Ғөбәй (исем)
Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) — төрки халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) — «кинйә, кесе»; «хеҙмәтсе, ҡол» мәғәнәләрен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғөбәй Дәүләткирәй улы Дәүләтшин (17 декабрь 1893 йыл — 10 июль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Ғөбәй Сәлих улы Фәтҡуллин(5 [18] август 1914 йыл — 5 сентябрь 2012 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14 октябрь 1945 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2021) һәм Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Баязит Бикбай исемендәге премияһы (2014) лауреаты.
Ғөбәйҙуллина Софья Әсғәт ҡыҙы (24 октябрь 1931 йыл) — СССР һәм Рәсәй композиторы. 1991 йылдан Германияла йәшәй.
Ғөбәйҙуллина Гөлназ Радик ҡыҙы (14 февраль 1992 йыл) — бишалыш менән шөғөлләнеүсе Рәсәй спортсыһы, Рио-де-Жанейро олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, заманса бишалыш буйынса донъя чемпионы (2017).
Ғөбәйҙуллин Миңлеғәли Хәбибулла улы (28 октябрь 1923 йыл — 8 март 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында, кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты.
Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (29 ноябрь 1920 йыл — 10 декабрь 2008 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почетлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
Ғөбәйҙуллин Наил Шәғбән улы (23 ноябрь 1928 йыл — 19 март 2011 йыл) — ғалим, музыка белгесе, композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1973). Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1968).
Ғөбәйҙуллин Камил Ғөбәй улы(9 ноябрь 1949 йыл) — рәссам-график, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы (Шәмсетдин Зәки); 1822—1865) — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.
Топонимдарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡарамалы-Ғөбәй — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.
Ғөбәйҙулла (икенсе исеме Ҡуштүбә) (рус. Губайдуллино (Куштуба)) — бөткән ауыл. 1836—1850 йылдар арауығында барлыҡҡа килгән. 1916—1930 йылдарҙа ауыл сиктәрендә сәсмә алтын йыуыу буйынса старателдәр артеле ойошторола. 1931 йылдан Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауыл Советы составындағы ауыл. 1969 йылдан һуң ауылдар исемлегенән алына.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |