Фәхретдин
Викидатала элемент тултырылмаған |
Фәхретдин — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телдәрҙә лә ҡулланыла.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәхретдин башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән: фәхри (дан) һүҙенә дин һүҙе ҡушылып, ҡушма исемен барлыҡҡа килтерә[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәйнетдинов Фәхретдин Ялал улы (1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән[2][3]
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ризаитдин Фәхретдин (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов''; 4 ғинуар 1859 йыл — 11 апрель 1936 йыл) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. 1923—1936 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе.
Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы(15 ғинуар 1887 йыл — 1936 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе, «Башҡорт хөкүмәтенең теле» гәзите мөхәррире. Сәйәси золом ҡорбаны.
Фәхретдинов Ғәбделәхәт Ризаитдин улы (1889—1938) — иҡтисадсы, Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы.
Фәхретдинов Тимерйән Йыһанша улы (20 март 1919 йыл — 27 ноябрь 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие тоҫҡаусыһы, кесе сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
Фәхретдинов Иршат Юнир улы (1 февраль 1965 йыл) — отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2014).
Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1 август 1938 йыл) — дерматовенеролог - ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Төкән ауылынан.
Фәхретдинов Ривал Нуретдин улы (3 март 1946 йыл) — ғалим-биолог. 2010 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы «„ХимСервисИнжинирг“ киң профилле компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Ленин комсомолы (1979) һәм Рәсәй нефть һәм газ инженерҙарының «Золотой РОСИНГ» йәмғиәте премияһы лауреаты (2004).
Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улы (1 ғинуар 1947 йыл) — физик, ғалим, педагог, физика‑математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999), Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Фәхретдинова Дилара Әхәт ҡыҙы (1923—?) — сәнғәт ғилеме белгесе. Сәнғәт ғилеме докторы (1988). Үзбәкстан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге булып сәнғәт ғилеме кандидаты дәрәжәһен ала.
Фәхретдинов Әнүәр Нуретдин улы (13 февраль 1928 йыл — 2 апрель 1987 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, педагог. РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР -ының атҡаҙанған (1953) , Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1959)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |