Алиев Гейдар Алирза улы
Алиев Гейдар Алирза улы (Алиев Гейдар Алирза оглы, әзерб. Heydər Əlirza oğlu Əliyev; 10 май 1923 йыл — 12 декабрь 2003 йыл) — СССР һәм Әзербайжандың дәүләт һәм партия эшмәкәре, сәйәсмән. 1993 — 2003 йылдарҙа Әзербайжан Президенты. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979, 1983).
1966—1969 йылдарҙа Әзербайжан ССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) рәйесе, 1969—1982 йылдарҙа Әзербайжан ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары, 1982 йылдан КПСС Үҙәк Комитетының Политбюро ағзаһы, СССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, генерал-майор[7]. 1987 йылда биләгән вазифаһынан отставкаға китә. 1990 йылдың июлендә Әзербайжанға ҡайтҡас, башта Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты, Нахичеван Автономиялы Республикаһының Юғары Милли Мәжлесе рәйесе (1991—1993), артабан Әзербайжан Президенты итеп һайлана (1993—2003).
1993 йылда Гейдар Алиев власҡа килгәндән һуң илдә сәйәси тотороҡлоҡ урынлаша[8]. Әзербайжанда Гейдар Алиев урынлаштырған режим диктатор[9][10][11][12][13] йәки авторитар]][14][15] һәм репрессив тип характерлана.[16]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гейдар Алиев 1923 йылдың 10 майында Нахчиван ҡалаһында тыуған. Уларҙың йорто Пушкин урамында урынлашҡан була, был тирәне халыҡта «Пушкин шишмәһе» тип йөрөткәндәр[17]. Уның атаһы тимер юлда эшләйГейдар ғаиләләге һигеҙ бала араһында дүртенсеһе була. Алиевтар сығышы менән Әрмәнстанда йәшәгән әзербайжандар,[18] Зангезур өйәҙенә (һуңыраҡ Сисиан районы) ҡараған Джомартли ауылынан (хәҙер ул Әрмәнстандың Сюник өлкәһе Танаат ауылы). Гейдар тыуған ваҡытта Алиевтар Нахчиванға күсенгән була[19][20]. Атаһы яғынан оләсәһе сығышы менән Уруд ауылынан була (хәҙер Әрмәнстандағы Воротан ауылы)[20]. Үҙенең бер интервьюһында Гейдар Алиев үҙ тамырҙары хаҡында шулай тип әйтә: «тамырҙарым буйынса мин мосолман диненә ҡарайым. Милләтем менән мин әзербайжан, һәм бының менән ғорурланам»[21]. Ғаиләлә уның ике ағаһы (Гасан менән Гусейн) һәм ике ҡустыһы (Агиль менән Джалал), өс һеңлеһе (Сура, Шафиға, Рәфиға) була.
1939 йылда Гейдар Алиев Нахичеван педагогия техникумын тамамлай һәм Баҡы ҡалаһындағы Әзербайжан индустриаль институтының (хәҙер Әзербайжан нефть һәм сәнәғәт дәүләт университеты) архитектура факультетына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы уға юғары белем нигеҙендә һөнәр алыуға ҡамасаулай. 1941 йылдан Гейдар Алиев Нахичеван АССР-ы Эске эштәр Халыҡ Комиссариатында (Народный комиссариат внутренних дел — НКВД) һәм Нахичеван АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советында бүлек мөдире булып эшләй. 1944 йылдан — дәүләт именлеге органдарында хеҙмәттә. 1945 йылда СССР Дәүләт именлеге министрлығының етәксе оператив составты яңынан әҙерләү мәктәбенең квалификация күтәреү буйынса курсын тамамлай[22] һәм шул уҡ йылда ВКП(б) сафына инә[23]. 1948 йылдан — Әзербайжан буйынса Дәүләт именлеге министрлығының 5-се идаралығы начальнигы[24]. 1949 йылдан 1950 йылғаса СССР Дәүләт именлеге министрлығының Ленинградтағы Етәксе оператив составты яңынан әҙерләү мәктәбендә уҡый[25].
СССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесенең ярҙамсыһы Игорь Синицин билдәләгәнсә, Алиев КГБ-ның Иран, Төркиә, Пакистан һәм Афғанстандағы резидентураларында эшләй. Тышҡы разведка хеҙмәтендә был илдәрҙең береһендә резидент вазифаһына тиклем үрләй.[26] 1956 йылда уны СССР Дәүләт именлеге комитетының Баҡылағы бүлегенә начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр[27]. Был осорҙа уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында «Дуэль», «Алагёз», «Натуралист» һәм башҡа шартлы исемле оператив саралар уңышлы үткәрелә.
- Гейдар Алиевҡа һәйкәлдәр
-
Санкт-Петербург, Гороховая урамы, 6: СССР Дәүләт именлеге министрлығының 1949—1950 йылдарҙа Гейдар Алиев уҡыған Юғары мәктәбе урынлашҡан йорт стенаһындағы иҫтәлекле таҡтаташ
Нумизматика һәм филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Гейдар Алиевтың 75 йәшлек юбилейына арналған почта блогы (1998 йыл)
-
2001 йылғы почта маркаһы
-
Гейдар Алиевтың 80 йәшлек юбилейына арналған почта блогы (2003 йыл)
-
2006 йылғы почта маркаһы
-
2008 йылғы почта маркаһы
-
2011 йылғы почта маркаһы
-
Гейдар Алиев төшөрөлгән Иҫтәлекте алтын аҡса
-
Гейдар Алиев төшөрөлгән Иҫтәлекте көмөш аҡса
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #123441242 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Geidar Aliev // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Brozović D., Ladan T. Hejdar Alijev // Hrvatska enciklopedija (хорв.) — LZMK, 1999. — 9272 с.
- ↑ Gejdar Alijev // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ 6,0 6,1 Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Посол США перед памятником Алиеву: был ли поклон?
- ↑ Svante E. Cornell. Azerbaijan Since Independence. — M.E. Sharpe, 2010. — С. 103. — 485 с. — ISBN 0765630044, 9780765630049.
Heydar Aliyev personified stability in Azerbaijan, and no one wanted instability.
- ↑ Hans Slomp. Europe, A Political Profile: An American Companion to European Politics: An American Companion to European Politics. ABC-CLIO, 2011. ISBN 0-313-39181-5, 9780313391811. P.672
- ↑ FranCoise Companjen, Laszlo Maracz, Lia Versteegh. Exploring the Caucasus in the 21st Century: Essays on Culture, History and Politics in a Dynamic Context. Amsterdam University Press, 2011. ISBN 90-8964-183-1, 9789089641830. P.121
- ↑ Thomas Goltz. Azerbaijan Diary: A Rogue Reporter’s Adventures in an Oil-Rich, War-Torn, Post-Soviet Republic. M.E. Sharpe, 1999. ISBN 0-7656-0244-X, 9780765602442. P.66
- ↑ Elisabeth Precht. Azerbaijan In the Shadow of a Dictatorship //Jarl Hjalmarson Foundation, 2012
- ↑ В турецком учебнике Гейдар Алиев представлен как диктатор 2017 йыл 20 август архивланған. // Сontact.az. 2013 Февраль 09 «В изданной в Турции учебнике „Конституционное права“ для студентов университетов бывший президент Азербайджана Гейдар Алиев назван „диктатором“»
- ↑ Svante E. Cornell Democratization Falters in Azerbaijan 2011 йыл 22 май архивланған. // Journal of Democracy 12.2 (2001) 118—131
- ↑ Борисов Николай Александрович 2014 йыл 13 ғинуар архивланған.. Институционализация института президентства и перспективы консолидации политических режимов на постсоветском пространстве // «Полития».-2011.-№ 4(63).-С.93-103. «И хотя эта гипотеза ещё нуждается в дополнительной проверке, уместно предположить, что в этих государствах состоялась авторитарная консолидация, причем важнейшим её фактором был институт президентства и сами личности президентов (Сапармурат Ниязов, Эмомали Рахмон, Нурсултан Назарбаев, Гейдар Алиев)»
- ↑ Энциклопедия Британника. Статья: Heydar Aliyev.
Azerbaijani politician who, was one of the most powerful men in Azerbaijan for more than 30 years, as deputy chairman (1964-67) and chairman (1967-69) of the regional KGB, as secretary (1969-87) of the Communist Party of Azerbaijan, and from 1993 as the repressive and autocratic president of independent Azerbaijan.
- ↑ Речь Президента Азербайджана Гейдара Алиева на церемонии открытия памятника гениальному русскому поэту А. С. Пушкину — 9 апреля 2000 года Оригинал текст (рус.)
В Нахчыване, - я знаю это с детских лет, - еще в то время, в 1899 году одну из самых протяженных улиц, то есть широкий проспект, который проходит, можно сказать, через весь Нахчыван, назвали именем Пушкина. Судьбе было угодно, чтобы я родился в Нахчыване именно на этой улице. В детстве мы называли её улицей Пушкина, однако почему-то, - возможно, наши ученые знают это лучше, - её называли не улицей, а Пушкинским ручьем. На Пушкинском ручье прошло мое детство. Но в детстве я не знал, кто такой Пушкин. Просто, было известно, что он жил в сердце всего населения Нахчывана, в ряде случаев стихийно. Однако во время учебы в школе, ознакомившись с произведениями, стихами Пушкина, я понял, почему один из самых широких проспектов такого небольшого города, как Нахчыван, назвали именем Пушкина.
