Эстәлеккә күсергә

Исламда уҡыныу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Исламда «уҡыныу» һүҙе ғәҙәттә намаҙ (сәләт) тип тә, доға ҡылыу тип тә аңланыла.

Намаҙҙың төп өлөштәре:
a) тәкбир b) ҡираәт c) руҡуғ d) ҡыям e) сәждә f) истиғфар g) сәждә
h) истиғфар i) тәслим (уңға) j) тәслим (һулға)

Намаҙ бер-береһенән ҡылыныу ваҡыты, рәкәғәттәр һаны менән айырыла. Һәр бер намаҙ алдынан мосолман теге йәки был намаҙға ниәт әйтергә тейеш. Ислам дине буйынса ышаныслы сығанаҡтарҙың береһендә лә ҡысҡырып ниәт әйтеүҙең нигеҙе юҡ.

Исламдың икенсе терәге — тәүлеккә биш фарыз намаҙ ҡылыу.

Хажи Ҡәғбәтуллаға ҡарап доға ҡыла

Бынан тыш күмәкләп уҡый торған фарыз намаҙҙар:Йыназа намаҙы, Йома намаҙы һәм Ғәйет-Байрам намаҙҙары. Шулай уҡ мосолмандар ямғыр һорап, ҡояш һәм ай тотолғанда һәм башҡа намаҙҙар ҡыла (ҡар. намаҙ төрҙәре). Сәләт шәхси рәүештә лә, күмәкләп тә башҡарылырға мөмкин , ә сәйәхәт ваҡытында һәм ҡурҡыныс янағанда ҡәсер намаҙы һәм хәүеф намаҙы уҡылыуы мөмкин.

Доға уҡыу

Намаҙҙарҙан тыш, мосолмандар доғаларҙы йыш ҡуллана. Доға (ғәр. دعاء‎ — ялбарыу) — был билдәле бер ваҡытҡа, тәһәрәткә бәйле булмаған ирекле доға. Мосолмандар йыш ҡына билдәле бер доғаларҙы төрлө тормош шарттарында, намаҙҙан һуң һәм зекер ваҡытында уҡый. Ҡайһы бер доғаларҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр рисаләте осоронда билдәләгән һүҙҙәр һәм мәғәнә бар. Был доғаларҙың тексы ҡануни һәм уларҙы үҙгәртеү дөрөҫ түгел. Ҡөрьәндә лә «ялбарыу» тип атап була торған аяттар бар. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: улар «Йә Аллаһ» тип башлана һәм Аллаһҡа мөрәжәғәт итә, сөнки ислам тәғлимәтенә ярашлы, Ҡөрьән Аллаһтың туранан-тура телмәре булып тора.

Ҡайһы бер осраҡтағы доғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламда төрлө ситуацияларҙа әйтелгән доғалар бар. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:

  • Бәҙрәфкә ингәндә һәм унан сыҡҡанда;
  • Өйгә ингәндә;
  • Мәсеткә ингән ерҙә ;
  • Ауырыған кеше килгәндә ;
  • Ҡәберҙәргә барғанда;
  • Ямғыр һорағанда;
  • Ямғыр ваҡытында;
  • Аш алдынан;
  • Ашағандан һуң .

Ҡыҫҡа доға кәлимәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә Аллаһҡа ялбарыу ингән аяттар бар, уларҙы динле мосолмандарға тел менән әйтергә кәңәш ителә.

Зекер (ذكر‎ — «иҫкә алыу») — дини практика, исламда Аллаһы тәғәлә исемен данлап, ҡат-ҡат ҡабатлап салауат әйтеү.Ғәҙәттә, намаҙҙан һуң күпмелер тапҡыр әйтелә (3, 10, 33, 100)