Хәйрулла
Хәйрулла — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйрулла — «алланың изгелеге» мәғәнәһендәге ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйрулла Хәбибулла улы Мортазин (4 ғинуар 1941 йыл — 17 ноябрь 2016 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1994), профессор (1995).
Хәйрулла Динмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов 1 сентябрь 1904 йыл) — крайҙы өйрәнеүсе, Салауат Юлаев исемен башҡорт халҡына яңынан ҡайтарыусы, тормошон һәм көрәш юлын өйрәнеп, уның шәжәрәһен төҙөүсе; Әйле ҡәбиләһе башҡорттарының шәжәрәһен тергеҙеүсе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Хужалыҡ һәм партия эше активисы.
Хәйрулла Нурғәли улы Әхмәтов (5 сентябрь 1904 йыл — 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, майор, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943), «Почет билдәһе» ордены кавалеры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары, аҙаҡ 70-се армияның 211-се дивизияһы 887-1 уҡсылар полкы комиссары. Икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты.
Хәйрулла Хәмиҙулла улы Хәсәнов (26 февраль 1922 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. 1965—1972 йылдарҙа колхоз рәйесе урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Хәйрулла Абдрахман улы Усманов (16 декабрь 1866 йыл, Ырымбур губернаһы — 14 июнь 1915 йыл, Ырымбур) — мулла, Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы (1907).
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы (7 февраль 1960 йыл) — Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда эшләп килеүсе «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015). Эстония башҡалаһында беренсе татар мәктәбен ойоштороусы.
Хәйруллина Мөсәллиә Хәйрулла ҡыҙы (15 декабрь 1915 йыл — 2 октябрь 2008 йыл) — башҡорт ғалимы, педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1970—1980 йылдарҙа Республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Педагогия фәндәре докторы (1971), профессор (1972). РСФСР-ҙың (1987) һәм БАССР-ҙың (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан республикала беренсе фән докторы.
Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы (1 март 1947 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1983), фәлсәфә фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).
Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (1961 йылда тыуған) — театр артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)
Хәйруллин Вәғиз Нурулла улы (14 декабрь 1929 йыл — 10 июль 1999 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
Хәйруллин Баязит — шәйех, суфый, Владикавказ мәсете имамы. Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерте.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |