Эстәлеккә күсергә

Оло Хехцир ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҙур Хехцир ҡурсаулығы битенән йүнәлтелде)
Оло Хехцир дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Хехцир тауҙарында
Хехцир тауҙарында
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны45 471 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты3 октябрь 1963 йыл 
Урынлашыуы
48°12′18″ с. ш. 134°51′32″ в. д.HGЯO
РФ субъектыХабаровск крайы
Яҡындағы ҡалаХабаровск 

zapovedamur.ru/zapovedni…
Рәсәй
Точка
Оло Хехцир дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Карта
 Оло Хехцир ҡурсаулығы Викимилектә
Файл:Большехехцирский заповедник.jpg
Бычиха ауылындағы стела
Оло Хехцир һырты

Ҙур Хехцир ҡурсаулығы (рус. Большехехци́рский госуда́рственный приро́дный запове́дник) Рәсәйҙең Хабаровск крайында 1963 йылдың 3 октябрендә ойошторола. Әлеге ваҡытта майҙаны 45 439 гектар тәшкил итә. Буфер зонаһының майҙаны — 12 000 гектар.

Ҡурсаулыҡтың урман япмаһы яҡынса 90 %.

Ҡурсаулыҡтың исеме Ҙур Хехцир һырты исеменән килеп сыҡҡан. Һырттың исеме шаман Хээкчир исеменән алынған. Уның тураһында легенданы В. К. Арсеньев «Сихотэ-Алинь тауҙарында» китабында килтерә[1][2].

Урынлашыуы һәм сиктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ Хабаровск крайының Хабаровск районында, Хабаровскиҙан көньяҡҡа табан 15 — 20 км алыҫлыҡта, Оло Хехцир һырты сиктәрендә урынлашҡан. Уның көнбайыш сиге — Рәсәйҙең дәүләт сиге янында Уссури йылғаһы буйлап; көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ сиге Уссури ҡушылдығы Чирки йылғаһы буйлап үтә; көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышы — тимер юлы һәм Хабаровскиҙың биҫтәләренә йәнәш ятҡан үҙләштерелгән ерҙәрҙә һуҙылған.

Ҡурсаулыҡ хакимиәте Хабаровск районының Бычиха ауылында урынлашҡан.

Быковка йылғаһы (йәки Бычиха) (Амур ҡылымығына ҡоя)

Көньяҡтан ҡурсаулыҡты, сигенән аҡҡан Чирка йылғаһын иҫәпкә алмағанда, Хехцир ҡуйыны буйлап аҡҡан йылғалар һәм шишмәләрҙең бөтәһе лә тау типик тау характерында; Уларҙың оҙонлоғо 20 км-ға тиклем[3]. Төньяҡҡа аҡҡандары Амур йылғаһының ҡылымыҡтарына, көнбайыштары — Уссури йылғаһына, көнсығыш һәм көньяҡтары Чирки йылғаһына ҡоя.

Флора һәм Ффаунаһының төрлөлөгө элек-электән сәйәхәтселәрҙең һәм ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә.

Бында өс тапҡыр килгән Н. М. Пржевальский былай тип билдәләй: «Хехцир һырты урман үҫемлектәренә бай, улар Уссури крайының башҡа, хатта көньяҡ өлөшөндә лә, һирәк осрай». 1935 йылда Хехцир — урындағы, ә 1959 йылдан республика әһәмиәтендәге тәбиғәт заказнигына әүерелә[3]. Ҡурсаулыҡ РСФСР Министрҙар Советының 1963 йылдың 3 октябрендәге бойороғо менән 46000 га майҙанда булдырыла. 2009 йылда ҡурсаулыҡ сиктәрен межалау үткәрелә. Ерҙең дөйөм майҙаны 45340 гектар тәшкил итә[4]. Ҡурсаулыҡ статусы биреүҙә СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты А. С. Хоментовский, билдәле яҙыусы һәм һунарсылыҡ буйынса белгес В. П. Сысоев һәм һунарсылыҡ буйынса белгес Н. В. Михайловтың ҡаҙанышы ҙур.

Ҡурсаулыҡтың Тәбиғәт музейында экскурсиялар үткәрелә, бының өсөн махсус бүленгән зонала экологик маршруттар бар.

  1. В горах Сихотэ Алиня 5 стр.(недоступная ссылка)
  2. Избранные Произведения В 2 Томах. Том 2. В Горах Сихотэ Алиня. Сквозь Тайгу. Дневники Очерки, Статьи, 1997
  3. 3,0 3,1 Иванов С. Большехехцирский заповедник. World Wild Fund. Архивировано 29 октябрь 2013 года.
  4. Особо охраняемые природные территории (ООПТ) Дальневосточного федерального округа. Дата обращения: 11 апрель 2019. Архивировано из оригинала 12 март 2016 года. // Департамент Федеральной службы по надзору в сфере природопользования по Дальневосточному федеральному округу