Тәкфирселек
Тәкфирселек | |
ғәр. تكفيري | |
Төп тема | такфир[d] |
---|---|
Йоғонто яһаусы | кутбизм[d][1] |
Тәкфирселек (ғәр. تكفير — тәкфир + селек, рус. такфиризм) Мысырҙан килгән радикаль ислам идеологияһы, уның нигеҙе булып мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа ислам ағымдарынан төп айырмаһы булып тора ла инде. Террорсы мосолмандарҙың күбеһе тәкфирселек яҡлы, ләкин тәкфирселәр араһында көс ҡулланыуҙан ситләшеүселәр ҙә бар. Урыҫ телле әҙәбиәттә тәкфирселек яҡлыларҙы такфиристар, такфириттар йәки такфировцы тип атайҙар.
Идеологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәкфирселектең нигеҙе булып тотош мосолман йәмәғәттәрен иманһыҙлыҡта (көфөрлөк) ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа исламсы ағымдарҙан төп айырмаһы булып тора. Әммә сәләфилек, йыһатсылар менән билдәле бер буталсыҡ булыуға ҡарамаҫан, тәкфирселәр үрҙә телгә алынған ағымдарҙан ярайһы уҡ айырыла[2]. Сәләфиҙәр тәкфирселек кеүек шул уҡ ультраконсерватив мосолмандар, әммә уларҙан көс ҡулланыуҙы ҡабул итмәү менән айырыла[3].
Роберт Бэр билдәләмәһе буйынса, «тәкфирсе» һүҙе ғәҙәттә «донъяны аҡлы-ҡаралы ғына итеп күргән» сөнни-мосолмандарға ҡағыла: уларҙа "хаҡ мосолмандар менән кафырҙар ғына бар, аралаш төҫ юҡ, һәм уларҙың маҡсаты — Ҡөрьәнгә һүҙмә-һүҙ ярашлы Хәлифәлекте тергеҙеү[4].
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Тәкфирселек» исламда бидғәт тип һанала. 2005 йылда Иордания короле Ғабдулла II инициативаһы буйынса биш йөҙҙән ашыу дин белгесе һәм мосолман сәйәси лидерҙары тәкфирселекте «законһыҙ» тип иғлан иткән "Амман мөрәжәғәте"нә ҡул ҡуялар. Билдәле америка колумнисы Майкл Джерсон һүҙҙәренсә, «тәкфирселек исламдың сағылышы түгел, ә уның боҙолоуы».
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ashour O. The De-Radicalization of Jihadists: Transforming Armed Islamist Movements. — Routledge, 2009. — 224 p. — (Contemporary Terrorism Studies). — ISBN 9781134012299.
- Baer R. The Devil We Know: Dealing with the New Iranian Superpower. — Crown/Archetype, 2008. — 279 p. — ISBN 9780307449788.
- Hahn G. M. The Caucasus Emirate Mujahedin: Global Jihadism in Russia's North Caucasus and Beyond. — McFarland, 2014. — 344 p. — ISBN 9781476614953.
- Scheuer M. Osama Bin Laden. — Oxford University Press, 2011. — 304 p. — ISBN 9780199753277.
- Dekmejian R. H. Islam in Revolution: Fundamentalism in the Arab World. — Syracuse University Press, 1995. — 307 p. — (Contemporary issues in the Middle East). — ISBN 9780815626350.
- Salhani C. Islam Without a Veil: Kazakhstan's Path of Moderation. — Potomac Books, Inc., 2011. — 228 p. — ISBN 9781597977326.
Өҫтәмә әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- аль-Албани М. Н., Ибн Баз А. А., аль-Усаймин М. С. Фитна такфира = فتنة التكفير. — второе, дополненное. — Эр-Рияд: Дар Ибн Хузайма, 1997. — 152 с.
- Syed Saleem Shahzad Takfirism: a messianic ideology // Le Monde diplomatique. — July 2007.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |