Эстәлеккә күсергә

Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғабдулла ибн Ғәбд әл- Моталлип битенән йүнәлтелде)
Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
Рәсем
Зат ир-ат
Исем Abdullah ibn Abd al-Muttalib
Тыуған көнө 545
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз[1]
Вафат булған көнө 570
Вафат булған урыны Мәҙинә
Ерләнгән урыны Мәҙинә (административ округ)
Атаһы Ғәбд әл-Моталлип[2]
Әсәһе Фатима бинт Амр[d]
Бер туғандары Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб, Әбү Ләһәб, Атика бинт Абд аль-Мутталиб[d], Барра бинт Абд аль-Мутталиб[d], Умама бинт Абд аль-Мутталиб[d], Умм Хаким бинт Абд аль-Мутталиб[d], Арва бинт Абдул Мутталиб[d], аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d], аль-Гайдак ибн Абд аль-Мутталиб[d] һәм Касум ибн Абд аль-Мутталиб[d]
Хәләл ефете Әминә бинт Үәһәб[2][3]
Балалары Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)[2][4]
Һөнәр төрө сауҙагәр
 Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип Викимилектә

Ғабдуллаһ ибн Ғәбд әл- Моталлип әл-Ҡорайши (ғәр. عبد الله بن عبد المطلب‎; 545(0545), Мәккә — 570, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһы, Ғәбд әл-Моталлиптың улы.

Ҡәғбәтулланың асҡысы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ата-бабаларында һаҡлана, тап ошо тоҡом ғибәҙәтхананы тәртиптә тота, хаж ғәмәлен ойоштора. Был уларҙың Хашим ҡушаматлы олаталарынан быуындан-быуынға тапшырылып килә. Риүәйәттәрҙән аңлашылыуынса, ҡушамат йот йылында изге был заттың үҙ иҫәбенә Фәләстиндән (Палестина) ризыҡ алып ҡайтып, кешеләрҙе ас үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы айҡанлы бирелгән (хәшәмә - бүлеү, турау, йәғни, икмәкте ашҡа турау мәғәнәһендә).

Хашим баҡый донъяға күскәндән һуң вазифа ҡустыһы Мотталипҡа күсә, әммә ул бер нисә йылдан мәрхүм ағаһының Мәҙинәлә йәшәгән берҙән-бер улы Шәйбәне Мәккәгә алып ҡайта ла бурыстарын уның елкәһенә һала. Тап шуның өсөн дә Шәйбәне Ғәбд әл-Моталлип, йәғни, Мотталиптың ҡоло тип атап йөрөтә башлайҙар.

Мосолмандар бөгөнгәсә зәм-зәм һыуынан [5] ауыҙ итә алыуы өсөн Ғәбд әл-Мотталипҡа рәхмәтле булырға тейеш, сөнки сығанаҡ туфан ҡалҡҡан осорҙа ләм аҫтында күмелеп ҡала. Изге шишмәнең урыны Аллаһ тарафынан Рәсүлебеҙҙең олатаһына әшкәртелә, һәм балбалдарына ҡорбан салып, мәжүсиҙәр сүпкә, тиҙәккә батырған урынды тап ул таҙартып, ҡоҙоҡ ҡаҙый. Рәсүлебеҙҙең олатаһына шулай уҡ шишмәнең Исмәғил ғәләйһиссәләм шәхесе менән бәйле икәнлеге лә хәбәр ителә.

Ҡорбан килтереү анты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдулла Ғәбд әл-Моталлиптың яратҡан улы була. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, Ғәбд әл-Моталлип ул тыуһа, береһен ҡорбанға килтерәм тип әйткән булған. Күп йылдар үткәс, улдары үҫеп еткәс, ул үҙенең антын иҫенә төшөргән. Кемде ҡорбанға килтерергә тип йәрәбә һалғас, ул Ғабдуллаға сыҡҡан. Ырыу башлыҡтары кәңәше менән ул антынан кире ҡайтҡан һәм улы өсөн йөҙ дөйә салған[6][7].

Ғабдулла сибәр, саф күңелле кеше булған, уға күп ҡатын-ҡыҙҙың күҙе төшкән[8]. В 569 году Ғабдулла абруйлы зат ҡыҙы Әминә бинт Ваһабҡа өйләнгән. Ошо никахтан Рәсүлуллаһ донъяға килгән. Әммә Ғабдуллаға улын күрергә насип булмай, ул тыуғансы гүр эйәһе була[6].

Вафат булғанда Ғабдулла Ғәбд әл-Моталлипҡа бары 25 йәш тулған була. Тарихсылар, Ғабдулланың Сүриәгә сауҙа эштәре менән юлға сыҡҡанын хәбәр итә. Мәгәр барып етә алмай, юлда ауырып китә лә Мәҙинәлә үлеп ҡала.

Шулай уҡ ул үлгәндә Мөхәммәткә (с.ғ.с) 2 ай булған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар[6].