Navy Official Website: «Atlantik’te Türk Denizciliği»  (төр.). dzkk.tsk.tr. 19 октябрь 2013 тикшерелгән.
  24. Roderic H. Davison; Review «From Paris to Sèvres: The Partition of the Ottoman Empire at the Peace Conference of 1919—1920» by Paul C. Helmreich in Slavic Review, Vol. 34, No. 1 (Mar., 1975), pp. 186—187
  25. Middle East In Revolt (11 February 2011). 11 февраль 2011 тикшерелгән.
  26. Peterson, Scott. Egypt's revolution redefines what's possible in the Arab world (11 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  27. Thousands in Yemen Protest Against the Government, The New York Times (28 January 2011).
  28. Spencer, Richard. Libya: civil war breaks out as Gaddafi mounts rearguard fight, The Daily Telegraph (23 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  29. 'It Will Not Stop': Syrian Uprising Continues Despite Crackdown (28 March 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  30. McLean, Jesse. Death turns ‘harmless man’ into Bahrain uprising’s martyr, The Star (16 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  31. Algeria protest draws thousands (12 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  32. McCrummen, Stephanie. 13 killed in Iraq's 'Day of Rage' protests (25 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  33. Thousands protest in Jordan (28 January 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  34. Morocco King on holiday as people consider revolt. Afrol.com (2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 июль 2012. 1 февраль 2011 тикшерелгән.
  35. Vaidya, Sunil. One dead, dozen injured as Oman protest turns ugly (27 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  36. Kuwaiti stateless protest for third day (20 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  37. Lebanon: Protests against Sectarian Political System (27 February 2011). 8 март 2011 тикшерелгән.
  38. Man dies after setting himself on fire in Saudi Arabia, BBC News (23 January 2011). 29 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  39. Sudan opposition leader arrested. IR: Press TV (19 January 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 июль 2012. 29 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  40. Somalilandpress: People in Djibouti protest against President Gelleh (инг.)
  41. New clashes in occupied Western Sahara (27 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  42. Syria Blocks New Border Protest as Death Toll Rises to 23, Fox News (6 June 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  43. The Arab Uprising's Cascading Effects. Miller-mccune.com (23 February 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 июль 2012. 27 февраль 2011 тикшерелгән.
  44. Many wounded as Moroccan police beat protestors (23 May 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  45. Syria's crackdown (31 May 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  46. Bahrain troops lay siege to protesters' camp (16 March 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  47. Syria clampdown on protests mirrors Egypt's as thugs join attcks (19 April 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  48. Almasmari, Hakim. Yemeni government supporters attack protesters, injuring hundreds (17 March 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  49. Libya Protests: Gaddafi Militia Opens Fire On Demonstrators (24 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  50. 50,0 50,1 ПОЛИТ.РУ: Истоки и смысл арабской революции (стенограма)/Теория социального взрыва — Наука 2.0 (аудиоверсия) — Андрей Коротаев
  51. Uriel Abulof What Is the Arab Third Estate?. The Huffington Post (10 March 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 июль 2012. 1 май 2011 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Авдиев В. И. История Древнего Востока. — М.: Высшая школа, 1970. — 608 с.
  • История Древнего мира / Под ред. И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, И. С. Свенцицкой. — М.: Наука, 1989. — Кн. 2. — 572 с.
  • Нуреев Р. М. Нововавилонское царство: рождение первых банков // Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец — М.: Мысль, 1987. — Т. I. От зарождения экономической мысли до первых теоретических систем политической жизни. — Б. 64-66. — 606 б. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00038-1.
  • Струве В. В. История Древнего Востока. — Л.: Госполитиздат, 1941. — 485 с.
  • Тураев Б. История Древнего Востока. — Мн.: Харвест, 2002. — 752 с.