Хинган ҡурсаулығы
Хинган дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 97 073 га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 3 октябрь 1963 йыл |
Урынлашыуы | |
49°01′01″ с. ш. 130°26′49″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Амур өлкәһе |
khingan.ru | |
Хинган ҡурсаулығы Викимилектә |
Хинган ҡурсаулығы — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы.
Амур өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында Архара уйһыулығы һәм Кесе Хинган һырты армыттары сиктәрендә урынлашҡан. 1963 йылдың 3 октябрендә булдырылған. Дөйөм майҙаны — 97 073 га, һаҡлау зонаһының майҙаны — 27 025 га[1]. Биләмәмәләр һаны: 3.
Ҡурсаулыҡтың тигеҙ өлөшө уның дөйөм майҙанының 70 процент самаһын тәшкил итә, ҡалғаны Кесе Хингандың армыттарына тура килә. Ҡурсаулыҡтың тигеҙлектәр өлөшөндә ҙур булмаған күлдәр күп, уларҙың иң ҙуры — Долгое, Лебединое һәм Перешеечное күлдәре. Климаты континенталь, муссон һыҙаттары бар. Ҡыш ҡарлы, әммә көслө һыуыҡтар була. Уның территорияһы халыҡ-ара әһәмиәттәге һыу-һаҙлыҡ биләмәләренә индерелгән. Көньяҡ Амурҙың урман-дала ландшафттарын, шулай уҡ Уссурия (япон) һәм Даурия торналары ояларын һаҡлау Хинган ҡурсаулығын ойоштороуҙың төп маҡсаты булып тора.
Флораһы һәм фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғары үҫемлектәр — 964 төр, һөтимәрҙәр — 47 төр иҫәпләнә, ә ҡоштарҙың 290 төрө бар. Хинган ҡурсаулығы Алыҫ Көнсығышта әлегә тиклем янут эттәренә иң ҡулай йәшәү урыны булған берҙән-бер ҡурсаулыҡ булып тора. Ҡурсаулыҡ биләмәһендә Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына һәм Амур өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән ҡара һәм Уссурия торналары кеүек һирәк ҡоштар йәшәй.
Штаттан тыш хәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың апрелендә 5000 гектарҙан ашыу майҙанды биләгән янғын Хинган һәм Антонов урман хужалығын ялмап ала. Һуңғыларында торна һәм ҡауҙы оялары күп була[2].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хинганский | ООПТ России . oopt.aari.ru. Дата обращения: 18 апрель 2022.
- ↑ В Амурской области горит Хинганский заповедник