Атанғол (Бөрйән районы)
Атанғол ауылы — Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусына ҡараған (Бөрйән районы Кейекбай ауылы эргәһендә урынлашҡан булған ) һәм XIX быуатҡа тиклем юҡҡа сыҡҡан ауылдарҙың береһе [1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың урыны 1755 йылғы картала Ҡана йылғаһынан аҫтараҡ Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйында күрһәтелгән [2]
1816 йылда ауылда 129 кешенән торған 24 йорт хужалығы булған.
1834 йылда 270 кешеһе булған 55 хужалыҡтан торған.
1850 йылда 61 хужалыҡта —92 кеше, 1859 йылда 17 хужалыҡта 108 кеше йәшәгән. 1835 йылда назарҙар эргәлә генә Абызгилде ауылын булдыралар.
Профессор Әнүәр Әсфәндияров әйтеүенсә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Назар (Атанғол) ауылына нигеҙҙе Мостай ауылынан күсеп килгән 25 ғаилә һала.Улар 1811 йылда йөҙ башы Назар Мостаев етәкселегендә (1761-1830) күсеп киләләр. ауылынан. Назарҙың улдары — Рахматулла, Кагарман, Ниғмәтулла.
Бында шулай уҡ 70 йәшлек Ишембәт Ташбулатов (Йәнтүрә улы) һәм уның улы — яңы Абыҙгилде ауылына, һуңыраҡ Абҙаҡ ауылына нигеҙ һалған маршсы есаул Әбызгилде Исембәтов та күсеп килә.
Наҙарҙың тағы бер атамаһы бар — Атанғол. Атанғол Тойғонов 1751 йылдағы документта Тойғын ауылы кешеһе итеп күрһәтелә, тимәк, уға атаһы нигеҙ һалған. Әммә ул 12-13 йыл элегерәк Атанғол ауылында йәшәгән була. Тимәк, XVIII быуаттың 30-50-се йылдарында тораҡ пункттың ике исеме булған — Тойғон һәм Атанғол. Тойғон атамаһы элегерәк барлыҡҡа килгән.
1740 йылда Ҡараһакал ихтилалы ваҡытында Атанғол ауылында Атанғол Тойғонов йортонда билдәле батыр һәм тархан Алдар Исәкәев була.
1755 йылдағы ихтилалда Атангул әүҙем ҡатнаша. Ихтилал баҫтырылғас Яйыҡ йылғаһы аръяғына ҡаҙаҡтарға ҡаса, әммә ҡулға алына һәм язалана. Ауылды карателдәр яндыра. Уның урынында 1811 йылда Назар исемле яңы ауыл барлыҡҡа килә.
Ошо ауыл кешеһе рядовой Абдрахман Мораптанов 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се Башҡорт полкы составында Рәсәйҙең тышҡы дошмандары менән һуғышта ҡатнаша.
1816 йылда Назар 129 кеше йәшәй. X ревизияла 100 кешеһе булған 17 хужалыҡ күрһәтелгән. 1920 йылда 52 хужалыҡта 270 башҡорт йәшәгән..
1839 йылда 190 кеше йәшәгән 30 хужалыҡта 252 ат, 52 һыйыр, 80 һарыҡ, 15 кәзә булған. 21 десятина ергә 130 бот яҙғы бойҙай сәселгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисамитдинова Ф.Г. Названия башкирских населенных пунктов Х У1-Х1Х веков. - Уфа: Информреклама, 2005. - 280с.13ВИ 5-94780-074-8 (Список башкирских деревень ХУ1-Х1Х веков ).
- Таймасов, С. У. Т14 Бурзяне в XVIII — первой половине XIX века / С. У. Таймасов. — Уфа: Китап, 2019. — 160 с. ISBN 978-5-295-07145-4
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таймасов, С. У. Т14 Бурзяне в XVIII — первой половине XIX века / С. У. Таймасов. — Уфа: Китап, 2019. — 160 с.
- Названия башкирских населенных пунктов XVI-XIX веков / Ф. Г. Хисамитдинова ; Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Ин-т истории, яз., и лит., Акад. наук Респ. Башкортостан
- ↑ Таймасов, С. У. Т14 Бурзяне в XVIII — первой половине XIX века / С. У. Таймасов. — Уфа: Китап, 2019. — 160 с. ISBN 978-5-295-07145-4, БУРЗЯНСКИЕ ДЕРЕВНИ, ИСЧЕЗНУВШИЕ ДО XIX ВЕКА, с.14
- ↑ Хисамитдинова Ф.Г. Названия башкирских населенных пунктов Х У1-Х1Х веков. - Уфа: Информреклама, 2005. - 280с.13ВИ 5-94780-074-8. с220