Фехтование
Фехтование | |
Етәксе орган | Международная федерация фехтования[d] |
---|---|
Фехтование Викимилектә |
Фехтование (нем. fechten — «һуғышырға, көрәшергә»[1]) — ҡул һуғышында ҡул һалҡын ҡоралы менән идара итеү, һөжүм итеү, сәнсеү һәм һөжүмде, сәнсеүҙе кире ҡағыу. Яугирлыҡ сәнғәте алымдары системаһы. Шулай уҡ фехтование тип һалҡын ҡорал ҡулланып алышыу процесы (реаль, шулай уҡ уҡыу-күнекмә, спорт, тарихи, сәхнә һ. б. булараҡ) үҙе атала.
|
Фехтование тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәрби фехтование — тәү сиратта был хәрби һалҡын ҡорал: ҡылыс, шпага, рапира, ҡылыс, хәнйәр, бысаҡ, айбалта һ. б. менән яҡшы эш итеү, белеү сәнғәте. Боронғо Римдә хеҙмәткә яңы алынған легионерҙарҙы ла, гладиаторҙарҙы ла фехтованиеға өйрәткәндәр. Боронғо Грецияла иң кесе йәштән (5−11 йәштән) граждандар балалары өсөн фехтование төп дисциплиналарҙың береһе булған. Урта быуаттарҙа дворян-рыцарға белем биреү программаһында фехтование төп дисциплинаналарҙың береһе булған. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән тәүге фехтование дәреслеге — «Тауерҙан Фехтбух» XIII быуатҡа ҡарай, йәғни ул XV быуатта барлыҡҡа килгән шпагаға тиклем ике быуат алдараҡ яҙылған. Башта уҡ ҡатмарлы гардалы нәҙек оҙон ҡылыстан ғибәрәт хәрби шпагаларҙа фехтование ваҡытында ҡалҡан, ә һуңынан хәнйәр ҙә ҡулланылған. Беҙҙең осорҙа ғына фехтование хәрби сәнғәттән спорт төрөнә әйләнгән.
Фехтование төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәрби фехтование — ҡул һалҡын ҡоралы сәнғәтенә эйә булыу, яугирҙы ысын һуғышҡа әҙерләү.
- Спорт фехтованиеһы — спорт төрө.
- Артистик фехтование — маҡсаты буйынса тамашасыларға һәм судьяларға һалҡын ҡорал ярҙамында ысынбарлыҡта булыуы мөмкин булған алышты күрһәткән спорт фехтованиеһы төрө.
- Тарихи фехтование — боронғо техниканы һәм һуғыш тактикаһын, боронғо ҡорал күсермәһен, кәрәк-яраҡтарын һәм кейемдәрен ҡулланыусы фехтование.
- Паралимпия фехтованиеһы — коляскала ултырған килеш фехтование.
- Сәхнә фехтованиеһы — ҡорал менән һуғышыу оҫталығын тамаша аша күрһәтеү фехтованиеһы. Театр уҡыу йорттарында дисциплина булараҡ уҡытыла.
Спорт фехтованиеһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спорт ярыштарының төп маҡсаты — ҡаршы трорусыны сәнсеү һәм шуға ярашлы, үҙеңә сәнселеүҙән ҡотолоп ҡалыу. Кем ҡағиҙәгә ярашлы ҡаршы ҡатнашыусыға беренсе булып билдәле бер һанда сәнсә йә билдәләнгән ваҡыт арауығында күберәк сәнсеп өлгөрә, шул еңеүсе була. Хатта команда ярыштарында ла алыштар бергә бер үткәрелә. Ике фехтовальщик араһында алыш барлыҡ ҡоралдар менән дә киңлеге 1,5-2 м, оҙонлоғо 14 м булған электр үткәреүсе материалдан яһалған махсус юлда үткәрелә, һәм был юл сәнсеү йә һуғыуҙы теркәүсе аппараттан йырағыраҡ ҡуйыла.
Алыш спорт судьяһы тарафынан идара ителә һәм баһалана. Фехтовальщиктар яһаған сәнсеү һәм һуғыуҙар лектр аппараты лампалары ярҙамында теркәлә. Улар, фехтовальщиктың ҡоралы һәм кейеме аша үкәрелгән электр схемаһынан нигеҙләнеп, аппаратҡа тоташтырылған тапшырыу сымдары ярҙамында теркәлә бара. Арбитр, фехтованиеның һәр төрөндәге алыш ҡағиҙәләрен иҫәпкә алғанда, сәнсеү һәм һуғыуҙы теркәүсе аппарат күрһәткестәренә таянып баһалай. Ҡоралдың төрлө төрөндәге алыш сәнсеү һәм һуғыуҙы иҫәпкә алыу йә юҡҡа сығарыу кеүек үҙенә генә хас айырым ҡағиҙәләргә таяна. Шулай уҡ спорт фехтованиеһында яҡлау башҡарып (алып) була.
Ҡулланылған ҡорал буйынса спорт фехтованиеһының түбәндәге төрҙәрен айыралар:
- рапираларҙа фехтование,
- шпагаларҙа фехтование,
- ҡылыстарҙа фехтование,
- артистарса фехтование (арт-фехтование),
- таяҡ менән фехтование,
- карабиндар менән фехтование,
- ауыр йөҙлөклө ҡорал менән фехтование (тарихи).
Ҡағиҙә булараҡ, судья ярыш барышында командаларҙы француз телендә бирә. Команда түбәндәгесә айырыла:
- Ан гард фәндәр академияһы (франц. En guarde, Алышҡа) Ярышҡа әҙерлек тураһында ауаз. Алышта ҡатнашыусылар һәр береһе, үҙ һыҙығына баҫып, алыш башы позицияһын биләй.
- Эт ву прэ?[2] (франц. Êtes-vous prêt?, Һеҙ әҙерме?) Алыш башланыр алдынан судья һәр ҡатнашыусыға һорау бирә. Алышҡа әҙер булмаған ҡатнашыусы, аяҡ тыпырлатып йә ҡоралын өҫкә күтәреп, сигнал бирергә тейеш.
- Алле! (франц. Allez!, Башларға!) Алыш башланыуын аңлатҡан ауаз. Ҡатнашыусылар хәрәкәтте башлау хоҡуғына эйә.
- Альт! (франц. Halte!, Туҡта!) Алыш туҡтала.
- А друа (франц. A droit, Уңға). Баш судьянан уң яҡта торған фехтовальщикка беренсе сәнсеү хоҡуғы бирелә.
- А гош (франц. A gauche, Һулға). Һул яҡта торған фехтовальщикка сәнсеү хоҡуғы ҡушыла.
- Па конте! (франц. Pas compter!, Иҫәпләнмәй). Бер кемдең сәсеүе лә иҫәпкә алынмай.
Фехтование Олимпия уйындары программаһына инә. Шулай уҡ фехтование буйынса донъя чемпионаттары, 1981 йылдан — Европа чемпионаттары, шулай уҡ Донъя кубогы, милли чемпионаттары үткәрелә.
Рапиралар менән фехтование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спорт рапираһы — 110 сантиметрҙан оҙонораҡ һәм ауырлығы 500.0 грамдан ауырыраҡ булмаған, йөҙө 90 сантиметрҙан оҙон булмаған дүрт ҡыры киҫелешле сәнсеү ҡоралы; ҡул суғы диаметры 12 сантиметр, ҡайһы бер илдәрҙә шунан бер аҙ киңерәк түңәрәк металл га́рда менән һаҡлана.
Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар айырым турнирҙарҙа рапираларҙа ярыша. Рапираның осондағы пружина 500 грамм баҫымға ҡорола. Бынан тыш, сәнсеүҙәрҙе теркәүсе аппарат 0,025 сек. дауамынан кәмерәк сәнсеүҙәрҙе теркәмәй. Аппарат башҡа сәнсеүҙәрҙе теркәй. Бары тик металлаштырылған курткаға (электрокуртка) тейгән сәнсеүҙәр генә ысын булған тип һанала.
Фехтовальщиктың сәнсеүҙәр тейерлек ерен металлаштырылған куртка ҡаплай, һәм курткаға ҡағылған һәр сәнсеүҙе төҫлө лампа теркәй. Металлаштырылған куртка ҡапламаған урынға тейеүсе сәнсеүҙәрҙе аҡ лампа теркәһә лә, улар булған тип теркәлмәй.
Фехтование алышы алыш өсөн тәғәйенләнгән юлда үткәрелә. Алышыусы сикте арттан киҫеп үтһә, штраф сәнсеүе рөхсәт ителә. Фехтовальщиктар юлдың ҡырҙарына тайпылһа, алыш туҡтатыла, ә бынан һуң яһалған сәнсеүҙәр иҫәпкә алынмай.
Рапиралар менән фехтование һалҡын ҡоралдың тарихи үҫешенә нигеҙләнеп формалашҡан. Хәрби ҡара-ҡаршы алыш дошманды сәнсеү һәм яралау кәрәклеген билдәләгән. Шул уҡ ваҡытта сәнселеүҙән тайпылыу мөһим булған. Рапира тәүге әҙер тик фехтованиеға өйрәнеү өсөн генә файҙаланғанлыҡтан, һәм фехтовальщикты һөжүм итергә генә түгел, ә һаҡланырға өйрәтеү кәрәккәнлектән, өйрәтеүсе алыш шарттарын биргән. Шуның өсөн хәҙерге заман алышында төп ҡағиҙә: дошман һөжүме һәм яуап хәрәкәте башланып өлгөрмәҫ элек, ул кире ҡағылырға тейеш (һөжүмдең урынлылығы). Дәғүәсе ҡоралына әүҙем яуап хәрәкәте эшләгәндән һуң, хәрәкәт өҫтөнлөгө приоритет бер фехтовальщиктан икенсеһенә күсә (һаҡланыуҙың урынлылығы). Арбитр өҫтөнлөктө билдәләй: аппарат сәнсеүҙе теркәү менән, алышыусыларҙың хәрәкәттәрен туҡтата. Шунан, аппараттың күрһәткесенән сығып, сәнсеүҙе иҫәпкә ала йә булманы тип һанай. Артабан алыш тағы дауам итә.
Фехтованиела алышыусыларҙың бер-береһенә тәндәре менән ҡағылыуы тыйыла, төртөлгән кешене киҫәтәләр, әгәр ҡабатлап бәрелһә, штраф сәнсеүе рөхсәт ителә. Бынан тыш, алышта ҡатнашыусылар бер-береһенең артына барып сыға икән, алыш туҡтатыла.
Шпагалар менән фехтование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шпага спортта ҡулланылғаны — 110 сантиметрҙан оҙонораҡ һәм 770 грамдан ауырыраҡ булмаған сәнсеү ҡоралы (ҡайһы бер спортсылар ауырайтылған йөҙлөклө шпагаларҙы ҡуллана); өс ҡырлы киҫелешле һығылмалы ҡорос йөҙлө ҡорал; ҡул суғы диаметры 13,5 см киңлектә булған түңәрәк гарда менән һаҡлана.
Шпагалар менән алышҡанда ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар аппаратайырым турнирҙарҙа ярыша. Шпаганың осо, исмаһам, теркәүсе аппарат эшләй башлаһын өсөн, уға 750 грамлыҡ баҫымға мохтаж. Спортсының елкәһенән башҡа, бөтә еренә лә сәнсеүҙәр рөхсәт ителә. Ҡорал менән фехтование юлы аппараттан айырыбыраҡ урынлаштырыла, һәм бында сәнсеү теркәлмәй. Рапиралар менән фехтованиенан айырмалы рәүештә спортсыларҙың бер-береһенә бәрелеүҙәре рөхсәт ителә.
Шпага менән фехтованиела хәрәкәт өҫтөнлөгө юҡ. Аппарат икенсеһенән 0,25 секундҡа һуңыраҡ яһалған сәнсеүҙе бөтөнләй теркәмәй. Үҙ-ара бер үк ваҡытта яһалған сәнсеүҙәр теркәлә һәм ике фехтовальщикка ла яҙыла. Тик, тиң иҫәп булғанда, алыштың һуңғы сәнсеүҙәре ҡабатланырға тейеш.
Ҡылыстар менән фехтование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Спорт фехтованиеһында ҡылыс — спорт фехтованиеһында ҡулланылған, оҙонлоғо 105 сантиметрҙан, ауырлығы 500 грамдан, йөҙлөгө оҙонлоғо 88 см-ҙан артмаған трапеция һымаҡ киҫелгән ҡоростан яһалған, йөҙлөктө осо менән өҫкә йүнәлткәндә, ҡул суғын өҫтән һәм алдан һаҡлаған махсус төҙөлөштәге гардалы, сабыу-сәнсеү ҡоралы.
Фехтовальщиктың, ҡулдарын (беләҙегенә тиклем) һәм битлеген индереп, билдән өҫкө яғындағы бар тәненә лә һуғырға һәм сәнсергә мөмкин. Тейелгән урын көмөш юнысҡылы һаҡлау кейеме менән ҡапланған, шул уҡ ваҡытта битлек тә куртка менән электр контактында тора. Һуғыу һәм сәнсеү аппараттағы төҫлө лампа менән теркәлә.
