Елдәр
Елдәр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Елдәр ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Елдәр ауыл Советы, Миәкә районы һәм Бәләбәй өйәҙе |
Халыҡ һаны |
978 кеше (2002)[2], 1013 кеше (2009)[2], 890 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 452092 |
Елдәр (рус. Зильдярово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 890 кеше[4]. Почта индексы — 452092, ОКАТО коды — 80244825001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 890 | 428 | 462 | 48,1 | 51,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 37 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 80 км
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елдәр ауылы шул уҡ исемдәге йылға һәм Өйәҙе йылғаһы эргәһендә урынлашҡан.Ауыл 1786 йылдан алып билдәле. Ул Күл-Иле-Мең улусы аҫабалары тарафынан ҡабул ителгән керҙәш башҡорттар ауылы булып тора. Уларҙан башҡа бында Баязит ауылынан килгән типтәрҙәр ҙә (Ишморат Миндәев, Ишмөхәмәтовтар, Ҡорбанғәлиндар, Ильяс Ҡыҙрасов) билдәле. 1795 йылда 35 йортта 166 кеше йәшәгән. 1816 йылда типтәрҙәр — 18, 1834 йылда 25 йән иҫәпләнгән. 1816 йылда керҙәш башҡорттар — 149, 1834 й. — 232, 1850 й. — 321 кеше булған. 1859 йылда- 851, 1870 йылда — 1099, 1917 йылда — 1876 башҡорт (ҡайһы берҙәре «яңы башҡорттар»),5 типтәр,3-әр татар һәм сыуаш,1 украин һаналған. 1920 йылда 1810 башҡорт һәм типтәр иҫәптә торған. 1843 йылда 464 башҡортҡа 128 бот ужым һәм 2792 бот яҙғы иген сәселгән. 12 тирмәне булған. 1917 йыл 339 йорттоң сәсеүлек майҙаны 1724 дисәтинә тәшкил иткән, шул иҫәптән 130-ы - 4 дисәтинәгә тиклем, 98-е - 10 дисәтинәгә тиклем, 22 йорттоң - 15 дисәтинәгә тиклем, 27 йорттоң - 15 дисәтинәнән ашыу ере булған.
Бөтә төбәк һәм ауыл башҡорттары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 2-се башҡорт полкы составында Елдәр ауылынан француздарға ҡаршы ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән зауряд-сотник Садиҡ Сәғитов һуғышҡан.[5]
1865 йылда Елдәр (Елдерәк) исеме менән иҫәпкә алынған, 120 йортта 899 кеше йәшәгән.Халыҡ игенселек, малсылыҡ, балта эше менән шөғөлләнгән. 2 мәсет, училище, 12 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 4 тирмән, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 1939 йылда ике ауыл — Яңы Елдәр һәм Иҫке Елдәр теркәлгән, һуңынан улар бергә иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. — 1395 кеше; 1920 — 1810; 1939 — 1544; 1959 — 1231; 1989 — 960; 2002 — 978; 2010 — 890 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). М.К.Сәлимов, В.С.Сыромятников, Р.Н.Фәхретдинов ошо ауылда тыуған.Хәҙерге ваҡытта урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[6]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көнсығыш (урамы), (рус. Восточная (улица))
- Туҡай (урамы), (рус. Тукая (улица))
- Таулы (урамы), (рус. Горная (улица))
- Дуҫлыҡ (урамы), (рус. Дружбы (улица))
- Урман (урамы), (рус. Лесная (улица))
- М.Ғафури (урамы), (рус. М.Гафури (улица))
- Тыныслыҡ(урамы), (рус. Мира (улица))
- Быуа (урамы), (рус. Прудный (улица))
- Йылға (урамы), (рус. Речная (улица))
- Чапаев (урамы), (рус. Чапаева (улица))
- Шоссе (урамы), (рус. Шоссейная (улица))[7]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыромятников Василий Степанович (14.08.1885—20.03.1979), Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, педагог. Башҡортостанда профессиональ һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Садиҡ Сәғитов — 2-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.
- Сәлимов Мөхәмәт Кәрим улы 14.02.1925—4.12.2000), төҙөүсе. 1955—1985 йылдарҙа «Өфөтрансстрой» тресы 826-сы төҙөлөш-монтаж поезының балта оҫталары бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Фәхретдинов Ривал Нуретдин улы (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-биолог. 2010 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы «“ХимСервисИнжинирг” киң профилле компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Ленин комсомолы (1979) һәм Рәсәй нефть һәм газ инженерҙарының «Золотой РОСИНГ» йәмғиәте премияһы лауреаты (2004).
- Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (11.09.1965), ғалим-генетик, биология фәндәре докторы (2006), профессор, 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ботаника баҡсаһы—институты директоры һәм бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө ғилми үҙәгенең рәйес урынбаҫары.
- Булатов Салауат Ғабдулла улы (04.10.1946)-Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.[8]</ 355-се бит
- Зиннәтуллин Рәсим Ибәтулла улы (02.05.1946)-Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.[8] 387-се бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 440-сы б. 2022 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы.Елдәр
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ 8,0 8,1 Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Елдәр, Миәкә р‑нындағы ауыл(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2020)
- Село Зильдярово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |