Эстәлеккә күсергә

Сәба батшабикәһе

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Царица Савская битенән йүнәлтелде)
Сәба батшабикәһе (йәһ. מלכת שְׁבָא‎, Малка́т Шва́)

«Изге Македа, Сәба батшабикәһе»
хәҙерге заман иконаһы
Заты: Ҡатын-ҡыҙ
Йәшәгән дәүере: Б.Э.Т X быуат
Исеме башҡа телдәрҙә: ғәр. ملكة سبأ‎, Малика́т Са́ба; боронғо эфиоп.ንግሥተ ሳባ, Ниги́ста Са́ба
Башҡа мәҙәниәттәрҙә: Ғәрәп теле Балкис; эфиоп. Македа
Төбәк: Сәба батшалығы
Шөғөлө: батшабикә

Телгә алына:

3Цар. 10

Сәба батшабикәһе (йәһ. מלכת שְׁבָא‎, Малка́т Шва́, фарс. ملكة سبأ, Мәликәт Сәба, бор. эфиоп. ንግሥተ ሳባ, Нигиста Саба), б. э. т. X быуат — Сәба тигән ғәрәп дәүләтенең риүәйәттәргә инеп ҡалған хакимәһе, Библияла уның Исраил батшаһы Сөләймән янына килгәне һүрәтләнгән.

Библияла был хакимәнең исеме телгә алынмай. Һуңғыраҡ осор ғәрәп текстарында ул — Бәлкис (Билкис, Европаса яңғ. — Балкида), эфиоп риүәйәттәрендә — Македа[1]. Инглиз телле мәҙәниәттәрҙә иленең атамаһы Шебаны уның үҙенең исеме тип ҡабул итеү осраҡтары бар.

Бындай батшабикәнең тарихта булыуы иҫбат ителмәһә лә, уның образы Европа, Төньяҡ Африка һәм Яҡын Көнсығыштың күп халыҡтары фольклорына һәм әҙәбиәтенә һиҙелерлек йоғонто яһаған.

«Сөләймән менән Сәба батшабикәһенең осрашыуы».
Пьеро делла Франческа фрескаһы, [ Ареццолағы Сан-Франческо Базиликаһы]

Библияла Сәба батшабикәһенең тарихы Исраил батшаһы Сөләймән менән тығыҙ бәйләнгән[1]. Библияла билдәләүенсә, Сәба батшабикәһе, Сөләймәндең тәрән аҡылы һәм даны тураһында ишетеп, «уны табышмаҡтар менән һынарға килә». Уның сәфәре Өсөнсө Батшалыҡтар китабының 10-сы бүлегендә һәм Икенсе Йылъяҙмалар китабының (Вторая книга Паралипоменон) 9-сы бүлегендә һүрәтләнгән.

Сөләймән яуапҡа батшабикәгә «ни теләһә, ни һораһа, шуны биреп», бүләктәр тейәтеп ҡайтара. Библияла әйтелеүенсә, ошо ваҡиғанан һуң Исраилда бығаса күрелмәгән муллыҡ осоро башлана. Сөләймән батшаға йылына 666 талант алтын (2Пар.) килеп тора. Ошо уҡ бүлектә Сөләймәндең ниндәй затлы тормошта йәшәгәне һүрәтләнә. Ул үҙенә фил һөйәгенән алтын менән көпләнгән тәхет эшләтә, был тәхет ул замандарҙа булған бөтә тәхеттәрҙән дә зиннәтлерәк була. Бынан тыш, Сөләймән алтындан сүкетеп 200 ҡалҡан эшләтә, һарайҙа ла, Ҡорамда ла бөтә эсәр һауыттар алтындан була. Сөләймән заманында көмөштө һанға ла һуҡмайҙар. «Сөләймән батша байлығы менән дә, аҡылы менән дә барлыҡ батшаларҙы уҙып китте»(2Пар.). Бындай ҡөҙрәткә Сөләймән Сәба батшабикәһенең килеүенә бурыслы. Уның артынса башҡа күп батшалар ҙа Сөләймән батшаны күрергә теләк белдерә (2Пар.).

Сәба иле Ишағыя, Йеремияһ, Зөлкифел пәйғәмбәрҙәр китаптарында, шулай уҡ Әйүп китабында һәм Псаломдарҙа телгә алына.

«Сөләймән менән Сәба батшабикәһе»,
Тинторетто картинаһы, яҡынса 1555 йыл, Прадо

Танах[2] буйынса иври комментаторҙары араһында шундай фекер бар: Библия сюжетын Сөләймәндең Сәба батшабикәһе менән гонаһлы бәйләнешкә инеүе тип аңларға кәрәк, бының һөҙөмтәһендә Навуходоносор тыуа, ул Сөләймән төҙөгән Ҡорамды емерә (Ғәрәп легендаларында ул уның әсәһе булып сыға[3]).

Талмуд буйынса, Сәба батшабикәһе тарихын ситләтеп һөйләү тип баһаларға кәрәк, ә «מלכת שבא» («Сәба батшабикәһе») тигән һүҙҙәр «מלכות שבא» Сөләймәнгә буйһонған («Сәба батшалығы»), тип аңланырға тейеш[4].

Яңы Ғәһедтә Сәба батшабикәһе «көньяҡ батшабикәһе» тип исемләнә һәм Ғайсаның тәрән аҡылына ҡолаҡ һалмаусыларға ҡаршы ҡуйыла:[5] «Көньяҡ батшабикәһе бындай кешеләргә хөкөм ҡылыу өсөн күтәрелер һәм уларға хөкөм ҡарары сығарыр, сөнки ул ер сигенән Сөләймәндең аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға килгәйне, бына, хәҙер Сөләймән юҡ» (Лк.), Матфейҙа ла ошоға оҡшаш текст бар (Мф.).

Феофилакт Болгарский Лука Инжилына аңлатмаһында былай тип яҙа: «„көньяҡ батшабикәһе“ тигәнде көслө һәм һәр саҡ изгелекле йән тип аңлау дөрөҫөрәк булыр»[6]. Был өҙөктөң мәғәнәһе түбәндәгесә тиҙәр: Ҡиәмәт көнөндә батшабикә (аҫтараҡ Лука телгә алған мәжүси нинивиҙәр менән бергә, улар Юныс арҡылы дингә килә) ҡалҡынып сығыр һәм Ғайса осорондағы йәһүдиҙәр өҫтөнән хөкөм ҡылыр, сөнки улар, дингә килгән мәжүсиҙәргә ҡарағанда ҙурыраҡ мөмкинлектәргә һәм өҫтөнлөктәргә эйә булһа ла, уларҙы ҡулланыуҙан баш тарта[7]. Иероним Стридонский билдәләгәнсә, хөкөм ҡарары сығарыу өҫтөнлөгөнә эйә булғанға түгел, ә уларҙан үҙҙәре өҫтөнөрәк булғанға хөкөм итерҙәр[8]. Нинивиҙәр менән Сәба батшабикәһенең Мәсихтең дингә килмәгән замандаштарынан өҫтөн булыуын "Матфей китабы буйынса әңгәмәләр"ендә Иоанн Златоуст та билдәләй: «сөнки улар бәләкәйерәккә ышанды, ә йәһүдиҙәр ҙурыраҡҡа ла ышанманы»[9].

«Әүлиәләрҙең баш эйеүе»,
Рубенс картинаһы

Шулай уҡ уға алыҫ мәжүси халыҡтарының «рухтарын килтереүсе» бурысы ла тапшырыла. Исидор Севильский былай тип яҙа: «Сөләймән күктәге Йәрүсәлим өсөн Раббы йортон таштан һәм ағастан түгел, ә бөтә изгеләрҙән төҙөгән Мәсих тип ҡабул ителә. Сөләймәндең аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға килгән Көньяҡ батшабикәһе ер сиктәренән Алла һүҙен ишетергә килгән сиркәү тип аңланырға тейеш»[10].

Ҡайһы бер христиан авторҙары иҫәпләүенсә, Сәба батшабикәһенең бүләктәр менән Сөләймәнгә килеүе Ғайса Мәсихкә әүлиәләрҙең баш эйергә килеүенән бәрәбәр. Иероним Блаженный «Ишағыя пәйғәмбәр китабы»на аңлатмаһында былай ти: Сәба батшабикәһе нисек Сөләймәндең аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға килһә, әүлиәләр ҙә Мәсихкә шулай килгән, һәм был Алла хикмәте булып тора[11].

Был аңлатма Иҫке Ғәһедтәге Ишағыяның Мәсихкә бүләктәр килтереү тураһында әүлиәлек итеүенә нигеҙләнә, ул ошонда Сәба илен дә телгә ала, бүләктәрҙең Сөләймәнгә батшабикә килтергән кеүек үк булырын да әйтә: «Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ефаның йәш дөйәләре, ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтөн Сәба халҡы килер, алтын һәм ладан килтерер, Раббыны маҡтап һөйләр» (Иш.). Яңы Ғәһед әүлиәләре лә сабый Ғайсаға ладан, алтын һәм хуш еҫле һумала килтерә. Был ике сюжеттың туғанлығы Көнбайыш Европа сәнғәтендә лә һыҙыҡ өҫтөнә алына, мәҫәлән, уларҙы манускриптың бер битенә ҡапма-ҡаршы урынлаштырғандары ла булған.

«Сөләймән тәхеттә йәнлектәр араһында».
XVI б. фарсы миниатюраһы

Ҡөрьәндең «Ән-Нәмл (Ҡырмыҫҡалар)» тигән 27-се сүрәһендә Сөләймән пәйғәмбәр менән Сәба батшабикәһе Бәлкис (Билкис) тураһында һөйләнелә. Ислам фольклорында ошо темаға бер нисә риүәйәт бар[12].

Мосолман йолаһына ярашлы, Сөләймән һөҙһөт ҡошонан әкиәттәгеләй бай Сәба иленең хакимәһе Бәлкис тураһында ишетә, ул затлы таштар менән биҙәлгән алтын тәхеттә ултыра һәм Ҡояшҡа табына икән. Ул уға былай тип хат яҙа: «Алла ҡоло Сөләймәндән, Дауыт улынан, Бәлкискә, Сәба батшабикәһенә. Рәхимле Алла хаҡына. Тура юлдан йөрөгәндәргә именлек булһын. Миңә ҡаршы сыҡмағыҙ, килегеҙ ҙә миңә бирелегеҙ». Батшабикәгә хатты Сөләймәнгә уның тураһында һөйләгән ҡош илтеп тапшыра.

Хатты алғас, Бәлкис Сөләймән менән һуғыш сығырынан бик ныҡ ҡурҡыуға ҡала һәм бүләктәр ебәрә, тик Сөләймән уларҙы ҡабул итмәй, ғәскәр ебәреп, ҡалаларын алырын һәм халҡын мәсхәрә итеп ҡыуырын хәбәр итә. Ошонан һуң Бәлкис, үҙе Сөләймән эргәһенә килеп, баш һалырға була.

Юлға сығыр алдынан ул зиннәтле тәхетен ҡәлғәгә индереп, бикләп ҡалдыра, ләкин ендәрҙе тыңлатыусы Сөләймән, уны шаҡ ҡатырыр өсөн, ендәр ярҙамында тәхетте Йәрүсәлимгә күсерә һәм, тышҡы күренешен үҙгәртеп, уны Бәлкискә күрһәтә лә һорай: «Ошомо һинең тәхетең?». Бәлкис уны таный, һәм Сөләймән уға атап төҙөткән һарайға саҡырыла. Уның иҙәне быяла була, аҫтындағы һыуҙа балыҡтар йөҙөп йөрөй (икенсе бер текста һыу юҡ, ә иҙән дә, һарай үҙе лә гәлсәрҙән була[13]). Бәлкис, һарайға ингәс, ҡурҡып ҡала, һыуҙан атларға тура килер, тип уйлай ҙа, күлдәгенең итәген күтәреп, аяғын аса. Шунан былай ти:

«Билкис батшабикә менән һөҙһөт».
Фарсы миниатюраһы, яҡынса 1590—1600

Шулай итеп, ул Сөләймән менән уның Аллаһының бөйөклөгөн таный һәм иманға килә.

Ҡөрьән тәфсирселәре үтә күренмәле иҙәнде, аяғы ишәктеке шикелле йөнлө икән, тип ишеткән Сөләймәндең Бәлкис аяғын тикшереү өсөн ҡорған хәйләһе менән аңлата. Та’алаби һәм Джәләл әд-Дин әл-Мәхәлли версияһы буйынса, Бәлкистең бөтә тәне йөн менән ҡапланған, ә аяҡтары ишәк тояҡлы булған — был уның иблис тәбиғәтен иҫбат иткән[14], уны батша шулай фашлаған (Сәба батшабикәһенең аяғы бүлеген ҡара).

Ҡөрьән тәфсирсеһе Джәләл әд-Дин раҫлауынса, Сөләймән Бәлкискә өйләнергә теләгән, уны тик ҡатындың аяғы йөнлө булыуы ғына борсоған.[15] Икенсе тәфсирсе — Әл-Бәйзәүи фекеренсә, Бәлкистең ире кем булғандыр, уныһы билдәһеҙ, бәлки, батша уны Хәмдән ҡәбиләһе юлбашсыларының береһенә димләп кейәүгә биргәндер.[16]

«Сөләймән менән Сәба батшабикәһе»,
Конрад Виц картинаһы

Сөләймән менән Сәба батшабикәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библияла Сөләймән менән Сәба араһында ғишҡи бәйләнеш булғанлығы тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Ләкин бындай бәйләнеш риүәйәттәрҙә тасуирлана. Библиянан билдәле булыуынса, Сөләймәндең 700 ҡатыны һәм 300 йәриәһе булған (3Цар. 11:3), ҡайһы бер риүәйәттәр шулар араһына Сәба батшабикәһен дә индерә.

Йәһүдтәрҙә был темаға риүәйәттәр күп. Сөләймән менән Сәба батшабикәһенең осрашыуы «Эстер китабы» тураһындағы «Таргум Шени» тигән Хаггада мидрашында (VII б. аҙағы — VIII б. башы), "Сөләймәндең мәҫәлдәр китабы"на ҡарата яҙылған экзегетик «Мидраш Мишлей»ҙа[17] (IX б. тирәһе)[18], «Йылъяҙмалар»ға «Ялкут Шимони» мидраштар йыйынтығында (XIII б.)[19], «Мидраш Һа-хефец» тигән йәмән манускриптында (XV быуат) һүрәтләнә. Батшабикә тарихы өс өлөштән тора — тәүге икеһе: «батшабикәгә хат һәм һөҙһөт тураһында» һәм «быяла иҙән менән батшабикәнең бото тураһында» тулыһынса тиерлек Ҡөрьәндәге хикәйәгә (VII быуат) тап килә; өсөнсөһө Сөләймәндең Сәба батшабикәһе менән осрашыуын һәм уның йомаҡтарын ентекләп тасуирлай.

Йәһүд риүәйәтендә һөйләнгәнсә[20], йәнлектәр һәм ҡоштарҙы тыңлатҡан Сөләймән бер ваҡыт уларҙың бөтәһен йыйып алған. Тик һөҙһөт кенә булмаған. Уны эҙләп тапҡандар, һәм ул Китор тигән ғәжәп ҡала менән унда тәхеттә ултырған Сәба батшабикәһе тураһында һөйләгән.

Сөләймәнде был бик ҡыҙыҡһындырған, һәм ул һөҙһөттө ҙур ҡош тубы оҙатыуында Сәба еренә ебәргән, ә батшабикәгә хат тапшырырға ҡушҡан. Хакимә Ҡояшҡа ғибәҙәт ҡылырға тип тышҡа сыҡһа, ҡош тубы Ҡояшты тотош ҡаплаған, һәм ил өҫтөн эңер япҡан. Бығаса күрелмәгән тамашанан ҡото осҡан батшабикә өҫтөндәге кейемдәрен йолҡҡослаған. Ошо ваҡыт уның эргәһенә һөҙһөт осоп килгән, ҡанатына Сөләймәндең хаты бәйләп ҡуйылған.

«Сәба батшабикәһенең килеүе», Самуэль Коулмен картинаһы

Хатты уҡығас, батшабикә ҡалған кейемдәрен дә йолҡҡослап ташлаған. Вәзирҙәре уға Йәрүсәлимгә бармаҫҡа кәңәш бирһә лә, уның ошо тиклем ҡөҙрәтле хакимды бик тә күргеһе килгән. Карапҡа ҡиммәтле сәрүи ағасы, ынйылар һәм затлы таштар тейәп, юлға сыҡҡан һәм 3 йыл эсендә (ғәҙәттә был юлға 7 йыл китер булған) Исраилға килеп еткән.

«Эстер китабы»на ҡарата яҙылған «Таргум Шени»ҙа әйтелгәнсә, Сөләймән батша Сәба батшабикәһен һарайының тәхетле залында ҡабул иткән, уның иҙәне быяла булған. Уға баҫҡас та, батшабикә тәхет һыуҙа тора тип уйлаған һәм күлдәген еүешләтмәҫ өсөн ирекһеҙҙән ҡапыл итәген күтәргән. Шулай итеп, Сөләймән уның ҡуйы йөн баҫҡан аяғын күргән һәм тупаҫ рәүештә былай тигән: «Матурлығың һинең — ҡатын-ҡыҙ матурлығы, ә йөнөң — ирҙәр йөнө. Был ирҙәргә килешә, ә ҡатын-ҡыҙҙы йәмһеҙләй».

«Бен-Сира алфавиты»нда Сөләймәндең Сәба батшабикәһе менән мөхәббәте тураһында тәүге тапҡыр һөйләнелә, унда батшабикәнең бөтә тәне йөн менән ҡапланған булыуы тураһында әйтелә. Үҙе менән түшәк бүлешкәндә ҡамасау булмаһын өсөн батша һарай табиптарына йөндө бөтөрә торған май эшләргә бойорған.

Эфиоп риүәйәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәба батшабикәһе тураһындағы риүәйәттәрҙең береһе «Кебра Негаст» («Батшалар Шөһрәте тураһында китап») тигән эфиоп китабына ингән, уның иң боронғо ҡулъяҙмаһы XII быуатҡа ҡарай. Унда Сөләймән батшанан һәм Сәба батшабикәһенән башланған эфиоп хакимдары династияһы тураһындағы риүәйәттәр теркәлгән.[21]Кебра Негаст»тың һуң сығышлы булыуын 32-се бүлектә Сәба батшабикәһенең Яңы Ғәһедтә телгә алынған Эфиоптар батшабикәһе Кандакия менән тиңләштерелеүе шаһитлыҡ итә (Деян. 8:27). Ләкин шуныһы: Уильям Барклиҙың Яңы Ғәһедкә биргән аңлатмаларына ярашлы, Кандакия — исем түгел, ә титул, уны Эфиопия батшабикәләре бөтәһе лә йөрөткән).[22] Был текста уның исеме — Македа («Уттай»). Бәлки, быға Сәба батшабикәһен Яңы Ғәһедтә көньяҡ батшабикәһе тип атау сәбәпселер.

Сәба батшабикәһе Йәрүсәлимгә елдерә.
Эфиоп фрескаһы

Сәба батшабикәһе сибәр, сағыу һәм аҡыллы ҡатын булған (әммә уның килеп сығышы, ғаиләһе тураһында бер һүҙ ҙә юҡ). Библиялағы кеүек, ул Йәрүсәлимгә Сөләймән менән күрешеп һөйләшер өсөн килә, уның даны һәм аҡылы хаҡында Тармин тигән сауҙагәрҙән ишеткән була.[23]

Ул килгәс, Сөләймән «уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә һәм бик шатлана, һәм үҙенең һарайында эргәһендә уға урын бирә. Уға иртәнге һәм киске табын өсөн ризыҡ-ниғмәттәр ебәреп тора», ә бер ваҡыт «улар бергә ята» һәм «Сөләймән батша менән айырылғандан һуң туғыҙ ай ҙа биш көн үткәс, …уны тулғаҡ тота башлай һәм уның ир балаһы донъяға килә».[24] Хикәйәлә иғтибар яуларға тырышыу күренә — батшабикә, һыу эсеп, уның бер мөлкәтенә лә теймәҫкә вәғәҙә биргәндән һуң Сөләймән батшабикә менән бергә ятыу мөмкинлеген ала. Аксум риүәйәтендә иһә батшабикә Йәрүсәлимгә хеҙмәтсеһе менән килә, икеһе лә ирҙәр кейемендә була, уларҙың бик аҙ ашауын, ә төндә бал менән һыйланыуын күргән батша эштең ниҙәлеген аңлай ҙа икеһе менән дә йоҡлай[25].

Македа улына Бәйнә-Ләкһәм (варианттары — Өлдә-Таббиб («сын мудреца»), Менелик, Меньелик) тип исем ҡуша, ун икеһе тулғас, атаһы тураһында һөйләй. 22 йәшендә Бәйнә-Ләкһәм «хәрби һәм һыбай йөрөү оҫталығына, шулай уҡ һунар һәм ҡырағай йәнлектәр ауларға, ғөмүмән, үҫмер егеттәр белергә тейешле бөтә һөнәрҙәргә бик уңышлы өйрәнә. Шунан ул батшабикәгә былай ти: „Барып атайымды күрәйем әле, Исраил Раббыһы Алла бойорһа, әйләнеп ҡайтырмын“».[23] Сәфәргә сығыр алдынан Македа үҫмергә атаһы таныһын һәм «уның (батшабикәнең) әйткәнен һәм уның менән килешеүҙе иҫкә төшөрһөн» өсөн Сөләймәндең балдағын бирә.[26]

Бәйнә-Ләкһәм Йәрүсәлимгә килгәс, Сөләймән уны улы тип таный һәм бик ҙур ҡәҙер-хөрмәттәр күрһәтә:

Хайле Селассие I, Эфиопияның һуңғы императоры, Сөләймәниҙәр династияһынан һуңғы хаким тип иҫәпләнә.

«Кебра Негаст»ҡа ярашлы, Бәйнә-Ләкһәм тыуған иленә әсәһе янына ҡайта, атаһы эргәһенән бик күп аҡһөйәк ғаиләләренең баш балалары булған йәһүдтәрҙе эйәртә, Йәрүсәлим ҡорамынан Килешеү һандығын да алып ҡайта. Эфиоптар раҫлауынса, ул Аксумда Сион Ҡыҙы Изге Мәрйәм соборында әле лә һаҡлана.[27] Улы ҡайтҡас, батшабикә Макеба тәхетте уға тапшыра, һәм улы Эфиопияла Исраилдағыға оҡшаш батшалыҡ төҙөй, илдә иудаизмды дәүләт дине итә, батшалыҡты ҡатын-ҡыҙҙар буйынса тапшырыуҙы тыйып, патриархат индерә.[21] Әлеге көнгәсә Эфиопияла «фалаштар» — эфиоп йәһүдтәре йәмәғәтселеге бар, улар үҙҙәрен Эфиопияға Бәйнә-Ләкһәм менән күсеп килгән йәһүд аҡһөйәктәре тоҡомо тип иҫәпләй.[28] «Кебра Негаст» раҫлауынса, Менелик Сөләймәндең беренсе улы, уның баш балаһы, булған, шунлыҡтан Һандыҡты (һәм бығаса Исраил халҡы өҫтөндә торған Алла бәрәкәтен дә) баш бала булараҡ алып ҡайтып киткән.

Бәйнә-Ләкһәмдән башланған һәм Сөләймәниҙәргә ҡараған эфиоп батшалары династияһы ил менән Х быуат аҙағына, легендар эфиоп яугирәһе Эстер тарафынан ҡолатылғанға тиклем идара итә.[21] Рәсми тарих бәйән итеүенсә, быға ҡарамаҫтан, боронғо тоҡом йәшерен рәүештә һаҡланып ҡала һәм 1270 йылда батша Йеконо Амлак тарафынан тәхеткә ҡайтарыла. Эфиопияның һуңғы императоры Хайле Селассие I үҙен Сөләймәниҙәр династияһына индерә һәм Сәба батшабикәһенең 225-се вариҫы тип һанай.[29]

Халыҡта, Сөләймән менән ятҡан хеҙмәтсе ҡыҙҙың да улы Заго тыуған, ул Менелик менән бергә үҫкән, ләкин алйотораҡ, сикләнгән ҡарашлы һәм «типкесләп йөрөтә торған малай», эфиоп батшаһының ҡапма-ҡаршыһы булған, тигән риүәйәт тә бар.[30]

Ғәрәп әҙәбиәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батшабикәнең тарихы ғәрәп әҙәбиәтендә айырыуса ентекле тасуирлана. Тарих яҙыусы Та’алаби пәйғәмбәр тураһындағы тарихта батшабикәне быяла иҙән менән һынауға килтереп еткергән мәкерле хәлдәр тураһында һөйләй: ике яуыз ен, Сөләймәндең Билкискә өйләнеп ҡуйырынан ҡурҡып, уның абруйлы исеменә тап яҡмаҡсы була: «Дөрөҫ, Билкис аҡыллы, тик уның аяғы урынына ишәк тояғы, ә балтырҙары йөнлө бит, сөнки әсәһе ендәр нәҫеленән булған икән». Бынан тыш Та’алаби уның тәхеткә нисек менеүен дә һүрәтләй: атаһы үлгәс, халыҡтың байтаҡ өлөшө ҡатын-ҡыҙҙы хакимә тип танырға ризалашмай, батша итеп бер ирҙе һайлай. Ил ике яҡҡа бүленә, ул арала яңы хаким яуызлығын күрһәтеп өлгөрә. Батшабикә уға ҡоҙалар ебәрә, шул рәүешле ике яҡты берләштерергә итә, ә никах мәжлесендә иҫерә төшкән кейәүҙең башын сабып өҙә (Йүдит һәм Һолоферн тарихы менән сағ.). Батшабикәнең ендәр нәҫеленән булыуы тураһында һөйләгәндә, Та’алаби Ибн-Мәимүн менән Әбү-Һүрәйрәгә һылтана, һуңғыһы, ҡануни текстарҙа бындай шаһитлыҡтар булмаһа ла, Мөхәммәттең шаһитлыҡ ҡылыуына таяна. Сасаниҙар солтаны Мансурҙың (X быуат) вәзире Белами һөйләүенсә, Билкистең атаһы кенәз, әсәһе пәрей булған.

Атаһы, Һадһад батша, күптән баҡыйлыҡҡа китте инде,
Уның ҡәлғәләренең тештәре күптән ҡойолдо инде,
Ҡайҙа Билкис, йырсылар данлаған теге тәхет ҡайҙа?
Бөтә һарайҙарҙан затлы һарайы уның ҡайҙа?[31]
«Һимйәри батшалар китабы»

XII быуатта ғәрәп йылъяҙмасыһы Нашван ибн-Сәйед «Һимйәри батшалар китабы» тигән әҫәр яҙа, ғәмәлдә, ул Сәба батшаларының хикәйәт итеп яҙылған шәжәрәһе булып тора. Унда хакимәнең исеме Билкис һәм шәжәрә ағасында уның үҙ урыны бар — Сәба кенәзе Ду Таба (икенсе исеме Мәнһән-әл) уның ире булып тора, ә атаһының исеме Һадһад һәм Сәба тарихында батырҙар дәүерен кәүҙәләндергән Тобба тигән батшалар нәҫеленә ҡарай (ата-бабалары сәби һалдаттары менән Һиндостан менән Ҡытайға тиклем барып етә, риүәйәттәрҙә һөйләнеүенсә, тибеттар уларҙан сыҡҡан). Асад батшаның Билкис тоҡомонан булыуы билдәле[32]. Был хикәйәттә бөйөк үткәндәрҙе һағыныу һәм йәшәйештең буш нәмә булыуына моңһоуланыу төҫмөрләнә. Унда шулай уҡ батшабикәнең тылсымлы сығышы тураһында бәйән ителә: атаһы һунарҙа бер ғәзәлде баҫтырып аҙаша ла Талаб-ибн-Сина батша биләмәһендә ендәр йәшәгән тылсымлы ҡалаға барып юлыға. Ғәзәл батша ҡыҙы Харураға әүерелә һәм Һадһадҡа кейәүгә сыға. Тикшеренеүселәр был сюжеттың Ғәрәбстандағы исламға тиклемге йәнлек культы менән бәйләнешен билдәләй: батшабикәнең атаһы Һадһад һөҙһөт ҡошона оҡшаш, олатаһы Талаб б.э.т. III быуаттан ай менән бәйле илаһ булараҡ танылған, исеме «тау кәзәһе» тигәнде аңлата, ә әсәһе әүерелмеш ғәзәл булып тора[33].

«Сөләймән менән Сәба батшабикәһе», деталь. Ғосман оҫтаһы, XVI б.

Фарсы яҙыусыһы Жәмиҙең ] «Ете тәхет» тигән халыҡсан романында «Salaman va Absal» тигән бүлектә ҡатын-ҡыҙҙың хыянатсыллығы тураһында бәләкәй генә эссе бар, һәм Сәба батшабикәһе енси мөнәсәбәттәргә ирекле ҡарашын таный: «Бер ваҡытта ла, төнөн дә, көндөҙ ҙә, мин көҫәп ҡарап ҡалмаған бер ир-егет тә юҡтыр».[34] Ә Низами, Сөләймән менән Билкистең насар ҡылыҡтарын яманлап, уларҙың өйләнешеүе һәм фалижлы балалары тыуыуы тураһында һөйләй, был бала батша менән батшабикә Аллаға йәшерен теләктәрен әйтһә генә һауығырға тейеш була. Батшабикә ирен алдағыһы килеүен әйтә, ә батша, иҫ киткес бай булыуына ҡарамаҫтан, башҡаларҙың да байлығына эйә булырға теләүен белдерә. Әҫәрҙең һабағы — тәүбәгә килгәс кенә ҡотолоу табыу.

Фарсы яҙыусыһы һәм мистигы Жәләледдин Руми (XIII б.) «Мәснәүи» тигән 4-се китабында (Ҡөрьәнгә шиғри тәфсир) батшабикәнең ҙур байлыҡ тейәп килеүе, ләкин был байлыҡтың Сөләймән байлыҡтары эргәһендә остоҡ ҡына булып күренеүе тураһында һөйләй. Төп һабаҡ: ысын бүләк — алтын түгел, ә Алланы таныу, шунлыҡтан Сөләймән батшабикәнән бүләккә «уның саф йөрәген» көтә. Ә фарсы шағиры Хафиз, киреһенсә, Билкистең вәсвәсә һалырлыҡ ылыҡтырғыс образын тыуҙыра.

Ҡайһы бер ғәрәп текстарында батшабикәнең исеме — Балмака, Ялмака, Ялааммака, Иллумку, Алмака һ. б.

Сәба батшабикәһенең йомаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәба батшабикәһе, Сөләймән уны бик йылы ҡаршы алмаһа ла, маҡсатына өлгәшергә тырыша. Ул батшаға табышмаҡтар сисергә тәҡдим итә: «Яуаптарын тапһаң, мин һине аҡыл эйәһе тип танырмын, тапмаһаң — һине иң ҡәҙимге бер кеше тип белермен».

Табышмаҡтарҙың исемлеге (уларҙың ҡайһы берҙәре бер-береһенә ауаздаш) бер нисә иври сығанағында бар:

  • «Эстер китабы»на ҡарата «Таргум Шени»ҙа — 3 йомаҡ;
  • «Мидраш Мишлей»ҙа («Сөләймәндең әйтемдәре китабына мидраш»), шулай уҡ «Йылъяҙмалар»ға «Ялкут Шимони»ҙа — 4 йомаҡ;
  • «Мидраш Һа-хефец» (Британия музейында һаҡланған йәмән манускрипты) — 19 йомаҡ[35].

«Таргум Шени»[20] буйынса, Сәба батшабикәһе түбәндәге һорауҙарҙы биргән:

  1. «Ағас ҡоҙоҡ, тимер күнәк, таш сығара, һыу түгә. Был нимә?» — «Һөрмәлек» (Һөрмә). (Һөрмәлектең төрөпкәһе ҡамыштан, тотҡос булып хеҙмәт иткән һурҙыртҡысы металдан эшләнгән. Ҡаш һәм күҙ буяу өсөн матдә үҙе минералдан иретеп алынған; күҙгә төшһә, йәш ҡойҙорған).
  2. «Ерҙән сыға, тупраҡ менән туҡлана, һыу кеүек түгелә, яҡтылыҡ һибә. Был нимә?» — «Нефть».
  3. «Өҫтөнән дауыл һыҡранып, олоп уҙа; башы ҡамышҡа оҡшаған; байҙарға ул — хөрмәт, ярлыларға — хурлыҡ; мәрхүмдәргә — хөрмәт, тереләргә — хурлыҡ; ҡоштарға — ҡыуаныс, балыҡтарға — хәсрәт. Был нимә?» — «Етен». (Етендән байҙарға нәфис кейем тегелә, ярлылар өсөн тупаҫ кейем һуғыла, мәрхүмдәргә кәфен тегелә, дар ағасы өсөн бау ишелә. Етен орлоғо — ҡоштарға ем, етендән балыҡ тота торған ау үрелә.)
«Сөләймән менән Сәба батшабикәһе», Джованни Демин, XIX быуат

«Мидраш Мишлей»[36] менән «Ялкут Шимони»[19] башҡа төрлө йомаҡтарҙы килтерә:

  1. «Етәү сыға, туғыҙ инә, икәү ҡоя, ә берәү эсә». Сөләймән уйлап та тормай яуап бирә: «Ете — яңғыҙ ҡалыу көндәре, күрем ваҡытында ҡатындың бысраҡ булыуы, туғыҙ — ауырлы булыу айҙарының һаны, ике имсәк һөт бирә, ә берәү имсәк сабыйы эсә».
  2. «Ҡатын улына әйткән: „һинең атайың — минең атайым, һинең олатайың — минең ирем, һин минең улым, ә мин һинең апайың“». Яуап: «Был әсә — үҙ атаһынан бала тапҡан Лут ҡыҙҙарының береһе».
  3. Батшабикә үҙе менән бер төрлө кейем кейгән, бер буйлы һәм бер төрлө кәүҙәле йәштәрҙе алып килгән, уларҙы егеттәргә һәм ҡыҙҙарға бүлергә кәрәк булған. Сөләймән алашарҙарына сәтләүек менән ҡурылған орлоҡ килтерергә ҡушҡан, шунан уларҙы тарата башлаған. Егеттәр уңайһыҙланып тормайынса, кейемдәренең итәген күтәреп, сәтләүектәрҙе шунда һалдыртҡан, ә ҡыҙҙар, оялсанланып, баштарына ябылған бөркәнсек ситенә һалдырған.[3]
    1. Тағы бер мидрашта Сөләймән ысын сәскәне яһалманан айырырға тейеш булған, уға бал ҡорто ярҙам иткән.[37]
    2. Икенсе бер йомаҡта Сөләймән ебәк епте сатнаған зөбәржәт аша үткәрергә тейеш булған, уға ебәк ҡарышлауығы ярҙам иткән.[38]
  4. Сөләймән йәнә лә сөннәтле ирҙәрҙе сөннәтһеҙҙәрҙән айырырға тейеш булған. Сөләймән баш ҡаһинға Килешеү Һандығын килтерергә ҡушҡан. Сөннәтлеләр тубыҡланған, уларҙың йөҙҙәренә Бәрәкәт нуры ҡунған, ә сөннәтһеҙҙәр Һандыҡ алдына йөҙтүбән йығылған.
«Сөләймән һәм Сәба батшабикәһе»,
билдәһеҙ рәссам, XV быуат, Брюгге

«Мидраш Һа-хефец»та 19 йомаҡ бар[35][39], уларҙың тәүге дүртеһе «Мидраш Мишлей»ҙағы йомаҡтарға тап килә, ә ҡалған 15-е башҡаса:

  1. Кем тыумаған да, үлмәҫ тә? — Алла, Аллаға шөкөр.
  2. Ниндәй ер ҡояшты бер генә тапҡыр күргән? — Муса менән исраил халҡы алдында, һыуы ике яҡҡа айырылып, юл һалынған Ҡыҙыл диңгеҙ төбө.
  3. Ун ҡапҡалы ниндәй кәртә ул, береһе асылһа — туғыҙы бикле; туғыҙы асылһа, береһе ябыла? — Был кәртә — ҡатын-ҡыҙҙың ҡарыны; ун ишек — кәүҙәләге ун тишек: күҙҙәр, ҡолаҡтар, танау тишектәре, ауыҙ, бәүел-нәжестән ҡотолоу юлдары һәм кендек. Бала ҡарында ятҡанда уның кәүҙәһендә тик кендек тишеге генә асыҡ, башҡалары ябыҡ; бала тыуғанда, кендек ябыла, ә башҡа тишектәр асыла.
  4. Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар, йөрөй башлай, нимә ул? — Карап эшләү өсөн ҡырҡылған ағас.
  5. Ризыҡ та, эсемлек тә, һауа ла түгел, өс кешене үлемдән ҡотҡарған өс әйбер ни? — Мисәт, бау һәм таяҡ. Йәһүдә менән Тамарҙың тарихы күҙҙә тотола, ундағы өсәү — Тамар менән уның ике улы.
  6. Мәмерйәгә өсәү инделәр, бишәү сыҡтылар, кемдәр ул? — Лут, уның ике ҡыҙы һәм уларҙың ике балаһы.
  7. Мәйет тере, ҡәбере бәүелә, мәйет доға уҡый. Был ни? — Кит балығы эсендәге Әйүп.
  8. Ерҙә ашаған һәм эскән, ләкин ир менән ҡатындан тыумаған өсәү кемдәр ул? — Ибраһимға килгән өс фәрештә.
  9. Дүртәү, әжәл йортона инеп тә, тере сыҡты, икәү, тормош йортона инеп тә, мәрхүм булды. Кемдәр ул? — Дүртәү: Даниел, Хананъяһ, Мишаел һәм Ғазаръя (утлы мейестәге үҫмерҙәр, Дан., икәү — Надав менән Авиһуд (Һарундың ике улы, Раббы ҡаршыһына Ул тыйған мәжүси утты килтергән өсөн көл-күмергә әйләндерелгәндәр, Лев.).
  10. Кемдәр тыуа, ләкин үлмәй? — Күккә тереләй алынған Ильяс пәйғәмбәр (Цар4) менән Мәсих.
  11. Ғүмер бирһәләр ҙә, нимә тыумаған? — Алтын үгеҙ, (Муса юҡта халыҡ һорауы буйынса Һарун эшләгән илаһ: «Мин иһә уларға: „Кемегеҙҙә алтын бар, килтерегеҙ“, — тинем. Алып килделәр. Мин алтынды утҡа ташланым да бына ошо үгеҙ килеп сыҡты».
  12. Нимә, тупраҡтан сыҡһа ла, кеше ҡулы менән эшләнә һәм ерҙән сыҡҡан менән туҡлана? — Филтә.
  13. Икәүҙең ҡатыны булды, икене тыуҙырҙы, бөтә дүртеһе лә бер ата балалары? — Тамар.
  14. Әжәл ингән ниндәй йортта бер үлек тә юҡ, тик унан берәү ҙә тере сыҡмаҫ? — Самсон менән фәләстиндәр тураһында тарих (әсирлеккә алынған Самсон мәжлес барғанда йорт ҡыйығын терәтеп торған бағаналарға бәйләп ҡуйыла ла, уларҙы шылдырып, «йортто унда булған бар халыҡтың өҫтөнә ишелдерә» — (Суд.).
  15. Батшабикә эрбет бүрәнәләр килтерергә ҡуша һәм Сөләймәндән бүрәнәләрҙең ҡайһы яғы ос, ҡайһы яғы төп булыуын, ҡайһы яҡтан ботаҡтар, ҡайһы яҡтан тамыр үҫкәнен күрһәтеүен үтенә. Сөләймән бүрәнәләрҙе һыуға һалырға бойора. Бүрәнәләрҙең һыу төбөнә тартылған башы — аҫҡы, тамыр яҡ, күтәрелеп ҡалған башы ос яҡ була.

Шуныһын билдәләргә кәрәк: был исемлектәге йомаҡтарҙың күбеһе тормош аҡылына түгел, ә иври халҡының тарихы буйынса белемдәргә нигеҙләнгән һәм уларҙың алыҫ илдән килгән ҡояшҡа табыныусы батшабикә ауыҙынан ишетелеүе сәйер. Етмәһә, Даниел, Ильяс һәм Әйүп Сөләймән хакимлығы осоронан һуң тыуғанлыҡтан, Сәба батшабикәһенең һорауҙарына бер нисек тә эләгә алмаҫ ине.

  • Каббалистик «Зогар китабы»нда (XIV б. самаһы) батшабикә Сөләймәнгә уға сандали эшләп биреүҙе табышмаҡ итеп ҡуша[40]. Был йомаҡ батшабикәнең аяғы хайуан аяғы кеүек булғанлыҡтан уға аяҡ кейеме кәрәкмәүенә нигеҙләнгән. Сөләймән сандали эшләүҙән баш тарта.

Был бәхәс аҙағына Сәба батшабикәһе Сөләймәндең үҙенән аҡыллыраҡ икәнлеген танырға мәжбүр була.

Бына Сәба хакимәһе
Сөләймәндең әхирәте,
Эфиоп ваҡсылбикәһе,
Аҡылын күрһәтәм тип,
Табышмаҡтар ҡоя-ҡоя
Ялҡытып бөттө инде!
Генрих Гейне[41]

Башҡа мәҙәниәттәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүд әҙәбиәтенән айырмалы, башҡа халыҡтар табышмаҡтар темаһына үтә ҙур иғтибар бирмәгән, шулай ҙа үҙенсәлекле йомаҡтар ҙа осраштыра.

  • Ғәрәп йомағында батшабикә ерҙән дә, күктән дә бирелмәгән «һыуһынды ҡандырыр» һыу тураһында һорай. Сөләймәнгә Ябраил фәрештә был хаҡта алдан уҡ әйтеп ҡуйған була — ат тире, был — берҙән-бер хайуандың һыуһын ҡандыра ала торған тире, сөнки ул тоҙло түгел (Урта быуаттарҙағы хата ҡараш).
  • Ғәрәп әҙәбиәтендә ҡыҙҙарҙы егеттәрҙән айырырға тәҡдим ителгәс, мидраштарҙан айырмалы, Сөләймән уларға бит йыуырға ҡуша. Егеттәр — һыңар ҡул менән, ҡыҙҙар ҡуш услап йыуына. Ә текстарҙың береһендә — ислам авторы Хөсәйендә ҡыҙҙар — егет булып, егеттәр ҡыҙ булып кейенгән.
  • Урта быуаттар Европаһының быға оҡшаш текстары һаҡланмаған, әммә сәнғәт әҫәрҙәренән йомаҡтарҙы аңларға була. Мәҫәлән, Сөләймәндең аҡылын һынауға арналған XV быуат немец келәмдәрендә Сөләймән, алма тотҡан ике бер иш бала һәм ҡулына ике сәскә тотҡан батшабикә һүрәтләнгән. Келәмгә уның һорауы яҙылған: «Әйт әле миңә, батша/ Сәскәләр һәм балалар/ Тәбиғәте менән оҡшашмы/ Әллә оҡшаш түгелме». Батша балаларҙың енесен һәм сәскәләрҙең ҡыйһыһы ысын, ҡайһыһы яһалма икәнен айырырға тейеш. Сәскәгә ҡағылышлыһында уға бал ҡорто ярҙам итә (иври мидрашындағыса), ә балаларҙы уларҙың алманы нисек йыйғанына ҡарап айыра (йәһүдсәлә сәтләүек ине). Ошолай уҡ алмалы текстарҙың иң боронғоһо — исемһеҙ авторҙың «Римлыларҙың һәм башҡаларҙың төрлө эш-ғәмәлдәре тураһында трактат» тигән ҡулъяҙмаһы (Болонья, 1326).
  • «Кебра Негаст»та «ул уны табышмаҡтар менән һынарға килгән» тигән Библия һөйләме «ул уны аҡылы менән һынарға килгән» тип тәржемә ителгән һәм, моғайын, шуға эфиоп яҙмаларында йомаҡтар юҡтыр.
  • Ҡайһы бер йомаҡтарҙың таралыу даирәһе бик киң: мәҫәлән, япон фрейлинаһы Сей Сёнагондың «Баш осондағы яҙмалар»ында (б. э. 1000—1010 йй.), иври сығанаҡтарындағы йомаҡтар бар: еп үткәрергә кәрәк булған зиннәтле таш, бүрәнәне һыуға төшөрөп, уның осо менән төбөн табыу тураһындағылар — уларҙы илселәр аша бик аҡыллы ҡытай императоры «ябайыраҡ» япон императорына әйтеп ебәрә.

Сәба батшабикәһенең бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө халыҡтарҙың легендаларында һәм риүәйәттәрендә батшабикә килтергән бүләктәр төрлө:

Библияла:
  • Ынйы һәм аҫыл таштар;
  • Алтын һәм хуш еҫле һумала-майҙар
Легендаларҙа:
  • Көмөш; христиан легендаһы буйынса, уның эсенән 30 көмөш тәңкә Йәрүсәлим ҡорамы емерелгәндә (дүрт быуат үткәндән һуң) юғала, шунан улар (тағы биш быуаттан) тылсым эйәләренең Ғайсаға бүләктәре араһында булып сыға, ниһайәт, Йәһүдә Искариотҡа хыянат өсөн бирелә ("Сөләймәндең васыяты"на — мысыр христианы тарафынан I—IV бб. иври легендалары нигеҙендә яҙылған текстҡа ярашлы);
  • Бер үк йылды һәм көндө тыуған, бер төрлө буйлы һәм кәүҙәле, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге бер төрлө кейемгә кейенгән бик күп егет һәм ҡыҙ — батшаның аҡылын һынауҙа ҡатнашыу өсөн;
  • Сәрүи ағасы;
Ғәрәп тоҡомло ат
  • Һутлы бәлзәм (Amyris Opobalsamum) тигән хуш еҫле үҫемлектең орлоҡтары, уларҙан хушбуй эшләйҙәр (Иосиф Флавий яҙғанса[42]), йәнә икмәк ағасының орлоҡтары;[43]
  • Һуңынан Ирод батша хазиналығына эләгеп, унан Иосиф Аримафейский Ғайсаға тапшырған туҫтаҡ, йәғни — Изге Туҫтаҡ (Святой Грааль);[44]
  • Сафанад (Safanad, «Саф») исемле тоҡом айғыры, риүәйәткә ярашлы, ғәрәп аттарының тоҡом башы.[45]

Быларҙан тыш, һуңғыраҡ осор әҙәбиәтендә башҡа күп төрлө бүләктәр телгә алына (зәңгәр яҡуттар, зөбәржәттәр, һауыт-һаба һ. б.), быларҙың авторҙарын табырға булалыр, моғайын.

Батшабикәгә Сөләймәндең яуап бүләктәре иҫәбенә XVII быуатта Сәба батшабикәһенең китапханаһын да индергәндәр. Ул, йәнәһе, Абиссинияла һаҡланған һәм Рим папаһы вәкилдәре тарафынан өйрәнелгән, улар араһында, имештер ҙә, батшаның батшабикә янына килгән һайын биргән һәм артабан йыл һайын ебәреп торған китаптары ла бар. Китапханала Енохтың тәбиғәт күренештәре һәм башҡа физик күренештәр тураһындағы, Нухтың математика һәм церемониялар тураһындағы китаптары, Ибраһимдың Мамре имәнлегендәге фәлсәфәүи әңгәмәләренең яҙмалары, Сивилланың китаптары һәм батшабикәнең үҙенең әҙәрҙәре һаҡлана, йәнәһе. Ләкин был тарих әҙәби ялған булып сыға.[46]

Христиан йолаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Суламита менән Мәсихтең кәләше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сарон баҡсаһы нәркәсе — Сөләймән —
Һөйҙө Көньяҡ хакимәһе
Бәлкисте —
Өҙөлөп яратҡан ҡатынын.
Батша уға хас ҡол ише ғашиҡ ине.
Пальма менән лимон үҫә торған яҡта
Сарон нәркәсе Сөләймән
Тығыҙ күкрәге гөлдәй гүзәл булған
Көньяҡ хакимәһе Бәлкисте һөйҙө.
Тәхеттәге һөйөклөһөнөң наҙҙарынан
Елбәҙәк гөлдәй сәскә атты ҡатын.
Тик батшабикә аҡылына хайран ҡалып,
Ҡурҡышынан ҡай саҡ илар булды
Күркәм Сөләймән…
Игорь Северянин

Библиялағы «Сөләймәндең гүзәлдәрҙән-гүзәл йыры»на аңлатмаларҙа типологик христиан экзегезаһы ғәҙәттә Сөләймәнде һәм уның һөйөклөһө Суламитаны Мәсих-кейәү һәм Сиркәү-кәләш итеп ҡарай. Был аңлатманы Инжилдағы Ғайса һәм уның эйәрсәндәрен Сөләймән һәм көньяҡ батшабикәһенә тиңләштергән хикәйәткә яраҡлатыу һөҙөмтәһендә Сәба батшабикәһе менән Суламита-Мәсих Сиркәүе образдары бер-береһенә яҡыная. Оригендың "Гүзәлдәрҙән-гүзәл йыр буйынса әңгәмәләр"ендә улар тығыҙ үрелә, ә ҡара тәнле Суламита (Песн.) «эфиоп һылыуы» тип ҡарала.[47] Был яҡынлыҡ «Гүзәлдәрҙән-гүзәл йыр»ҙың урта быуаттарҙағы комментарийҙарында, атап әйткәндә, Бернар Клервосский һәм Гонорий Августодунский аңлатмаларында үҫеш ала. Һуңғыһы Сәба батшабикәһен Мәсихтең һөйөклөһө тип үк атай.[48] Урта быуаттарҙағы латин Библияларында «Гүзәлдәрҙән-гүзәл йыр»ҙың беренсе битендәге C инициалы (лат. Canticum Canticorum) эсенә йыш ҡына Сөләймән менән Сәба батшабикәһе һүрәте лә төшөрөлгән була. Шул уҡ ваҡытта Сиркәүҙе кәүҙәләндергән батшабикә образы Ҡыҙ Мәрйәм образы менән бәйләнелә, күрәһең, ошо сәбәпле иконаларҙа Ҡара Мадонналар (ҡара: түбәндә) килеп сыҡҡандыр.

Тылсымсы ҡатын һәм сивилла

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта быуаттар Европаһы әҙәбиәтендә, күрәһең, әйтелеш оҡшашлығы арҡаһындалыр, Сәба батшабикәһен антик донъяның легендар күрәҙәсеһе сивилла менән тиңләштереү хасил була. Әйтәйек, монах Георгий, Византияның IX быуаттағы йылъяҙмасыһы яҙыуынса, гректар Сәба батшабикәһен Сивилла тип йөрөткән. Сәба Сивиллаһын Павсаний Фәләстандан ситтә, Сүриә тауҙарында, ивриҙар менән бергә йәшәгән күрәҙәсе тип һүрәтләй, ә III быуат римлыһы Элиан уны Йәһүд Сивиллаһы тип атай.[3] Николай Спафарий «Сивиллалар тураһындағы китабында» (1672 йыл) Сивилла Сәбаға тотош бер бүлекте арнай. Ул былай тип яҙа: «был батшабикә аҡыллы сивилла ҡиәфәтендә аҡыллы батшаны күрергә килә һәм күрәҙәсе булараҡ Сөләймән аша Мәсихте күрә».[49] Сәба батшабикәһенең сивилла ҡиәфәтендәге һүрәтләнеше Бет-Ләхәмдә Мәсих Раштыуаһы базиликаһының көнбайыш фасадындағы мозаикала бар (320-се йылдар).[50]

Урта быуаттарҙа таралған йәһүди-христиан "Сивилла күрәҙәләре"ндә әүернә данлана,[51] был Сәба батшабикәһенең Тереклек тыуҙырыусы Әүернә алдындағы ғибәҙәте тураһында сюжетҡа нигеҙ булғандыр. Батшабикәне сивиллаға тиңләү көнбайыш легендаларына ғына хас түгел, православие иконаларына ла Көньяҡ Сивиллаһының (Сәба баташбикәһенең) күрәҙәһе яҙылған.[52]. XVI быуат башындағы "Рус Хронографы"нда ул «батшабикә Сивилла» тип исемләнә[53].

