Есемселәр
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Есемселәр, Мөжәсимиҙәр (араб. مجسمة — рус. Муджассими́ты; һын, тән, есем итеп күреүселәр) — исламда Аллаһты тәнле есем рәүешендә күҙаллаған төрлө тәғлимәттәр эйәрсендәренең дөйөм исеме. Мөжәсимиҙәр терминын йыш ҡына мөшәбәһиҙәр синонимы булараҡ ҡулланғандар[1].
Ҡараштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөжәсимиҙәрҙең Аллаһтың тәнлелеге тураһында ҡараштары төрлөсә була. Мәҫәлән, шиғыйҙар догматикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Хишәм ибн Әл-Хәкәм (ваф. 814 йылда), Аллаһты тән үҙенсәлегенә эйә (төҫ, хәрәкәт, еҫ һ. б.) һәм өс үлсәмдә сикләнгән (оҙонлоғо, киңлеге, бейеклеге булған) есем тип билдәләй. Башҡа есемселәргә Аллаһтың тәнлелеген шунда әйберҙәр булған сикһеҙ арауыҡ (әл-фәдәғ) булараҡ аңлау хас була. Өсөнсө мөжәсимиҙәр Аллаһтың сикһеҙлеген һәм алты йүнәлештә хәрәкәт итеү һәләтен таный. Есемселәр Аллаһтың тәнлелегенең теге йәки был формаһын таный һәм Уның тән үҙенсәлектәренең рәүештәре тураһында ла фекерҙәрҙә төрлөсә була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авдиандар
- Тәшбиһ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Мушаббихиты // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ибрагим Т. Антропоморфные описания // Коранические чтения IV. «Нет ничего подобного Ему!»
- Прозоров С. М. ал-Муджассима // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 168. — 315 с. — 50 000 экз. — <nowiki>ISBN 5-02-016941-2.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |