Эстәлеккә күсергә

Әхәт

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әхәтбашҡорт ир-ат исеме. башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Әхәт — яңғыҙ, берәү мәғәнәһендә ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме[1].XI—XII быуаттарҙан башлап башҡорттар араһында мосолман дине менән бергә ғәрәп исемдәре лә тарала башлай[2].

Мортазин Әхәт Мотаһар улы (6 февраль 1959 йыл — 13 март 2018 йыл) — журналист, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидение дикторы.

Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы (30 ноябрь 1921 йыл — 11 май 2015 йыл) — әҙәбиәт белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993)

Уразмәтов Әхәт Сәлих улы (9 декабрь 1931 йыл — 2 июль 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең эстрада артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983), БАССР-ҙың халыҡ артисы (1977)

Вилданов Әхәт Ханнан улы (1 август 1944 йыл) — (1 август 1944 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994).

Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (21 ғинуар 1957 йыл) — (21 ғинуар 1957 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Бәкеров Әхәт Барый улы (17 февраль 1952 йыл) — ғалим-гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), медицина фәндәре докторы (1996), профессор (1996). БР фәненең атҡаҙанған эшмәкәре (2005), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995).

Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы (10 август 1918 йыл — 3 август 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының инструктор-снайперы, өлкән сержант

Сиражетдинов Әхәт Ғата улы (рус. Сиразитдинов Ахат Гатинович 1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы.

Абдуллин Әхәт Абдулла улы (рус. Абдуллин Ахат Абдуллович) 19191942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Лейтенант, взвод командиры

Ғәниев Әхәт Сәйет улы (11 ғинуар 1927 йыл — 28 март 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, ядро физикаһы белгесе. Техник фәндәр докторы (1978), профессор (1990), Ленин премияһы лауреаты (1964), Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1984).

Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улы (5 август 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре ағзаһы

Әхмәтйәнов Әхәт Әхмәтйән улы (1904 йыл — 21 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Әхәтова Ираида Әбүбәкер ҡыҙы (10 ғинуар 1946 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-зооинженеры, юғары мәктәп уытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Борай районының почётлы гражданы.

Әхәтова Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы (18 декабрь 1962 йыл) — ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2007), тарих фәндәре кандидаты (1997), доцент (2010)

Әхәтов Ғәбделхәй Хурам улы (8 сентябрь 1927 йыл — 25 ноябрь 1986 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.