Ғәфүр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғәфүр (исем) — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәфүр (Миңлеғәфүр) башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән, ғәфү итеүсе, кисереүсе тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (7 февраль 1959 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2011), профессор. 2011—2019 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы.
Мәһәҙиев Ғәфүр Дәүләткирәй улы (рус. Магадеев Гафур Давлеткиреевич) — (8 май 1946 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип: акушер-гинеколог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).
Сафин Ғәфүр (рус. Сафин Гафур 1916 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Һуғышта һәләк була.
Латипов Ғәфүр Латип улы (рус. Латыпов Гафур Латыпович) (1911 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары, «Батырлыҡ өсөн» (1944), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943, 1945) миҙалдары кавалеры
Әбсәләмов Ғәфүр Фәхри улы (рус. Абсалямов Гафур Фахреевич) (1918(башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1912 йыл) — 6 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 4-се эскадроны писары. Ҡыҙылармеец
Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы — (10.09.1948), табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 22-се дауахананың баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Зәк-Ишмәт ауылынан.
Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы (17 апрель 1971 йыл) — донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, музыкант-педагог. 2000 йылдан Өфөләге мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, шул иҫәптән 2005—2012 йылдарҙа Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто уҡытыусыһы; 2013—2019 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-инструменталисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019), атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2004).
Атаһының исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы (3 декабрь 1939 йыл) — хеҙмәт ветераны, башҡорт телсе-диалектологы, тәржемәсе. Салауат районына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010) тигән китап-белешмәнең автор-төҙөүсеһе, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы (25 март 1965 йыл) — спортсы. 1996—2000 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Сибайҙың «Искра» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы
Ярышев Нәжиб Ғәфүр улы (22 февраль 1931 йыл — ?) — Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры
Юзиев Илдар Ғәфүр улы (3 ғинуар 1933 йыл — 21 декабрь 2004 йыл) — шағир һәм драматург. Татарстандың халыҡ шағиры. Популяр йырҙар авторы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәфүр (элекке исеме Ҡарамалы-Вәлит; рус. Гафурово; Карамалы-Валитово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 1022 кеше
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |