Ибраһим (Ҡырмыҫҡалы районы)
Ауыл | |
Ибраһим Ибраһим | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ибраһим (рус. Ибрагимово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 388 кеше[1]. Почта индексы — 453015, ОКАТО коды — 80235855006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп милләт — башҡорттар (100 %)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 388 | 188 | 200 | 48,5 | 51,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 15 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һәүәләй): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ибраһим): 4 км
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибраһим ауылы Өфө өйәҙенә һәм 8-се башҡорт кантонының 4-се йортона (1798—1865) ҡараған. 1795 йылда Ибраһим ауылында 15 ихата була, унда 47 ир-ат һәм 40 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1816 йылдағы VII ревизияла 49 ир-ат һәм 45 ҡатын-ҡыҙ 16 ихатала күрһәтелгән. 1834 йылдағы VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ибраһим ауылындағы 31 ихатала 89 ир-ат һәм 87 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Күп ҡатынлы 4 ғаилә була. 1813 йылда ауылда Ырымбур губернаһының 9-сы башҡорт кантоны Иҫәнғол ауылынан 3 ғаилә теркәлә. 1920 йылда 124 ихатала 596 кеше йәшәгән.
17 быуат аҙағында был ауыл Өмөтбай тип аталған, Өфө ҡалаһынан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул саҡта бында Йомран-Табын улусы ерҙәренә батша грамотаһы алған Өмөтбай Мырҙашев йәшәгән. Әйткәндәй, Өмөтбай Мырҙашев ул саҡта волостан аманат (заложник) булған. Артабан ауыл Йомран исеме менән билдәле булған. Был — Йомран-Табын улусы үҙәге. 18 быуаттың 80-се йылдарында уны Ибраһим йәки Йомран-Ибраһим тип йөрөтәләр. Риүәйәт буйынса, Ибраһим Абдулғазин 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан[2].
Кантон идаралығы осоронда ауылда оҙаҡ ҡына 7-се башҡорт кантонының штаб-фатиры урынлашҡан, сөнки бында кантон башлығы яҫауыл Ишмөхәмәт Өмөтбаев, ғалим-мәғрифәтсе һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың (1841—1907) атаһы йәшәгән.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ата-бабаларынан яҙып алған мәғлүмәттәргә һәм үҙенең «Йәдкәр» китабы буйынса шуны әйтеп була: Йомран-табын ырыуының 1000 йылдан ашыу тарихы бар.
М.Өмөтбаевтың шәжәрәһенә күҙ һалһаҡ, Әмир Тимерҙең улы Фәйрузша хан, уның улы Гәрәй хан, артабан Хәни-Уғлан, Туҡтар бей, Әйкембирҙе, Ҡужамбирҙе дауам итә. Әйкембирҙенең улы Йомран — әлеге Ибраһим ауылына нигеҙ һалыусы.
М. Өмөтбаев яҙып ҡалдырыуынса, Хәни Уғлан Әстерхан ҡалаһынан Өфө тирәһендә йәшәгән Гәрәй хан вафат булғандан һуң, уның халҡын үҙенә ҡаратыр өсөн килгән. Ағиҙел менән Дим ҡушылған ҡултыҡтан үҙенә ер һорап, башын эйгән. Ун ике ырыуға бүленгән табындар Ағиҙелдең һул яҡ ярында уға йорт урыны бүлгәндәр. Бер аҙ йәшәп, көс туплағас, Хәни Уғлан Ағиҙел буйында йәшәгән мең ырыуы ерҙәренә хужа булып алған. Алман бейҙең ҡыҙын кәләш итеп алғас, беренсе балалары Туҡтар тыуған. Ошо ваҡытта Әстрәхандың ханы Тимер хан вафат булған. Хәни ханды Әстерханға кире хан итеп алып ҡайтырға тип, сапҡындар килгән. Башҡорттар араһында иң уҡымышлыһы тип һаналған Ҡотлоюп сәсән Хәни уғландан башҡорт йортона хан итеп әлегә малай ғына булған Туҡтар бейҙе ҡалдырыуын үтенгән. Туҡтар бей, үҫеп еткәс, Әстерханға атаһы янына барам тип, был яҡтарҙы ташлап сығып киткән һәм хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Туҡ йылғаһы буйына барып урынлашҡан.
Был ваҡытта башҡорттар күсмә тормош алып барған. Туҡтар бейҙең улы Әйкембирҙе үҙенең ырыуы менән әлеге Өфө ҡалаһындағы «Дуҫлыҡ монументы» торған урынға килеп ултыра. Был ваҡиға 16 быуат урталарына тап килә.
М. Өмөтбаевтың 1897 йылда сыҡҡан «Кесе табын» ырыуы шәжәрәһендә «Ағиҙел буйында йәшәгән табын башҡорттары рус подданствоһын 1556 йылда ҡабул итә», — тип әйтелә. Был турала шәжәрәлә Күрпәс бейҙең «Иван Васильевичҡа баш эйергә һәм уның илселәрен ҡабул итергә барҙым», — тигән һүҙҙәре бар.
Яйлап табын ырыуы башҡорттары ултыраҡ тормошҡа күсә башлай. Ҡайһылары Туҡтар бейҙең төйәген — Туҡ буйын үҙ итһә, Йомран олатай Ағиҙел буйынан да уңайлыраҡ урын күрмәй. Тәүҙә улар әлеге Шипово ауыл янында йәшәй башлайҙар. Йәшенләп ямғыр яуғанда бейек ҡаяларға ҡаҡлығып, имәндәргә йәшен атып, бер туҡтауһыҙ янғындар сыға башлағас, ата-бабаларыбыҙ имән үҫкән ерҙә беҙгә тыныслыҡ юҡ, тип әлеге Ибраһим ауылы янына килеп ултырып, тәүге ҡышты сыға. Әлеге көндә ауылдың бер осон — «Виктория» лагеры урынлашҡан ерен Ҡышлау тип йөрөтәләр.
Ауыл халҡы солоҡсолоҡ, малсылыҡ, һунарсылыҡ менән көн итә. 17 быуат аҙаҡтарында ауыл халҡы игенселек менән дә шөғөлләнә башлай. 1850 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ауылда 285 кеше, 1920 йылда 246 кеше йәшәй.
1928 йылда Тоҡос ауылын да хеҙмәтләндергән Ибраһим ауыл Советы һәм «Ҡыҙылғы» колхозы ойошторола. Колхоздың беренсе рәйесе Ғәбиҙулла Ҡәйүмов була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ирҙәр һуғышҡа китә, бөтә көс ауылда ҡалған балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар елкәһенә төшә. Һуғыштан бары 66 кеше әйленеп ҡайта, 70 яугир һуғыш яланында ятып ҡала.
Һуғыштан һуң бер нисә ауыл Фрунзе исеменәге колхозға берләшә. Әлеге ваҡытта ауылда «Башҡортостан» хужалығы эшләй.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гагарин (урамы) (рус. Гагарина (улица))
- Гайсин (урамы) (рус. Гайсина(улица))
- М.Гафури (урамы) (рус. М.Гафури (улица))
- Донъя (урамы) (рус. Мира (улица))
- Йәштәр (урамы) (рус. Молодежная (улица))
- Яңы (урамы) (рус. Новая (улица))
- Күл (урамы) (рус. Озерная (улица))
- Садыков (урамы) (рус. Садыкова (улица))
- Өмөтбаев (урамы) (рус. Уметбаева(улица))
- Ш.Бикулла (урамы) (рус. Ш.Биккула (улица))
- Мәктәп (урамы) (рус. Школьная (улица))[3]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы — филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы.
- Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы (1841—1907) — башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.
- Өмөтбаевтар — башҡорт дворяндары нәҫеле.
- Хажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы,
- Хәкимов Түрйән Ниғмәтйән улы (1.01.1928—2014), ауыл хужалығы алдынғыһы, 1962—1988 йылдарҙа Фрунзе исемендәге колхоз бригадиры. Ленин, Октябрь революцияһы һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры[4].
- Ленин ордены кавалерҙары Р.Байморатова,
- Камалов Фәрит — техник фәндәр докторы, полковник, лётчик-һынаусы.
- еңел сәнәғәт министры урынбаҫары З.Ибраһимова,
- Министрҙар кабинетының төҙөлөш бүлеге мөдире М.Ибраһимов.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сайтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Презентация по башкирскому языку и истории Башкортостана «Уметбаев. М.» (5-9 классы)[1]
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 175. 2022 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ https://mapdata.ru/bashkortostan/karmaskalinskiy-rayon/derevnya-ibragimovo/
- ↑ (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка) Салауат беләклеләр, ыласын йөрәклеләр. (недоступная ссылка)[[Башҡортостан (гәзит)|]], 2014, 24 июнь (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |