Бишул: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
Rescuing 0 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.8
 
33 юл: 33 юл:


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/prosmotr/2-statya/9272-bishul Статья в Башкирской энциклопедии]
* [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/prosmotr/2-statya/9272-bishul Статья в Башкирской энциклопедии]{{Недоступная ссылка|date=August 2021 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}
{{Башҡорт ҡәбиләләре}}
{{Башҡорт ҡәбиләләре}}
[[Категория: Башҡорт ҡәбиләләре]]
[[Категория: Башҡорт ҡәбиләләре]]

10:27, 9 август 2021, ағымдағы өлгө

Бишул  — табын төркөмө башҡорттары составына ингән  ырыу.

Ырыу составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БИШУЛ (ырыу аралары: байулы, бөркөт, иҫке-бишул, яңы-бишул, ҡама, ҡанҡыс, ҡарға, кинйәғол-бишул, мәркәт, сәғләйән-бишул, таулы, һайыҫҡан, һөйөндөк-бишул, һөйәрғол-бишул, әбүбәкер)
  • УНҒАР (ырыу аралары: акир, арыҡбай, бүтәй, яңы-бишул, ҡалман, көнтыуған, машай, уран, сәғләйән-бишул, һайыҫҡан, ямғырса).

Y-DNA - тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшерелгән Бишул ырыуы вәкилдәренең  бер өлөшө   R1a-Z2123 субкладының R1a гаплотөркөмөнә ҡарай [1]

Этник тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этник яҡтан бишул ырыуы Алтай һәм Урта Азия төрки ҡәбиләләренә тоташа. Был этноним ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай һәм үзбәктәрҙә билдәле.

Бишулдарҙың этник нигеҙе — боронғо төрки ҡәбиләләре берләшмәһе. Көньяҡ Урал территорияһындағы  этник тарихы   был яҡтарға  боронғо башҡорт ҡәбиләләре күсенгән осорҙан башлана.  Улар составында бишулдар VIII—IX быуаттарҙа  көньяҡ - көнбайыш Урал янында урынлаша, бында улар финн - уғыр һәм төрки ҡәбиләләре менән ҡушыла.

XIII—XIV быуаттарҙа бишулдар ҡатай һәм табын ҡәбиләләре йоғонтоһо аҫтына эләгә, артабанғы этник үҫеше лә ошо йүнәлештә бара.

Биләгән территорияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIV—XV быуаттарҙа бишулдар Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары араһында йәшәйҙәр.  Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң ырыуҙың аҫаба ерҙәре Нуғай даруғаһының Бишул улыҫына инә.

XVIII  быуатҡа  бишулдар  Аҡ күл тирәһендә ерҙәр биләйҙәр, әммә  1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡандары өсөн уларҙы был ерҙәрҙән ҡыуып ебәрәләр, һәм улар Ағиҙел буйындағы уйһыулыҡта табын, ҡумрыҡ, мең ырыуҙарының припущенниктары булалар.

XVIII—XIX быуаттар аҙағында бишул ырыуы йәшәгән территория Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙдәренә, ә кантон идара итеү системаһы осоронда — 7-се һәм 8-се башҡорт кантондарында инә.

Хәҙерге ваҡытта бишулдарҙың ерҙәре Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһенә инә.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Москва: Наука, 1974.
  • Янғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. Өфө, 1995. // Янгужин Р. З. Из истории башкирских племён. Уфа: Китап, 1995. (башк.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. National clans project of FTDNA

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]