«Алтын легенда» составындағы Сәба батшабикәһе тураһындағы көнбайыш легендаларында ул тылсымсы һәм күрәҙәсе тип һүрәтләнә һәм Regina Sibylla тип атала.[3]

Сәба батшабикәһе Тереклек тыуҙырыусы Әүернә алдына теҙләнә
Пьеро делла Франческа фрескаһы, Ареццолағы Сан-Франческо базиликаһы

Батшабикә һәм Тереклек тыуҙырыусы Әүернә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Алтын легенда»ға ярашлы, тылсымлы һәм сивилла Сәба батшабикәһе Сөләймән батшаға килгәндә юлда шишмә аша һалынған баҫма алдында теҙләнә. Легенда буйынса, был баҫма Изгелек менән Яуызлыҡты айырыу ағасының Әҙәмде ерләгән саҡта ауыҙына һалып ҡалдырылған ботағынан үҫеп сыҡҡан һәм һуңынан Йәрүсәлим ҡорамын төҙөгәндә сығарып ташланған ағастан эшләнгән булған.

Уның алдында теҙләнеп, ул Донъяны Ҡотҡарыусының ошо ағасҡа аҫылырын һәм йәһүдиҙәр батшалығының бөлөрөн һәм бөтөрөн алдан күргән.[54]

Ул шишмә аша әлеге баҫманан атлап сыҡмаған, һыуҙы ялан аяҡ кисеп сыҡҡан.[55] Урта быуат теологы Гонорий Августодунский «De imagine mundi» (Донъя ҡиәфәте тураһында) тигән әҫәрендә, һыуға ингәс тә уның хайуандыҡы кеүек аяғы кешенекенә әйләнгән, тип һөйләй (ғәрәп легендаларынан алынған).

Легенда буйынса, Сөләймән шөбһәгә төшә һәм баҫма бүрәнәһен күмеп ҡуйырға ҡуша, тик ул ағас мең йылдан табыла һәм Ғайса Мәсихте аҫа торған дарҙы яһауға тотонола.

«Әүернә Ағасы тураһындағы һүҙ» тигән рус апокрифында (XVXVI быуаттар) сивилла, Сөләймән ырғытып ҡуйған ағасты ҡарарға килеп, уның өҫтөнә ултыра һәм утта көйә. Шунан ул былай ти: «Эй, өс ҡат ҡәһәрләнгән ағас», ә эргәһендә торған кешеләр уға ҡаршы: «Эй, өсләтә хозур ағас, Раббы шуға аҫыла бит!» — тип һөрән һала.[56]

Урыҫ апокрифтарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Батшабикәнең тыуыуы, тәхеткә ултырыуы, Йәрүсәлимгә барыуы һәм ир балаға ауырға ҡалыуы тураһында хикәйәт (эфиоп «комиксы»)

Сивиллаға оҡшап, ул боронғо рус православие әҙәбиәтенә лә килеп инә.

«Сөләймән хөкөмдәре» тигән апокрифик хеҙмәттә Сөләймән менән Сәба батшабикәһенең осрашыуы ентекле һүртәтләнә. Ул XIV быуат аҙағынан Иҫке Ғәһед китаптарына аңлатмаларҙан торған «Толковая Палея» эсендә киң тарала. Сөләймән тураһындағы бындай хикәйәләр тыйыу аҫтында булһа ла, «Палея» үҙе дөрөҫ китап тип һанала.[57] Сөләймән тураһындағы урыҫ хикәйәттәренең урта бауыттарҙағы Европа һәм Талмуд әҙәбиәтенә оҡшашлығы, шулай уҡ тел үҙенсәлектәре текстың иври нөсхәһенән тәржемә ителгәнлеген дәлилләй.[58] Иври мидраштарын урыҫсаға әйләндереүҙе XIII быуаттың беренсе яртыһына индерәләр.[59]

«Сөләймән хөкөмдәре» бәйән итеүенсә, «Малкатошка исемле сит милләтле көньяҡ батшабикәһе булған. Ул Сөләймәнде табышмаҡтар менән һынамаҡҡа килгән».[60] Батшабикәнең урыҫса яңғырашлы исеме Малкатошка (ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа Малкатошва) ивриса Малкат Шва менән оҡшаш яңғырашлы, күрәһең, шунан алынғандыр. Батшабикә Сөләймәнгә бүләк итеп 20 тәпән алтын, һәр төрлө эсемлектәр, серемәй торған ағас килтерә. Сөләймән менән батшабикәнең осрашыуы ошолай һүрәтләнә:

Батшабикәнең тәне йөнлө тип яҙылыуы тексты ғәрәп легендаларына оҡшаш итә.

Иври риүәйәттәрендәге кеүек үк, батшабикә Сөләймәнде табышмаҡтар менән һынай, улар "Сөләймән хөкөмдәре"ндә килтерелә:

  • Сөләймәнгә бер төрлө кейемле һәм ҡиәфәтле егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ике тапҡыр айырырға тура килә. Беренсеһендә Сөләймән уларға йыуынырға ҡуша, егеттәр тиҙ, ҡыҙҙар оҙаҡ йыуына. Икенсеһендә йәшелсә йыйырға ҡуша, уларҙы «егеттәр — итәгенә, ҡыҙҙар еңенә тултыра»;
  • Сәба батшабикәһе сөннәтле ирҙәрҙе сөннәтһеҙҙәрҙән айырырға ҡуша. Яуап былай була: «Батша Раббы исеме яҙылған изге тажды килтерергә бойора. Уның ярҙамында Билғамдың пәйғәмбәрлек итеү һәләте тартып алынған була. Сөннәтлеләр баҫып ҡала, ә сөннәтһеҙҙәр йөҙтүбән йығыла».

Батшабикә Малкатошканың табышмаҡтарынан тыш, "Сөләймән хөкөмдәре"ндә ул алып килгән аҡыл эйәләре менән Сөләймәндең аҡыл эйәләре араһындағы бәхәс бар:

Аҙағында иври һәм эфиоп хикәйәләрендәге кеүек батшабикә менән Сөләймән араһындағы мөхәббәт тураһында һөйләнелә: «Ул унан ауырға ҡала һәм иленә ҡайтып китә һәм улы тыуа, һәм ул Навуходоносор була».[60]

Образды иблисләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Исемем арфалар моңо,
Лиралар сыңы аҫтында
Һәр тарафта яңғырап торор;
Донъялағы барлыҡ илдәр,
Бар дәүерҙәр йырсылары
Миңә мәңге мәҙхиә йырлар.
Аҡылым, көсөм, ғәйрәтем өсөн
Миңә бөтәһе хеҙмәт итә.
Мин — Сәба. Мин Ҡояшҡа,
Барыһын еңер көнгә табынам.
Мирра Лохвицкая

Библиянан һуңғы осорҙағы иври риүәйәттәрендә һәм уларға ауаздаш мосолман әҙәбиәтендә Сөләймәнде һынаған Сәба батшабикәһенең образы иблискә тиңләштерелә башлағаны күҙәтелә. Ул христиан әҙәбиәтенә лә үтеп инә. Библия хикәйәттәренең маҡсаты — Сөләймәндең аҡылын һәм ул идара иткән Исраил дәүләтенең сәскә атыуын данлау. Батша менән батшабикәнең бер-береһенә ҡаршы тороуы темаһы юҡ. Ләкин һуңға табан, хәҙерге заман тикшеренеүселәре фекеренсә[61], был мотив Алла биргән донъя ҡоролошон шик аҫтына алырға тырышыуға әйләнә. Батшабикә образы кире һыҙаттар, хатта асыҡтан-асыҡ иблислек билдәләре ала, мәҫәлән, йөнлө аяҡ. Вәсвәсә һалыу, гонаһлы бәйләнеш, ошо бәйләнештән донъяға килгән Навуходоносор — Ҡорамды емереүсе — темаһы барлыҡҡа килә. Ә батшабикә Сөләймәнгә килтергән көмөш иң аҙаҡтан Йәһүдә Искариотҡа түләнгән утыҙ көмөш аҡсаға барып тоташа.

Бабилдың хайуан ҡатыш тәнле алиһәһе һүрәте (Иштар, Астарта, Лилит йәки Төн батшабикәһе), б.э.т. 2025—1750 йй.

Батшабикә образы легендар иблис Лилит образы менән бәйле. Тәүге тапҡыр уларҙың образдары "Әйүп китабына таргум«да (Иов.) бәйләп ҡарала, унда әйтелеүенсә, Лилит, Сәба батшабикәһе ҡиәфәтен алып, Әйүпте яфалай.[62] Ошо уҡ таргумда „уларға сәбиҙәр һөжүм итә“ тигән урын „уларҙа Змаргад (Зөбәржәт) батшабикәһе Лилит һөжүм итә“ тип тәржемәләнә.[63] Бер ғәрәп легендаһында Сөләймән шулай уҡ, батшабикә ҡиәфәтендәге Лилит түгелме икән был, тип шикләнә. Һуңғыраҡ осор каббалистик трактаттарының береһендә билдәләнгәнсә, Сәба батшабикәһе Сөләймәнде һынау өсөн Лилит Әҙәмде албырғатҡан табышмаҡтарҙы ҡулланған.[64] Шулай уҡ был батшабикә ҡиәфәтенә инеп, Лилиттың Вормстан бер фәҡирҙе әүрәткәне тураһындағы хикәйәт тә бар.[63]

Урта быуат каббалистары ышанауынса, Сәба батшабикәһенең яуыз әрүахын да саҡырып була. XIV быуатта ошондай арбауҙар әйтергә тәҡдим ителә: «…Сәба батшабикәһен күргең килһә, дауахананан бер лот алтын ал; шунан бер аҙ шарап һеркәһе, бер аҙ ҡыҙыл шарап ал да бөтәһен һалып бута. Шуның менән һөртөн дә әйт: «Һин, Сәба батшабикәһе, кил… ярты сәғәттә, зыян-зарар итмә. Ялбарып һорайым, һинән һәм Малкиелдән, Тафтефил исеме менән үтенәм. Амин. Села». Бынан тыш, ул «Мин тауға үрләгәндән һуң…» тигән һүҙҙәр менән башланған алхимик трактаттың авторы тип һаналған.

Сәба батшабикәһенең аяғы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәти булмаған аяҡ боронғола мөғжизәүи һәләт билдәһе тип ҡаралған. Батшабикә аяҡтарының йөн менән ҡапланған булыуы Мидрашта телгә алына, ә Ҡөрьәндә күҙҙә тотола (Ҡөрьән тәфсирселәренең яҙмаларында батшабикәнең тәне уның иблислеге күрһәткесе булыуын билдәләй[14]). Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ғәрәп легендаларында (улар, моғайын, Ҡөрьәнгә тиклем үк сыҡҡандыр һәм тәфсирҙәргә лә йоғонто яһағандыр) тояҡлы кәзә аяғы тураһында һүҙ бара, был, бәлки, Көньяҡ Ғәрәбәнең зооморф ай алиһәһе шаңдауылыр[5] — ул Астартаға (Ilumquh, Almaqah, Amm, Ilmuqah, Sin, Syn, Wadd) оҡшаш булған.[65] Был ай алиһәһенә табына торған урындарҙы ерле халыҡ әле лә Мәхрәм Билкис («Билкистың ҡатын-ҡыҙ йорто») тип атай.[3] 1950-се йылдарҙа был ҡорамды Уэндель Филлипс ҡаҙып сығара.[66] Бинаның әйләнәһе 350 м, тәҙрәләре бик күп. Филиппс былай ти: «Ҡорамдың эске стенаһында бер рәт итеп 64 тәҙрә урыны кеүек уйым яһалған, улар рәшәткә менән биҙәлгән. Һигеҙ менән алтмыш дүрт — күк алиһәһе Венераның һандары. Боронғо ғәрәптәрҙә күк алиһәһе Венера образы Сәба батшабикәһе Бәлкис образы менән ҡатнашҡан». «Бәлкис» исеме, бәлки, «Илмука» тигәндең вариантылыр[3]. Ғәрәп яҙмаларында Балмака («Алмака») тигән вариант та ҡулланыла, ғалимдар уның боҙоп әйтелеүенән Билкис килеп сыҡан тип һанай [67].