Ҡылыс менән алыш бер ни тиклем рапира менән фехтованиеға оҡшаған. Алышта еңеүсене билдәләү буйынса төп ҡағиҙә: бер үк ваҡытта һуҡҡан һәм сәскән осраҡта, һөжүм итеүсе һөжүмгә ҡаршы тороусыға ҡарағанда өҫтөнлөккә эйә. Фехтование фазаһы һөжүмдән башлап һөжүмде кире ҡағыуға һәм яуап биреүгә, алыш хәрәкәттәренең өҫтөнлөгө бер фехтовальщиктан икенсеһенә күсеүгә табан үҫешә. Иң төп айырма шунда: ғәмәлдә ҡылыс менән башлыса һуғалар, ә сәнсәләр, уларҙан һаҡланыу ҡатмарлаша, һәм алыш байтаҡ етеҙерәк була бара.
Рапира һәм шпаганан айырмалы рәүештә, ҡылыс уйынында «алға сатраш аҙым» тыйыла (артҡа сатраш аҙым да тыйылған).
Арт-фехтование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арт-фехтование (артистик фехтование) — сәхнә фехтованиеһының спорт аналогы, ҡуйылған шартлы алыш йә ярыш ҡағиҙәләренә ярашлы, һалҡын ҡорал менән күнегеүҙәр эшләүҙә сағылған спорт эшмәкәрлеге төрө.
Артистик фехтование антик быуаттарҙан бөгөнгә саҡлы, шулай уҡ «ваҡытҡа бәйләнмәгән» фехтованиены индереп, бөтә замандарҙың фехтование сәнғәтен берләштерә.
Артистик фехтованиела, һайланған дисциплиаға ярашлы, ҡоралдың мотлаҡ киҫеүсе, һуғыусы, сәнсеүсе һәм сабыу-сәнсеүсе төрҙәре ҡулланыла.
Ҡулланылған ҡорал хәрби йә гражданлыҡ тибындағы ҡоралдың аналогын кәүҙәләндерә; йәиһә уның тасуирламаһы ниндәй ҙә булһа баҫма сығанаҡта булырға тейеш.
Теләһә ниндәй сығышта теләһә ниндәй континенттың сәхнә аналогын һәм көнкүреш имитаторҙарын, шулай уҡ ҡоралға төҙөлөшө менән оҡшаған спорт снарядтарын ҡулланыу рөхсәт ителә, әммә оҙон йөҙлөклө (оҙон һаплы) европа һалҡын ҡоралының береһенә хас фехтование алымдарының булыуы мотлаҡ.
Сығыштарҙы судья баһалағанда, оригиналға ауырлығы һәм дәүмәле буйынса максималь оҡшаған ҡоралға өҫтөнлөк бирелә.
«Соло» һәм «төркөм» күнекмәләрендә һалҡын ҡоралдың европа төрҙәре генә рөхсәт ителгән, шулай уҡ уларҙың имитаторҙарын йә көнкүреш аналогтарын файҙаланыу мөмкин.
Карабиндар менән фехтование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карабин — XVII быуат аҙағында оҙон көбәкле атыу ҡоралы класы булараҡ барлыҡҡа килгән. 1940—1960-сы йылдарҙа СССРҙа һығылмалы штыклы карабин менән фехтование кеүек спорт төрө булған. СССР-ҙың һәм Ҡораллы Көстәрҙең штык алыштары буйынса Чемпионаттар үткәрелгән. Был ярыштар яугирҙы ҡулындағы ҡорал менән ҡул һуғышына өҫтәлмә әҙерләү, алышҡа психологик яҡтан әҙерләү һәм алыш барышында психологик сыҙамлылыҡ тәрбиәләү булған.
Ҡул таяҡтары менән фехтование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1635 йылда мэтр Кудре фехтованиены һөжүм иткәндә һәм һаҡланғанда "ҡул суғы ҡоралы"н ҡулланыу сәнғәте тип билдәләгән. Ҡул таяғы — ҡул суғы ҡоралы. Уның менән ғәмәлдә эшләү фехтованиеның төп ҡағиҙәләренә оҡшаған.
Ҡул таяғы менән фехтованиеның спорт вариантында, 95 см оҙонлоғондағы һәм 125—140 грамм ауырлығындағы шыма ағас таяҡтар менән ҡоралланған һаҡлаусы кейем кейгән (битлек, күкрәксә, бирсәткәләр, аяҡ япҡыстары) ике көрәшсе 6 м диаметрындағы түңәрәктә алыша. Фехтовальщиктар алышы 2 минут дауам итә. Шул ваҡыт эсендә ҡул таяғы менән бер-береһе тәненең теләһә ниндәй өлөшөнә мөмкин тиклем күберәк сәнсеү һәм сабыу һуғыу хәрәкәттәре яһарға тейеш. Ҡул таяҡты тура тотоу хват кәрәк, икенсе ҡул артта урынлаштырыла.
Тарихи фехтование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта рәсми булмаған ауыр йөҙлөклө ҡорал менән (атап әйткәндә ҡылыс) «Тарихи фехтование» тип аталған спорт ярыштары барлыҡҡа килә һәм популярлыҡ яулай. Фехтованиеның был төрө тарихи реконструкция менән мауыҡҡан энтузиастар арҡаһында билдәле була бара. Ҡағиҙә булараҡ, фехтованиеның был йүнәлешен тергеҙеүсе һәм һәүәҫкәрҙәр ауырлығы 1200 грамдан 4-5 кг-ға тиклем булған бер йә ике ҡул менән идара ителгән ҡылыс ҡуллана. Тарихи һәм конкрет тарихи осорға ҡарата стилләштерелгән һаҡлағыс саралар йәғни Хәрби кейемдәр һәм ҡоралдар: һайман, бригантиналар, йәүшән панцирь һ. б. һаҡлаусы хеҙмәтен үтәй. Фехтованиеның был төрө буйынса ярыштар үткәреү бер нисә тарихи һәм йәмәғәт хәрәкәте ҡатнашыусыларының энтузиазмына таяна, аныҡ ҡына берҙәм ҡағиҙәгә нигеҙләнмәгән һәм аяҡҡа баҫыу алдында тора. Бындай ярыштарҙа ҡатнашыу, алыштар тура контактта алып барылғанлыҡтан, рәсми фехтование төрҙәре менән сағыштырғанда, имгәнеү ҡурҡынысы менән янай.
Тарихи фехтовальщиктарҙың экипировкаһы тергеҙеүселәр экипировкаһына ҡарағанда, тарихи дөрөҫлөккә зыян килтерелһә лә, күпкә уңайлылығы менән айырыла. Шулай, миҫалға, бөтә торҡалар ҙа ҡаты конструкция ярҙамында башты ғына түгел, йөҙҙө лә һаҡларға тейеш. Шуның өсөн йөҙ һаҡлағысы булмаған өлгөләргә, йәиһә тәндең был өлөшөн һаҡлау өсөн һайман ҡулланылһа, алғы яҡтан ҡорос рәшәткә иретеп йәбештерелгән. Экипировка әҙерләү ысулдарына талаптар аҙыраҡ ҡуйыла, ҡайһы бер осраҡта ҡоралға һәм доспехтарға иретеп йәбештереү, заманса инструмент менән эшкәртеү ҡулланыла һ. б.; спортсмен, әгәр уны уңайлы тип тапһа (турнир ҡағиҙәләре тубыҡтан түбән һығыуҙарҙы тыйған осраҡта), тулыһынса хәҙерге заман аяҡ кейемендә сығыш яһай ала.
Ауыр йөҙлөклө ҡорал менән фехтованиеға шулай уҡ бугурт алыштары (5х5, 21х21) — урта быуаттар өлгөһөндәге күмәк кеше ҡатнашҡан алыштар (берәмек алыштан тыш, төркөм алыштары) үткәрелгән. Еңеүгә өлгәшер өсөн командаға спортсыларҙың физик көсөн, ихтыярын, таһыллығын, командала эшләү тактикаһын, стратегияһын һәм һәр спортсының интеллектын ойоштороу кәрәк — был спорт төрөнөң ғәҙәти булмағанлығы шунда. Был номинациялағы ярыштар бөтә Рәсәй буйынса берҙәм ҡағиҙәләргә таянып уҙғарыла.
Паралимпия фехтованиеһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Паралимпия фехтованиеһының күптәнге тарихы бар. 1780 йылда уҡ доктор Тиссо (Франция) «Медицина хирургик гимнастикаһы гигиеник аспекта. Ҡорал менән күнекмәләр» тип аталған китабында үҙенең методикаһын эшләгән. 1895 йылда француз Селестин Леконт фехтование менән шөғөлләнеү ҙур дауалау эффектына эйә булыуы хаҡында теория эшләгән. Ул был спорт төрө ярҙамында һауығыуға алып килгән ун биш төрлө сирҙе тасуирлаған.
Паралимпия фехтованиеһының хәҙерге тарихы, йәки инвалид коляскаһында ултырған килеш фехтование (ингл. wheelchair fencing), сэр Людвиг Гатманн был спорт дисциплинаһы идеяһын тәҡдим иткәндән һуң, үткән быуаттың 50-се йылдарынан башланған. Ул йылдарҙа был спорт төрө буйынса тәүге рәсми ярыштар ҙа үткәрелгән.
1960 йылда фехтование Римдә үткән тәүге Паралимпия уйындары программаһына индерелә. Шунан бирле паралимпиясылар араһында Европа һәм донъя чемпионаттары, Донъя Кубоктары даими уҙғарыла. Әгәр 1960 йылда Римдә фехтовальщик паралимпиясылар өс төрҙә: ҡылыс менән ир-егеттәр араһында шәхси һәм команда ярыштарында һәм рапира менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында шәхси ярыштарҙа ҡатнашһалар, — ә 2004 йылда улар, Афиналағы Паралимпия уйындарында ярышҡан, дөйөм алғанда «A» һәм «B» категорияларында 15 комплект награда (категория «C» вәкилдәрев Уйында ҡатнашмайҙар) яулаған. Ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа рапира һәм шпага буйынса шәхси һәм команда беренселегендә ярышалар, ә ҡылыс менән ярыштар тик ир-егеттәр араһында ғына уҙғарыла. Команда ярыштары асыҡ характерҙа — уларҙа «А» категорияһы вәкилдәре лә, «В» категорияһы спортсылары ла ҡатнаша ала.
Яраҡлы техника үҫеше менән бергә ярыш ҡағиҙәләре лә үҙгәрә. Классик фехтованиенан айрмалы рәүештә, бында алыш 4 метр оҙонлоғондағы юлда статик хәлдә уҙғарыла, һәм коляскалар махсус металл конструкциялар ярҙамында урынға нығытыла. Ҡағиҙә буйынса, алышта ҡатнашыусының ҡайһыһының ҡулы ҡыҫҡараҡ, шул алыш алып барыласаҡ дистанцияны һайлай. Алыш ваҡытында фехтовальщик буш ҡулы менән креслоға тотона. Ҡағиҙә креслонан ҡалҡыныуҙы һәм аяҡтарҙы баҫҡыстан айырыуҙы рөхсәт итмәй.
Рапира һәм ҡылыс менән уйнаусыларҙың һуғыла йә сәнселә торған яҫылыҡ «ғәҙәти» фехтованиела кеүек, шпага менән уйнаусыларҙа — тәндең билдән өҫкө яғы. Тейеүҙәр электрофиксатор ярҙамында теркәлә. Зыян килтерелә торған урынға сәнсеү мәрәй килтерә.
Теге йәки был категорияға ҡарауы сирҙең характеры һәм уның менән бәйле спортсының хәрәкәтсәнлек кимәле билдәләнә:
- «А» категорияһына аҫҡы ослоҡтары (аяҡтары) киҫелгән атлеттар һәм балалар церебраль фалижы менән яфаланыусылар ҡарай;
- «В» категорияһына — умыртҡа бағанаһының күкрәк өлөшө имгәнгән спортсылар;
- «С» категорияһына — умыртҡа бағанаһының муйын өлөшө имгәнгән фехтовальщиктар.
Ярыш алдынан паралимпийсылар мотлаҡ тәртиптә медицина тикшереүе үтәләр.
Рәсәйҙә паралимпия фехтованиеһы 2005 йылдан үҫешә башланы. Февралдә Рәсәй Фехтование Федерацияһы (ФФР) башҡарма комитеты ултырышында ФФР-ҙың Елена Белкина етәкләгән паралимпия фехтованиеһы буйынса комиссияһы булдырыла. Сентябрҙә Мәскәү дәүләт социаль-гуманитар институтында 1-3 курс студенттары араһынан һайланған 12 кешенән торған паралимпия фехтованиеһы менән шөғөлләнеүсе төркөм барлыҡҡа килә. Ай аҙағында уҡ был төркөм Е. Белкина үҙе һәм йәш тренер Екатерина Войнова етәкселегендә күнекмәләр эшләй башлай. Өфөлә лә шул ваҡытта тренер Фәрит Арыҫланов алып барған 10 кешенән торған паралимпия фехтованиеһы секцияһы үҙ эшен башлай.
Йыл һайын бөтә донъя буйлап төрлө категориялар турнирҙары уҙғарыла. Шуларҙың береһе булараҡ Үзбәкстанда һәр яҙ һайын Хәтер һәм хөрмәт итеү көнөндә ойошторолған фехтование буйынса турнирҙы атап китеп була.
Фехтование мәктәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венециан фехтование мәктәбе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Венециан фехтование мәктәбе — дөйөмләштерелгән термин XII быуат башында Венеция ҡалаһында барлыҡҡа килгән һәм XIX быуат башына саҡлы йәшәп килгән фехтование стилен[3], билдәләү өсөн хеҙмәт итә[4][5].
Венецианлылар сәнғәт оҫталары булған, һәм үҙҙәренең Болоньялағы коллегалары менән фехтованиеның нигеҙләнгән принциптары менән бүлешкән, һәм был мәктәптәр Болон йә Венециан мәктәптәре булараҡ билдәле[6].
Венециан фехтованиеһында тәүге тапҡыр һөжүм иткәндә һәм һаҡланғанда ҡылыс йөҙөнөң төрлө өлөштәренең үҙенсәлектәрен бик ентекле тасуирлағандар. Бындай мөнәсәбәт менән фехтовальщик хәҙер «һуғыу үҙәге» тип йөрөтөлгәнде күҙ алдына килтергән. Ҡылыстың билдәле бер бүленеше тәҡдим ителгән. Ҡылыстың йөҙө дүрт өлөшкә бүленә, тәүге икеһен — эфестан башлап һаҡланыу маҡсатында ҡулланыр кәрәк; өсөнсөһөн, һуғыу үҙәгендәгеһенә яҡынын, һуғыр өсөн; ә осондағы дүртенсеһен — сәнсер өсөн[7].
Николетто Гиганти Венециан фехтование мәктәбенең сағыу вәкиле, XVII быуаттың фехтование буйынса венециан оҫтаһы булған. Ул үҙе яҙған «Scola, overo, Teatro» трактаты менән дан алған[8].
Генуэз фехтованиеһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Генуэз фехтованиеһы — был X быуаттан Генуя дәүләтенән бары тик генуэз фехтование традицияһынан баш алған диңгеҙ һәм ҡоро ер-диңгеҙ алышында айырым бер ҡылыс йөҙө менән алыштың билдәле бер төрө[9]. Генуэз фехтованиеһы башҡа төрлө, мәҫәлән, һуғыш барышында дошмандан тартып алынған һалҡын ҡоралдар ҡулланыу мөмкинлеген дә кире ҡаҡмай. Генуэз фехтованиеһының үҙенсәлекле сифаттары, башҡа төрлө фехтование төрҙәренән айырып торған һыҙаттары булып, уның диңгеҙ һәм моряктың караптағы көндәлек эше менән бәйле сығышына хас логик моделдәр тора. Шундай моделдәр булып карап штурвалын һәм рулен бороу, канаттарҙың тартыу хәрәкәттәрен, текелаж һәм елкәнде тәрбиәләү хәрәкәттәрен ҡабатлау тора. Бының менән бәйле, көн һайын карапта судовой ролен үтәү бер үк ваҡытта фехтование хәрәкәттәренә күнегеү ҙә булып тора һәм моряктан оҙаҡҡа һуҙылған диңгеҙ сәфәрҙәре ваҡытында күнекмәләргә өҫтәмә ваҡыт бүлеүҙе лә талап итмәй.
Генуэз фехтованиеһы техникаһында ҡулланылған ҡылыс йөҙөнөң төп төрҙәре: генуэз бысағы, генуэз абордаж ҡылысы, генуэз карап палашы.
Неаполитан фехтованиеһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Неаполитан фехтованиеһы — XV быуат башында Неаполь ҡалаһында барлыҡҡа килгән фехтование стиле. Неаполитан фехтование мәктәбе Италияла иң көслө фехтование мәктәптәренең береһе тип һанала.[10]. Неаполитан фехтованиеһы — ул сицилий фехтованиеһының игеҙәге, ике төрҙә лә үҙенсәлекле бер нимә бар — алышыусылар ҡыҫҡараҡ хәрәкәттәр яһай. Был стилдә ҡорал хәрәкәттәренә оҡшатып яһалған испан һуғыуҙары серияһы ҡулланыла. Үҙенә генә хас алыш позицияһы бар. Был фехтование йәнлектәрҙең үҙен тотош-хәрәкәте принциптарына һәм ысулдарына нигеҙләнгән, йәғни неаполитан фехтованиеһы нигеҙендә януарҙарҙың логик моделе ята, һуңынан уға техника ҡорола. Неаполитандарҙы башҡа төбәк халҡынан айырыусы сифаты күңел асыу һәм бейеүҙәрҙең ҡатнашлығы булғанлыҡтан — был да фехтование стиленең техникаһында[11].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәхнә фехтованиеһы
- Фехтованиеның симуляторы
- Анджело, Доменико
- Бысаҡ менән алыш
- Генуэз бысағы
- Генуэз абордаж ҡылысы
- Дегаже
- Кэндо — япон фехтованиеһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [ Фехтование] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Судейство . Федерация фехтования Москвы. 2015 йыл 12 февраль архивланған.
- ↑ Энциклопедия оружия, Венделин Боехейм, Санкт-Петербург оркестр, 1995 — Всего страниц: 574
- ↑ La reinvenzione di Venezia: tradizioni cittadine negli anni ruggenti, Filippo Mariani, Francesco Stocco, Giorgio Crovato, Il poligrafo, 2007 — Всего страниц: 194
- ↑ Венеция. Прекрасный город, Питер Акройд, Litres, 12 янв. 2017 г.
- ↑ Venice: its individual growth from the earliest beginnings to the fall of the republic, Том 6, Pompeo Molmenti, A.C. McClurg & Co., 1908
- ↑ Школы и мастера фехтования. Благородное искусство владения клинком, Эгертон Кастл, Litres, 12 янв. 2017 г. — Всего страниц: 7632
- ↑ Giganti, Nicoletto. Scola, overo, teatro: nel qual sono rappresentate diverse maniere, e modi di parare et di ferire di spada sola, e di spada e pugnale. Venice, 1606
- ↑ Lunario genovese … Pagano, 1897
- ↑ Trattato teorico-pratico di spada e sciabola e varie parate di quest’ultima contro la baionetta e la lancia operetta illustrata da 30 figure incise con ritratto dell’autore compilata". Alberto Blengini, 1864 — P. 84
- ↑ Trattato teorico-pratico di spada e sciabola e varie parate di quest’ultima contro la baionetta e la lancia operetta illustrata da 30 figure incise con ritratto dell’autore compilata da Cesare Alberto Blengini. Tipi Fava e Garagnani al Progresso, 1864 — P. 82-83
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Соколов Н.В. Начертание правилъ фехтовального искусства с рисунками в пяти частяхъ / помощн. главного фехтовального учителя Отдельного Гвардейского корпуса Н.В.Соколов. — Санкт-Петербург, 1843. — 178 с.
- Олсуфьев, Владимир Александрович. Рубка и фехтование / В. Олсуфьев. — Санкт-Петербург: В. Березовский, 1904. — 31 с.
- Аркадьев В. А. Фехтование. — М.: ФиС, 1959.
- Бабенко О. Б. Разящие клинки. Из истории фехтования в городе на Неве. — СПб., 1996.
- Кастл Э. Школы и мастера фехтования. Благородное искусство владения клинком. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2007.
- Лейтман Л. Г., Пономарева А. М., Родионов А. В. Фехтование юным. — М.: ФиС, 1967.
- Круглов А. Н. Фехтование в Западной Европе и Японии: духовные и философские основы. — М.: НИПКЦ «Восход-А», 2000.
- Мишенев С. В. История европейского фехтования. — Ростов н/Д.: Феникс, 2004.
- Хаттон А. Меч сквозь столетия. Искусство владения оружием. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2005.
- Хаттон А. Холодное оружие Европы. Приемы великих мастеров фехтования. — М.: ЗАО Центрполиграф, 2007.
- Amberger, Johann Christoph (1999). The Secret History of the Sword. Burbank: Multi-Media. ISBN 1-892515-04-0
- Evangelista, Nick (1996). The Art and Science of Fencing. Indianapolis: Masters Press. ISBN 1-57028-075-4
- Сальников А. В., Гульченко Е. А. Становление и развитие европейского шпажносабельного боевого фехтования XV—XVIII веков //Science Time. — 2014. — №. 3 (3).
- Сохо Т. Письма мастера дзэн мастеру фехтования //Евразия, СПб. — 1998.
- Прокопчик Е. И. ФИОРЕ ДЕИ ЛИБЕРИ-АВТОР СРЕДНЕВЕКОВОГО ТРАКТАТА ПО ФЕХТОВАНИЮ. — 2017.
- Тантаро С. Дзен и фехтование. — 1991.