Эстәлеккә күсергә

Вәхит (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

.

Вәхит (Вахыт рус. Вахит) — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Сығышы менән ғәрәп теленә бәйле. Ғәрәпсәнән тәржемәһе яңғыҙ, тиңдәшһеҙ тигәнде аңлата. Әбделвәхит, Ғәбделвәхиттән ҡыҫҡартылған [1]

Хызыров Вәхит Ғәлибай улы (16 ноябрь 1965 йыл) — йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).

Әбшәрипов Вәхит Әбшәриф улы (рус. Абшарипов Вахит Абшарипович) (1909-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 19-сы гвардия айырым медик-санитар эскадроны сортировочный отделениеһының санинструкторы. Медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Имамов Вәхит Шәйех улы(татар. Вахит Шәех улы Имамов, 18 март 1954 йыл) — яҙыусы, Татарстан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Яр Саллы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Әбдерәхимов Вәхит Рәхмәт улы (10 ғинуар 1961 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2001—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ йөк автотранспорт предприятиеһы директоры, 2009—2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хәкимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының почётлы автотранспортсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре

Ғәлимов Вәхит Ғәзим улы (1921 — 28 октябрь 1943,) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Әбүталипов Вәхит Абдулталип улы (рус. Абуталипов Вахит Абдулталипович) (19061942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡылыссы.

Әбшәрипов Вәхит Әбшәриф улы (рус. Абшарипов Вахит Абшарипович) (1909-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 19-сы гвардия айырым медик-санитар эскадроны сортировочный отделениеһының санинструкторы. Медицина хеҙмәтенең гвардия өлкән сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры

Иҫәнғолов Вәхит Абдрахман улы (18 октябрь 1934 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты 1975), доцент (1975).

Вәхитов Ғәбделхай Ҡәйүм улы, Хәй Вәхит (2 декабрь 1918 йыл — 7 июль 1978 йыл) — Татарстан Республикаһы драматургы, шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1978) һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1961). Татар драматургияһы классигы.

Вәхитов Айрат, Сәлмән Булга́рский (рус. Салма́н Булга́рский), (1977) — Рәсәй ислам руханийы, тәржемәсе, журналист, хоҡуҡ һаҡсыһы, Тәүбә мәсете имамы (1997—1999), Ҡөрьәндең руссаға тәржемәһе авторы (Тафсир Ибн Касира).

Вәхитов Аҡмал Ғилфан улы (1900 йыл — 1957 йыл) — совет нефтсе-геологы. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Вәхитов Әнүр Хисмәт улы (1932 йыл — 1984 йыл ) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм тәржемәсе, әҙәбиәт белгесе, педагог

Вәхитов Артем Олегович (1991 йылда тыуған) — тай боксы һәм кикбоксинг буйынса сығыш яһаусы Рәсәй спортсыһы.

Вахитов Венер Абсатар улы (1945 йыл) — ғалим-биохимик, биолог һәм биотехнолог, БР Фәндәр академияһы академигы, биология фәндәре докторы, профессор, РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Вәхитов Ғәҙел Ғәләүетдин улы (1928 йыл— 2014 йыл) — Рәсәй инженеры-нефтсе, ғалим, техник фәндәр докторы (1965); СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1981).

Вахитов Мулланур Муллазянович (1885 йыл — 1918 йыл) — татар революционеры, совет ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.

Вәхитов Руслан Мовлед улы (1960 йыл — 2000 йыл) — Алхан-Юрт ауылы хакимиәте башлығы (1993—2000), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2009).

Вәхитов Рөстәм Ринат улы (1970 йыл) — Рәсәй ғалимы, философ һәм публицист.

Вәхитов Шәүәли Мөхәмәт улы (15 декабрь 1932 йыл20 декабрь 2020 йыл) — ауыл хужалығы ветераны. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы (1973). КПСС-тың XXV съезы делегаты. Башҡорт АССР-ының алтынсы (1963—1967), һигеҙенсе, туғыҙынсы (1971—1980), унынсы, ун беренсе (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шәхси исеме Әбделвәхит булған шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбделвәхит Әбдрәшитов (1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

[[Әбделвәхит Рафиҡов|Әбделвәхит Рафиҡов (1774 — ?) — хәрби эшмәкәр, йорт старшинаһы. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Әбделвәхит — башҡорт халыҡ йыры[2]

Вәхит (ауыл) (рус. Вахитово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Кукмара районындағы ауыл.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