- ↑
- А. Г. Симонян Бои в Сисиане под руководством Андраника против турок и азербайджанцев (август-сентябрь 1918 г.) // Вестник Ереванского университета /Общ. Науки/. — Ер., 2005. — № 2 (116). — С. 36. Прибыв в Сисианский район, Андраник со своими силами попытался утихомирить разбушевавшихся азербайджанцев. Несмотря на все попытки армянской стороны убедить их подчиниться решениям Центрального национального совета Зангезура и прекратить междоусобную войну, азербайджанцы продолжали свои вражеские действия. В этой ситуации по решению Андраника были захвачены наиболее агрессивные азербайджанские сёла Агуди, Вагуди, Джомартлу, Ортакюз, Аравус, Урут и оттуда изгнаны вооруженные формирования мусаватистов.
- Кавказский календарь на 1910 год. Часть 1. — Тифлис. — С. 240. Джамартлу, сел. Елисаветп. Зангезурск. 400 жит. 1908 г. Татары.
- Кавказский календарь на 1912 год. Отдел статистический. — Тифлис. — С. 149. Джамарлу с., Елис., Занг., тр.. 381 жит.
- Кавказский календарь на 1915 год. Отдел статистический. — Тифлис. — С. 120. Джомартлу с., Елис., Занг., тр.. 405 жит.
- Памятная книжка Елисаветпольской губернии на 1910 год. Отдел IV. — Елисаветполь. — С. 90. (там указано 292 жителя, все татары-мусульмане — прим.)
- ↑ Thomas de Waal. Black Garden: Armenia and Azerbaijan through Peace and War. — New York University Press, 2004. — С. 306, прим. 7. — ISBN 0-8147-1944-9, 0-8147-1945-7.Оригинал текст (рус.)
Some maintain that Heidar Aliev was actually born in Armenia in 1921, not in Nakhichevan in 1923. His younger brother, Jalal Aliev, interviewed on 4 November 2000, said that the Aliev family came from the village of Jomartly in Zangezur but had moved to Nakhichevan by the time Heidar was born.
- ↑ 20,0 20,1 Э. Ахундова. Гейдар Алиев. Личность и эпоха. Часть 1. — Баку: Озан, 2007. — С. 19-29.
- ↑ Гусман М. Формула власти: 55 интервью в золотом галстуке. — М.: ТЕРРА-Книжный клуб, 2005. — С. 95. — ISBN 5-275-01366-3.
- ↑ Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898 - 1991
- ↑ Алиев, Гейдар
- ↑ Алиев Гейдар Алиевич (Алиев Гейдар Алирза-оглу), «Коммерсантъ» (15.12.2003).
- ↑ Николай Александрович Зенькович. Самые закрытые люди: энциклопедия биографий. — Olma Media Group, 2002. — С. 13. — ISBN 5948500357, 9785948500355.
- ↑ Гейдар Алиев. Десять лет в России 2015 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ Алиев, Гейдар
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алиев Гейдар Алирза улы . «Герои страны» сайты.
- Алиев, Гейдар — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Heydar Aliyev — The Telegraph
- Биография Гейдара Алиева 2015 йыл 9 февраль архивланған.
- Гейдар Алиев. Сборник электронных документов
- Видеоматериалдар
- Гейдар Алиев — Официальная биография
- Гейдар Алиев. Путь победителя.
- Интересные моменты из жизни Алиева
Алдан килеүсе: Семён Кузьмич Цвигун |
Әзербайжан ССР-ы Дәүләт именлеге комитетының 5-се рәйесе июнь 1966 — июль 1969 |
Һуңынан килеүсе: Виталий Сергеевич Красильников |
Алдан килеүсе: Ахундов Вели Юсуф оглы |
Әзербайжан ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары 14 июль 1969 — 3 декабрь 1982 |
Һуңынан килеүсе: Багиров Кямран Мамед оглы |
Алдан килеүсе: — |
Нахичеван Автономиялы Республикаһының Юғары Милли Мәжлесе 1-се рәйесе 3 сентябрь 1991 — 1993 |
Һуңынан килеүсе: Васиф Талыбов |
Алдан килеүсе: Иса Гамбар |
Әзербайжан Милли Мәжлесенең 3-сө рәйесе 15 июнь 1993 — 5 ноябрь 1993 |
Һуңынан килеүсе: Расул Гулиев |
Алдан килеүсе: Абульфаз Эльчибей |
Әзербайжандың 3-сө Президенты 31 октябрь 1993 — 31 октябрь 2003 |
Һуңынан килеүсе: Ильхам Гейдар оглы Алиев |
- 10 майҙа тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- 12 декабрҙә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- АҠШ-та вафат булғандар
- Әзербайжанда ерләнгәндәр
- Әзербайжан дәүләт нефть һәм сәнәғәт академияһын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (Рәсәй Федерацияһы) кавалерҙары
- I дәрәжә изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- II дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәрҙәре
- МГИМО-ның почетлы докторҙары
- I дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Георгий Димитров ордены кавалерҙары
- Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалерҙары
- Изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- Әзербайжан президенттары
- Әзербайжан сәйәсмәндәре
- Әзербайжан ССР сәйәсмәндәре
- Әзербайжан милләтселәре
- Әзербайжан коммунистары