Тояҡлы кеше һүрәте. Нюрнберг хроникаһынан гравюра

Түбәндәге легендалар батшабикәнең тояҡтарына үҙҙәренсә аңлатма бирә:

  • "Кебра Негаст"тың ғәрәп версияһында батшабикәнең кешесә булмаған ҡиәфәте тураһындағы тарихҡа ярашлы, борон Абиссинияға(Эфиопияға) тамырҙарында батша ҡаны аҡҡан принцессалар идара иткән (йәғни Сәба батшабикәһе тыумыштан аҡһөйәк нәҫелдән булған):
  • Төньяҡ Эфиопияла иртә христиан легендаһы Сәба батшабикәһенең ишәк тояҡлы булыуын иблислеккә бәйләп аңлата. Легенда уның тигре ҡәбиләһенән сыҡҡанлығы һәм исеме Этъе Азеб (йәғни «Көньяҡ Батшабикәһе», Сәба батшабикәһе Яңы Ғәһедтә генә шулай тип исемләнә) булыуы тураһында һөйләй. Уның халҡы аждаһағамы, йыланғамы табынған, уға ирҙәр өлкән ҡыҙҙарын ҡорбан иткән:

Европа христиан иконаларында аяҡтар ярылы ҡаҙ тәпәйенә әйләнә[68] — был, бәлки, германдарҙың ҡаҙ тәпәйле мәжүси алиһәһе Перхтаға, Берхтаға (Perchta) менән бәйлелер. (Ошо әлиһә христиандарҙа изге Бертаға әйләнгәндер, шулай уҡ Европа фольклорында Инә Ҡаҙ образы тыуыуға сәбәпсе булғандыр). Икенсе бер версияға ярашлы, Инә Ҡаҙ әкиәттәрен һөйләүсе образына Сәба-сивилла йоғонто яһаған.[69] Королева Ҡаҙ Тәпәй образы Көньяҡ Францияла таралған (Reine Pédauque, итал. piede d’auca, «ҡарға тәпәйе»), был осраҡта Сәба батшабикәһе тураһындағы һүҙ барғанлығы бөтөнләй онотола.

Тикшеренеүселәр фекерҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сәба стелаһы: мәжлес һәм дөйә ҡыуыусы, өҫтәге яҙыу — сәби телендә.

Сәба батшабикәһе тураһындағы текстың ҡасан яҙылғаны билдәле түгел. Филолог-библеистарҙың күпселеге фараз итеүенсә, Сәба батшабикәһе тураһындағы тарих иртә вариантта Ҡабатлап әйтелгән ҡанундарҙы уның билдәһеҙ авторы, традиция буйынса уны Девтерономист (Deuteronomist, Dtr1) тип атайҙар (б.э.т. 640—609 йй.), яҙып, девтерономик тарихты хасил итеүсе китаптар араһына ҡуйғанына тиклем үк барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Өсөнсө Батшалар китабына (Dtr2) хикәйә икенсе девтерономик редакцияһында ингән. Хикәйәнең маҡсаты абруйлы, ҡеүәтле Сөләймән батшаны данлау. Шуныһы: был маҡтау девтерономик тарихтың Сөләймәнгә тәнҡитле мөнәсәбәте менән ярашып бөтмәй. Һуңынаныраҡ был тарих Икенсе Йылъяҙмалар (II Паралипоменон) китабына ла индерелә, ә ул Бабил әсирлеге осоронан һуң яҙылған.[70][71]

Фараздар һәм археологик шәһәҙәтнамәләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Сәба батшабикәһенең Йәрүсәлимгә сәфәре Исраил батшаһының Ҡыҙыл диңгеҙ буйында нығынырға һәм ошоноң менән Сәбаның һәм башҡа Көньяҡ Ғәрәбә батшалыҡтарының Сүриә һәм Местопотамия менән каруан сауҙаһы юлдарына хужа булыуына кәртә ҡуйырға тырышыуы менән бәйлелер.[72][73]. Ассири сығанаҡтары раҫлауынса, Көньяҡ Ғәрәбә халыҡ-ара сауҙаны б.э.т. 890 йылда уҡ алып барған, шулай булғас, ниндәйҙер ғәрәп батшалығының Йәрүсәлимгә сауҙа мәсьәләләре буйынса сәфәр ҡылыуы бик тә ихтимал тойола[74].

Тик хронология менән бәйле проблема бар: Сөләймән яҡынса б.э.т. 965—926 йй. йәшәгән, ә сәбиҙәр монархияһының тәүге эҙҙәре унан һуң яҡынса 150 йылдан ғына күренә[75].

Мәғрәбтә Ҡояш Ҡорамы харабалары. Б.э.т. VIII быуатта төҙөлгән, 1000 йыл торған

XIX быуатта тикшеренеүселәр И. Галеви һәм Глазер Ғәрәбә сүлендә бик ҙур Мәғрәб ҡалаһының харабаларын таба[76][77]. Унда табылған яҙыуҙар араһында ғалимдар дүрт Көньяҡ Ғәрәбә дәүләтенең исемен уҡый: Минийә, Һадрамаут, Ҡатабан һәм Сәба. Асыҡланыуынса, Мәғрәб ҡалаһы (хәҙерге Йәмән) Сәба батшаларының резиденцияһы булған, был батшабикәнең Ғәрәбә ярымутрауының көньяғынан булыуын раҫлай. Көньяҡ Ғәрәбәлә табылған яҙмалар хакимәләр исемен телгә алмай, ләкин б.э.т. VIII—VII бб. документтары аша Ғәрәбәнең төньяҡ өлкәләре хакимәләре билдәле. 1950-се йылдарҙа Вендел Филипс (Wendell Philips) Мәғрәбтә Бәлкис алиһәһе ҡорамын ҡаҙый[78]. 2005 йылда американ археологтары Санала Библиялағы Сәба батшабикәһенең Мәғрәбтәге һарайы эргәһендә (Сананан төньяҡтараҡ) ҡорам емереклектәрен таба. АҠШ тикшеренеүсеһе Мадлен Филлипс 3 мең йыл элекке колонналар, һүрәттәр һәм төрлө әйберҙәр таба[79].

Йәмән — батшабикә, моғайын, ошо төбәктән килгәндер
Эфиопия — ошо илдә, моғайын, уның улы батшалыҡ иткәндер

Сәба батшабикәһенең улы тураһында легенданың Эфиопияла килеп сығыуын тикшеренеүселәр ошоноң менән бәйләй: күрәһең, б.э.т. VI быуатта сәбиҙәр, Баб-әл-Мандәб боғаҙы аша сығып, Ҡыҙыл диңгеҙ буйына ултырғандарҙыр һәм Эфиопияның бер өлөшөн биләгәндәрҙер[80], улар үҙҙәренең хакимәһе тураһындағы хәтирәне лә, моғайын, ошонда еректергәндәрҙер. Эфиопия провинцияларының береһе Шева (Шава, хәҙ. Шоа) тип атала. Тағы бер ярайһы уҡ киң таралған фараз буйынса, Сәба батшабикәһенең (бәлки, уның прототибының) тыуған ере Көньяҡ түгел, ә Төньяҡ Ғәрәбә булған. Башҡа төньяҡ ғәрәп ҡәбиләләре араһында сәбиҙәр Тиглатпаласар III стелаһында телгә алына. Был төньяҡ сәбиҙәре ниндәйҙер билдәләр буйынса Әйүп китабындағы (Иов. 1:15) сәбиҙәргә, Зөлкифел пәйғәмбәр китабындағы (Иез. 27:22) Сәбаға, шулай уҡ Ибраһимдың ейәне Шеваға (Быт. 25:3, Быт. 10:7, Быт. 10:28) (Шева менән бергә телгә алынған уның туғаны Дедандың исеме Мәҙинәнән төньяҡтараҡ ятҡан Әл-Ула сәхрәһе менән бәйле) тиңләштерелгәндер. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Исриал батшалығы тәүҙә — төньяҡ сәбиҙәр менән, һуңынан, бәлки, улар ярҙамындалыр, көньяҡтағы Сәба менән бәйләнешкә инә[70][81]. Тарихсы Дж. А. Монтгомери фаразлауынса, б.э.т. X быуатта сәбиҙәр Төньяҡ Ғәрәбәлә йәшәгән, шуға ҡарамаҫтан, көньяҡтан килгән сауҙа юлдарына контроллек иткән[82].

Зенобия, Пальмира батшабикәһе, XX быуаттағы яугирҙар королеваһы Зенаның «кендек инәһе»

Ғәрәбстанды тикшереүселәрҙең иң билдәлеләренең береһе Г.Сент Джон Филби (H.St.John Philby) фаразлауынса ла, Сәба батшабикәһе Төньяҡ Ғәрәбәнән сыҡҡан, ә Көньяҡтан түгел. Ә уның тураһындағы легендалар ҡайһылыр мәлдә Пальмираның (хәҙерге Тадмур, Сүриә) яугира батшабикәһе Зенобия (ул б.э. III быуатында йәшәгән һәм иудаизмға күскән) тураһындағы тарихтар менән буталып киткән[83]. Мәҫәлән, Мөхәммәт биографтарының береһе һөйләүенсә, нәҡ Пальмирала VIII быуатта хәлиф Вәлид I идара иткән саҡта «Бында тәҡүәле Билкис, Сөләймәндең ҡатыны, ерләнгән…» тигән яҙыулы саркофаг табыла. Ибри каббалистик традицияһы ла Тадмурҙы иблис батшабикә ерләнгән ҡала тип һанай, ә ҡала үҙе шомло иблистәр төбәге тип иҫәпләнә[84]. Бынан тыш, Сәба батшабикәһе менән икенсе бер шәреҡ хакимәһе — данлыҡлы Семирамида менән йәнәшәлектәр үткәрелә, был ханым да һуғыштар алып барған, ерҙәрҙе һуғарыу менән шөғөлләнгән, шул уҡ осорҙарҙа — б.э.т. IX быуат аҙағында йәшәгән. Бындай эҙҙәр фольклорҙа ла шәйләнә. Мәҫәлән, беҙҙең дәүер яҙыусыһы Мелитон Семирамиданың атаһы Һадһад исемеле булыуы тураһындағы сүриә легендаһын һөйләй. Өҫтәүенә, йәһүд легендаһы батшабикәне — Навуходоносорҙың әсәһенә, ә Семирамиданы уның ҡатынына әйләндерә[85].

Васко да Гама юлдаштарының береһе фекеренсә, Сәба батшабикәһе Софаланан — Көньяҡ ярымшарҙың борондан документтар буйынса билдәле гаваненән, уның фараз итеүенсә, Офир тип аталған яр буйынан, сыҡҡан. Ошо юҫыҡта Софаланы «Юғалған йәннәт»тә Джон Мильтон да телгә ала. Әйткәндәй, һуңынан ошо төбәктә португалдар Сәба батшабикәһенең алтындарын эҙләү буйынса экспедициялар ойоштора[86].

Иосиф Флавий «Йәһүд боронғолоҡтары» тигән хеҙмәтендә «ул саҡтарҙа Мысырҙа һәм Эфиопияла хакимлыҡ иткән һәм аҡыл эйәһе булыуы менән, ғөмүмән, иҫ киткес сифаттары менән айырылып торған» батшабикәнең Сөләймәнгә килеүе тураһындағы хикәйәне һөйләй[42]. Йәрүсәлимгә килгәс, ул, башҡа легендаларҙағы кеүек, Сөләймәнде табышмаҡтар менән һынай, уның аҡылына һәм байлығына таң ҡала. Был хикәйә шуның менән ҡыҙыҡ: историограф батшабикәнең тыуған ере тип бөтөнләй башҡа илдәрҙе атай.

Хатшепсут ҡорамының дөйөм күренеше

Тикшеренеүсе Иммануил Великовский, академик булмаған «ревизионистик йылъяҙманы» төҙөүсе, фекеренсә, Сәба батшабикәһе — ул Хатшепсут батшабикә (Боронғо Мысырҙың традицион йылъяҙмағына ярашлы, б. э. т. XV быуат), фирғәүендәрҙең 18-се династияһы хакимдары араһында иң тәүгеләрҙең һәм иң ҡеүәтлеләрҙең береһе (Яңы батшалыҡ), уның атаһы Тутмос I Ҡуш (Эфиопия) илен Мысырға ҡушҡан.

Великовский билдәләүенсә, Дәйер әл-Баһриҙа (Үрге Мысыр) батшабикә үҙенә Пунт төбәгендәге өлгө буйынса кәшәнә төҙөткән, унда батшабикәнең серле илгә сәфәре тураһында барельефтар бар. Был илде ул «Илаһи», башҡа бер тәржемәлә «Алла ере» тип атай[87]. Хатшепсут барельефтары Библиялағы Сәба батшабикәһенең Сөләймән батшаға сәфәренә оҡшаш күренештәрҙе һүрәтләй. Тарихсылар был ерҙең ҡайҙалығын аныҡ ҡына белмәй, ләкин әлеге осорҙа, Пунт — ул хәҙерге Сомали урынлашҡан ер, тигән фараздар бар[88]. Бынан тыш, «Сәбиә» (ивриса Шева) менән «Фива» — Хатшепсут (др.-греч. — Теваи[89]) батшалыҡ иткәндәге Мысырҙың баш ҡалаһы — бер төрлө атамалар булыуы аңлашылып тора.

Британ яҙыусыһы Ральф Эллис (Ralph Ellis) (уның теорияһын ғалимдар шик аҫтына ала) Сәба батшабикәһе фирғәүен Псусеннес II-нең ҡатыны булған, был хаким Мысырға Сөләймән осоронда идара иткән, ә исеме мысыр телендә Pa-Seba-Khaen-Nuit булған, ти.

Шулай уҡ Сәба батшабикәһе менән ҡытай алиһәһе Си Ван Му — көнбайыш ожмах һәм үлемһеҙлек алиһәһе — араһында йәнәшәлектәр үткәрелгәне бар. Был легендалар ҙа шул осорға ҡарай һәм оҡшаш һыҙаттарға эйә.

