Ғосман империяһы тарихы
Ғосман империяһы тарихы | |
Ғосман империяһы тарихы Викимилектә |
Ғосман империяһы тарихы 600-ҙән ашыу йылды үҙ эсенә ала. Ғосман империяһы 1299 йылдан 1923 йылға тиклем йәшәгән.
Империяның барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Империя ойошторор алдынан Ғосмандар тарихи аренала әллә ни билдәле булмаған. Сәлжүктәрҙең 1071 йылда Манцикерт эргәһендәге византийҙарҙы еңеүе төрөк һәм төркмәндәрҙең малсылыҡ менән шөғөлләнгән ҡәбиләләренә Анатолий буйлап таралып ултырырға мөмкинлек бирә. Төрөк-сельджуктар баш ҡалаһы Никеяла урынлашҡан Рум солтанлығына, ә 1097 йылда ҡаланы тәре йөрөтөүселәр яулап алғандан һуң, — Иконияла, хәҙерге Коньяла нигеҙ һала.[1]
XIII быуаттың беренсе сирегендә монголдарҙың Үҙәк Азияға һәм Иранға һөжүме уғыҙ төрки ҡәбиләләрен Көнбайышҡа күсенергә мәжбүр итә. Анатолийға барып еткән кешеләр араһында Кайиҙар ҙа булған. Был ҡәбилә башында Эртоғрул Ғәзи үҙе торған, сәлжүк солтаны Алаетдин Кей-Ҡобад I уға Сөгүт ҡалаһын бирә. 1243 йылда монголдар Кесе Азияға барып етә һәм Көседағ янындағы һуғышта Рум солтанлығы хакимы Кей-Хосров II армияһын тар-мар иткән, һәм уны вассал дәүләткә әйләндергән. Бынан тыш, 1261 йылда византийҙар латиндарға ҡаршы һуғышып, Константинополде яулай, үҙҙәренең баш ҡалаһы булып хеҙмәт иткән Никеяны ҡалдыра. Палеологтарҙың яңы династияһына ҡараған императорҙар өсөн Вифинияның элекке әһәмиәте булмаған[1].
XIII быуат аҙағында Анатолийҙа монгол власы көсһөҙләнә башлай, ә 1308 йылда Сәлжүкиҙәр нәҫеле өҙөлә. Сик буйында, шулай уҡ солтанаттың эске биләмәләрендә йәшәгән төркмән ҡәбиләләре башлыҡтары был мөмкинлекте монгол иҙеүен алып ташлау һәм үҙҙәренең Коньянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү өсөн файҙалана[1].
Ғосман I Ғәзи (идара ителеү йылдары 1288—1326), Уж-бей Сөгүттың һәм кайи ҡәбиләһе башлығы Эртоғрулдың улы һәм вариҫы, Византия менән көрәштә өлкә артынан өлкәне ҡуша, ләкин, ҡеүәте үҫә барыуына ҡарамаҫтан, үҙенең Ликаонияға буйһоноуын таный. 1299 йылда, Румдың сәлжүк солтаны Алаэддин Кейкубад II, боласыларҙан һаҡланып баш ҡаланан ҡасҡанда, Ғосман «солтан» титулын ҡабул итә һәм сәлжүк вариҫтары власын таныуҙан баш тарта. Уның исеме менән төрөктәр ғосман төрөктәре йәки ғосманлылар тип атала башлаған. Уларҙың Кесе Азияла идара итеүе тарала һәм нығына, Конья солтандары быға ҡамасаулай алмай.
Ошо ваҡыттан алып уларҙың, үҙ аллы булып етмәһә лә, үҙ әҙәбиәте барлыҡҡа килә һәм бик тиҙ арта. Улар яулап алынған өлкәләрҙә сауҙа, игенселек һәм сәнәғәткә булышлыҡ итеү хаҡында хәстәрлек күрә, яҡшы ойошторолған армия булдыра. Хәрби, ләкин мәҙәниәткә дошманлыҡ ҡылмаған, көслө дәүләт үҫешә; теоретик яҡтан абсолютистик булып тора, ләкин ғәмәлдә полководецтар (уларға солтан төрлө өлкәләр менән идара итеү мөмкинлеге бирә ине) йыш ҡына солтандың юғары власын теләр-теләмәҫ кенә таныған. Йыш ҡына Кесе Азиялағы грек ҡалалары үҙ ирке менән ҡеүәтле Ғосман ҡурсалауына бирелгән.
Ғосман улы һәм вариҫы Орхан I (1326—1359) атаһының сәйәсәтен дауам итә. Ул хаҡ динле халыҡтарҙы берләштереү маҡсатын ҡуйһа ла, ысынында иһә, көнсығышҡа, мосолмандар йәшәгән илдәргә ҡарағанда гректар йәшәгән илдәргә йүнәлтә. Ул Византиялағы эске ыҙғыштар менән бик оҫта файҙаланған. Бәхәсләшеүселәр уға третей судьяһы һымаҡ мөрәжәғәт иткән. 1330 йылда ул Азиялағы Византия ҡәлғәләренән иң мөһимен — Никеяны яулай. Уның артынса Никомедия һәм Кесе Азияның бөтә төньяҡ-көнбайыш өлөшө Ҡара диңгеҙ, Мәрмәр һәм Эгей диңгеҙҙәренә тиклемге өлөшө төрөктәр власына аҫтына инә.
Ниһайәт, 1356 йылда Орхандың улы Сөләймән етәкселегендәге төрөк ғәскәре Дарданеллдың Европа ярына сыға, Галлиполины һәм уның тирә-яғын баҫып ала.
Орхандың дәүләт менән эске идара итеү эшмәкәрлегендә уның даими кәңәшсеһе булып ағаһы Аладдин тора, ул (Төркиә тарихында берҙән-бер миҫал) үҙ ирке менән тәхеткә барыуҙан баш тарта һәм уның өсөн махсус булдырылған, әммә унан һуң да һаҡланып ҡалған бөйөк вәзир вазифаһын ҡабул итә. Сауҙаны еңеләйтеү өсөн тәңкә эше яйға һалына. Орхан үҙенең исеменән һәм Ҡөрьән шиғыры менән көмөш тәңкә — аҡса һуҡтыра. Ул үҙенә яңы ғына яулап алынған, үҙе үлгәнгә тиклем бер нисә йыл элек Ғосман — бей ҡамаған Бурсала (1326) затлы һарай төҙөтә, уның бейек ҡапҡаһы менән бәйле Ғосман хөкүмәте лә йыш ҡына «Бөйөк Порта» (һүҙмә-һүҙ тәржемәһе: Bab-ı Âlî — «бейек ҡапҡа») исеме менән йөрөтөлгән.
1328 йылда Орхан үҙ биләмәләренә яңы, ниндәйҙер кимәлдә үҙәкләштерелгән идаралыҡ бирә. Улар округтарға, санжактарға бүленгән 3 провинцияға (пашалыҡ) бүленгән. Граждандар идаралығы хәрби хеҙмәт менән берләштерелгән һәм уға буйһонған. Орхан христиан балаларынан сыҡҡан янычар ғәскәренә башланғыс һалған (тәүҙә 1000 кеше; һуңыраҡ уларҙың һаны шаҡтай артҡан). Диндәре (мәсихселәрҙән һалымдар алынһа ла) эҙәрлекләнмәгән, мәсихселәргә түҙемлек һаҡланыуына ҡарамаҫтан, улар күпләп ислам диненә күскән
Константинополде алғанға тиклемге Европалағы баҫып алыуҙары (1352—1453)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1352 й. — Дарданеллды баҫып алыу.
- 1356 й. — Галлиполиҙы баҫып алыу.
Бөйөк империя осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галлиполины алғандан һуң, төрөктәр Эгей диңгеҙе, Дарданелл һәм Мәрмәр диңгеҙенең Европа ярында нығынған. Сөләймән 1358 йылда вафат була, һәм Орхандың икенсе улы Морат I (1359—1389) тәхет вариҫы була, ул Ангораны яулап, Кесе Азия тураһында онотмаһа ла, үҙенең эшмәкәрлеге үҙәген Европаға күсерә. Фракияны яулап алғас, 1365 йылда ул баш ҡалаһын Адрианополгә күсерә. Константинополь һәм уның тирә-яғында ғына Византия империяһы һаҡланып ҡала, ләкин ул тағы ла йөҙ йылға яҡын яулап алыуға ҡаршы тороуын дауам итә.
Фракианы яулап алыу төрөктәрҙең Сербия һәм Икенсе Болғар батшалығы менән яҡындан аралашыуына килтерә. Ике дәүләт тә феодаль ваҡланыу осорон кисергән һәм туплана алманы. Бер нисә йыл дауамында улар икеһе лә территорияһының ярайһы уҡ ҙур өлөшөн юғалтҡан, яһаҡ түләү менән килешеп, солтанға буйһонған. Әммә был дәүләттәр, мөмкинлектән файҙаланып, өлөшләтә үҙ позицияларын тергеҙеүгә өлгәшкән осорҙары булған.
Ғосмандар Сербия хакимдары менән бәрелешә һәм Черномен (1371) менән Савра алыштарында (1385) еңеү яулай.
Косово ҡырындағы алыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1389 йылдың йәйендә ғосман солтаны Морат Сербияға ҡаршы поход башлай[2]. 1389 йылдың 28 июнендә Косово яланында 12-33 мең яугиры булған Сербия армияһы 27-40 мең кешенән торған Морат армияһы менән бәрелешә. Сербия армияһы ҡыйратыла, кенәз үлтерелә; һуғышта Морат та һәләк була. Сербия формаль рәүештә үҙенең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, әммә ул һалым түләгән һәм ярҙамсы ғәскәр ебәрергә йөкләмә алған.
Моратты үлтереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яуҙа ҡатнашҡан сербтарҙың береһе (йәғни кенәз Лазарь яғынан) Сербия кенәзе Милош Обилич була. Ул сербтарҙың был бөйөк алышта еңеүенә өмөт ҙур түгеллеген аңлаған һәм ғүмерен ҡорбан итергә булған. Ул хәйләкәр операция уйлап тапҡан.
Һуғыш ваҡытында Милош Морат сатырына инеп, үҙен ҡасып сығыусы, тип таныта. Йәшерен серҙе әйткәнгә һалышып, Моратҡа яҡынлаша һәм уны сәнсә[1]. Морат I үлер алдынан ярҙам саҡырып өлгөрә. Солтандың һаҡсылары Милошты үлтерә. Ошо мәлдән алып Сербия һәм Төркиә фараздары айырымлана. Сербия фаразы буйынса, солтандың үлтерелеүе хаҡында белгәс, Төркиә армияһы паникаға бирелеп тарала башлаған, һәм ғәскәрҙәр менән идара итеүҙе Мораттың улы Баязит I үҙ ҡулына алғандан һуң ғына, Төркиә ғәскәрҙәре еңелеүҙән ҡотолған. Төрөк фаразы буйынса, солтанды үлтереү төрөк яугирҙәренең асыуын ғына килтергән. Әммә, ғәскәрҙең төп өлөшө солтандың һәләк булыуын алыш тамамланғандан һуң ғына белеп ҡалған, тигән фараз ысынға яҡын булып сыға.
XV быуат башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мораттың улы Баязит (1389—1402) Лазарҙың ҡыҙына өйләнә һәм бының менән Сербияла династия мәсьәләләрен хәл итеү хоҡуғын ала (Стефандың улы вариҫһыҙ үлә). 1393 йылда Баязит Тырновоны ала (улы ислам динен ҡабул итеп үлемдән ҡотолоп ҡалған болгар батшаһы Шишманды быуып үлтерә), бөтә Болгарияны яулай, Валахияны һалым түләргә мәжбүр итә, Македония менән Фессалияны яулап ала һәм Грецияға инә. Кесе Азияла уның биләмәләре көнсығышҡа Ҡыҙылырмаҡ аръяғына табан киңәйгән.
1396 йылда ул Никополь янында Венгрия короле Сигизмунды тарафынан тәре походына йыйылған мәсихселәр ғәскәрен ҡыйрата.
Аҡһаҡ Тимерҙең Азия биләмәләренә бәреп инеүе уны Константинополь ҡамауын туҡтатып, етди көс менән Тимурға шәхсән ҡаршы сығырға мәжбүр итә. 1402 йылда Ангора янындағы алышта Баязит еңелгән һәм әсирлеккә эләккән, бер йылдан һуң (1403) шунда вафат булған. Был һуғышта ҙур ғына Серб ярҙамсы отряды ла (40 000 кеше) һәләк була.
Әсиргә төшөүе һәм Баязиттың үлеме дәүләткә емерелеү һәм бүленеү менән янаған. Адрианополдә Балҡан ярымутрауындағы төрөк биләмәләрендә власҡа эйә булған Баязиттың улы Сөләймән (1402—1410), Брусста — Иса, Кесе Азияның көнсығышында — Меһмет I үҙҙәрен солтан тип иғлан итә, Тимер өс дәғүәсенең дә илселәрен нән ҡабул итә һәм, ғосманлыларҙы көсһөҙләндерергә теләп микән, ярҙам вәғәҙә итә, әммә яулау һуғыштарын дауам итмәйсә, Көнсығышҡа борола.
Меһмет Исаны үлтерә (1403) һәм бөтә Кесе Азия өҫтөнән батшалыҡ итте. 1413 йылда, Сөләймән вафат булғандан (1410) һәм вариҫы Муса үлгәндән һуң, Меһмет Балҡан ярымутрауында ла үҙ власын урынлаштыра. Уның батшалыҡ итеүе сағыштырмаса тыныс булған. Ул күршеләре, Византия, Сербия, Валахия һәм Венгрия менән татыу мөнәсәбәттәр һаҡларға тырышҡан һәм улар менән килешеүҙәр төҙөгән. Замандаштары уны ғәҙел, йыуаш, тыныс һәм белемле хаким тип билдәләй. Әммә уға эске ихтилалдарҙы баҫтырырға тура килә.
Улы Мораттың (1421—1451) батшалығы ла ошоға оҡшаш ихтилалдар менән башлана. Ағай-энеләре, үлемдән ҡасып, Константинополгә ҡасҡан һәм унда яҡшы ҡабул ителгән. Морат кисекмәҫтән Константинополгә юллана, әммә ни бары 20 меңлек ғәскәр йыйып өлгөрә һәм шуға еңелә. Әммә һатып алыу кеүек хәйләләр менән, бер туғандарын быуып үлтерткән. Константинополде ҡамауҙы туҡтатҡан. Һәм Морат иғтибарын Балҡан ярымутрауының төньяҡ өлөшөнә, ә һуңынан көньяҡ өлөшөнә йүнәлткән. Төньяҡта Трансильвания воеводаһы Матьяш Хуньяди көс туплаған, ул Моратты Германштадта (1442) һәм Нишала (1443) еңгән була, әммә көсө бер аҙ кәмерәк булыу сәбәпле, Косов яланында ҡаты еңелә. Морат элегерәк тә төрөктәр ҡулында булған Фессалоникиҙы, Коринф, Патрас һәм Албанияның байтаҡ өлөшөн яулай.
Ғосман һарайында тәрбиәләнгән һәм Морат элек яратҡан яугире албанлы Искәндәрбәк (йәки Скандербег) уға көслө ҡаршылыҡ күрһәткән. Ул ислам динен Албанияла таралыуға булышлыҡ иткән. Артабан ул хәрби мөнәсәбәттә хәүеф тыуҙырмаһа ла, географик урыны буйынса бик әһәмиәтле булған Константинополгә яңы һөжүм яһарға планлаштыра, ләкин вафат була. Атаһының хыялын улы Меһмет II (1451-81) тормошҡа ашырған.
Константинополде алыу
Һуғышҡа Константин XI Палеолог, визнтий императоры, туғаны Орханды (Сөләймән улы Баязиттың ейәнен) Меһметҡа бирергә теләмәүе сәбәпсе булған. Босфор яры буйындағы бәләкәй генә ер һыҙаты Византия императоры ҡарамағында була; ғәскәренең һаны 6000—дән артмай, ә империя менән идара итеү характеры уны тағы ла көсһөҙөрәк итә. Ҡалала төрөктәр күп йәшәгән; Византия хөкүмәтенә 1396 йылдан башлап православие ҡорамдары эргәһендә мосолман мәсеттәре төҙөргә рөхсәт бирергә тура килгән. Константинополдең географик яҡтан ифрат уңайлы урынлашыуы һәм көслө нығытмалары ғына уға ҡаршы тороу мөмкинлеген биргән.
Меһмет II ҡалаға ҡаршы 150 000 кешенән торған армия һәм Алтын Мөгөҙгә инеү юлын бикләгән 420 бәләкәй елкәнле суднонан торған флот ебәрә. Гректарҙы ҡоралланыуы һәм хәрби сәнғәте төрөктәрҙекенә ҡарағанда бер аҙ сифатлыраҡ булған, әммә ғосмандар ҙа ярайһы уҡ яҡшы ҡоралланырға өлгөргән була. Морат II ислам динен ренегатлыҡ өсөн ҡабул иткән венгр һәм башҡа христиан инженерҙары етәкселек иткән бер нисә пушка һәм дары етештереү заводы ойоштора. Төркиә туптарының күбеһе, дошманға ҙур зыян килтермәгән, әммә шау-шыу тыуҙырған; ҡайһы берҙәре шартлап байтаҡ төрөк һалдатын юҡ иткән. Меһмед ҡамау эштәрен алдан, 1452 йылдың көҙөндә, башлаған, ә 1453 йылдың апрелендә ысын ҡамау башлаған.
Византия хөкүмәте ярҙам һорап христиан державаларына мөрәжәғәт итә; әгәр Византия сиркәүҙәрҙе берләштереүгә ризалашһа, папа төрөктәргә ҡаршы тәре походын вәғәзләргә әҙерлеген вәғәҙәләй; Византия хөкүмәте был тәҡдимде асыулы кире ҡаға. Башҡа державаларҙан бер Генуя Джустиниани етәкселегендә 6000 кешенән торған ҙур булмаған эскадра ебәргән. Эскадра ҡыйыу рәүештә төрөк блокадаһын йырып, Константинополдең ярына десант ултырта, шуның менән ҡамауҙа ҡалғандарҙың көсө икеләтә арттырыла. Ҡамау ике ай буйына дауам иткән. Грек һәм генуэз армияһы ҡыйыу ҡаршылыҡ күрһәткән. Император Константин Палеолог өмөтһөҙлөккә бирелеп һуғыша һәм бәрелештә һәләк була. 29 майҙа ғосмандар ҡалаға инә
Баҫып алыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһының ҡеүәтле дәүере 150 йылдан ашыу дауам иткән. 1459 йылда бөтә Сербия яулап алына (Белград һуңыраҡ, 1521 йылда, алынған) һәм Ғосман пашалығына әйләндерелгән. 1460 йылда Афина герцоглығы һәм уның артынан, Венеция власы аҫтында ҡалған ҡайһы бер диңгеҙ буйы ҡалаларынан тыш, бөтә Греция тиерлек баҫып алынған. 1462 йылда — Лесбос һәм Валахия утрауҙары, 1463 йылда Босния короллеге яуланған.
Грецияны яулап алыу Төркиәнең Неаполь, папа һәм Ҡараман (Кесе Азиялағы Оҙон Хәсән хан хакимлыҡ иткән үҙ аллы мосолман ханлығы) менән коалицияға ингән Венеция менән бәрелешеүенә килтергән.
Һуғыш Мореяла, Архипелагала һәм Кесе Азияла 16 йыл дауам иткән (1463-79) һәм Ғосман дәүләтенең еңеүе менән тамамланған. 1479 йылда Константинополь килешеүе буйынса Венеция Ғосмандарға Мореяла бер нисә ҡалаһын, Лемнос утрауына һәм архипелагтың башҡа утрауҙарын биргән (Негропонтты төрөктәр 1470 йылда баҫып алған); Ҡараман ханлығы солтан власын таныған. Скандербег (1467) вафат булғандан һуң, төрөктәр Албанияны, һуңынан Герцеговинаны баҫып ала. 1475 йылда улар ҡырым ханы Миңлеғәле I Гәрәй менән һуғыш алып барған һәм солтанға буйһонорға мәжбүр иткән. Был еңеү төрөктәр өсөн ҙур хәрби әһәмиәткә эйә булған, сөнки ҡырым татарҙары уларға ярҙамсы ғәскәр, ваҡыты менән 100 мең кеше, килтергән; ләкин һуңынан, Рәсәй һәм Польша менән бәрелешергә тура килгәнлектән, ғосмандар яҙмышында һәләкәтле боролош алған. 1476 йылда ғосмандар Молдавияны бөлдөргән һәм вассал бойондороҡлолоҡҡа килтергән.
1479 йылда ғосмандар, Венеция республикаһы менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй һәм уны шулай нейтралләштергәндән һуң, Урта диңгеҙ буйына хужа булған. 1480 йылда ҡамауҙар Родосты ҡамай, был уларҙа үҙ көсөнә тағы ла ҙурыраҡ ышаныс тыуҙыра. 1480 йылдың йәйендә Неаполитан короллегендәге Отранто ҡәлғәһен ҡамап баҫып алалар. Ғосман флоты күрше ҡалаларға — Лечче, Таранто, Бриндизи һәм Вьестеға һөжүм итә башлаған. Римда паника башланған. Папа Сикст IV ҡаланы эвакуациялау планын уйлаған һәм Европа илдәрен төрөктәргә ҡаршы тәре походы ойошторорға саҡырған. Төрөктәргә ҡаршы көрәшеү өсөн 1600 самаһы яугир ебәргән Венгрия һәм ойошҡан ополчение йыйған Неаполь ғына был тәҡдимде әүҙем яҡлаған. Ғосмандар 1481 йылда Меһмет II вафат булғас ҡына Отрантоны ҡалдырған.
Ошоноң менән күпмелер ваҡытҡа яулап алыу осоро тамамланған. Ғосмандарға Дунай менән Саваға тиклем бөтә Балҡан ярымутрауы, Архипелаг һәм Кесе Азияның Трапезундҡа һәм Евфратҡа тигеләй бөтә утрауҙары утрауҙары ҡараған, Дунай аръяғында Валахия менән Молдавия уларға көслө буйонған булған. Һәр ерҙә Порта тарафынан раҫланған һәм уға тулыһынса буйһонған ғосман чиновниктары йәки урындағы хакимдар идара итә.
Баязит II һәм Сәлим I хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бынан алдағы солтандарҙың береһе лә Ғосман империяһының сиктәрен киңәйтеү өсөн «Баҫып алыусы» тигән ҡушамат тағылып, тарихта ҡалған Меһмет II кеүек күп эшләмәгән. Улы Баязит II (1481—1512) сыуалыштар заманында вариҫы булып ҡалған. Бөйөк вәзир Могамет-Ҡараманиға таянған һәм атаһы үлгән ваҡытта Константинополдә Баязит булмауынан файҙаланып, энеһе Джем үҙен солтан тип иғлан иткән.
Баязит үҙенә тоғро ҡалған ғәскәрен йыйған; дошман армиялары Ангора янында осрашҡан. Баязит еңгән, Джем Родосҡа, унан Европаға ҡасҡан һәм оҙайлы сәйәхәттәрҙән һуң, рим папаһы Александр VI ҡулына килеп эләгә, ул Баязит 300 000 дукат түләһә, ҡустыһын ағыуларға тәҡдим итә. Баязит тәҡдимде ҡабул итә, аҡса түләй һәм Джемды ағыулап үлтерәләр (1495). Баязит батшалығы уның улдарының аталарына ҡаршы бер нисә ихтилал менән билдәләнә, иң һуңғыһынан башҡаһы уңышлы тамамланған; Баязит баш күтәреүселәрҙе ҡулға алған һәм язалаған. Шуға ҡарамаҫтан, Төркиә тарихсылары Баязитты тыныслыҡ яратыусы һәм йыуаш кеше, сәнғәт һәм әҙәбиәтте ҡурсалаусы тип билдәләй.
Ысынлап та, Ғосман яулауҙары, хөкүмәттең тыныслыҡ һөйөүенә ҡарағанда уңышһыҙлыҡҡа тарыуы менән бәйле, бер аҙ туҡталып торған. Босний һәм серб пашалары күп тапҡыр Далмацияға, Штирияға, Каринтияға һәм Крайнаға һөжүм иткән һәм уларҙы ҡаты бөлгөнлөккә дусар иткән; бер нисә тапҡыр Белградты алырға маташып ҡарағандар, ләкин һөҙөмтәһеҙ үткән. Матьяш Корвиндың үлеме (1490), ғосмандарҙың был дәүләткә ҡаршы ниәттәрен хуплағандай, Венгрияла анархия тыуҙырған.
Бер аҙ ял менән алып барылған оҙайлы һуғыш төрөктәр өсөн бик үк уңайлы тамамланмаған. 1503 йылда төҙөлгән килешеү буйынса, Венгрия бөтә биләмәләрен һаҡлап ҡалған, Ғосман империяһының Молдавия менән Валахияның һалым түләүгә хоҡуғын танырға тейеш булһа ла, был ике дәүләткә юғары хоҡуҡтарҙан баш тартмаған (теорияла ғына, ысынбарлыҡта түгел). Грецияла Наварин (Пилос), Модон һәм Корон (1503) яуланған.
Ғосман дәүләтенең Рәсәй менән тәүге мөнәсәбәттәре Баязит II дәүеренә тура килгән: Рус сауҙагәрҙәрен Ғосман империяһында ҡаршылыҡһыҙ сауҙа менән тәьмин итеү өсөн 1495 йылда Константинополгә бөйөк кенәз Иван III илселәре килгән. Баязит менән Европалағы башҡа илдәр ҙә, бигерәк тә Неаполь, Венеция, Флоренция, Милан менән папа дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булдыра; Баязит һәр береһе менән тигеҙ һәм оҫта аралашҡан.
Шул уҡ ваҡытта Ғосман империяһы Урта диңгеҙ өсөн Венеция менән һуғыш алып бара, һәм 1505 йылда уны еңә.
Уның төп иғтибары Көнсығышҡа йүнәлтелә. Ул Фарсы иленә ҡаршы һуғыш башлай, ләкин уны тамамлап өлгөрмәй; 1510 йылда янычарҙар ярҙамында иң кесе улы Сәлим уға ҡаршы фетнә күтәрә, уны еңә һәм тәхетенән ҡолата. Баязит, күрәһең, ағыулап үлтерелә; Сәлимдең башҡа туған-тыумасаһы ла юҡ ителгән.
Азияла һуғыш Сәлим I (1512-20) осоронда дауам итә. Яулап алыу ынтылышынан тыш, был һуғыштың дини сәбәбе лә була: төрөктәр — сөнниҙәр, Сәлим, сөннилектең сикке яҡлаусыһы булараҡ, фарсы шиғыйҙарҙы ярһып күрә алмаған, уның бойороғо буйынса Ғосман ерендә йәшәгән 40 000-гә тиклем шиғый юҡ ителә. Һуғыш үҙгәреүсән уңыш менән барған, ләкин һуңғы еңеү, тулы булмаһа ла, төрөк яғында булған. 1515 йылғы тыныслыҡ килешеүе буйынса Чалдыран һуғышынан һуң Иран шаһы Исмаил Беренсе булып Тир йылғаһының үрге ағымында ятҡан Диярбаҡыр һәм Мосул өлкәләренең Ғосман империяһына биргән.
Мысыр солтаны Кансу-Гаври, тыныслыҡ тәҡдим итеп, Сәлимгә илселек ебәрә. Сәлим бөтә илселек вәкилдәрен дә юҡ итергә ҡуша. Кансу уға ҡаршы сыға, һуғыш Дольбек үҙәнендә була. Үҙенең артиллерияһы арҡаһында Сәлим еңеү яулай; мәмлүктәр ҡаса, Кансу ҡасып барғанда һәләк була. Дамаск еңеүсегә ҡапҡаһын аса; уның артынан бөтә Сүриә солтанға буйһона, ә Мәккә менән Мәҙинә уның ҡурсалауына күсә (1516). Мысырҙың яңы солтаны Томан Бей, бер нисә тапҡыр еңелгәндән һуң, Төркиә авангардына бирелергә тейеш була; әммә төндә ул ҡалаға килеп инә һәм төрөктәрҙе юҡ итә. Сәлим, Ҡаһирәне ныҡышмалы көрәшһеҙ ала алмағас, халыҡҡа, мәрхәмәт вәғәҙә биреп, капитуляцияға бирелергә тәҡдим итә; халыҡ бирелә — һәм Сәлим ҡалала ҡот осҡос һуйыш ойоштора. Томан Бей ҙә сигенгән ваҡытта тар-мар ителә һәм әсирлеккә алына (1517).
Беҙ уны үҙенә, хаҡ динлеләр башлығына, буйһонорға теләмәүе өсөн шелтәләгән һәм, Константинополь хакимы булараҡ, Көнсығыш Рим империяһының вариҫы булыуын һәм, тимәк, ҡасандыр уның составына ингән бөтә ерҙәргә лә хоҡуғы булыуын раҫлаған мосолман ауыҙынан сыҡҡан ҡыйыу теория үҫтергән.
Мысыр менән үҙҙәренең пашалары аша ғына идара итеп булмаясағын аңлап, Сәлим улар эргәһендә 24 мәмлүк башлығын һаҡлап ҡалған, улар пашаға буйһонған, тип һаналған әммә билдәле бер үҙаллылыҡ менән файҙаланған һәм паша өҫтөнән Константинополгә ялыу ебәрә алған. Сәлим иң аяуһыҙ Ғосман солтандарының береһе булған; атаһы менән ағай-энеләренән башҡа, һанап бөткөһөҙ күп әсирҙәрҙән тыш, ул һигеҙ йыл дауамында батшалығында үҙенең ете бөйөк вәзирен язалап үлтергән. Шуның менән бергә ул әҙәбиәтте яратҡан һәм үҙенең байтаҡ төрөк һәм ғәрәп шиғырҙарын ҡалдырған. Ул Яуыз ҡушаматы (бөгөлмәҫ, иҫ китмәле ҡаты) менән төрөктәрҙең хәтерендә ҡалған.
Сөләймән I хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлимдең улы Сөләймән I (1520−1566), христиан тарихсылары тарафынан һоҡланғыс йәки бөйөк тип аталған, атаһына ҡапма-ҡаршы холҡло булған. Ул аяуһыҙ булмаған һәм ғәҙеллектең сәйәси ҡиммәтен яҡшы аңлаған; батшалыҡ итеүен ул Сәлим тарафынан бығаулап тотолған күренекле мысыр ғаиләләре әсирҙәренән бер нисә йөҙ кешене иреккә ебәреүҙән башлаған.
Батшалыҡ итә башлаған осоронда осман территорияһында ебәктәре талап алынған Европа сауҙагәрҙәре унан аҡсалата йомарт бүләк алған. Үҙенән элгәре хакимлыҡ иткән солтандарҙан ул Истанбулдағы батша һарайының ҡупшылығы менән европалыларҙы хайран иткән. Яулап алыуҙан баш тартмаһа ла, һуғышты яратмаған, бик һирәк осраҡта ғәскәр башында торған. Айырыуса мөһим еңеүҙәр килтергән дипломатия сәнғәтен юғары баһалаған. Тәхеткә ултырған тәүге көнөнән үк Венеция менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеүҙәр башлай һәм 1521 йылда килешеү төҙөп, төрөк территорияһында венециялыларҙың сауҙа итеү хоҡуғын таный һәм уларҙың именлеген һаҡлау вәғәҙә бирә; ике яҡ та бер-береһенә ҡасҡын енәйәтселәрҙе бирергә һүҙ бирешә. Шул ваҡыттан алып Венеция Истанбулда даими илсе тотмаһа ла, Венециянан Истанбулға һәм унан кире даими рәүештә илселәр ебәрелеп торған. 1521 йылда, Венгрия короле Лайош Икенсе Ғосман илсеһен үлтерергә мөмкинлек биргәндән һуң, ғосман ғәскәрҙәре Белградты ала. 1522 йылда Сөләймән күп һанлы ғәскәрен Родоста ултырта. Рыцар-иоанниттарҙың төп цитаделен алты айлыҡ ҡамау уның капитуляцияһы менән тамамлана, һуңынан төрөктәр Төньяҡ Африкала Триполины һәм Алжирҙы яулап алыуға тотона.
1526 йылда Сөләймән I етәкселек иткән ғосман ғәскәрҙәре Венгрияға һөжүм итә һәм Мохач һуғышында Венгрия короле Лайош Ягеллондың армияһын ҡыйрата. Тәүҙә төрөктәр ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәшә: Венгрияның көнсығыш өлөшөндә улар Ғосман империяһының вассалы булған марионет дәүләтен булдыра, Буданы баҫып ала, Австрияла ҙур территорияларҙы бөлгөнлөккә төшөрә. 1529 йылда солтан Австрияның баш ҡалаһын баҫып алырға ниәтләп, үҙ ғәскәрен Венаға йүнәлтә, ләкин быға өлгәшә алмай. 27 сентябрҙә Венаны ҡамау башлана, төрөктәр һаны ҡамауҙа ҡалғандарҙан кәмендә 7 тапҡырға күберәк була. Ләкин һауа торошо төрөктәргә ҡаршы тора — йонсоу көндәр арҡаһында улар Венаға барғанда күпләп туптарҙы һәм йөк ташыусы хайуандарҙы юғалта, уларҙың лагерында сирлеләр арта. Ә австрийҙар ваҡытын бушҡа уҙғармай — улар ҡала стеналарын алдан нығытҡан, ә Австрия эрцгерцогы Фердинанд I (Изге Рим империяһы императоры), немец һәм испан ялсыларын (уның өлкән ағаһы Карл V Габсбург бер үк ваҡытта Изге Рим империяһы императоры һәм Испания короле булған) ҡалаға алып ҡайта. Төрөктәр Вена стеналарын шартлата алырына ышанған, ләкин ҡамап алынғандар даими рәүештә бөтә төрөк траншеяларын һәм ер аҫты юлдарын юҡ итеп торған. Яҡынлашып килгән ҡыш, ауырыу һәм күпләп дезертирлау сәбәпле, төрөктәр ҡамау башланғандан һуң 17 көн үткәс, 14 октябрҙән китергә мәжбүр булған.
Франция менән союз
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман дәүләтенең яҡын күршеһе һәм уның иң ҡурҡыныс дошманы Австрия монархияһы булған, һәм бер ярҙамһыҙ, уның менән етди көрәшкә инеү хәүефле булған. Был көрәштә ғосмандарҙың тәбиғи союздашы Франция була. Ғосман империяһы менән Франция араһындағы тәүге мөнәсәбәттәр 1483 йылда уҡ башлана; шул ваҡыттан алып ике дәүләт тә бер нисә тапҡыр илселәр менән алмаша, ләкин был практик һөҙөмтәләргә килтермәй.
1517 йылда француз короле Франциск I герман императорына һәм Фердинанд Католикҡа төрөктәрҙе Европанан ҡыуыу һәм уларҙың биләмәләрен бүлеү маҡсатында уларға ҡаршы союз төҙөү кәрәклеген тәҡдим итә, әммә, үрҙә билдәләнгән Европа державаларының мәнфәғәттәре бер-береһенә ныҡ ҡаршы килгәнлектән, бындай союз барып сыҡмай. Киреһенсә, Франция менән Ғосман империяһы бер ҡайҙа ла дошманлашмаған һәм дошманлашыр өсөн бер ниндәй сәбәп тә булмаған. Шуға күрә ҡасандыр тәре походтарында ҡатнашып йөрөгән Франция ҡыйыу аҙымға бара: христиан державаһына ҡаршы мосолман державаһы менән хәрби союз төҙөй. Француздарҙың Павия эргәһендәге уңышһыҙ һуғышы, уның барышында батшаның әсирлеккә эләгеүе һуңғы этәргес була. Регентша Луиза Савойская 1525 йылдың февралендә Истанбулға илселек ебәргән, ләкин илселәрҙе Боснияла төрөктәр туҡмай. Франциск I был ваҡиға буйынса ла һағайыуын күрһәтмәй, әсирлектә тотолған илсеһен солтанға союз тәҡдиме менән ебәрә; солтан Венгрияға һөжүм итергә тейеш була, ә Франциск Испанияға ҡаршы һуғыш вәғәҙә итә. Бер үк ваҡытта Карл V, Изге рим империяһы короле, Ғосман солтанына шундай уҡ тәҡдимдәр индерә, ләкин солтан Франция менән союзды өҫтөн күргән.
Күп тә үтмәҫтән, Франциск Истанбулға бер католик сиркәүен булһа ла тергеҙергә рөхсәт итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә, әммә христиандарға һәр төрлө ҡурсалау һәм уларҙың именлеген һаҡлау вәғәҙәһе менән бергә, солтан ислам принциптары хаҡына был тәҡдимде ҡәтғи рәүештә кире ҡаға (1528).
Хәрби уңыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1547 йылғы татыулашыу буйынса Венгрияның Офенға тиклем бөтә көньяҡ өлөшө 12 санжакка бүленгән осман провинцияһына әүерелә; төньяҡ өлөшө Австрия власына күсә, ләкин солтан шуның өсөн йыл һайын 50 000 дукат яһаҡ түләү йөкләмәһе бирә (килешеүҙең немец тексында яһаҡ почетлы бүләк — Ehrengeschenk тип атала). Ғосман империяһының Валахия, Молдавия һәм Трансильванияға ҡарата юғары хоҡуҡтары 1569 йылғы килешеү менән раҫлана. Был килешеү Австрияның төрөк вәкилдәрен һатып алыуға ғәйәт ҙур сумма аҡса бөтөргәне өсөн генә үткәрелеүе ихтимал ине. Ғосмандарҙың Венеция менән һуғышы 1540 йылда Венецияның Грецияла һәм Эгей диңгеҙендәге һуңғы биләмәләренең Ғосман империяһы власына күсеүе менән тамамлана. Фарсы иле менән яңы һуғышта улар 1536 йылда Багдад ҡалаһын, 1553 йылда Грузияны баҫып ала. Шуның менән улар сәйәси ҡеүәтенең апогеяһына етте. Ғосман флоты Гибралтар ҡалаһына тиклем бөтөн Урта диңгеҙ буйлап иркен йөҙгән һәм Һинд океанында йыш ҡына португал колонияларын талаған. Шуның менән бергә солтан Сөләймән үҙе 1566 йылда Австрия менән сираттағы һуғышын башлай, әммә Сигетвар походында вафат була.
1535 йәки 1536 йылда Ғосман империяһы менән Франция араһында «тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм сауҙа» тураһында яңы килешеү төҙөлә; Хәҙер Францияның Истанбулда даими вәкиле һәм Александрияла консулы була. Францияла солтандың подданныйҙарына һәм Ғосман дәүләте территорияһында король подданныйҙарына ил буйлап иркен йөрөү, тиң хоҡуҡлылыҡ нигеҙендә урындағы властар һаҡлауына таянып, тауарҙар һатып алыу, һатыу һәм алмашыу хоҡуғы гарантиялана. Ғосман империяһында француздар араһындағы дәғүәләшеүҙе француз консулдары йәки вәкилдәре хәл итергә тейеш була; төрөк менән француз араһындағы бәхәс булған осраҡта, француздарға уларҙың консулы тарафынан яҡлау рөхсәт ителә.
Сөләймән ваҡытында эске идара итеү тәртибендә ҡайһы бер үҙгәрештәр булды. Элек солтан һәр ваҡыт тиерлек диванда (министрҙар советында) ҡатнашҡан була: Сөләймән унда һирәк күренә, шул рәүешле үҙенең вәзирҙәренә ҙурыраҡ мөмкинлек бирә. Быға тиклем вәзир (министр) һәм бөйөк вәзир, шулай уҡ пашалыҡ наместнигы вазифалары ғәҙәттә идара итеүҙә йәки хәрби эштә күпмелер тәжрибәһе булған кешеләргә бирелә ине; Сөләймән осоронда был тәғәйенләүҙәрҙә һәрәм, шулай уҡ юғары вазифаларға дәғүә итеүселәр аҡсалата бүләктәр биреү юлы менән килә башлай. Был хөкүмәттең аҡсаға ихтыяжы арҡаһында барлыҡҡа килгән, ләкин тиҙҙән, хоҡуҡ нормаһына әйләнгән, һәм Портаның емерелеүенең төп сәбәбе булған. Хөкүмәттең сығымлылығы бығаса булмаған күләмдәргә барып етте; дөрөҫ, яһаҡты уңышлы йыйыу арҡаһында хөкүмәттең табышы ла ярайһы уҡ артты, әммә шуға ҡарамаҫтан, солтанға йыш ҡына тәңкәне боҙоу юлына баҫырға тура килде. Бер үк ваҡытта бөйөк вәзирҙәр империя менән идара итергә тырышҡан, атап әйткәндә, Паргала пашаһы Ибраһим шундай юлға баҫа, һәм ул 1536 йылда язалап үлтерелә.
Сәлим II хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күркәм Сөләймәндең улы һәм вариҫы Сәлим II (1566—1574) тәхеткә баҫҡанда, ағаларын язалау ихтыяжы булмай, сөнки атаһы һөйөклө ҡатынының шул улына тәхет биреү хәстәрлегенә ҡаршыкилмәй. Сәлим имен-аман батшалыҡ итә һәм улына ҙур биләмәле дәүләт ҡалдыра; бының менән ул үҙенең кейәүе бөйөк вәзир Меһмед Соколлуҙың аҡылы һәм энергияһына бурыслы була. Соколлу, бығаса Портаға әллә ни бәйле булмаған Ғәрәбстанды яулап алыуҙы тамамлай.
Ул Венециянан Кипр утрауын биреүҙе талап итә, һөҙөмтәлә Ғосман империяһы менән Венеция араһында һуғыш башлана (1570—1573); ғосмандар Лепанто эргәһендәге диңгеҙ һуғышында еңелеүгә дусар ителә (1571), шуға ҡарамаҫтан, һуғыш аҙағында Кипрҙы баҫып ала һәм уны һаҡлап ҡала ала; бынан тыш, улар Венецияға 300 мең дукат хәрби һалым һәм Занте утрауына эйә булған өсөн 1500 дукат күләмендә яһаҡ түләргә ҡуша. 1574 йылда ғомандар быға тиклем испандарҙыҡы булған Тунисты ҡулға төшөрә; Алжир һәм Триполи алдан уҡ Ғосман бойондороҡлоғон таныған. Соколлу ике бөйөк эш башҡарырға ниәтләнгән була: Дон менән Волганы канал менән тоташтырыу, уның фекеренсә, Ғосман империяһының Ҡырымдағы власын нығытырға һәм Мәскәү яулап алған Әстерхан ханлығын уға ҡабаттан буйһондорорға тейеш була — һәм Суэц муйынын ҡаҙҙырыу. Быны тормошҡа ашырыу Ғосман хөкүмәтенең хәленән килмәне.
Сәлим II осоронда Ғосман империяһы менән алыҫтағы малай солтанлығы араһында оҙайлы ваҡытлы бәйләнештәр урынлаштырыуға килтергән Ачехҡа ғосман экспедицияһы бойошторола. Шул уҡ ваҡытта Ғосман династияһының ошо солтаны дәүерендә «ҡатын-ҡыҙ солтанлығы» осоро башлана, ул саҡта Ғосман империяһында һәрәм ҡатын-ҡыҙҙары ысын власҡа эйә булған.
Морат III һәм Меһмет III хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морат III батшалыҡ иткән ваҡытта (1574—1595) Ғосман империяһы, Көнбайыш Иранды һәм Кавказды баҫып алып, Фарсы иле менән көсөргәнешле һуғышта еңеүсе булып сыға. Ләкин империялағы ғәмәли хакимлыҡ уның әсәһе Нурбаныу ҡулында булған һәм ғосман империяһының емерелеүе артҡан.
Мораттың улы Меһмет III (1595—1603) тәхеткә ултырғанда 19 ағай-энеһен язалай. Ләкин ул дәүләт эштәре менән ҡыҙыҡһынмай тиерлек. Уның осоронда дәүләт менән башлыса бер-береһен йыш алмаштырған бөйөк вәзирҙәр ярҙамында уның әсәһе Сафия — солтан идара иткән.
Металл аҡсаның нығыраҡ боҙолоуы һәм һалымдарҙың артыуы дәүләттең төрлө ерҙәрендә ихтилалдарға, атап әйткәндә, Жәләли болаһына килтерә. Меһмет батшалығы дәүерендә Австрия менән оҙайлы һуғыш барған, 1593 йылда Морат ослронда уҡ башлана һәм 1606 йылда, Әхмәт I (1603—1617) ваҡытында ғына тамамлана. Ул Ғосман империяһы менән Европа араһындағы мөнәсәбәттәрҙәге үҙгәрештәрҙе сағылдырған 1606 йылғы Ситваторок килешеүе менән тамамлана. Австрияға бер ниндәй ҙә яңы яһаҡ һалынмаған; киреһенсә, ул 200 000 флоринға бер тапҡыр контрибуция түләп, Венгрия өсөн элекке яһағынан ҡотола. Трансильванияла Австрияға дошман булған Стефан Бочкай ир-ат тоҡомо менән бергә хаким тип танылған. Бер нисә тапҡыр вассалитеттан сығырға маташҡан Молдавия Речь Посполитая һәм Габсбургтар менән сик буйы конфликттары барышында һаҡлап алып ҡалына. Ошо ваҡыттан алып Ғосман дәүләтенең биләмәләре башҡаса киңәймәгән. 1603—1618 йылдарҙағы Фарсы империяһы менән һуғыш Ғосман империяһы өсөн ҡайғылы эҙемтәләргә килтерә, унда төрөктәр бер нисә тапҡыр етди еңелә һәм Көнсығыш Грузия ерҙәрен, Көнсығыш Әрмәнстанды, Ширванды, Ҡарабахты, Әзербайжан менән Тәбризде һәм башҡа ҡайһы бер урындарҙы бирергә тейеш була.
Империяның бөлгөнлөккә төшөүе (1617—1757)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жәләли ихтилалы баҫтырыла һәм Әхмәт I тәхеткә килеүенә бәйле бәхәс тоҡана. Уның ҡустыһы Мостафа I (1617—1618), психик сирле кеше, тиҙҙән төшөрөлә һәм тәхеткә Әхмәттең өлкән улы Ғосман II (1618—1622) ултыра. Польша менән уңышһыҙ Хотин һуғышынан һуң ул янычар корпусын алмаштырырға һәм башҡа реформалар үткәрергә маташа, әммә 1622 йылда уны ҡолатыла һәм үлтерелә. Тәхеткә яңынан Мостафа I ултыртыла һәм бер нисә айҙан йәнә тәхеттән ҡолатыла, ә бер нисә йылдан кафес тотҡонлоғонда, моғайын, ағыулап үлтерелә.
Ғосмандың кинйә ҡустыһы Морат IV (1623—1640) Ғосман империяһының элекке бөйөклөгөн тергеҙергә тырыша. Уның идара итеүенең тәүге йылдары тыныс булмаһа ла, ә империялағы хакимлыҡ 1632 йылға тиклем уның әсәһе Кёсем — солтан ҡулында була. Ул Яуыз Сәлимде хәтерләткән аяуһыҙ һәм ҡомһоҙ тиран булһа ла, шул уҡ ваҡытта һәләтле администратор һәм энергияһы ташып торған яугир була. Дөрөҫлөгөн раҫлап булмаған иҫәпләүҙәр буйынса, ул идара иткән саҡта 25 000-гә тиклем кеше язалап үлтерелгән. Йыш ҡына ул, мөлкәтен тартып алыр өсөн, бай кешеләрҙе язалаған. Атап әйткәндә, Ғосман дәүләте тарихында тәүге тапҡыр Шәйех-үл-Исламды язалап үлтертә. Ул 1633—1634 йылдарҙа Польша менән һуғыш була. Ул фарсыларға (1623—1639) ҡаршы һуғышта Тәвриз, Ереван һәм Бағдадты ҡабат яулаған; венециялыларҙы еңгән һәм улар менән уңайлы тыныслыҡ килешеүе ҡорған. Ул Левант друздарының ҡурҡыныс ихтилалын (1623—1637) баҫтыра; ләкин ҡырым татарҙарының ихтилалы уларҙы бөтөнләй тиерлек Ғосман власынан азат итә. Ҡара диңгеҙ буйында казактар һөжүме килтергән бөлгөнлөк язаланмай ҡалған.
Эске идаралыҡта Морат ҡайһы бер тәртип индерергә һәм финанстарҙы экономияларға тырыша; әммә уның бөтә тырышлыҡтары тормошҡа ашмай ҡала. Шуның менән бергә ул үҙенең ағай-энеләре Баязитты, Ҡасим менән Сөләймәнде язалап үлтерә, ғосмән тәхетен ҡырым ханына тапшырырға ниәтләй.
Уның ҡустыһы һәм вариҫы Ибраһим I Тиле (Аҡылһыҙ) (1640—1648), уның осоронда дәүләт эштәрен һәрәм етәкләгән һәм үҙенән элгәре хакимлыҡ иткән солтандың бөтә ҡаҙаныштары юҡҡа сыҡҡан. Атап әйткәндә, уның идаралығы ваҡытында Венеция менән оҙайлы Кандий һуғышы башлана. Солтан үҙе Кёсем солтан ҡарамағында ҡолатыла һәм, ете йәшлек улы Меһмет IV (1648—1687) тәхеткә ултыртҡандан һуң, янычарҙар тарафынан быуып үлтерелә. Һуңғыһы батшалыҡ иткән осорҙа дәүләттең ысын хакимы Кёсем һәм уның килене Турхан булған; бөтә дәүләт вазифаларына улар һайлап ҡуйған кешеләр тәғәйенләнгән, идара итеү тулы ҡаҡшау кисергән, финанс системаһы бөлгөнлөккә төшкән. Шуға ҡарамаҫтан, ғосман флоты Венецияны диңгеҙ алыштарында еңгән һәм 1654 йылға тиклем Дарданелл блокадаһы уңышлы асыла.
1686—1700 йылдрҙағы урыҫ-төрөк һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1656 йылда бөйөк вәзир вазифаһын энергиялы кеше — Меһмет паша Көпрүлү баҫып ала. Ул армияла дисциплинаны көсәйтә һәм бер нисә тапҡыр дошмандарҙы тар-мар итә. 1664 йылда Австрия Васварҙа бик отошло булмаған килешеү төҙөргә тейеш булған; 1669 йылда төрөктәр Критты яулаған, ә 1672 йылда, Бучач килешеүе буйынса, Речь Посполитаянан Подолияны һәм хатта Украинаның бер өлөшөн алған.
Был килешеү халыҡтың һәм Речь Посполитая сеймының ризаһыҙлығын тыуҙыра, һәм һуғыш яңынан башлана. Унда Рәсәй ҙә ҡатнаша; уның ҡарауы, гетман Дорошенко етәкселегендәге казактарҙың күбеһе ғосмандар яҡлы булған. Һуғыш ваҡытында, 15 йыл ил менән идара иткәндән һуң (1661—1676), бөйөк вәзир Әхмәт-паша Көпрүлү вафат була (1661—1676). Аралаш уңыш менән барған һуғыш 1681 йылда, статус-кво башланғысында, 20 йылға төҙөлгән Баҡсаһарай тыныслыҡ килешеүе менән тамамлана; Көнбайыш Украина һуғыштан һуң ысын сүллеккә оҡшап ятҡан һәм Подолия төрөктәр ҡулында ҡалған.
Ғосмандар тыныслыҡҡа еңел генә ризалашты, сөнки сиратта Әхмәт паша урынына ҡалған вариҫы Ҡара Мостафа Көпрүлү башлаған Австрия менән һуғыш тора ине. Ғосмандар Венаға үтеп инеп, уны ҡамаған (1683 йылдың 24 июленән 12 сентябренә тиклем), ләкин поляк короле Ян Собеский Австрия менән союз төҙөп, Венаға ярҙамға ашыҡҡан һәм ҡала янында ғосман ғәскәрен еңгән, шуға ҡамауҙы алырға тура килгән, Белградта Ҡара Мостафаны һәләтһеҙ полководецтың башын Константинополгә килтерергә бойороҡ алған солтан илселәр ҡаршы алған, шулай итеп бойороҡ үтәлгән. 1684 йылда Австрия менән Речь Посполитая Ғосман империяһына ҡаршы коалицияһына Венеция, һуңынан Рәсәй ҙә ҡушыла.
Ғосмандарға һөжүм итергә түгел, ә үҙ территорияһында һаҡланырға тура килгән, 1687 йылда бөйөк вәзир Сөләймән паша Мохач эргәһендә ҡыйратыла. Ғосман ғәскәрҙәренең еңелеүе Константинополдә бола ҡуптарып, талау менән мәшғүл янычарҙарҙың асыуын килтергән. Ихтилал ҡурҡынысы аҫтында, Меһмет IV уларға Сөләймәндең башын ебәргән, әммә был уны ҡотҡармаған: янычарҙар уны мөфтөй фәтүәһе ярҙамында бәреп төшөрөп, эскелеккә бирелгән һәм идаралыҡҡа бөтөнләй һәләтһеҙ ҡустыһы Сөләймән II (1687—1691) тәхеткә ултыртҡан. Һуғыш уның идаралығы осоронда ла, уның туғандары Әхмәт II (1691—1695) һәм Мостафа II (1695—1703) ваҡытында ла дауам иткән. Венециялылар Морейҙы яулаған; австриялылар Белградты (тиҙ арала йәнә османдарға күскән) һәм Венгрияның, Славонанияның, Трансильванияның бөтә мөһим ҡәлғәләрен алған; поляктар Молдавияның байтаҡ өлөшөн биләгән.
1699 йылда һуғыш Карловицкий тыныслыҡ килешеүе менән тамамлана, һәм был килешеү буйынса Ғосман империяһы бер ниндәй ҙә һалым, ваҡытлыса контрибуция алмаған тәүге килешеү булған. Уның әһәмиәте Ситваторокский тыныслыҡ килешеүенән күпкә өҫтөнөрәк булған. Ғосмандарҙың хәрби ҡеүәте ҙур булмауы һәм эске тәртипһеҙлектәрҙең уларҙың дәүләтен тағы ла нығыраҡ ҡаҡшатыуы барыһына ла мәғлүм булған.
Империяның үҙендә Карловицкий тыныслыҡ килешеүе халыҡ араһында ҡайһы бер реформаларҙың кәрәклеген аңлау тыуҙыра. Быға тиклем XVII быуаттың 2-се яртыһында һәм XVIII быуат башында Ғосман империяһының иң һоҡланғыс дәүләт эшмәкәрҙәре тип танылған 5 бөйөк вәзирен биргән Көпрүлү ғаиләһе быны аңлай ине. 1690 йылда уҡ бөйөк вәзир Көпрүлү Мостафа мәсихселәрҙән алынған һалымдың максималь нормаларын билдәләгән Низами-Йәдит (Nizam-ı Cedid — «Яңы тәртип») баҫтырып сығара; әммә был закон ғәмәлдә ҡулланылмаған. Карловицкий килешеүенән һуң Сербия һәм Банат мәсихселәренә йыллыҡ һалымдары ғәфү ителгән. Константинополдәге юғары хөкүмәт, ваҡыты — ваҡыты менән христиандарҙы һалымдарҙан һәм башҡа ҡыҫырыҡлауҙарҙан һаҡлауҙы хәстәрләй башлаған. Төрөк иҙеүе аҫтындағы мәсихселәрҙе татыулаштырыр өсөн етерлек саралар булмауы янычарҙарҙың һәм төрөктәрҙең асыуын ҡабартҡан.
Төньяҡ һуғышында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Янычарҙар ихтилалы һөҙөмтәһендә тәхеткә ултыртылған Мостафаның ағаһы һәм вариҫы Әхмәт III (1703—1730) көтөлмәгән ҡыйыулыҡ һәм үҙаллылыҡ күрһәтә. Ул ғәскәрҙең бик күп офицерҙарын ҡулға алып, ашығыс рәүештә язалап үлтерә лә, үҙе ултыртҡан бөйөк вәзир (саҙр-азам) Әхмәт пашаны вазифаһынан бушата. Яңы бөйөк вәзир Дамадғассан паша дәүләттең төрлө урындарында ихтилалдарҙы тынысландыра, сит ил сауҙагәрҙәрен ҡурсалай, мәктәптәргә нигеҙ һала. Оҙаҡламай ул һәрәмдән сыҡҡан интрига арҡаһында ҡолатыла, һәм вәзирҙәр иҫ киткес тиҙлек менән алмашына башлай; ҡайһы берҙәре власта ике аҙнанан артыҡ ҡала алмай.
Ғосман империяһы хатта Төньяҡ һуғышта Рәсәй күргән ауырлыҡтарҙы ла үҙе өсөн отошло файҙаланмай. 1709 йылда ғына ул Полтаванан ҡасҡан Швеция короле Карл XII ҡабул итә һәм уның инаныуҙары йоғонтоһонда Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлай. Был ваҡытҡа ғосмандарҙың хакимлыҡ итеүсе даирәләрендә Рәсәйгә ҡаршы һуғыш түгел, ә уның менән Австрияға ҡаршы союз тураһында хыялланған бер партия бар ине; был партияға башлыҡ итеп вәзир Номан Көпрүлү тәғәйенләнгән була, һәм уның әүәлге ҡолауына Карл XII ҡыҫылышы һуғышҡа сигнал булып хеҙмәт итә.
Прутта төрөк һәм татарҙарҙың 200 000—дән ашыу ғәскәре уратып алған Пётр I батшаның хәле бик ҡурҡыныс ине. Петрҙың үлеме ҡотолғоһоҙ була, ләкин бөйөк вәзир Балтажи-Меһмет, батша Пётр I-нең Азов буйынса сағыштырмаса бик аҙ ғына ташламаһына алданып (1711), уны сығара. Һуғыш партияһы Балтажи-Меһметты ҡолата һәм Лемносҡа һөргөнгә ебәрә, ләкин Рәсәй консуллыҡ юлы менән Ғосман империяһынан Карл XII алып сығыуға өлгәшә, бының өсөн уға көс ҡулланырға тура килә.
Ғосмандар 1714—1718 йылдарҙа Венеция һәм 1716—1718 йылдарҙа Австрия менән һуғыш алып бара. Пассаровицкий тыныслыҡ килешеүе (1718 йыл) буйынса Ғосман империяһы Мореяны кире ҡайтара, әммә Сербияның күпселек өлөшө, Банат, Валахияның бер өлөшө менән бергә Белградты Австрияға бирә. 1722 йылда, династияны туҡтауы һәм һуңынан Фарсы болаларынан файҙаланып, Европала юғалтҡандары өсөн үҙҙәрен бүләкләргә өмөтләнеп, ғосмандар шиғыйҙарға ҡаршы дини һуғыш башлай. Был һуғышта бер нисә тапҡыр еңелеүе һәм фарсыларҙың Ғосман биләмәһенә баҫып инеүе Константинополдә яңы ихтилалға сәбәпсе була: Әхмәт ҡолатыла, һәм тәхеткә уның ағаһы Мостафа II-нең улы Мәхмүт I ултыра.
Мәхмүт I хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йомшаҡлығы һәм кешелеклелеге менән ғосман солтандары араһында айырылып торған Мәхмүт I (1730—1754) (ул ҡолатылған солтанды һәм уның улдарын үлтермәй һәм ғөмүмән язалау ҡулланмай) дәүерендә Фарсы иленә ҡаршы мәғәнәһеҙ һуғыш дауам иткән. Австрия менән һуғыш Белград тыныслыҡ килешеүе менән тамамлана (1739), уға ярашлы төрөктәр Белград һәм Орсова менән Сербияны кире ҡайтара. Рәсәй ғосмандарға ҡаршы уңышлы эш итә, әммә австрийҙарҙың сепарат килешеү төҙөүе урыҫтарҙы ла юл ҡуйырға мәжбүр итә; Рәсәй яулағандарынан, нығытмаларҙы йәшереү йөкләмәләрен алып, Азовты ғына һаҡлап ҡала.
Мәхмүт батшалыҡ иткән осорҙа Ибраһим Басмажи беренсе төрөк типографияһын ойоштора. Мөфтөй бер ни тиклем икеләнгәндән һуң, мәғрифәтселек мәнфәғәте өсөн был башланғысҡа фатихаһын раҫлап, фәтүә бирә, ә солтан ғәтти-шәриф менән рөхсәт итә. Ҡөрьән һәм башҡа изге китаптарҙы баҫтырыу ғына тыйылған. Типографияның тәүге осоронда унда 15 китап (ғәрәп һәм фарсы һүҙлектәре, Ғосман дәүләте тарихы һәм дөйөм география буйынса бер нисә китап, хәрби сәнғәт, сәйәси экономия һ. б.) баҫыла. Ибраһим Басмажи үлгәндән һуң, типография ябыла, яңыһы 1784 йылда ғына барлыҡҡа килә.
Мәхмүт I йәше еткәс донъянан китә, уны энеһе һәм вариҫы Ғосман III (1754—1757) алмаштыра. Ғосман III-нөң идаралыҡ йылдары тыныс үткән һәм хоҙай биргән ғүмерен йәшәп вафат булған.
Реформаларға ынтылыш (1757—1839)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман III солтан урынына Әхмәт III-нөң улы Мостафа III (1757-74) тәхет вариҫы була. Ул Ғосман империяһы сәйәсәтен үҙгәртергә һәм уның ҡоралының көсөн ҡайтарырға теләүен белдерә. Ул ярайһы уҡ ҙур реформалар (Суэц муйыны һәм Кесе Азия аша каналдар ҡаҙыу) башҡарырға ниәт итә, асыҡтан-асыҡ ҡоллоҡто күрә алмай һәм байтаҡ әсирҙе иреккә сығара.
Элек Ғосман империяһында ғүмерҙә булмаған ике осраҡ дөйөм ризаһыҙлыҡты айырыуса арттыра: Мәккәнән ҡайтҡан хаҡ диндарҙарҙың каруаны талана һәм юҡ ителә, һәм грек милләтле диңгеҙ юлбаҫарҙары төрөк адмирал карабын баҫып ала. Былар барыһы ла дәүләт власының сиктән тыш көсһөҙ булыуын раҫлай.
Финанстарҙы көйләү өсөн, Мостафа III үҙенең һарайында экономиянан башлай, ләкин шуның менән бергә тәңкәнең боҙолоуына ла юл ҡуя. Мостафа ҡурсалауында Константинополдә тәүге асыҡ китапхана, бер нисә мәктәп һәм дауахана асыла. 1761 йылда ул Пруссия менән бик теләп килешеү төҙөй, уға ярашлы прус сауҙа караптарына ғосман һыуҙарында иркен йөҙөргә мөмкинлек бирелә; Ғосман империяһындағы прус подданныйҙары үҙ консулдарының юрисдикцияларына буйһона. Рәсәй һәм Австрия Мостафаға Пруссия бирелгән хоҡуҡтарҙы ғәмәлдән сығарғаны өсөн 100 000 дукат тәҡдим итә, әммә һөҙөмтәһе булмай: Мостафа үҙ дәүләтен Европа цивилизацияһы менән яҡынайтырға теләгән.
Реформалар ниәттән ары китмәгән, башланмаған да. 1768 йылда солтан 6 йыл дауам иткән һәм 1774 йылда Көсөк-Кайнаржи тыныслыҡ килешеү менән тамамланған 1768—1774 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышын иғлан итергә тейеш була. Тыныслыҡ килешеүе Мостафаның энеһе һәм вариҫы Абдулхәмит I осоронда (1774—1789) төҙөлә.
Абдулхәмит I хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Империя бөтә биләмәһендә лә ризаһыҙлыҡ хөкөм һөрә ине. Орлов ҡуҙғытҡан гректар тулҡынланған, әммә, урыҫтар ярҙамһыҙ ҡалдырғанлыҡтан, сағыштырмаса тиҙ һәм еңел тынысландырыла һәм аяуһыҙ язалана. Бағдад Әхмәт-пашаһы үҙен бойондороҡһоҙ тип иғлан итә; Ғәрәп күсмә халыҡтары хуплаған Таһер Галилея һәм Акра шәйехе дәрәжәһен алған; Мөхәммәт Бей Әбү әл-Даһаб хакимлығы аҫтында торған Мысыр яһаҡ түләргә уйламаған да; Бушатлия Мәхмүт, Скутарий пашаһы идара иткән Төньяҡ Албания ҡаты ихтилал хәлендә; Али, Янинский пашаһы, үҙ аллы батшалыҡ төҙөүгә ныҡ ынтылған.
Абдулхәмит I бөтә батшалыҡ итеү дәүерендә был ихтилалдарҙы тынысландырыу менән мәшғүл була, әммә Ғосман хөкүмәтенең ихтилалдарҙы йүгәнләрлек аҡсаһы һәм тәртипле ғәскәре лә булмай. Етмәһә, быға төрөктәргә уңышһыҙлыҡ килтергән Рәсәй һәм Австрия менән яңы һуғыш (1787—1791) ҡушыла. Ул Рәсәй менән Яссы килешеүе (1792) менән тамамлана. Был тыныслыҡ килешеүе буйынса Ҡырым ярымутрауы һәм Буг менән Днестр араһындағы биләмәләр бөтөнләйгә Рәсәйгә бирелә. Шулай уҡ Төркиә Австрия менән Систов килешеүен (1791) төҙөй. Һуңғыһы Ғосман империяһы өсөн сағыштырмаса уңайлы булған, сөнки уның төп дошманы Изге Рим империяһы императоры Иосиф II вафат була, ә Леопольд үҙенең бөтә иғтибарын Францияға йүнәлткән. Австрия һуғышта яулаған биләмәләренең күп өлөшөн ғосмандарға кире ҡайтарған.
Тыныслыҡ килешеүе Абдулхәмидтең бер туғанының улы Сәлим III менән төҙөлгән (1789—1807). Территориаль юғалтыуҙарҙан тыш, һуғыш Ғосман дәүләте тормошона тағы бер етди үҙгәреш индерә: ул башланыр алдынан (1785) империя үҙенең дәүләт килемдәре менән гарантияланған беренсе (тәүҙә эске) дәүләт бурысы буйынса килешеү төҙөй.
Сәлим III хакимлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Солтан Сәлим III тәүгеләрҙән булып Ғосман империяһының тәрән көрсөктә икәнен аңлай һәм илдең хәрби һәм дәүләт ойошмаһын реформалаштырыуға тотона. Хөкүмәт көслө саралар менән Эгей диңгеҙен пираттарҙан таҙарта; ул сауҙа һәм халыҡ мәғарифын ҡурсалай. Уның төп иғтибары армияға йүнәлтелә. Янычарҙар һуғышта үҙҙәренең файҙаһыҙ булғанын, шул уҡ ваҡытта илде тыныслыҡ осоронда илде анархия хәлендә тотоуын иҫбатлай. Янычар формированиеларын солтан Европа өлгөһөндәге армия менән алмаштырырға ниәтләнгән ләкин шул арала ғына иҫке системаны алмаштырып булмаясағы билдәле булғанлыҡтан, реформаторҙар традицион формированиеларҙың торошон яҡшыртыуға айырым иғтибар бүлгән.
Башҡа реформаларҙа солтан артиллерия һәм флоттың һуғышҡа һәләтлеген көсәйтеү буйынса саралар була. Хөкүмәт тактика һәм фортификация буйынса иң яҡшы сит ил әҫәрҙәрен ғосман теленә тәржемә итеүҙе хәстәрләй; француз офицерҙарын артиллерия һәм диңгеҙ училищеларында уҡытыусы урындарына саҡыра; тәүгеһендә хәрби фәндәр буйынса сит ил әҫәрҙәре китапханаһын аса. Туп ҡойоу оҫтаханалары яҡшыртыла; яңы өлгөләге хәрби судноларға Францияла заказ бирелә. Былар барыһы ла яҡынса саралар ине.
Солтан армияның эске ҡоролошон үҙгәртеп ҡороуға күсергә теләгән; армияла яңы форма һәм ҡәтғиерәк тәртип индерә башлаған; яңылыҡ янычарҙарға ҡағылмаған. Шул арала Порта алдына ике етди һынау килеп баҫа: беренсенән, хөкүмәт биргән бойороҡтарҙы кире ҡағыусы видин пашаһы Пасван-Оғлу ихтилалы (1797), икенсенән — Наполеон I-нең Мысыр экспедицияһы.
Көсөк-Хөсәйен Пасван-Оғлуға ҡаршы хәрәкәт итә һәм уның менән асыҡ һөҙөмтәһе булмаған ысын һуғыш алып бара. Хөкүмәт, ниһайәт, фетнәсе наместник менән һөйләшеүҙәргә тотона һәм уның тулыһынса тиерлек бойондороҡһоҙлоҡ нигеҙендә Видин пашалығы менән идара итеүгә ғүмерлек хоҡуҡтарын таный.
1798 йылда Франция генерал Бонапарт етәкселегендә Мысырға, артабан Сүриәгә һөжүм итә башлай. Бөйөк Британия Абукир янындағы һуғышта (1798) француз флотын юҡ итеп, Ғосман империяһын яҡлай. Экспедиция ғосмандар өсөн етди һөҙөмтәгә эйә булмай. Формаль яҡтан, Мысыр — Ғосман империяһы, ысынында иһә мәмлүктәр ҡулында ҡала.
Француздарға ҡаршы һуғыш бөтөүгә (1801), Белградта армияла барған реформаларға риза булмаған янычарҙар ихтилалы башлана. Сербияла янычарҙар яғынан ҡыҫырыҡлауҙарҙан тамам йонсоу Карагеоргий етәкселегендәге халыҡ хәрәкәте (1804) башланыуға сәбәпсе була. Хөкүмәт тәүҙә хәрәкәтте яҡлап сыға, ләкин тиҙҙән ул ысын халыҡ ихтилалы формаһына әүерелә һәм Ғосман империяһына һуғыш хәрәкәттәрен башларға тура килә (ҡара: Иванковац эргәһендәге һуғыш). Рәсәй башлаған урыҫ-төрөк һуғышы (1806—1812) хәлде ҡатмарлаштыра. Бөйөк вәзир һәм башҡа юғары чиновниктар, хәрбиҙәр һуғыш хәрәкәттәре театрында булғанлыҡтан, реформаларға тотоноу артҡы планға ҡалдырыла.
Түңкәрелеш булдырырға маташыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Истанбулда ҡаймаҡам (бөйөк вәзир ярҙамсыһы) һәм министр урынбаҫарҙары ғына ҡалған була. Шәйех-үл-ислам был мәл менән файҙаланып, солтанға ҡаршы фетнә ҡорорға була. Заговорҙа солтандың янычарҙарҙы регуляр армия полктарына бүлеп таратырға ниәтләүе тураһында имеш-мимештәргә ышанған имләмдәр һәм янычарҙар башлай. Заговорға ҡаймаҡам да ҡушыла. Билдәләнгән көндө янычар отряды көтмәгәндә баш ҡалалағы даими ғәскәрҙең гарнизонына һөжүм итә һәм һуйыш ойоштора. Янычарҙарҙың икенсе өлөшө Сәлимдең һарайын уратып алған һәм унан күрә алмаған кешеләрен язаға тарттырыуҙы талап иткән. Сәлим был талапты тормошҡа ашырыуға ҡыйыу ҡаршы тора. Ул ҡулға алына һәм һаҡ аҫтына ултыртыла. Солтан итеп Абдулхәмиттең улы, Мостафа IV (1807—1808) иғлан ителә. Ҡалала һуйыш ике көн дауам итә. Көсһөҙ Мостафа исеменән Шәйех-үл-ислам һәм ҡаймаҡам идара иткән. Әммә Сәлим яҡлылар ҙа ҡалған була.
Ҡабаҡсы Мостафа түңкәрелеше ваҡытында Әлимдәр Мостафа паша Байраҡтар (Болгар ҡалаһы Рущук пашаһы) һәм уның яҡлылар солтан Сәлим III-нө тәхеткә ҡайтарыу тураһында һөйләшеүҙәр башлай. Ниһайәт, 16 меңлек армия менән Мостафа Байраҡтар Истанбулға юллана. Башта ул Хажи Али Ағаны алдан ебәрә, һәм (1808 йылдың 19 июлендә) Ҡабаҡсы Мостафа үлтерелә.
Мостафа Байраҡтар армияһы менән, байтаҡ фетнәселәрҙе тар-мар итеп, Юғары Портаға килеп етә. Солтан Мостафа IV, Мостафа тәхеткә Сәлим III солтанды улының ҡайтарырға теләүен белгәс, Сәлимде һәм шаһзаданың энеһе Мәхмүтте үлтерергә бойора. Солтан шунда уҡ үлтерелә, ә шаһзада Мәхмүт үҙенең ҡолдары һәм хеҙмәтселәре ярҙамында иреккә сығарыла. Мостафа Байраҡтар Мостафа IV-не тәхеттән ҡолата һәм Мәхмүт II-не солтан итеп иғлан итә. Һуңғыһы уны бөйөк вәзир — садр-и-азам тип иғлан итә.
Мәхмүт II идаралығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүт II энергия кимәле һәм реформалар кәрәклеген аңлауы яғынан Сәлим III солтандан ҡалышмаған, Сәлимгә ҡарағанда уҫалыраҡ һәм үс алыусан кеше булған. Күп осраҡта илдең именлегенә ынтылыуға ҡарағанда, сәйәси алдан күреүсәнлеге менән үлсәнгән шәхси теләктәренә таянған. Яңылыҡтар өсөн бер ни тиклем әҙерлек була, аҡса өҫтөндә уйламау һәләте лә Мәхмүткә ярҙам иткәндер. Шуға күрә уның эшмәкәрлеге Сәлим эшмәкәрлегенә ҡарағанда нығыраҡ эҙ ҡалдырған. Үҙенең бөйөк вәзире итеп ул Сәлимгә һәм башҡа сәйәси дошмандарға ҡаршы фетнә күтәреүҙә ҡатнашҡандарҙы туҡмарға ҡушҡан Байраҡтарҙы тәғәйенләгән. Мостафаның ғүмере ваҡытлыса аялып торған.
Янычар корпусын үҙгәртеп ҡороуҙы Байраҡтар иң тәүге реформаларҙың береһе итеп билдәләгән, ләкин ул һаҡһыҙлығы арҡаһында, 7000 һалдаты ғына ҡалған ғәскәренең бер өлөшөн хәрби хәрәкәттәр театрына ебәреп, яңылыша. 6000 янычар көтмәгәндә һөжүм итә һәм Мостафа IV-не азат итеү маҡсатында һарайға йүнәлә. Байраҡтар, бәләкәй генә отряды менән һарайға бикләнеп, уларға Мостафаның мәйетен сығарып ташлай, һарайҙың бер өлөшөн шартлата һәм үҙе лә емереклектәр эсендә һәләк була. Бер нисә сәғәттән башында Рәмимз паша торған хөкүмәткә тоғро өс меңлек ғәскәр килеп етә, янычарҙарҙы тар-мар итә һәм уларҙың байтаҡ өлөшөн юҡ итә.
Мәхмүт, 1812 йылда Бухарест килешеүе менән тамамланған Рәсәй менән һуғыш бөткәнгә тиклем, реформаларын кисектереп торорға ҡарар итә. Вена конгресы Ғосман империяһының хәленә ҡайһы бер үҙгәрештәр индерә йәки, дөрөҫөрәге, ғәмәлдә булғанды теорияла һәм географик карталарҙа нығыта. Далмация менән Иллирия Австрия составына, Рәсәйгә Бессарабия раҫлана; ете Ионик утрауы инглиз протектораты аҫтында үҙидаралыҡҡа эйә була; инглиз суднолары Дарданелл боғаҙы аша ирекле үтеү хоҡуғына эйә була.
Хатта империяның үҙендә ҡалған ерҙәрҙә лә хөкүмәт үҙен ышаныслы тоймаған. 1817 йылда Сербияла ихтилал башлана, ул, 1829 йылда үҙ кенәзе идаралығына эйә Сербияны Адрианополь килешеүе буйынса танығандан һуң ғына, тамамлана. 1820 йылда Али паша Янинский ихтилалы башлана. Үҙ улдарының хыянаты арҡаһында уның ғәскәре еңелә, үҙе әсирлеккә алына һәм язалап үлтерелә; ләкин армияһының байтаҡ өлөшө грек баш күтәреүселәре кадрҙарын барлыҡҡа килтерә. 1821 йылда бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышҡа әйләнгән Греция ихтилалы башлана. Рәсәй, Франция һәм Англияның ҡыҫылғанлыҡтан, Төркиә һәм Мысыр флоты һәләк булған Ғосман империяһы өсөн бәхетһеҙ Наварин диңгеҙ алышынан (1827) һуң, ғосмандар Грецияны юғалтҡан.
Хәрби юғалтыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Янычарҙарҙан һәм дәрүиштәрҙән ҡотолоу ҙа (1826) төрөктәрҙе сербтар менән һуғышта ла, гректар менән һуғышта ла еңелеүҙән ҡотҡара алмай. Ошо ике һуғыш һәм уларға бәйле 1829 йылда Адрианополь килешеүе менән тамамланған урыҫ-төрөк һуғышы (1828—1829) башлана. Ғосман империяһы бөтә Сербияны тиерлек, Молдавияны, Валахияны, Грецияны, Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярын юғалта.
Унан һуң Ғосман империяһынан Мысыр хедивы (вице-солтаны) Мөхәммәт Али 1831—1833 һәм 1839) айырымлана. Мысырға ҡаршы көрәштә шундай һөжүмдәр кисерә, Ғосман империяһына бөтөнләй юҡҡа сығыу янаған; ләкин уны ике тапҡыр (1833 һәм 1839), батша Николай I Ғосман дәүләтенең тарҡалыуы арҡаһында яңы Европа һуғышы хәүефен һиҙенгәнгәлер, моғайын, Рәсәйҙең көтөлмәгән яҡлауы ҡотҡара. Хәйер, Төркиә яҡлы булыуы Рәсәйгә реаль файҙа килтерә: Гункьяр Скелесси килешеүе буйынса (1833), Ғосман империяһы, Дарданелл боғаҙы аша юлды Англия өсөн ябып, рус судноларына үтеү рөхсәтен бирә. Бер үк ваҡытта француздар ғосмандарҙан элек тә империяға номиналь бәйлелектә генә йөрөгән (1830 йылдан) Алжирҙы тартып алырға булған.
Гражданлыҡ реформалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштар Мәхмүттең реформаторлыҡ ниәтен туҡтатмай; уның батшалыҡ итеү осоронда армияла шәхси үҙгәртеп ҡороуҙар дауам иткән. Ул шулай уҡ халыҡтың белем кимәлен күтәреү хаҡында хәстәрлек күрә; уның ҡарамағында (1831) француз телендә Ғосман империяһында рәсми характерҙағы тәүге гәзит («Moniteur ottoman») сыға башлай. 1831 йылдың аҙағынан төрөк телендә «Таквим-и векаи» тигән исем аҫтында тәүге рәсми гәзит сыға башлай.
Бөйөк Пётр кеүек, бәлки, аңлы рәүештә унан өлгө алып, Мәхмүт халыҡты Европа йолаларына яҡынайтырға ынтылған; үҙе лә Европа костюмын кейгән һәм чиновниктарынан да талап иткән, сәллә кейеүҙе тыйған Константинополдә һәм башҡа ҡалаларҙа фейерверклы, европа музыкаһын яңғыратып, европа өлгөһөндә байрамдар ойошторған. Үҙе ниәт иткән гражданлыҡ ҡоролошоноң мөһим реформаларына тиклем йәшәй алмай; уларын вариҫы тормошҡа ашырырға тейеш була. Әммә ул эшләгәндең бәләкәй генә өлөшө лә мосолман халҡының дини тойғоларына ҡаршы килгән. Ул Ҡөрьән рөхсәт итмәгән аҙым яһаған: үҙенең һүрәте төшөрөлгән тәңкә сүкеткән (элекке солтандар ҙа портреттарын эшләткән тигән хәбәрҙәр ҙә ҙур шик тыуҙыра).
Уның батшалығы осоронда дәүләттең төрлө тарафтарында, бигерәк тә Константинополдә, мосолмандарҙың дини тойғолары ниеҙендә башланған баш күтәреүҙәр бер туҡтауһыҙ барған; хөкүмәт уларҙы аяуһыҙ баҫтырған: ҡайһы берҙә бер нисә көндә Босфорға 4000-әр мәйет ташланған. Шул уҡ ваҡытта, Мәхмүт үҙенең аяуһыҙ дошмандарын, ғөләмәләрҙе һәм дәрүиштәрҙе, үлтерергә лә оялмаған.
Мәхмүт батшалығы осоронда Истанбулда йыш ҡына махсус ут төртөү арҡаһында тоҡанған янғындар айырыуса күп булған; халыҡ уларҙы солтандың гонаһтары өсөн Алла тарафынан ебәрелгән яза тип аңлатҡан.
Хакимлығы йомғаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Янычарҙарҙы юҡ итеү башта Ғосман империяһына зыян килтергән, насар булһа ла, кәрәкле ғәскәрҙән мәхрүм иткән. Бер нисә йыл үткәндән һуң был үҙгәрештең ыңғай яғы ла беленгән: Порта ҡораллы көстәре Европаның регуляр армиялары менән тиңләшкәнлеге 1877—1878 йылдарҙа урыҫ-төрөк һуғышында һәм 1897 йылда Греция менән һуғышта ла асыҡ иҫбатлаған.
Грецияны юғалтыу йәки биләмәне ҡыҫҡартыу империя өсөн зыянлыға ҡарағанда отошло булды. Тарихи яҡтан ғосмандар христиандарҙы хәрби хеҙмәткә бер ҡасан да алмаған; ә тотош христиан халҡы йәшәгән өлкәләр (Греция һәм Сербия) төрөк армияһын арттырмаһа ла, шул уҡ ваҡытта унан үтә ныҡ кәрәк булған осраҡта файҙалана алырлыҡ әһәмиәтле хәрби гарнизондарҙы талап иткән.
Был бигерәк тә диңгеҙ сиктәре ныҡ һуҙылған булыуы арҡаһында диңгеҙгә ҡарағанда ҡоро ерҙә көслөрәк Ғосман империяһына стратегик отошло түгел Грецияға ҡарата ҡулланырлыҡ. Территорияларын юғалтыу сократила государственные доходы империяның дәүләт килемен ҡыҫҡартты, ләкин Мәхмүт батшалыҡ иткән осорҙа Ғосман империяһының европа дәүләттәре менән сауҙаһы йәнләнә, илдең етештереүсәнлеге (икмәк, тәмәке, виноград, рауза майы һ. б.) күтәрелә.
Шулай итеп, тышҡы еңелеүҙәргә, хатта Низиб янындағы ҡаты алышта Мөхәммәт Али Мысырлы ҙур ғосман армияһын һәм тотош флотын юғалтыуына ҡарамаҫтан, Мәхмүт Абдулмәжиткә көсһөҙләндерелгән түгел, дөрөҫөрәге, көсәйтелгән дәүләт ҡалдырҙы. Был ваҡыттан башлап европа державалары араһында Ғосман дәүләте һаҡланып ҡалыуына ынтылышы барлыҡҡа килгән. Босфор һәм Дарданеллдың әһәмиәте ғәҙәттән тыш арта; европа державалары, уларҙың ҡайһыһылыр Константинополде яулаған осраҡта, был ҡалғандарына төҙәтеп булмаҫлыҡ һөжүм булырын аңлаған, һәм шуның өсөн көсһөҙ Ғосман империяһының һаҡланыуын үҙҙәре өсөн отошло тип һанаған.
Абдулмәжит хакимлығы (1839—1861)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүттең вариҫы, улы 16 йәшлек Абдулмәжит, атаһы кеүек энергиялы һәм ныҡлы булыуы менән айырылып тормаһа ла, мәҙәниәтле һәм холҡо буйынса йомшағыраҡ кеше була. Әгәр Рәсәй, Англия, Австрия һәм Пруссия Портаны һаҡлап ҡалыу буйынса союз төҙөмәһә (1840), Низиб янындағы алышта еңелеүе, Ғосман империяһын тамам бөлдөрөр һәм Мәхмүттең бөтә эшләгәне лә юҡҡа сығыр ине; мысыр вице-короле вариҫлыҡ нигеҙендә Мысырҙы һаҡлап ҡала, ләкин ашығыс рәүештә Сүриәнән китә, әгәр баш тарта ҡалһа, бөтә биләмәләренән дә баш ҡағырға тейеш була тигән трактат ҡабул итәләр. Мөхәммәт Алиҙы хуплаған Франция был союзға ризаһыҙлыҡ менән ҡарай, һәм Тьер хатта һуғышҡа әҙерләнеү эштәрен дә алып барған; әммә Луи-Филипп был тәүәккәл аҙымды яһаманы. Көстәр тигеҙ булмаһа ла, Мөхәммәт Али ҡаршы торорға әҙер була; ләкин инглиз эскадраһы Бейрутты бомбаға тота, мысыр флотын яндыра һәм, марониттар ярҙамына таянып, Сүриәгә 9000 кешенән торған корпус төшөрә һәм мысырлыларҙы бер нисә тапҡыр тар-мар итә. Мөхәммәт Али бирешә; Ғосман империяһы ҡотҡарыла, һәм Хозрев паша, Рәшит паша һәм атаһының башҡа тарафдаштары хуплауы менән, Абдулмәжит реформаларға тотона.
Гөлхана хатт-шәрифе. Танзимат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1839 йылдың 3 ноябрендә Абдулмәжит Гөлхана хат-и-шәрифе (Гөлхана — «раузалар торлағы», хат-и-шәриф иғлан ителгән майҙан исеме) тип аталған бойороҡ — хөкүмәт барырға ниәтләгән принциптарҙы билдәләүсе дөйөм империя бойороғон иғлан итә:
- бөтә подданныйҙарҙы, уларҙың ғүмере, намыҫына һәм мөлкәтенә ҡағылышлы, тулыһынса хәүефһеҙлек менән тәьмин итергә;
- һалым бүлеү һәм тәғәйенләүҙең дөрөҫ ысулын раҫларға;
- шулай уҡ һалдатҡа алыуҙың да дөрөҫ алымын ҡулланырға.
Йән башына һалымды тигеҙләү нигеҙендә бүлеүҙе үҙгәртергә һәм уларҙы йоломға биреү системаһынан баш тартырға, ер һәм диңгеҙ ғәскәрҙәренә сығымдарҙы билдәләргә; хөкөм атҡарыуҙы асыҡ башҡарырға. Дин тотоуҙағы айырымлыҡтарына ҡарамай, солтандың бөтә подданныйҙары ла был ташламалар менән файҙаланырға тейеш. Солтан үҙе лә хат-и-шәрифкә тоғро булырға ант иткән. Вәғәҙәне ысынбарлыҡта тормошҡа ашырыу шарты ғына ҡалған.
Гумайюн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырым һуғышынан һуң, солтан, тәүгеһенең принциптары раҫланған һәм ентекле үҫтерелгән гумайюн тип аталған яңы хат-и-шәриф (1856) иғлан итә; дингә мөнәсәбәте һәм милләтенә ҡарамай, бөтә подданныйҙарҙың да социаль тигеҙлеген булдырыуға баҫым яһала. Был хат-и-шәрифтән һуң, мсламдан башҡа дингә күскән өсөн ҡаралған элекке үлем язаһы юҡҡа сығарыла. Әммә был ҡарарҙарҙың күбеһе бары тик ҡағыҙҙа ғына ҡалған.
Юғары хөкүмәт өлөшләтә түбәндә торған чиновниктарҙың башбаштаҡлығына, өлөшләтә үҙе хат-и-шәрифтә вәғәҙә ителгән сараларға, мәҫәлән, христиандарҙы төрлө вазифаларға тәғәйенләүгә, күсергә теләмәгән. Бер әҙер хөкүмәт христиандарҙан һалдат алырға маташҡанда, мосолмандарҙың да, христиандарҙың да ризаһыҙлығына килтергән, хөкүмәт офицерҙарға күтәргәндә дини принциптарҙан (1847) баш тарта алмаған; тиҙҙән был сара бөтөрөлгән. Сүриәлә марониттарҙы күпләп үлтереү (1845 һ. б.) дини төрлөлөккә түҙемле ҡарау Ғосман империяһында һаман да булмағанлығын дәлилләгән.
Абдулмәжит батшалыҡ иткән осорҙа юлдар, бик күп күперҙәр төҙөлгән, телеграф линиялары үткәрелгән, почта европалағыса эшләгән.
1848 йылғы ваҡиғалар Ғосман империяһында сағылыш тапманы; тик Венгриялағы 1848—1849 йылдарҙағы революция ғосман хөкүмәтенең Дунайҙа үҙҙәренең власын тергеҙергә тырышыу теләген тыуҙырған. Лайош Кошут иптәштәре менән төрөк территорияһында йәшеренеп йәшәгән сағында, Австрия һәм Рәсәй Абдулмәжит солтанға уларҙы биреүен талап итеп мөрәжәғәт иткән. Солтан уларға дин ҡунаҡсыллыҡ бурысын боҙоуҙы тыя, тип яуап биргән.
Ҡырым һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1853—1856 йылдарҙа яңы Көнсығыш һуғышы барған һәм 1856 йылда Париж тыныслыҡ килешеүе менән тамамланған. Тиң хоҡуҡлылыҡ нигеҙендә Париж конгресында Ғосман империяһы вәкиле лә индерелә, һәм шуның менән бергә империя европа концерны ағзаһы ип таныла. Әммә был таныу ысын түгел, ә формаль характерҙа була. Төрөк армияһы, XIX быуаттың беренсе сиреге йәки XVIII быуат аҙағында күҙәтелгән хәрби әҙерлегенә ҡарағанда, үҙенең хәрби мөмкинлектәренең үҫеүен күрһәтте, тимәк, был яҡтан Ғосман империяһының һуғышта ҡатнашыуы әһәмиәтле булды, ысынында иһә, империя был һуғыштан бик аҙ алды; Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яр буйында урыҫ ҡәлғәләрен ҡаҙыуҙың әһәмиәте аҙ ине, ә Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙҙә флот тотоу хоҡуғын юғалтыуы оҙаҡҡа бармаған һәм 1871 йылға юҡҡа сығарылған. Артабан, консул юрисдикцияһы һаҡланған, һәм был Европа Ғосман империяһын вәхшиҙәр дәүләте тип һанауын раҫлаған. Һуғыштан һуң, европа державалары империя территорияһында үҙҙәренең ғосмандарҙан бойондороҡһоҙ почта учреждениеларын булдырған.
Һуғыш Ғосман империяһының вассал дәүләттәр өҫтөнән власын арттырыу түгел, көсһөҙләндерә генә; дунай кенәзлектәре 1861 йылда бер Румыния дәүләтенә берләшә, Сербияла Төркиә менән дуҫлыҡ мөнәсәбәтендә булған Обреновичтар түңкәрелә һәм Рәсәйҙең дуҫтары Карагеоргиевичтар менән алмаштырыла; бер аҙ һуңғараҡ Европа империяны Сербиянан үҙҙәренең гарнизондарын алырға ҡуша (1867). Көнсығыш кампания осоронда Ғосман империяһы Англиянан 7 млн фунт стерлинг күләмендә заём ала; 1858, 1860 һәм 1861 йылдарҙа тағы яңы бурыстар өҫтәлә. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт күп һанлы ҡағыҙ аҡса сығара, тиҙҙән аҡса курсы түбәнәйә. Башҡа ваҡиғалар менән бәйле, был 1861 йылда сауҙа көрсөгө тыуҙыра, һәм был халыҡтың тормошон ҡыйынлаштыра.
Абдулғәзиз (1861—1876) һәм Морат V (1876)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдулғәзиз ике йөҙлө, ирһәк һәм ҡан эскес тиран, XVII һәм XVIII быуаттарҙағы солтандарын хәтерләтә ине; ләкин был шарттарҙа реформалар юлында туҡталып булмауын аңланы. Ул тәхеткә ултырғанда, баҫылып сыҡҡан гатти-шәрифкә таянып тантаналы рәүештә үҙенән элгәре килгән солтандарҙың сәйәсәтен дауам итергә вәғәҙә бирә. Ысынлап та, ул үткән батшалыҡта ҡулға алынған сәйәси енәйәтселәрҙе төрмәнән сығарған һәм ағаһының министрҙарын һаҡлап ҡалған. Бынан тыш, ул һәрәмдән баш тартыуын һәм бер ҡатын менән ҡәнәғәт буласағын белдерҙе. Вәғәҙәләр үтәлмәй: бер нисә көндән һуң һарай интригаһы арҡаһында бөйөк вәзир Меһмет Ҡыбрыслы паша ҡолатыла һәм Аали пашаға (ул үҙ сиратында бер нисә айҙан ҡолатыла) алмаштырыла, ә һуңынан шул уҡ вазифаны 1867 йылда ҡабаттан биләй.
Ғөмүмән, бөйөк вәзирҙәр һәм башҡа чиновниктар, яңынан барлыҡҡа килгән һәрәм интригалары арҡаһында, ғәҙәттән тыш тиҙлек менән алмашынған. Тәнзимат рухында ҡайһы бер саралар күрелә, әлбиттә. Шуларҙың иң мөһимдәре — Ғосман дәүләт бюджетын билдәләү (1864). Иң аҡыллы һәм сос ғосман дипломаттарының береһе Аали паша (1867—1871) министрлығы ваҡытында ваҡифтарҙы өлөшләтә секулярлаштырыу үткәрелә, Европа халҡына Ғосман империяһы сиктәрендә күсемһеҙ милеккә эйә булыу хоҡуғы бирелә (1867), дәүләт советы үҙгәртеп ҡорола (1868), халыҡ мәғарифы тураһында яңы закон сығарыла (1868), ләкин, формаль метрик һәм үлсәмдәр системаһы индерелә, әммә ҡулланылмай (1869). Ошо уҡ министрлыҡҡа цензура (1867) ойошторолған, уны төҙөү Константинополдә һәм башҡа ҡалаларҙа, ғосман һәм сит телдәрҙә ваҡытлы һәм ваҡытлы булмаған матбуғаттың артыуы менән аңлатыла.
Аали паша ҡарамағындағы цензура үтә ваҡлығы һәм тупаҫлығы менән айырылып торған; ул Ғосман хөкүмәтенә уңайһыҙ күренгән нәмәләр тураһында яҙыуҙы тыйыуҙан тыш, солтандың һәм хөкүмәттең тәрән аҡыллылығын маҡтауҙы нәшер итергә ҡуша; 1876—1877 йылдарҙа Миҙхәт паша эшләгән осорҙа ғына цензура бер аҙ омшара төшкән.
Абдулғәзиз осоронда хәрби-диңгеҙ флотын төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырым һуғышын тамамлаусы 1856 йылғы Париж тыныслыҡ килешеүе еңелгән Рәсәйгә лә, Европа державалары тарафынан «ҡотҡарылған» Төркиәгә лә Ҡара диңгеҙҙә хәрби флот тотоуҙы тыйған. Әммә Истанбулда үҙеңә генә ышанырға мөмкин, тигәнде аңлаған һәм заманса ҡоралдарһыҙ һәм хәрби техникаһыҙ Рәсәй империяһы яғынан реванш ҡотолғоһоҙ буласағы хаҡында онотмаған.
Боронғо заманда ҡеүәтле диңгеҙ державаһы булған Ғосман империяһы, [XIX быуат уртаһына, диңгеҙҙәрҙә хакимлығын тулыһынса тиерлек юғалта. Ағас елкәнле караптар күптән үҙ хәрби әһәмиәтен юғалтҡандан һуң, дәртле һәм амбициялы Абдулғәзиз сит ил, башлыса француз верфтәренә иҫә тотоп, парлы бронялы флот төҙөү программаһын ҡабул иткән.
Был карап төҙөү программаһын ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ финанслау арҡаһында 1870-се йылдар башына Порта ул заманға алдынғы тип һаналған парлы батареялы броненосецтар, шул иҫәптән 5 — беренсе ранглы һәм 9 — икенсе ранглы ҡеүәтле флотҡа эйә була алған[3].
1875 йылда уларға Бөйөк Британияла төҙөлгән, әлеге ваҡытта Рәсәйҙең «Бөйөк Петр» флотында эшләгән берҙән-бер диңгеҙҙә йөрөүсе башня броненосецынан (1876) ҡалышмаған «Мессудие» ҡаҙемат броненосецы ҡушыла. 1877 йылда ғосмандар Ҡара диңгеҙ һәм Көнсығыш Урта диңгеҙ буйында Рәсәйҙән абсолют өҫтөнлөккә эйә була.
Был яңы Рус-төрөк һуғышы (1877—1878) барышында, Төркиә Кавказдың Кара диңгеҙ ярын ҡайтарырға маташҡанында күренгән. 1877 йылдың 2 майында үҙ эсенә 2 рангылы 5 броненосец индергән Әхмәт-пашаның төрөк эскадраһы Сухумды бомбаға тота һәм 5 майға унан рус гарнизонын тулыһынса бәреп сығара. Генералдар П. Д. Бабич, Я. К. Алхазов һәм Б. М. Шелковниковтың рус отрядтарына Сухумды 1877 йылдың 20 авгусында ғына, өс ай ярымдан һуң, ҡайтара алалар. Төркиә броненосецтары һәм ҡоралланған пароходтар Кара диңгеҙ буйына ултырған таулы мөһәжирҙәрҙең бихисап десантын артиллерия уты менән әүҙем яҡланы.
Черногориялағы һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1862 йылда Черногория, Ғосман империяһынан бөтөнләй бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшеп, Герцеговина баш күтәреүселәрен яҡлап һәм Рәсәй ярҙамына иҫәп тотоп, империя ҡаршы һуғыш башлай. Рәсәй уны яҡламай, төрөктәр көсө артығыраҡ булғанлыҡтан, һуңғылары тиҙ арала хәл иткес еңеү яулай: Ғүмәр Лотфый паша ғәскәрҙәре баш ҡалаға тиклем барып етте, ләкин уны алмай, сөнки Черногорскиҙа йәшәүселәр Ғосман империяһынан тыныслыҡ һорай һәм был үтенестәренә ҡолаҡ һалына.
Криттағы ихтилал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1866 йылда гректарҙың Криттағы ихтилалы башлана. Ихтилал Грецияла ҡайнар һөйөү тыуҙыра, ул һуғышҡа ашығып әҙерләнә башлай. Ғосман империяһына ярҙамға Европа державалары килә, улар Грецияға критлыларға ярҙам итеүҙе ҡәтғи рәүештә тыя. Критҡа ҡырҡ мең ғәскәр ебәрелә. Үҙ утрауҙары тауҙарында партизандар һуғышы алып барған крит халҡының ғәҙәттән тыш батырлығына ҡарамаҫтан, улар оҙаҡ ҡаршы тора алмай һәм өс йыл көрәштән һуң ихтилал баҫтырыла; баш күтәреүселәр язалап үлтерелә һәм мөлкәте тартып алына.
Али-паша үлгәндән һуң, бөйөк вәзирҙәр яңынан ғәҙәттән тыш тиҙлек менән алмашына башланы. Һәрәм интригаларынан тыш, бының өсөн тағы бер сәбәп була: солтан һарайы эргәһендә Англия һәм Рәсәй илселәре күрһәтмәһе буйынса эш иткән инглиз һәм урыҫ партиялары көрәшкән. 1864—1877 йылдарҙа Константинополдә рус илсеһе граф Николай Павлович Игнатьев була, ул императорға ризаһыҙлыҡ белдергән төрөктәргә урыҫ яҡлауын вәғәҙә иткән. Шуның менән бергә ул солтанды Рәсәй менән «дуҫлыҡ» кәрәклегенә ышандырған һәм тәхеттең тәхеткә ултырыу тәртибен үҙгәртеүҙә (вариҫлыҡты нәҫелдәге иң өлкәненә түгел, ә атаһынан улына тапшырыу) булышлыҡ итергә вәғәҙә итеп, ҙур йоғонто яһаған. Ә солтан үҙенең улы Йософ Изединды тәхет вариҫы итергә бик теләгән.
Дәүләт түңкәрелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1875 йылда Герцеговинала, Боснияла һәм Болгарияла ғосман финанстарына хәл иткес һөжүм яһаған ихтилал башланған. Хәҙер Ғосман империяһы үҙенең сит ил бурыстары буйынса аҡса менән икенсе яртыһының ғына — 5 йылдан һуң ғына купондар менән түләргә тейешле, тип иғлан ителә. Империяның күп кенә юғары чиновниктары һәм уларҙың башында торған Миҙхәт паша етдиерәк үҙгәрештәр кәрәклеген таныған; ләкин көйһөҙ һәм деспотик Абдулғәзиз хакимлығы осоронда быны үткәреү бөтөнләй мөмкин булмай. Шул арҡала бөйөк вәзир Меһмет Рушди министрҙар Миҙхәт паша, Хөсәйен Әүни паша һ.б. һәм шәйхелислам менән солтанды бәреп төшөрөү маҡсатында фетнә ҡорған. Шәйхелислам бындай фәтүә биргән: «Әгәр хаҡ динлеләр хакимы үҙенең аҡылһыҙлығын дәлилләй, дәүләт менән идара итеү өсөн кәрәкле сәйәси белеме юҡ икән, әгәр дәүләт күтәрә алмаҫлыҡ зыян башҡара икән, уның тәхеттә ултырыуынан һәләкәт ҡурҡынысы янай икән, уны төшөрөргә кәрәкме? Закон: эйе ти».
1876 йылдың 30 майына ҡарата төндә Хөсәйен Әүни паша, тәхет вариҫы Мораттың күкрәгенә револьвер ҡуйып, тажды ҡабул итергә мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта пехота отряды Абдулғәзиздең һарайына үтеп инә һәм уға батшалыҡ итеүҙән туҡтауы тураһында иғлан ителә. Тәхеткә Морат V ултырҙы тиелә. Бер нисә көндән, Абдуллғәзиз ҡайсы менән ҡан тамырҙарын асып үлде, тип хәбәр ителә. Элек тә нормаль булмаған Морат V, бабаһын, шунан Миҙхәт паша йортонда солтан өсөн үс алыусы черкес Хәсән бейҙең бер нисә министрҙы үлтереүе һәм башҡа ваҡиғалар тәьҫире аҫтында аҡылдан яҙған һәм үҙенең алдынғы министрҙарына шулай уҡ ҡулай булмай башлаған. 1876 йылдың авгусында мөфтөй фәтүәһе ярҙамында төшөрөлә һәм тәхеткә уның ҡустыһы Абдулхәмит II ултыртыла.
Абдулхәмит II
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абдулғәзиздең хакимлығы аҙағында уҡ шәхсән ирекле, ләкин бөтөнләй хоҡуҡһыҙ һәм күтәргеһеҙ талау менән иҙелгән, эре ер биләүсе мосолмандарҙың баҫыуҙарында барщина хеҙмәтен башҡарыу менән бәйле сиктән тыш ауыр хәленә сыҙамлығы бөткән һәм төрөктәрҙе күрә алмауын тағы ла көсәйткән күрше Черногория кешеләренең азат йәшәүенә күҙе ҡыҙған Босния һәм Герцеговина халҡының ихтилалы башлана.
1875 йылдың яҙында ҡайһы бер общиналар солтанға тәкәләргә һалымды һәм христиандарҙан хәрби бурысҡа алмашҡа түләәнгән һалымды кәметеү үтенесе менән һәм христиандарҙан полиция ойоштороу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәләр. Уларҙың үтенесенә хатта яуап та бирмәйҙәр. Шул ваҡытта халыҡ ҡулына ҡорал алған. Хәрәкәәт тиҙ арала Герцеговинала һәм яйлап Боснияла тарала; Баш күтәреүселәр Никшичты ҡамауға алған. Черногориянан һәм Сербиянан баш күтәреүселәргә ярҙамға үҙ ирке менән ҡушылыусылар отряды ҡуҙғала. Был көрәш сит илдәрҙә, бигерәк тә Рәсәйҙә һәм Австрияла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра; Австрия, дини ҡараштар буйынса тигеҙлекте, һалымдарҙы кәметеүҙе, күсемһеҙ милек тураһындағы закондарҙы яңынан ҡарауҙарын һ. б. талап итеп, Портаға мөрәжәғәт итә. Солтан шунда уҡ бөтәһен дә үтәргә вәғәҙә бирә (февраль 1876), ләкин баш күтәреүселәр, Герцеговинанан ғосман ғәскәрҙәре сығарылмайса тороп, ҡорал һалмаясаҡтарын белдерә. Ризаһыҙлыҡ, бөтә Европала нәфрәт тыуҙырған ғосмандарҙың бик күп болғарҙың ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс һуйышынан (Уильям Эварт Гладстондың Болгариялағы йыртҡыслыҡтар тураһында брошюраһы — ауылы-ауылы менән, имсәк балаларға тиклем һуйып сыҡҡандар) һуң, Болгарияға ла күскән. Болгар ихтилалы ҡанға батырыла, әммә герцеговина һәм босния ихтилалы 1876 йылда ла дауам иткән һәм ахырҙа Сербя һәм Черногорияның ҡыҫылыуына алып килгән (1876—1877 йй. ҡара: Серб-черногор-төрөк һуғышы).
XX быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуатта империя төбәктәрендә сепаратистик кәйефтәр көсәйҙе. Ғосман империяһы, Көнбайыштың технологик өҫтөнлөгөнә юл ҡуйып, үҙенең территорияларын әкренләп юғалта башлай.
Йәш төрөктәр революцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында Ғосман империяһында, 1831 йылда Йәш Италия йәшерен ойошмаһы тарафынан дәртләндерелгән йәш төрөктәр сәйәси хәрәкәте барлыҡҡа килә. 1908 йылда «Иттихад ве таракки» («Единение и прогресс», иттихадсылар) ойошмаһы етәксе роль уйнаған йәш төрөктәр революцияһы була. Солтан Абдулхәмит II 1876 йылғы конституцияны тергеҙергә һәм парламент саҡырырға ризалаша. 1909 йылда контрболасылар тарафынан монархтың абсолют власы ҡайтарылған, ләкин улар тиҙҙән тар-мар ителә һәм парламент Абдулхәмит II-нең энеһе Меһмет V-не яңы солтан итеп һайлай.
Буласаҡ триумвир Әнүәр паша Исмаил 1908 йылғы революцияла әүҙем ҡатнаша һәм «Иттихад ве таракки» («Единение и прогресс») ойошмаһының лидерҙарының береһе була. Әхмәт Жемал паша шулай уҡ революция ваҡытында айырылып торҙо һәм 1909 йылғы контртүңкәрелеште баҫтырыуҙа ҡатнашты. Меһмет Тәлғәт паша Әнүәр Исмаилдың дуҫы була һәм революциянан һуң Эдирненан парламент (мәжлис-и умуми) депутаты итеп һайлана.
Йәш төрөктәр революцияһынан һуң килеп сыҡҡан хәл менән файҙаланып, 1908 йылдың ктябрендә Австро-Венгрия Босния һәм Герцеговинаны аннексиялай, һәм был артабан Босния көрсөгөнә алып килгән. 1911 йылда Италия һәм Ғосман империяһы араһында һуғыш була, һәм уның һөҙөмтәһендә төрөктәр Триполитанияны, Киренаиканы һәм Эгей диңгеҙендәге Додеканес архипелагын юғалтҡан. Төрөк армияһының көсһөҙлөгөн күрһәткән был һуғыштан һуң, Ғосман империяһының Балҡан союзы илдәре менән һуғышы башлана.
Беренсе Балҡан һуғышы һәм 1913 йылғы дәүләт түңкәрелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1912 йылдың октябрендә Ғосман империяһы менән Балҡан союзы ағзалары — Өсөнсө Болгар батшалығы, Сербия короллеге, Греция короллеге һәм Черногория короллеге араһында Беренсе Балҡан һуғышы башлана. Союздың һан яғынан өҫтөнлөккә эйә ғәскәрҙәре стратегик яҡтан отошһоҙ хәлдә булған төрөктәр өҫтөнән тиҙ уңышҡа өлгәшә.
1913 йылдың ғинуарында бөйөк вәзир Меһмет Камил паша һәм министрҙар кабинеты Балҡан союзы менән түбәнселекле килешеү төҙөүгә әҙер тип ышанған иттихадсы Әнүәр паша Исмаил дәүләт түңкәрелеше ойоштора. Әнүәрҙең талабы буйынса, Меһмет V солтан Мәхмүт Шәфҡәт пашаны яңы бөйөк вәзир итеп тәғәйенләй. Яңы хөкүмәттә «Единение и прогресс» партияһының бары тик өс уртансыл позицияла тороусы вәкиле генә портфелгә эйә була.
1913 йылдың февралендә, ваҡытлыса килешеү срогы үтеү менән, Балҡан һуғышы дауам итә. Үҙенең Европалағы ҡалаларына ярҙам итергә хәле етмәгән Ғосман империяһы уларҙың союздаштар ҡулына күсеүен күҙәтә генә алған. Март аҙағында Эдирне һаҡсылары ҡаланы болгарҙарға бирә. Илдә тәрән милли көрсөк барлыҡҡа килтергән еңелеүҙән һуң, бөйөк вәзир шундуҡ тыныслыҡ килешеү төҙөргә әҙерлеген иғлан итә. Нәтижәлә Ғосман империяһы, бөтә европа биләмәләрен тиерлек, үҙенең 4 миллион халҡы булған 155,4 мең м² территорияһын, Балҡан союзы ағзаларына бирә.
Йәш төрөктәр триумвириатының власҡа килеүе һәм Икенсе Балҡан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1913 йылғы дәүләт түңкәрелешен империя составында Эдирнены һаҡлап ҡалыу менән аҡлаған иттихадсылар уңайһыҙ хәлгә юлыға һәм улар бәреп төшөргән либералдар хәҙер оппоненттары менән ҡаты көрәшергә әҙер була. 1913 йылғы Лондон тыныслыҡ килешеүен төҙөгәндән һуң, һуғышмандар (боевик) бөйөк вәзир Мәхмүт Шәфҡәт пашаны атып үлтерә. «Берләшеү һәм прогресс» ағзалары, хәл менән оҫта файҙаланып, «таҙартыу» барышында либералдарҙы сәйәси аренанан ала.
1913 йылдың июнендә солтан иттихадсы Сәйет Хәлим пашаны бөйөк вәзир итеп тәғәйенләй һәм уға яңы хөкүмәт формалаштырырға ҡуша. Әнүәр паша, Меһмет Тәлғәт паша һәм Әхмәт Жемал паша «паша» титулына эйә була. Әнүәр паша хәрби министр итеп, Тәлғәт паша — эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә, ә Жемал паша баш ҡала губернаторы вазифаһында ҡала. Ошо мәлдән алып был өсаяҡ ағзалары Ғосман империяһының ысын хакимдары булып китә, һәм уларҙың власы солтандың үҙенең һәм уның бөйөк вәзиренең власынан да өҫтөн кимәлгә күтәрелә.
Беренсе Балҡан һуғышы тамамланыуға ике ай үтеүгә элекке союздаштар араһында яңы һуғыш тоҡана. Һуғыш башлаған Өсөнсө Болгар батшалығына бөтә күрше илдәр ҡаршы сыға. Әнүәр паша, болгарҙар үҙ ғәскәрен ғосман сигенән ситкә күсергәне менән файҙаланып, Эдирне янына ғәскәре менән килеп, гарнизонды ҡаланы ҡаршылашмай биреүгә күндерә. Еңелгән Болгария менән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң, Көнсығыш Фракияның күп өлөшө яңынан Ғосман империяһы составына ингән. Был һуғыштағы еңеү Әнүәр пашаны милли геройға әйләндергән, ә йәш төрөктәр ысынбарлыҡта илдәге берҙән-бер сәйәси көскә әйләнгән.
Беренсе донъя һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман империяһы Бөйөк Британия менән көслө дипломатик һәм Өсөнсө Француз республикаһы менән иҡтисади яҡтан бәйләнгән булһа ла, 1914 йылға төрөк хөкүмәте прогерман характерлы була. Триумвираттың икеһе — Әнүәр паша һәм Тәлғәт паша германофил була. Илдең армияһы герман хәрби системаһы моделенә нигеҙләнеп төҙөлгән була.
1914 йылдың 2 авгусында Ғосман империяһы Германия менән йәшерен килешеү төҙөй, һәм был килешеү буйынса ғосмандарға Үҙәк державалар яҡлы булып һуғышта ҡатнашыу йөкләмәһе һалынмай. Шуға ҡарамаҫтан, ғосман хәрби министрлығы илдә дөйөм мобилизация иғлан итә. Ғосман империяһының Беренсе донъя һуғышына йәлеп ителеүендә кайзер хәрби-диңгеҙ көстәренең (Кайзерлихмарине) Ҡара диңгеҙҙә Рәсәй империяһына ҡаршы операциялары менән етәкелек иткән немец адмиралы Вильгельм Сушондың агрессив позицияһы мөһим роль уйнай[4].
Оҙайлы һәм ауыр һуғыш Ғосман империяһында һанап бөткөһөҙ бәләләргә алып килгән. Хеҙмәткә яраҡлы күп халыҡты армияға саҡырыу һәм артабанғы хәрби хәрәкәттәрҙә күп кешенең һәләк булыуы ил иҡтисадына кире йоғонто яһаны. Төрөк ғәскрҙәренә бер үк ваҡытта дүрт фронтта — на Балҡан ярымутрауында, на Кавказда, Месопотамияла һәм Синай ярымутрауында һуғышырға тура килгән.
Беренсе донъя һуғышы осоронда Ғосман империяһы контролдә тотҡан территорияларҙа христиан аҙсылығына ҡаршы геноцид — әрмәндәр геноциды, ассирийлылар геноциды һәм гректар геноциды башлана. Геноцид физик юҡ итеү һәм депортация юлы менән тормошҡа ашырылған, һәм граждан халҡы үлем һәләкәтенә илтә торған шарттарҙа күсерелгән. Геноцидты төп ойоштороусылар — Тәлғәт паша, Жемал паша һәм Әнүәр паша, шулай уҡ руководитель «Тешкилят-и Махсуса» («Особая организация») етәксеһе Бехаэтдин Шакир була.
1916 йылдың йәйе майор Жәмил Яҡуп (Yakub Cemil) триумвириатты ҡолатыу һәм сепарат килешеүе маҡсатында заговор төҙөй. Жемил ҡулға алына һәм, Берлинға кәңәшмәгә йүнәлгән Әнүәр паша ҡайтҡансы приговорҙы үтәмәй торорға ҡушыуына ҡарамаҫтан, Жемилде 1916 йылдың 11 сентябрендә язалайҙар[5].
Ғосман командованиеһының уңышһыҙ хәрәкәте 1918 йылдың сентябрь-октябрендә Дамаск һәм Һалабты инглиздәр баҫып алыуына килтерә. Антанта ғәскәрҙәренең Салоники фронтында һөжүм итеүе һәм Болгарияның капитуляцияһы Ғосман империяһын союздаштарынан айыра. Министрҙар кабинетының отставкаһы һәм тыныслыҡ һөйләшеүе юлдарын эҙләргә тотонған яңы хөкүмәт формалашыуы өлгөргән сәйәси көрсөктөң йомғағы булып тоҙо. 1918 йылдың 30 октябрендә союздаштар менән Мудрос ваҡытлыса килешеүенә ҡул ҡуйылды. 3 ноябргә ҡаршы төндә йәш төрөктәр лидерҙары, шул иҫәптән Әнүәр паша, Тәлғәт паша һәм Жемал паша триумвираты герман хәрби судноһында Одессаға йүнәлә, унан Германияға сыға[6].
Империяның тарҡалыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 30 октябрендә Мудрос ваҡытлыса килешеүе, артабан Севр тыныслыҡ килешеүе төҙөлә (10 августа 1920). Уға ҡул ҡуйған яҡтарҙың бөтәһе лә ратификацияланмағанлыҡтан (бары тик Греция ғына ратификациялай), көсөнә инмәй. Был килешеү буйынса, Ғосман империяһы бүленергә тейеш була, һәм Кесе Азияның иң ҙур ҡалаларының береһе Измирҙе (Смирна) Грецияға бирергә вәғәҙә ителгән була. Грек армияһы уны 1919 йылдың 15 майында яулай, шунан һуң Төркиә бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш башлана. Мостафа Кемал Ататөрк паша етәкселегендәге төрөк хәрби-дәүләтселәре тыныслыҡ килешеүен таныуҙан баш татра һәм үҙҙәренең командалығындағы ҡораллы көстәр менән гректарҙы илдән ҡыуған. 1922 йылдың 18 сентябренә Төркәиәнән бөтә сит ил ғәскәрҙәре ҡыуып сығарыла, һәм был 1923 йылда Төркиәнең яңы сиктәрен таныған Лозанна тыныслыҡ килешеүендә яҙыла.
1923 йылдың 29 октябрендә Төрөк Республикаһы иғлан ителә, һәм Мостафа Кәмал артабан Ататөрк (төрөктәр атаһы) фамилияһы менән, уның тәүге президенты була.
1924 йылдың 3 мартында Төркиә парламенты (Бөйөк Милли Йыйылышы) Хәлифәлекте юҡҡа сығара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Гугенхейм, 2021, ВОИНЫ ПРИГРАНИЧЬЯ, с. 144—145
- ↑ Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — С. 109. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
- ↑ Турецкие Броненосцы / Цусимские форумы . Дата обращения: 14 ғинуар 2014. Архивировано 16 ғинуар 2014 года.
- ↑ Edward J. Erickson. Gallipoli: Command Under Fire. — Bloomsbury Publishing, 2015. — P. 32. — 288 p. — ISBN 9781472813404.
- ↑ 1916: Yakub Cemil, Ottoman putschist . Дата обращения: 12 февраль 2022. Архивировано 12 февраль 2022 года.
- ↑ Петросян, Ю. А. Османская империя. Великолепный султанат. — 2016. — С. 360—361. — ISBN 9785906842060.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сильвен Гугенхейм. Империи Средневековья: от Каролингов до Чингизидов = Sylvain Gouguenheim. Les empires médiévauxМ.: Альпина нон-фикшн, 2021. — 508 с. — ISBN 978-5-00139-426-6 . / пер. Алексей Изосимов. —
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воейков А. И., Водовозов В. В., Рихтер Д. И. Турция // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- История Османской империи: образование, развитие и распад на YouTube
- История византийской и османской империи.