Мосолман архитектураһы
Мосолман архитектураһы | |
Мосолман архитектураһы Викимилектә |
Мосолман архитектураһы ижтимағи, мәҙәни, дини һәм сәйәси күренеш булараҡ исламдан үҫешкән төрлө архитектура стилдәре берләшмәһе булып тора. Мосолман архитектураһына дини генә түгел, донъяуи учреждениелар һәм биналар ҡарай. Мосолман архитектураһы тип шулай уҡ мосолман илдәрендә һәм ислам йоғонтоһо аҫтында булған башҡа илдәрҙәге иртә ислам дәүеренә лә, хәҙерге дәүергә ҡараған архитектура стилдәрен дә атарға була. Архитектура стиле Яҡын Көнсығышта VII быуатта барлыҡҡа килгән һәм урта быуаттар осоронда Төньяҡ Африкаға, Испанияға, Кесе Азияға, Һиндостан һәм Иранға, Урта Азияға, һәм Кавказға табан үҫешкән. Һуңыраҡ мосолман архитектураһы шулай уҡ Көньяҡ-Көнсығыш Азияға барып еткән. Хәҙерге ваҡытта мосолман архитектураһына ярашлы мәсеттәр бөтә донъя буйынса мосолмандарҙың йәшәү урындарында төҙөлә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәр һижрәтенән һуң Мәҙинә ҡалаһында тәүге мәсет төҙөлә. Һуңынан мәсеттәр мосолмандар тарафынан яулап алынған ҡалаларҙа асыла. Мәккәне алғандан һуң һәр мәсеттә ҡибланы — Ҡәғбә йүнәлешен күрһәткән миһраб барлыҡҡа килә[1].
Биналарҙың типологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет (ғәр.مسجد «масджид») — мосолмандарҙың ғибәҙәт ҡоролмаһы. Доға уҡыу маҡсатында кәртәләнеп алынған беренсе мәсетте Мөхәммәт пәйғәмбәр Мәҙинәлә төҙөгән. Урта быуаттарҙа мәсет дини генә түгел, башҡа социаль функцияларҙы ла үтәгән: унда уҡыусыларҙы уҡытҡандар, ауыл халҡы йыйылыштары уҙғарылған, илгиҙәрҙәргә ҡуныр урын бирелгән.
Функциональ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- квартал мәсеттәре — һүҙҙең тар мәғәнәһендәге мәсеттәр, көндәлек доға уҡыу өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ кварталда йәшәгән халыҡтың йыйылыу урыны булып тора.
- йома мәсете — ҡалаларҙа урынлашҡан йома намаҙы өсөн тәғәйенлән йәмиғ мәсете. Эре үҙәктәрҙә (Истанбул, Бағдад) бер нисә мәсет булған.
- намаҙгох — Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа байрамы кеүек мөһим мосолман байрамдарында ғибәҙәт атҡарыр өсөн тәғәйенләнгән ҙур асыҡ ҡала яны мәсете.
- гонаһһыҙ, үтә тоғоролоҡло кешеләр кәшәнәләре, мәҙрәсәләр, ханакалар һ. б. янындағы мәсеттәр.
Төп архитектура стилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсеттең архитектур башҡарылыуы бик төрлө булыуы мөмкин, әммә уларҙа ике элемент мотлаҡ: миһраб (Ҡәғбәгә (Мәккәгә) ҡарата йүнәлеш) һәм манара (мәсет янында урынлашҡан бейек башня).
Ғәрәп төрө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсеттең боронғо төрө Ислам менән Ғәрәбстандан таралған һәм XVI быуаттарҙағы ғосман экспансияһына саҡлы тотороҡло һаҡланған. Ғәрәп мәсете периметры буйынса аркада һәм галерея менән кәртәләнгән ихата һәм ихатаға йәнәшә урынлашҡан ғибәҙәт залынан торған тура мөйөшлө йәки квадрат ҡоролма. Миҫалдар: Хәссән II мәсете, Мәсжид әл Хәрәм.
Фарсы төрө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]фарсы тибындағы мәсеткә исламға тиклемге Фарсыстан Персия архитектураһы ныҡ йоғонто яһағаны киң ҡулланыла айван һәм көмбәҙҙәрҙе киң ҡулланылыуҙа сағылған. Тәһәрәт өсөн махсус бассейны булған фарсы мәсеттең ихатаһы, һәр галереяһының яҡтары уртаһы буйлап, периметры буйынса галерея һәм айван (ярым түңәрәк уйымдан торған дүрт мөйөшлө бейек портал) менән кәртәләнгән. Айвандарҙың береһе харам урынлашҡан ҙур булмаған көмбәҙле бүлмәгә алып бара[2]. Харам йәнәшәһендә ҡайһы берҙә ғибәҙәт ҡылыу залдары була. Миҫалдар: Имам мәсете, Калян мәсете.
Ғосман төрө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Византия архитектураһы йоғонтоһонда XV быуатта төрөк-ғосмандар күп көмбәҙле мәсет төрөн төҙөгән. Был төр мәсеттәр колонналар өҫтөндә ҡалҡып тора, улар бер үҙәк көмбәҙ һәм күп һанлы көмбәҙҙәр менән биҙәлгән, йыш ҡына эске ихатаһы галерея менән уратып алынған, ишек алдында быуа урынлашҡан. Ғосман мәсеттәре конус фонарлы нескә манаралары менән айырылып тора. Миҫалдар: Зәңгәр мәсет, Сәлимиә мәсете.
Төбәк стилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам донъяһы периферияһында урындағы архитектура йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән төбәк стиле үҫешкән, мәҫәлән Сиань йәмиғ мәсете ҡытай архитектураһы формаларында эшләнгән, ә манараһы будда пагодаһы рәүешендә эшләнгән.
Мәҙрәсәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙрәсә — икенсе белем алыу кимәле дини уҡыу йорто. Берҙән-бер мотлаҡ мәҙрәсә — ул ислам хоҡуғы. Мәҙрәсәләр хоҡуҡ мәктәбе буйынса бүленгән, әгәр ҙә бер мәҙрәсәлә бер нисә мәктәп татыу йәшәһә, уларҙың һәр береһенә айырым лекциялар залы тәғәйенләнә. Ғәҙәттә мәҙрәсә, шәкерттәрҙең хөжрәләре уратып алған ихата тирәләй урынлаша, мәҙрәсә бинаһында мәсет һәм лекция залы мотлаҡ.
Ханака
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ханака (фарс.خانگاه, текке (төрөк.) — суфыйлыҡ уҡытыусылары һәм уҡыусылары йәшәр өсөн тәғәйенләнгән комплекс. Ғәҙәттә дини ғәмәлдәр атҡарырыу залынан, мәсет һәм шәкерттәр хөжрәләренән тора. Башта ханакалар хажға килеүселәр һәм ил гиҙеүселәр өсөн һыйыныр урын булған, әммә күпселек ил гиҙеүселәр суфыйлыҡ дәрүиштәре булғанлыҡтан, ханакалар суфыйлыҡ сығанағына әүерелә.
Зәүиә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәүиә ғәр.(زَاوِيَةٌ — хөжрә, суфыйҙарҙың йәшәү урыны, суфый аскеттарының көндәрен доға ҡылып үткәргән аулаҡ урыны[3]. Тәүҙәрәк зәүиә тип мәсеттә мосолмандарҙың Көрьән уҡыу, уларҙы ғәрәп теленә өйрәтеү һ. б. өсөн тәғәйенләнгән бина аталған. XII быуаттан, суфыйҙар дини йәмғиәте (тәриҡәт) барлыҡҡа килгәндән һуң, уҡыусыларының (мөрид) һәм уларҙың уҡытыусыһы — шәйехтең (остаз) торлағын зәүиә тип атағандар. Һуңғы урта быуаттарҙа Төньяҡ Африкала зәүиә теләһә ниндәй тәриҡәттең дә ойоштороу структураһының төп ячейкаһы булған. Улар мәсеттән, шәйех һәм мөридтәргә тәғәйенләнгән торлаҡтан, шулай уҡ илгиҙәр-дәрүиштәргә ҡунып китер урын булырлыҡ комплекслы ҡоролмаларҙан тора. Йөҙҙәрсә суфыйға торлаҡ булған ханакаларҙан айырмалы рәүештә, ғәҙәттә зәүиәлә шәйех һәм уның мөридтәре генә йәшәгән.
Рибат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рибат — карауандарҙы йәшерергә һәм карауан юлдарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән баштан уҡ нығытылған ҡала яны каруанһарайҙарында кафырҙарға ҡаршы һуғышырға ант иткән мурабуттар йәшәгән. Һуңғараҡ рибаттар функциялары буйынса суфый мәҙәниәт үҙәгенә әйләнгән ханакаларға яҡынайған, һәм мурабут атамаһы рибаттарҙа йәшәгән суфый дәрүиштәргә лә ҡағыла башлаған.
Йәмәғәт биналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолман донъяһына шулай уҡ карауанһарайҙар (юл буйы ҡунаҡханалары), ябыҡ баҙарҙар, һамамдар (йәмәғәт мунсалары) һәм башҡа архитектура ҡоролмалары хас.
Стилдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фарсы архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иранда, диуар панелдәрен түшәгәндә, башлыса формаһы буйынса йондоҙ һәм әүернә рәүешле сынаяҡ кирбес ҡулланалар. Ҡайһы берҙә был геометрик биҙәктәр йәки күп фигуралы композициялар[1].
Мавритан архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]785 йылда Кордовала төҙөлә башланған Бөйөк мәсет (хәҙер Мескита булараҡ билдәле) Пиреней ярымутрауында һәм Төньяҡ Африкала ислам архитектураһының башланғысын күрһәткән. Гранадалағы күркәм Альгамбра һарайын төҙөгәндә, мавритан архитектураһы үҙенең иң бейек нөктәһенә күтәрелгән.
Ғосман архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге төрөк мәсеттәре ғәрәп тибы буйынса төҙөлгән, ләкин XV быуат аҙағында яңы типтағы мәсет барлыҡҡа килгән. Ғибәҙәтханалар дүрт мөйөшлө эске ихаталы, һәм был ихатаның һәр яғынан, бер яғы ихатаға — айванға — асылған һәм көмбәҙле зал булып күтәрелгән ҙур биналар комплексы итеп төҙөлгән[4].
Урта Азия архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хужа Әхмәт Йәсәүи кәшәнәһе, Ҡаҙағстан
- Бохараның тарихи үҙәге, Үзбәкстан
- Шахрисабздың тарихи үҙәге, Үзбәкстан
- Сәмәрҡәнд — мәҙәниәттәр саты, Үзбәкстан
- Дербент диуары, Нарын-Ҡала һәм Дербент ҡалаһының иҫке өлөшө, Дағстан.
- Таж-Махал, Һиндостан — Бабуридтар династияһы осоронда төҙөлгән
- Хумаюн кәшәнәһе, Һиндостан
- Джама манараһы, Афғанстан
Мосолман стилен сағылдырған архитектура элементтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолман архитектураһын түбәндәге компоненттары буйынса билдәләргә мөмкин:
- Ҙур көмбәҙҙәр.
- Манара — айырым йәки ҡуш тороусан. Ҙур мәсеттәрҙә ғәҙәттә манаралар йоп һанлы.
- Йыш ҡына ҙур ғибәҙәт залы менән тоташтырылған ҙур ихаталар. Ихаталар ғәҙәттә, мосолман баҡсаһы итеп проектланған: баҡса аныҡ һәм дөрөҫ геометриялы, уға периметры буйлап урынлаштырылған һыу үткәргес һәм колонналар хас.
- Геометрик формалар һәм репетатив архитектура — арабескалар ҡулланыла.
- Симметрия ҡулланыу.
- Ритуал тәһәрәт алыу өсөн ҡабырсаҡтар һәм фонтандар.
- Миһраб— мәсет диуарындағы ҡибланы, йәғни Мәккәләге Ҡәғбәне күрһәткән уйым, ҡыуыш.
- Сағыу төҫтәр ҡулланыла.
- Бинаның эске яғы тышҡы яғына ҡарағанда тәьҫирлерәк һәм баҙыҡ.
- Шымартылған аркалар һәм даға төрөндәге аркалар.
- Кәрәҙ һымаҡ көмбәҙ (мукарнас) — яҡын көнсығыш архитектураһына хас йомоҡ йыйырсыҡлы кәрәҙгә оҡшаған ромб йәки шымартылған соҡор-гексагондар рәүешендәге, бал ҡорто балауыҙ кәрәҙҙәренә йәки мәмерйәләрҙәге сталактиттарға оҡшаған пирамидаль тәрәнәйтеү.
- Машрабия — кеше үҙе күренмәй генә урамға ҡарап тороу мөмкинлеген биргән ағасты семәрләп соҡоп йәки ырып эшләнгән йә кирбестән яһалған балкон.