Сәнғәттәге образы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Сәба батшабикәһе».
Урта быуаттарҙағы немец манускриптынан миниатюра.
Боккаччоның
«Данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар» тигән китабына миниатюра, Франция, XV б.
Лоренцо Гиберти. «Ожмах ҡапҡаһы»: Сөләймән менән Сәба батшабикәһенең осрашыуы

Көнбайыш Европаның һынлы сәнғәтендә Сәба батшабикәһе темаһы (Иҫке Ғәһедтең башҡа күп сюжеттары кеүек үк) әллә ни популяр булмай. Урта быуаттарҙа батшабикә ҡара тәнле итеп һүрәтләнә[90] (ғәмәлдә Йәмән халҡы семит төркөмөнә инә), шулай уҡ уның ҡаҙ тәпәйле һүрәттәре телгә алына. Ҡара тәнле Сәба батшабикәһе Ҡара Мадонналар — ҡара тәнле Алла Анаһын һүрәтләгән иконалар һәм статуялар барлыҡҡа килеү сәбәбе булғандыр, тип тә фараз ителә.[10]

Батшабикәнең «Ҡаҙ Тәпәйле королева» итеп һүрәтләнеүе тәү башлап сәнғәт тарихсыһы Жан Мабийон тарафынан 1682 й. тасуирлана. Былар Сен-Бенинь (Дижон) аббатлығында, Неверҙа (Бретань), Сен-Пуркен-сюр-Сулдә (Оверн) һәм Нель-ла-Репосттағы (Шампань) сиркәүҙәрҙә осраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был статуялар һаҡланмаған, Француз революцияһы осоронда емертелгән.

Яңырыу осоронда батшабикәгә ҡыҙыҡһыныу арта, уның батшаларса ҡиәфәтенә, зиннәтлелеккә иғтибар бирелә. Пьеро делла Франческаның Ареццолағы Сан-Франческо сиркәүендәге фрескалары оло иғтибарға лайыҡ. Пьеро делла Франческа уны аҡ тәнле итеп, европаса кейемдәргә кейендереп төшөрә.

Франческо иконаларынан «Сөләймәндең Сәба батшабикәһе менән осрашыуы» тигән эш айырыуса типик тип баһалана. Унда Исраил батшаһы алдына теҙләнгән батшабикә һүрәтләнә. Бындай иконография урта быуаттар манускрипттарында ла, Яңы осор һынлы сәнғәтендә лә йыш осрай. Атап әйткәндә, Тинторетто, Рубенс[91] әҫәрҙәрендә һәм Рафаэль һүрәттәрендә.[92] Был ике хакимдың осрашыуы мотивы Иҫке Ғәһедтең башҡа персонаждарына ҡарата ла ҡулланыла, мәҫәлән, Эстер менән Артаксеркс осрашыуы, йәки хатта король Карла I-нең ҡатыны менән осрашыуы.[93] Батшабикәнең барокко стилендәге һүрәтләнештәре Эскориал эштәрендә осрай. Лукас ван Хеере картинаһында Сөләймәндең йөҙө һүрәткә заказ биргән испан короле Филипп II-нең йөҙө ҡуйып төшөрөлгән.[94] Аҙ билдәле рәссамдар әҫәрҙәрендә лә был сюжет йыш осрай[95][96][97][98][99][100][101][102]. XVбыуаттан бирле төшөрөлгән гравюралар ҙа күп.

«Сәба батшабикәһе тәхеттә»: XVI б. фарсы миниатюраһы

Бынан тыш, дини трактовка арҡаһында Сәба батшабикәһенең баш эйеүе «Әүлиәләрҙең баш эйеүе» темаһына яҡынайтылыуын билдәләргә кәрәк (ҡара: Яңы Ғәһедтә). Әүлиәләрҙең баш эйергә килеүе Сөләймәнгә батшабикәнең баш эйергә килеүенә бәрәбәр ваҡиға. Был оҡшашлыҡ сәнғәт әҫәрҙәрендә лә сағыла. Мәҫәлән, Босхтың «Әүлиәләрҙең баш эйеүе», Яңырыу осоронан Джулио Кловионың «Часослов Фарнезе» тигән эштәре шундайҙарҙан[103]

Европа әҙәбиәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Боккаччо, «Абруйлы ҡатындар», 1360—1362 йылдар;
  • Кристина Пизанская, «Ҡатын-ҡыҙ ҡалаһы тураһында китап», 1404—1405 йылдар;
  • Педро Кальдерон, «Көнсығыш Сибилла, йәки Бөйөк Сәба батшабикәһе», пьеса (беренсе тапҡыр Мадридта 1682 йылда ҡуйыла);
  • Генрих Гейне батшабикәне «Принцесса Шабаш» тигән шиғырында телгә ала һәм уның Сөләймән менән осрашыуы тураһында «Атта Тролль» тигән поэмаһында һөйләй[104].
  • Роберт Браунинг, «Сөләймән һәм Бәлкис», поэма, 1833 йыл;
Бармағыңды иңбашыма терә — тамырҙарың буйлап утлы тулҡын йүгергәндәй булыр. Тәнемдең бәләкәс кенә өлөшөнә ҡағылыу ҙа һиңә тотош империяны яулап алғандан ҡеүәтлерәк шатлыҡ килтерер. Иренеңде яҡын килтер! Үбеүемдең тәме һинең йөрәгеңдә ирер емеш кеүек татлы булыр! Аһ! Сәстәрем болото аҫтында онотолорһоң, түшем менән танһығыңды ҡандырырһың,ҡул-аяҡтарыма һоҡланырһың, күҙҙәремдең ҡараһына иҫереп, минең ҡосағымда, өйөрмәлә…
Антоний тешен шығырҙата.
Флобер, «Изге Антонийҙы аҙҙарырыу»
  • Гюстав Флобер, «Изге Антонийҙы аҙҙырыу» — батшабикә изге Антоний алдында, уны аҙҙырырға теләп, үтә күренмәле кейемдә пәйҙә булғандай итә;
  • Анатоль Франс, «Валтасар». Новелла Сәба батшабикәһе Балкида һәм уның һөйгәне Валтасар, Инжил әүлиәләренең береһе, тураһында;[105]
  • Ян Потоцкий, «Сарагосала табылған ҡулъяҙма» романы — батшабикәнең Сөләймәнгә ике игеҙәк ҡыҙ табыуы һәм был балаларҙың, күккә алынып, үлемһеҙгә әйләнгәне тураһында;[106]
  • Кнут Гамсун, «Сәба батшабикәһе», новелла;
  • Генри Хаггард, «Сөләймән батша ҡаҙылмалары», 1885 йыл; «Сәба батшабикәһенең йөҙөгө», 1910 йыл[107];
  • Редьярд Киплинг, «Аяғы менән тып иткән күбәләк», 1910 йыл[108] — балалар өсөн әкиәт;
  • Вильям Линдсей, «Сөләймән батша һәм Сәба батшабикәһе», поэма, 1917 йыл;
  • Уильям Батлер Йейтс, «Solomon to Sheba», 1918 йыл[109];
  • Жерар де Нерваль, «Таң батшабикәһе һәм ендәр арбаусы Сөләймән тураһында әкиәт»;[110]
  • Нил Гейман «Америка аллалары», китап;
  • Артуро Перес-Реверте, «Көньяҡ королеваһы», роман;
  • Рут Фэйнлайт, «Сөләймән һәм Сәба батшабикәһе», поэма, 2002 йыл.[111]
  • А. И. Куприн, «Суламифь», повесть, 1908 йыл — батша һөйгәне Суламифҡа әүәлге ҡатындары, шул иҫәптән Сәба батшабикәһе, тураһында һөйләй. Куприн әҫәрендәге батшабикә Йәрүсәлимдә йәшәй, ләкин гел аяғын йәшерә, хатта мөхәббәт уйынында ла кейемдәре менән ҡаплай. Ҡыҙыҡһыныусан батша легендаларҙағы кеүек иҙән менән һынау ойоштора һәм күрә: батшабикәнең аяҡтары иҫ киткес матур, тик бик йөнтәҫ. Бынан ары батшабикә асыуланып ҡайтып китә. Сөләймән уға, сәсте бөтөрә торған матдә тоттороп, кешеһен ебәрә, ә батшабикә Сөләймәнгә был кешенең ҡырҡылған башын тоҡҡа һалып оҙата. Купринда йомаҡ бына ошондай: батшабикә Сөләймәнгә сәтләүек ҙурлыҡ алмас ебәрә. Был алмас эсендә бик нескә, бик ҡатмарлы ярыҡ була. Шуның аша ебәк еп үткәрергә кәрәк була. Батша унда ебәк ҡарышлауығын индереп ебәрә, ҡарышлауыҡ, юлды табып, артынан ебәк еп ҡалдырып килеп сыға.
  • Мирра Лохвицкая, драматик поэма, «Шәреҡҡә илткән юлдан»[112]: Бәлкис һәм Сөләймән тураһында. Шулай уҡ «Сәба батшабикәһе» тигән шиғыры бар.
  • Игорь Северянин: шиғырҙарында Бәлкис тигән батшабикә тураһында яҙа («Сарон фантазияһы», «Бәлкис», «Родель», «Фантазия», «Бәлкистең ғәйебе»).[113]
  • Вячеслав Иванов, «Сәба батшабикәһенең раузаһы» шиғыры.
  • Николай Гумилёв, күпмелер ваҡыт Эфиопияла йәшәһә лә, батшабикә тураһында шиғыр яҙмай, уның образын һирәк-мирәк файҙалана («Сәйәхәткә саҡырыу»)[114]<
  • Философ Владимир Соловьёв Мысырҙан ҡайтҡас, Фёдор Сологуб уның һөйләгәндәренән «Соловьёв — Фиваидала» тигән шаян пьеса яҙа. Соловьёв Сфинкс йомаҡтарын сисә, батшабикәне оятҡа ҡалдыра.
1921-се йыл кинофильмы афишаһы
  • Шарль Гуно, «Сәба батшабикәһе» операһы, премьераһы 1862 йылда була;
  • Фридрих Гендель, «Сөләймән» ораторияһы, премьераһы 1749 йылда була;
  • Карл Голдмарк, «Сәба батшабикәһе» операһы, (1875 йыл)[115];
  • Отторино Респиги, «Бәлкис — Сәба батшабикәһе» балеты, (1930-31 йылдар).
  • «Шеба батшабикәһе» (1921 йыл), ролдә Бетти Блайт;
  • «Сәба батшабикәһе» (1952 йыл);
  • «Сөләймән һәм Шеба» (1959 йыл), ролдәрҙә Юл Бриннер һәм Джина Лоллобриджида;
  • «Шеба батшабикәһе Атом кешеһен осрата» (1963 йыл), ролдәрҙә Джудит Малина, Тейлор Мид;
  • «Сөләймән һәм Шеба» (1995 йыл), телефильм, ролдәрҙә Хэлли Берри, Джимми Смитц;
  • «Сөләймән» (1997 йыл), телефильм, ролдәрҙә Бен Кросс һәм Вивика А. Фокс.
  • Батшабикә исеменең ике варианты ла, Билкис һәм Македа, ярайһы уҡ таралған ҡатын-ҡыҙ исеме булып тора — беренсеһе ислам илдәрендә, икенсеһе — Африка христиандары, шулай уҡ афроамерикандар араһында.
  • 11 сентябрь, Сәба батшабикәһенең Сөләймән эргәһенән тыуған иленә ҡайтҡан көнө, Эфиопияла Яңы йылдың рәсми башланыу көнө тип иҫәпләнә һәм Enkutatash тип атала.
  • Әһәмиәте буйынса Эфиопияның өсөнсө ордены булып Сәба батшабикәһе ордены (Order of the Queen of Sheba) тора, ул 1922 йылда булдырылған. Орден кавалерҙары араһында: королева Мария (инглиз короле Георг V-нең ҡатыны), Франция президенты Шарль де Голль, АҠШ президенты Дуайт Эйзенхауэр[116].
  • Пушкиндың ата-бабаларынан Абрам Петрович Ганнибал, бер версия буйынса, Эфиопиянан булған һәм, үҙе әйтеүенсә, кенәздәр нәҫеленән сыҡҡан. Әгәр был нәҫел батшалыҡ итеүсе династияға берәй төрлө яҡынлыҡта торһа, «Сәба батшабикәһе менән Сөләймән батша ҡаны» Пушкинда ла булғандыр.
  • Сомалиҙа 2002 йылда Сәба батшабикәһе һүрәте баҫылған тимер аҡса сығарыла[117], ғәмәлдә был ил менән батшабикәне бер ниндәй легенда ла бәйләмәй.
  • Йәмән ғәзәлдәренең һирәк осрай торған бер төрө батшабикә хөрмәтенә «Билкис ғәзәле» (Gazella bilkis) тип аталған.
  • Француз кухняһында батшабикә хөрмәтенә gâteau de la reine Saba тип аталған шоколадлы бәлеш бар.
  • Ике астероид: 585 Bilkis һәм 1196 Sheba батшабикә исемен йөрөтә.
  • Эфиопияның туризм төбәктәренең береһе — Аксумдағы Дунгур харабалары — (бер нигеҙһеҙгә) «Сәба батшабикәһе һарайы» тип йөрөтөлә. Омандағы Салалала ла шундай уҡ һарайҙы күрәһәтәләр.
  • 1985 йылда мансиҙар ҡорамында, Үрге Нильдино тигән ауыл эргәһендә, Дауыт, Сөләймән һәм Сәба батшабикәһе һүрәтләнгән көмөш сынаяҡ аҫты табыған. Урындағы легенда буйынса, ул Обь йылғаһында балыҡ тотҡанда ауға эләккән[118].

Һылтанмалар һәм сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Балькис // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Ҡарағыҙ 3Цар. 10:13
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Ривка Клюгер. Царица Савская в Библии и легендах 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  4. Талмуд, Бава Батра 15б
  5. 5,0 5,1 Мифы народов мира, М., 1988, т.2., с.396
  6. Благовестник или толкование блаженного Феофилакта, архиепископа Болгарского на Евангелие от Луки 2016 йыл 15 сентябрь архивланған.
  7. Уильям Баркли.
  8. Иероним Стридонский.
  9. Иоанн Златоуст. «Беседы на книгу Матфея». Беседа 6
  10. 10,0 10,1 Е.
  11. Сказание о поклонении волхвов
  12. Мифы народов мира, М., 1988, т.1, стр. 170
  13. Коран. Русский перевод академика 2007 йыл 17 октябрь архивланған. И. Ю. Крачковского. Сура 27
  14. 14,0 14,1 Wilhelm Hertz, Gesammelte Abhandlungen, p. 426
  15. Комментарии на Коран Джалал ад-Дина Мухаммада бен Ахмада (Jalal ad-Din Muhammad bin Ahmad), Cairo edit.
  16. Комментарии на Коран Аль-Бейзави (Al Beidhawi) (ed.
  17. «Мидраш Мишлей» («Мидраш к Книге Притч») 1:5а
  18. Был осорҙа мидраштарҙа Икенсе Ҡорам дәүере һәм апологетик әҙәбиәттең апокрифтары һәм псевдоэпиграфтары йоғонтоһо һиҙелә (Электрон йәһүд энциклопедияһынан мәҡәлә)
  19. 19,0 19,1 «Йылъяҙмалар»ға «Ялкут Шимони» мидраштар йыйынтығы II, 9
  20. 20,0 20,1 «Эстер китабы»на ҡарата яҙылған «Таргум Шени»
  21. 21,0 21,1 21,2 «Кебра Негаст» китабына инеш һүҙ (1932 йылғы баҫма)
  22. Комментарии на Деяния апостолов, глава 8 // Комментарий Баркли к Новому Завету
  23. 23,0 23,1 «Кебра Негаст». 1-32 бүлектәр
  24. «Кебра Негаст»
  25. Көнсығышты өйрәнеүсе Энно Литтман тарафынан 1904 йылда яҙып алынған
  26. «Кебра Негаст». 33-61 бүлектәр
  27. Хэнкок Г. Ковчег Завета. М., 1999 г.
  28. Электрон йәһүд энциклопедияһынан мәҡәлә
  29. Хайле Селассие I
  30. Байер, Рольф… с.188
  31. Софья Пономарёваның урыҫ теленә тәржемәһе нигеҙендә
  32. Байер Рольф…, с. 24-27
  33. Байер, Рольф… с.98-102
  34. Шунда уҡ, 73 бит
  35. 35,0 35,1 S. Schechter. The Riddles of Solomon in Rabbinic Literature, Folklore, 1 том, № 3 (сен., 1890), 349—358 биттәр
  36. «Мидраш Мишлей» («Мәҫәлдәр китабына мидраш») 1:5а
  37. «ספר האגדה» («Сефер ха-Агада», йәғни «Агада китабы») И. Х. Равницкий һәм Х. Н. Бялик тарафынан төҙөлгән. Ч. 1-2. Одесса, 1910—1915.
  38. Makeda, queen of Sheba.
  39. Louis Ginzberg.
  40. Был версия арамей חדא (йомаҡ ҡойоу) һәм ғәрәп חד'אא (аяҡ кейеме) оҡшашлығына нигеҙләнеп төҙөлгән, булһа кәрәк.
  41. Генрих Гейне. (недоступная ссылка)
  42. 42,0 42,1 Иосиф Флавий Иудейские древности VIII, 4:5(недоступная ссылка)
  43. Деревья Эрец-Израэль
  44. Байер Рольф, Царица Савская. След в истории, Ростов-на-Дону, 1998, с. 10
  45. Amirsadeghi, Hossein (editor) and Peter Upton, Rik van Lent, photographer.
  46. Иштван Рат-Вег.
  47. Ориген, Беседы на Песнь Песней
  48. Barbara Baert, A Heritage Of Holy Wood: The Legend of the True Cross in Text and Image, Brill, 2004, 333—342 бб.
  49. Николай Спафарий Книга о сивиллах(недоступная ссылка)
  50. Царица Савская 2015 йыл 7 февраль архивланған.
  51. Даниелу Ж.
  52. Древо Иессеево (Родословие Иисуса Христа) 2007 йыл 26 октябрь архивланған.
  53. Полное собрание русских летописей.
  54. О святом кресте // Яков Ворагинский «Золотая легенда»
  55. Крест 2008 йыл 7 март архивланған.
  56. Слово о Крестном Древе
  57. Сказания о Соломоне 2007 йыл 28 октябрь архивланған.
  58. «Изборник» (сборник произведений литературы Древней Руси). М., 1969 г. С. 747
  59. Апокрифы // «Православная энциклопедия», т. 3
  60. 60,0 60,1 Суды Соломона
  61. Jacob Lassner, Demonizing the Queen of Sheba: Boundaries of Gender and Culture in Postbiblical Judaism and Medieval Islam, University of Chicago Press, 1993.
  62. Wim Beuken, The Book of Job, Peeters Publishers, 1994, pp. 268—272.
  63. 63,0 63,1 Мифы народов мира, М., 1988, т.2, с.55
  64. Livnat ha-Sappir, edited by Joseph Angelino, Jerusalem, 1913.
  65. Данное утверждение может оспариваться, так как это лунное божество, видимо, было мужского пола — что тем не менее, достаточно странно, поскольку лунные божества у индоевропейских народов, как правило, богини, а солярные — боги.
  66. Церен Э. Библейские холмы. М.: Наука, 1966, с. 450 цит.
  67. Байер, Рольф… с. 87
  68. Iconclass. (недоступная ссылка)
  69. Fairy Tale Companion.
  70. 70,0 70,1 Jan Retsö, The Arabs in Antiquity: Their History from the Assyrians to the Umayyads, London: Routledge, 2003, pp. 134—135, 171—175
  71. Lowell K.
  72. Электрон йәһүд энциклопедияһынан мәҡәлә
  73. Мень А., протоиерей. Исагогика (§ 30. Соломон. Храм иерусалимский (3 Цар 1-11; 2 Пар 1-9). 2008 йыл 1 ғинуар архивланған.
  74. Andre Lemaire, The United Monarchy: Saul, David and Solomon // Ancient Israel, Washington, 1988, p. 105
  75. Тайны царицы
  76. Царица Савская — библейский персонаж, легендарная царица Савы
  77. Arabian desert surrenders Queen of Sheba’s secrets
  78. Опарин А.
  79. Американские археологи заявили, что нашли в Йемене «чудо света», РИА Новости(недоступная ссылка)
  80. Бейер Р. Царь Соломон. Ростов-на-Дону: Феникс, 1998, с. 201.
  81. Israel Eph’al, The Ancient Arabs: Nomads on the Borders of the Fertile Crescent, 9th—5th Centuries, Leiden: Brill, 1982, p. 64
  82. J.
  83. David Hatcher Childress.
  84. Байер, Рольф… с.92
  85. Байер, Рольф… с. 148—150
  86. The queen of Sheba’s mines 2007 йыл 13 июль архивланған.
  87. Великовский, Иммануил (Энциклопедия «Кругосвет»)
  88. Сомали (Энциклопедия «Страны и народы)»
  89. семит һәм башҡа күп телдәрҙең ҡанунына ярашлы, ва-се иероглифтарында «ш» өнөтөң в «т»-ға һәм «с»-ға күсеүе мөмкин
  90. Nikolaus von Verdun, «The Queen of Sheba Before Soloman» 2008 йыл 6 март архивланған.
  91. Рубенс. 2009 йыл 24 февраль архивланған.
  92. Царица Савская в станцах Рафаэля
  93. The Queen of Sheba in Englishwomen’s Amateur Needlework 2008 йыл 30 июль архивланған.
  94. Lucas de Heere: «La visita de la reina de Saba al rey Salomon» 2010 йыл 29 ноябрь архивланған.
  95. Solomon Receiving The Queen Of Sheba (1642 oil on oak) by Dirck van Delen-Dutch painter, 1605—1671 2014 йыл 26 апрель архивланған.
  96. Knüpfer, Nicolaus The Queen of Sheba Before Solomon 2008 йыл 19 февраль архивланған.
  97. Giovanni Demin 2003 йыл 1 июль архивланған.
  98. Paul Vredeman de Vries,Adriaen van Nieulandt.
  99. Лавиния Фонтана. 2008 йыл 3 апрель архивланған.
  100. Adriaen von Stalbemt (1580—1662): König Salomon und die Königin von Saba 2005 йыл 21 февраль архивланған.
  101. Jacob de Wit 2016 йыл 11 март архивланған.
  102. Solomon and the Queen of Sheba Frans Francken II the Younger(недоступная ссылка)
  103. Джулио Кловио.
  104. Генрих Гейне.
  105. Анатоль Франс.
  106. Ян Потоцкий.
  107. Хаггард. 2013 йыл 13 май архивланған.
  108. Киплинг. (недоступная ссылка)
  109. Йейтс шиғырҙары, ингл.
  110. Жерар де Нерваль «История о Царице утра и о Сулаймане, повелителе духов» 2008 йыл 19 ғинуар архивланған.
  111. Рут Фэйнлайт, «Соломон и Царица Савская» поэмаһы
  112. М. Лохвицкая. «На пути к Востоку»
  113. Мирра Лохвицкая: Поэтические отголоски.
  114. Гумилёв. 2008 йыл 18 ғинуар архивланған.
  115. Голдмарктың «Суламифь» операһының либреттоһы 2018 йыл 21 май архивланған.
  116. Орден царицы Савской
  117. Царица Савская на монете Сомали 2009 йыл 22 май архивланған.
  118. Серебряное блюдо с Малой Оби
  • Кебра Негаст
  • Беренсе Ҡорам
  • Сөләймән
  • Сәба батшалығы, сәбиҙәр, Сәба батшалары
  • Сәба Сивиллаһы
  • Самсон — Иҫке Ғәһед батыры, көсөнөң сере сәсендә булған. Фәләстиндәргә табышмаҡтар әйткән
  • Сфинкс — табышмаҡтар әйткән ярымйәнлек, ярымҡатын, боронғо грек мифологияһынан, сығышы менән Эфиопиянан тип һаналған. Лилитҡа оҡшап, ҡорбандарын быуып үлтергән.
  • [s:ЭСБЕ/Балькис Балькис] // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Байер Рольф, Царица Савская. След в истории, Ростов-на-Дону, 1998. ISBN 5-222-00421-X, Rolf Beyer: Die Königin von Saba, Engel und Dämon. Der Mythos einer Frau. Lübbe, Bergisch Gladbach 1988, ISBN 3-7857-0449-6
  • Бретон Ж. Повседневная жизнь Счастливой Аравии во времена царицы Савской. М., 2003. ISBN 5-235-02571-7
  • Littmann, The Legend of the Queen of Sheba in the Tradition of Axum, Princeton, 1904. (англ.)
  • Mdrsh mshl, Midrasch Mischle, Sammlung Agadischer Auslegung der Spruche Salamon’s (Midrash on the Proverbs, Critically Edited, with a Commentary and Detailed Preface) by Salomon Buber
  • The Targum of Esther (Second) (Targum Sheni) Translated by Bernard Grossfeld — Professor of Hebrew and Aramaic at the University of Wisconsin — Milwaukee, and founding member of the Association for Targumic Studies. Published in 1991 by T & T CLARK LTD, Edinburgh, in co-operation with The Liturgical Press, Collegeville, Minnesota 56321 USA. ISBN 0-567-09495-8 (ошибоч.)
  • Jacob Lassner, Demonizing the Queen of Sheba: Boundaries of Gender and Culture in Postbiblical Judaism and Medieval Islam, University of Chicago Press, 1993 (англ.), включает подборку текстов о царице Савской (pp. 161–214):
    • The Queen Sheba in the Midrash Mishle; Riddles of the Midrash ha-Hefez; Targum Sheni; Pseudo Ben Sira; The Yemenite Tale of Saadiah Ben Joseph; Recent Jewish Folklore and Folkloric Texts; Various Qur’anic Texts; Tha’labi’s Version of Sulayman and Bilqis, the Queen; Passages from Al-Kisa’i
  • Wendell Philips, Quataban and Sheba, 1955.
  • «Queen of Sheba and Biblical Scholarship» by Bernard Leeman (Queensland Academic Press) Westbrook Australia 2005 ISBN 0-9758022-0-8
  • The Queen of Sheba’s Goose-Foot in Medieval Literature and Art, in The Authority in the Medieval West, ed. M. GOSMAN et al., Groningen, 1999, pp. 175–192