Йәғфур
Йәғфур | |
Был таксон организмы | Ишәк |
---|---|
Зат | ата зат |
Хужаһы | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Порода животных | билдәһеҙ |
Йәғфур (ғәр. يعفور — «ғәзәл»; рус. Я’фур) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең легендар ишәгенең ҡушаматы .
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәр ишәге абруйлығы шикле ғәрәп дини әҫәрҙәренең персонажы булып тора, шуға күрә күпмелер ваҡыт мосолмандар араһында бәхәс ҡоралы булып ҡала. Тарихсы Әт-Тәбәриҙә Йәғфур тигән ишәк Мысыр хакимы Мөкәүкис тарафынан Мәрйәм әл-Кибтия менән бергә ебәрелгән бирнәнең бер өлөшө, тип телгә алына.
Йәғфур тирәләй барлыҡҡа килгән апокрифик легендаларҙа уның Библияла телгә алынған пәйғәмбәрҙәрҙең бөтә ишәктәре менән дә генеалогик ҡәрҙәшлек булдырылған. Йәғфур тураһындағы легендаларҙа ул кешесә һөйләшә белгән һуңғы ишәк итеп һүрәтләнә.
Исем-атамаларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артабанғы тарихта ишәк Йәғфур образы символик мәғәнәгә эйә булып китә һәм, бәлки, ҡайһы берҙә ир-ат исеме булараҡ та ҡулланылғандыр. Мәҫәлән, йәғфуриҙәр тигән шәжәрәлә нигеҙ һалыусының исеме шуға оҡшаш (867—997), ә Сүриәлә, Дамаскынан алыҫ түгел, Йәғфур исемле ҙур булмаған ҡала бар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баранов Х. К. Арабско-русский словарь: ок. 42 000 слов. — 3-е изд. — М., 2001.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |