Эстәлеккә күсергә

Рәшит Ниғмәти

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
08:30, 7 октябрь 2022 өлгөһө; ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Рәшит Ниғмәти
Исеме:

Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин

Псевдонимдары:

Рәшит Ниғмәти

Тыуған көнө:

27 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе[1] Диңгеҙбай ауылы

Вафат булған көнө:

13 октябрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (50 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург, тәржемәсе

Ижад йылдары:

1933—1959

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғыр, поэма, пьеса

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Дебют:

«Кереш», 1933

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Рәшит Ниғмәти (тулы исеме Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин, 27 ғинуар 1909 йыл13 октябрь 1959 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1955) ордендары кавалеры.

Рәшит Ниғмәти 1909 йылдың 27 ғинуарында Рәсәй империяһының Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Шәжәрәһе: Ҡадир → Бикбау бей → Тәүкәй → Ҡотлогилде → Бикйән →Үтәгән → Юлымбәт → Диңгеҙбай → Өркөнбай → Ниғмәтулла → Рәшит[2].

1916—1918 йылдарҙа мәҙрәсәлә белем ала. Йәшләй етем ҡала: 1918 йылда әсәһе, 1921 йылда атаһы үлә. Етем ҡалғас, Һамар, Украина балалар йорттарында тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. 1930 йылда Өфө рабфагын тамамлай. 1931 йылдан Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай. 1933—1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була, шунан ҡабат Туймазы районына эшкә ҡайта.

17 йәшенән шиғыр яҙа башлай. 30-сы йылдарҙа шиғырҙары танылыу ала. 1933 йылда «Кереш» исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Яңы тормош ҡороу, «иҫкелек ҡалдыҡтары» менән көрәш яҙыусының төп темаһы була. 1938 йылда Яҙыусылар союзына алына, унда яуаплы сәркәтип эшенә тәғәйенләнә. Китап нәшриәтендә мөхәррир була. «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» (1938), «Йәмле Ағиҙел буйҙары» (1940), «Минең баҡсала» (1941) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 20-30-сы йылдарҙағы тормошона арналған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөнән алыҫ түгел Алкин ауылында сапер эшенә өйрәтеүсе итеп тәғәйенләнә. 1943 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына барғас, үпкәһе шешеп ауырый. Өфөлә госпиталдә дауалана, хәрби хеҙмәттән бушатыла.

Һуғыш осорондағы ижадында публицистик шиғырҙар өҫтөнлөк ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы авторға ил кимәлендә билдәлелек килтерә. Шулай уҡ ошо йылдарҙа «Башҡортостан һүҙе» поэмаһы, «Мөхәббәт һәм нәфрәт» шиғри йыйынтығы донъя күрә һәм уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә. 1946 йылда «Октябрь» (хәҙерге «Ағиҙел») журналының яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә. Һуғыштан һуңғы ижадынан «Большевик» (1951), «Һаҡмар ҡыҙы» (1952) поэмалары билдәлелек яулай.

Р. Ниғмәти драматург булараҡ та таныла. «Табип Ғимранов» (1950), «Ағиҙел ярында» (1950), «Урман шаулай» (1942), «Уның йондоҙо» (1948) пьесалары авторы.

Р. Ниғмәти тәржемәсе булараҡ эшләй: «Игорь полкы хаҡында һүҙ»ҙе, А. С. Пушкин, Н. А. Некрасов, В. В. Маяковский, С. П. Злобин, Д. А. Фурманов, В. П. Катаев әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.

Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» (1949, ?) ордендары менән бүләкләнә. 1959 йылдың 26 февралендә Рәшит Ниғмәтигә «Башҡорт АССР-ының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

1959 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.

Памятник Рашиту Нигмати в саду Салавата Юлаева
  1. Хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы
  2. Хөсәйенов Ғ. Б. Дәүер йырсыһы // Ватандаш. — 2009. — №1. — 33-сө бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 126-127 с. ISBN 5-295-02294-3.

Могила народного поэта Башкортостана Рашита Нигмати. Крупской имени, сад.

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар