Эстәлеккә күсергә

Гагарин Кубогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гагарин Кубогы
Нигеҙләү датаһы 2008
Рәсем
Спорт төрө Шайбалы хоккей
Кем хөрмәтенә аталған Гагарин Юрий Алексеевич
Награда тапшырыусы Континенталь хоккей лигаһы
Рәсми сайт khl.ru
Ай Март
Лауреаттар категорияһы Категория:Гагарин кубогы еңеүселәре
 Гагарин Кубогы Викимилектә

Гагарин Кубогы (рус. Кубок Гагарина) — 2008/2009 йылдар миҙгеленән башлап Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындары еңеүсеһенә бирелгән хоккей бүләге.

Кубок беренсе космонавт Юрий Гагариндың хөрмәтенә атала, күсмә булып тора. Бүләк, плей-оффтың финал серияһы тамамланғандан һуң, еңеүсе команда капитанына тапшырыла.

«Аҡ Барс» уйынсылары Гагарин Кубогында беренсе еңеүсе була.
Континенталь хоккей лигаһы. Гагарин Кубогы 2016. Рәсәй маркаһы, 2016 йыл.

Лига етәксеһе Александр Медведев һүҙҙәре буйынса[1], Гагариндың исеме Рәсәй халҡында юғары ҡаҙаныштарҙы кәүҙәләндергән, Юрий Гагарин үҙе милләт символы булған өсөн һайланған. Бынан тыш, Континенталь хоккей лигаһын ойоштороусылар фекеренсә, Гагариндың йыһанда яһаған ҡаҙанышы хоккейҙағы алға китеш менән бәйле булырға тейеш. Шулай уҡ финал уйындары апрель башында уҙа, шул иҫәптән 12 апрелдә — Космонавтика көнөндә лә. Кубокка исем һайлағанда варианттар араһында Анатолий Тарасовтың да исеме була, ләкин уның хөрмәтенә лига дивизиондарының береһен атарға ҡарар ителә.

Кубокты Континенталь хоккей лигаһы тарихында тәүге «Бөтә йондоҙҙар матчы» ваҡытында күрһәтелә. Презентацияла уйынсы команда капитандары Алексей Яшин һәм Яромир Ягр була.

Гагарин Кубогын КХЛ-дың даими миҙгелендәге иң яҡшы 16 команда дүрт еңеүгә тиклем серияла уйнай. Әммә 16 иң көслө клуб иҫәбенә мәрәйҙәр буйынса иң яҡшы 16 клуб инмәй. Плей-офф уйындарына һәр конференциянан һигеҙ клуб сыға.

2009 йылдың 12 апрелендә Ҡазандан «Аҡ Барс» командаһы 2008/2009 йылдар миҙгелендә Гагарин кубогын яулай һәм КХЛ чемпионы була. КХЛ тарихында ете команда еңеү яулай: Аҡ Барс (Ҡазан) (2009, 2010, 2018) һәм Мәскәү ЦСКА-һы (2019, 2022, 2023) — өсәр тапҡыр, Мәскәү Динамоһы (2012, 2013), Металлург (Магнитогорск) (2014, 2016), СКА (Санкт-Петербург) (2015, 2017) — икешәр тапҡыр, Салауат Юлаев (2011) һәм Авангард (2021) — берәр тапҡыр.

2019/2020 йылдар миҙгелендә Гагарин Кубогы тарихта беренсе тапҡыр хужаһыҙ ҡала — плей-офф пандемия арҡаһында беренсе раундтан һуң ваҡытынан алда тамамлана[2].

«Ҡулса» сауҙа үҙәгендә Гагарин Кубогы, Ҡазан, 2009 йыл

Кубок 925-се пробалы көмөштән яһалған, тыштан алтын менән ялатылған. Алғы яғында Юрий Гагариндың скафандрҙағы һүрәте һәм осоусы комета уйылған, ә икенсе яғында хоккейсы (легенда буйынса, Всеволод Бобров) төшөрөлгән. Түңәрәк тирәләй ҙур булмаған шайбаларғаа еңеүсе командаларҙың исемдәре яҙылған. Кубоктың аҫҡы өлөшөндә КХЛ эмблемаһы һүрәтләнгән.

Кубоктың ауырлығы 26 килограмм 800 грамм тәшкил итә[3]. Фаразланыуынса, кубоктың күләме яҡынса 12 литр.

Кубок авторы — Рәссамдар союзы ағзаһы, «Майзель» ювелир студияһы[4]. етәксеһе Владимир Майзель[5].

Кубоктың сәйәхәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011/2012 йылдар миҙгеленән Кубок яулаған һәр хоккейсы һәм тренер бүләк менән бер көн үткәрергә хоҡуҡлы тигән ҡарар ҡабул ителә.

Кубок барған тәүге ҡала — Санкт-Петербург, унда уны Мәскәү «Динамо»һы хоккейсылары Константин Горовиков һәм Константин Волков алып килә. Шул ваҡыттан алып ул Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында һәм башҡа илдәрҙә — Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Латвияла, Словакияла, Чехияла, Финляндияла, Швецияла һәм Украинала була.

Йыл Кңеүсе Тренер Еңелеүсе Тренер Счет Еңеү голы
2023 ЦСКА (З) Сергей Фёдоров Аҡ Барс (В) Зинэтула Билялетдинов 4-3 Даррен Диц (31:28)
2022 ЦСКА (З) Сергей Фёдоров Металлург (В) Илья Воробьёв 4-3 Александр Попов (09:29)
2021 Авангард (В) Боб Хартли ЦСКА (З) Игорь Никитин 4-2 Сергей Толчинский (19:28)
2020
COVID-19 пандемияһы арҡаһында миҙгел ваҡытынан алда тамамлана
2019 ЦСКА (З) Игорь Никитин Авангард (В) Боб Хартли 4-0 Максим Мамин (77:44)
2018 Аҡ Барс (В) Зинэтула Билялетдинов ЦСКА (З) Игорь Никитин 4-1 Роб Клинкхаммер (41:06)
2017 СКА (З) Олег Знарок Металлург (В) Илья Воробьёв 4-1 Илья Ковальчук (40:09)
2016 Металлург (В) Илья Воробьёв ЦСКА (З) Дмитрий Квартальнов 4-3 Крис Ли (38:57)
2015 СКА (З) Вячеслав Быков Аҡ Барс (В) Зинэтула Билялетдинов 4-1 Илья Ковальчук (06:31)
2014 Металлург (В) Майк Кинэн Лев (З) Кари Ялонен 4-3 Сергей Мозякин (43:10)
2013 Динамо (З) Олег Знарок Трактор (В) Валерий Белоусов 4-2 Алексей Цветков (65:57)
2012 Динамо (З) Олег Знарок Авангард (В) Раймо Сумманен 4-3 Якуб Клепиш (52:03)
2011 Салауат Юлаев (В) Вячеслав Быков Атлант (З) Милош Ржига 4-1 Александр Свитов (55:48)
2010 Аҡ Барс (В) Зинэтула Билялетдинов ХК МВД (З) Олег Знарок 4-3 Никита Алексеев (21:18)
2009 Аҡ Барс Зинэтула Билялетдинов Локомотив Кари Хейккиля 4-3 Алексей Морозов (50:04)

Иң уңышлы командалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таблицала командалар еңеүҙәр һаны буйынса күрһәтелгән. Курсив менән хәҙер КХЛ-да уйнамаған командалар билдәләнә.

Команда Еңеүҙәр Финал
иҫәбе
Еңелеү Еңеү, % Финалда ҡатнашыу йылдары
(ҡалын менән еңеү йылдары)
ЦСКА 3 6 3 50,0 2016, 2018, 2019, 2021, 2022, 2023
Аҡ Барс 3 5 2 60,0 2009, 2010, 2015, 2018, 2023
Металлург (Магнитогорск) 2 4 2 50,0 2014, 2016, 2017, 2022
СКА 2 2 0 100 2015, 2017
Динамо (Мәскәү) 2 2 0 100 2012, 2013
Авангард 1 3 2 33,3 2012, 2019, 2021
Салауат Юлаев 1 1 0 100 2011
Локомотив 0 1 1 0 2009
ХК МВД 0 1 1 0 2010
Атлант 0 1 1 0 2011
Трактор 0 1 1 0 2013
Лев (Прага) 0 1 1 0 2014

Уйын ваҡыты 100 минуттан артыҡ булған матчтар (5 осорҙан ашыу, еңеүсе команд ҡалын менән билдәләнә):

Командалар Дата Уйын ваҡыты Иҫәп
төп ваҡытта
Овертайм
номеры
Еңеү
голы
1 ЦСКА — Йокерит[6] 22 март 2018 142 мин. 1:1
(1:1, 0:0, 0:0)
5 Мика Ниеми
2 Локомотив — ЦСКА[7] 5 март 2022 127 мин. 2:2
(1:1, 0:1, 1:0)
4 Максим Соркин
3 Лев — Донбасс[8] 21 март 2014 127 мин. 3:3
(2:1, 1:1, 0:1)
4 Андрей Конев
4 Северсталь — Локомотив 25 февраль 2013 119 мин. 2:2
(1:2, 1:0, 0:0)
3 Денис Казионов
5 Адмирал — Металлург Мг 12 март 2014 117 мин. 2:2
(0:1, 2:0, 0:1)
3 Данис Зарипов
6 Витязь — СКА 7 март 2020 114 мин. 2:2
(1:1, 0:0, 1:1)
3 Лукас Бенгтссон
7 Торпедо НН — Салауат Юлаев 11 март 2014 114 мин. 1:1
(0:1, 0:0, 1:0)
3 Александр Степанов
8 ЦСКА — СКА 10 апрель 2021 113 мин. 2:2
(1:0, 0:2, 1:0)
3 Василий Подколзин
9 СКА — ЦСКА 26 март 2016 112 мин. 0:0
(0:0, 0:0, 0:0)
3 Джефф Плэтт
10 Металлург МГ — Авангард 15 март 2011 110 мин. 2:2
(1:1, 1:1, 0:0)
3 Андрей Первышин
11 Салауат Юлаев — Авангард 8 апрель 2019 109 мин. 0:0
(0:0, 0:0, 0:0)
3 Алексей Бондарев
12 Трактор — Аҡ Барс 22 март 2012 109 мин. 1:1
(0:0, 0:1, 1:0)
3 Данис Зарипов
13 Авангард — Адмирал 22 февраль 2017 106 мин. 1:1
(1:0, 0:1, 0:0)
3 Александр Кучерявенко
14 Аҡ Барс — Барыҫ (хоккей клубы) 11 март 2010 105 мин. 3:3
(0:2, 2:1, 1:0)
3 Нико Капанен
15 Себер — Салауат Юлаев 6 март 2022 104 мин. 1:1
(0:0, 1:0, 0:1)
3 Валентин Пьянов
16 Нефтехимик — Авангард 28 февраль 2016 103 мин. 2:2
(2:0, 0:1, 0:1)
3 Денис Паршин
17 ЦСКА  — СКА 28 март 2015 102 мин. 2:2
(0:1, 1:0, 1:1)
3
18 СКА — ЦСКА 2 апрель 2023 102 мин. 2:2
(0:1, 2:0, 0:1)
3 Никита Нестеров

Гагарин кубогының иң яҡшы бомбардирҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
# Сезондар Уйынсы Командалар Мәрәйҙәр
1 13 Сергей Мозякин Атлант, Металлург Мг 172 (68+104)
2 13 Данис Зарипов Аҡ Барс, Металлург Мг 128 (57+71)
3 12 Вадим Шипачёв Северсталь, СКА, Динамо М, Аҡ Барс 124 (38+86)
4 7 Александр Радулов Салауат Юлаев, ЦСКА, Аҡ Барс 108 (34+74)
5 9 Никита Гусев ЦСКА, СКА, Амур, Югра 96 (40+56)
6 5 Ян Коварж Металлург Мг 91 (32+59)
7 7 Патрик Торесен СКА, Салауат Юлаев 89 (28+61)
8-11 7 Константин Окулов Себер (хоккей клубы), ЦСКА 76 (29+47)
8-11 11 Сергей Плотников Амур, Локомотив, СКА, Металлург Мг, ЦСКА 76 (28+48)
8-11 13 Александр Попов Авангард, ЦСКА 76 (21+55)
8-11 7 Линус Умарк Динамо М, Йокерит, Салауат Юлаев 76 (18+58)

Матчтар һаны буйынса Гагарин Кубогы рекорд ҡуйыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
# Сезондар Уйынсы Командалар Матчтар
1 15 Евгений Бирюков Металлург Мг, Салауат Юлаев 178
2 14 Илья Каблуков Торпедо НН, Атлант, Спартак, СКА, Авангард, Динамо М 166
3 13 Кирилл Петров Югра, ЦСКА, Авангард, Аҡ Барс 165
4 13 Александр Попов Авангард, ЦСКА 162
5 13 Вадим Шипачёв Северсталь, СКА, Динамо М, Аҡ Барс 158
6 13 Сергей Мозякин Атлант, Металлург Мг 157
7 13 Данис Зарипов Металлург Мг, Аҡ Барс 154
8 14 Василий Кошечкин Лада, Северсталь, Металлург Мг 154
9 13 Антон Белов СКА, Динамо М, Авангард 151
10 13 Григорий Панин Аҡ Барс, ЦСКА, Салауат Юлаев 150

Еңеүҙәр һаны буйынса ҡапҡасылар араһында Гагарин Кубогы рекорд ҡуйыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
# Сезондар Уйынсы Командалар Еңеү
1 14 Василий Кошечкин Лада, Северсталь, Металлург Мг 86
2 12 Александр Ерёменко Салауат Юлаев, Динамо М 68
3 6 Илья Сорокин ЦСКА, Металлург Н 50
4 5 Микко Коскинен Себер, СКА 50
5 4 Петри Веханен Аҡ Барс, Лев 39
6 6 Майкл Гарнетт ХК МВД, Динамо М, Трактор, Слован, Медвешчак 39
7 6 Георгий Гелашвили Локомотив, Металлург Мг, Торпедо НН 35
8 11 Константин Барулин ЦСКА, Атлант, Аҡ Барс, Авангард, ХК Сочи, Металлург Нк 31
9 5 Карри Рамо Йокерит, Авангард 29
10 7 Эмиль Ғарипов Авангард, Аҡ Барс 28

Гагарин Кубогында баш тренерҙар араһында рекордсмендар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
# Тренер Командалар Уйындар Еңеүҙәр
1 Олег Знарок ХК МВД, Динамо М, СКА, Спартак 120 79
2 Зинэтула Билялетдинов Аҡ Барс 117 74
3 Дмитрий Квартальнов Северсталь, Себер, ЦСКА, Локомотив, Аҡ Барс 114 68
4 Илья Воробьёв Металлург Мг, СКА 100 62
5 Игорь Никитин Авангард, ЦСКА, Локомотив 82 52

Гагарин Кубогының бер Плей-офф уйындары рекордсылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бер плей-оффта иң яҡшы бомбардирҙар Бер плей-оффта мәрәйҙәр буйынса иң яҡшылар
# Уйынсы Сезон Клуб У Г А О # Уйынсы Сезон Клуб И Г А О
1 Сергей Мозякин 2013/14 Металлург Мг 21 13 20 33 1 Крис Ли 2016/17 Металлург Мг 18 1 14 15
2 Данис Зарипов 2013/14 Металлург Мг 21 11 15 26 2 Тэйлор Бек 2018/19 Авангард 16 3 11 14
3 Ян Коварж 2013/14 Металлург Мг 21 8 18 26 3 Вадим Шипачёв 2015/16 СКА 15 6 7 13
4 Сергей Мозякин 2015/16 Металлург Мг 23 11 14 25 4 Сергей Мозякин 2016/17 Металлург Мг 17 3 10 13
5 Ян Коварж 2016/17 Металлург Мг 18 10 15 25 5 Никита Гусев 2018/19 СКА 18 6 6 12
Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы бомбардирҙар Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы бомбардир-һаҡсылар
# Игрок Сезон Клуб И Г # Уйынсы Сезон Клуб У Г А О
1 Данис Зарипов 2016/17 Металлург Мг 18 15 1 Крис Ли 2016/17 Металлург Мг 18 1 20 21
2 Евгений Дадонов 2014/15 СКА 22 15 2 Патрик Херсли 2016/!7 СКА 16 6 12 18
3 Михаил Анисин 2011/12 Динамо М 21 14 3 Коди Франсон 2018/19 Авангард 19 4 14 18
4 Михаил Григоренко 2018/19 ЦСКА 20 13 4 Егор Яковлев 2021/22 Металлург Мг 24 2 13 15
5 Сергей Мозякин 2013/14 Металлург Мг 21 13 5 Антон Белов 2016/17 СКА 18 3 11 14
Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы ассистенттар Бер плей-офф уйындарында иң яҡшы ҡапҡасыла
# Уйынсы Сезон Клуб И А # Ҡапҡасы Сезон Клуб И СИ
1 Крис Ли 2016/17 Металлург Мг 18 20 1 Ларс Юханссон 2020/21 ЦСКА 23 7
2 Сергей Мозякин 2013/14 Металлург Мг 21 20 2 Андерс Нильссон 2014/15 Аҡ Барс 20 6
3 Ян Коварж 2013/14 Металлург Мг 21 18 3 Миико Коскинен 2015/16 СКА 15 5
4 Сергей Мозякин 2016/17 Металлург Мг 17 17 4 Илья Сорокин 2017/18 ЦСКА 18 5
5 Тэйлор Бек 2018/19 Авангард 16 16 5 Шимон Грубец 2020/21 Авангард 18 5

Иҫкәрмәләр: И — Уйындар, Г — голдар, А — голлы тапшырыу, О — очколар, СИ — ҡоро уйындар.

  • Данис Зарипов — Гагарин Кубогының берҙән-бер биш тапҡыр еңеүсеһе (өс тапҡыр Аҡ Барс һәм ике тапҡыр «Металлург» командаһы менән).
  • Тренер Зинэтула Билалетдинов дүрт тапҡыр Ҡазандың "Аҡ Барс"ы менән финалда ҡатнаша һәм өс тапҡыр Гагарин Кубогын бер клуб менән яулай.
  • Тренер Олег Знарок дүрт тапҡыр Гагарин Кубогы финалында ҡатнаша — ике тапҡыр Мәскәү «Динамоһы» һәм берәр тапҡыр Эске эштәр министрлығы һәм СКА хоккей клубтары менән, төрлө командалар менән өс тапҡыр Гагарин Кубогын яулай.
  • Виктор Козлов Гагарин Кубогын (Салауат Юлаев) хоккей клубы уйынсыһы һәм Магнитогорск Металлургының тренеры булараҡ яулай.
  • Павел Дацюк Стэнли Кубогын, Гагарин Кубогын, Донъя чемпионаты алтынын һәм Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаған берҙән-бер хоккейсы.
  • Гагарин Кубогының һәр плей-офф уйындарында КХЛ-дың бөтәһе дүрт командаһы: Аҡ Барс, Магнитогорскиҙың Металлургы, СКА һәм Салауат Юлаев хоккей клубтары ҡатнаша.
  • Өс команда рәттән ике тапҡыр Гагарин Кубогын яулауға өлгәшә: «Аҡ Барс» (2009 һәм 2010 йылдарҙа), Мәскәү «Динамоһы» (2012 һәм 2013) һәм ЦСКА (2022 һәм 2023).
  1. Чемпионат.ру. Медведев: Кубок Гагарина будет произведением искусства. Дата обращения: 3 октябрь 2010. Архивировано из оригинала 12 июнь 2008 года.
  2. КХЛ приняла решение об итоговом распределении мест в сезоне 2019/2020. www.khl.ru. Дата обращения: 16 август 2022. Архивировано 20 июль 2020 года.
  3. Журналисты выяснили, как будет выглядеть Кубок Гагарина. Дата обращения: 16 апрель 2011. Архивировано 10 ноябрь 2011 года.
  4. Кубки. Дата обращения: 19 август 2014. Архивировано 29 декабрь 2014 года.
  5. Из чего, из чего сделан… Кубок Гагарина? Дата обращения: 28 апрель 2011. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  6. Протокол игры: ЦСКА - Йокерит : Континентальная Хоккейная Лига (КХЛ). www.khl.ru. Дата обращения: 16 август 2022. Архивировано 15 август 2022 года.
  7. Протокол игры: Локомотив - ЦСКА : Континентальная Хоккейная Лига (КХЛ). www.khl.ru. Дата обращения: 16 август 2022. Архивировано 16 август 2022 года.
  8. Протокол игры: Лев Пр - Донбасс : Континентальная Хоккейная Лига (КХЛ). www.khl.ru. Дата обращения: 16 август 2022. Архивировано 16 август 2022 года.

Ҡалып:КХЛ бүләктәре