Ислам (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ислам — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам исеме ғәрәпсәнән мосолман тигәнде аңлата. Дин атамаһы.[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәмов Ислам Әхтәм улы (28 июнь 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, майор, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Ғәзиев Ислам Гәрәй улы (30 сентябрь 1929 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1954—1977 йылдарҙа «Востокпроводмеханизация» тресының экскаватор машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1974).
Илсебәков Ислам Шәйхетдин улы (башҡа сығанаҡтарҙа Ильчиваков Исмагил Шаймуратович тип күрһәтелгән) (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы кавалерия полкы яугиры.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исламов Динис Фәтхи улы (15 декабрь 1921 йыл — 14 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм прозаик. Ике Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Исламова Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы (19 декабрь 1925 йыл) — Башҡортостандың мәғариф эшмәкәре, уҡытыусы-методист, педагогия фәндәре кандидаты. Милләте — башҡорт.
Исламов Илдар Лоҡман улы (29 ғинуар 1957 йыл) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995), мәғариф ветераны.
Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (26 июль 1948) — СССР һәм Рәсәй зоотехнигы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), биология фәндәре кандидаты (1993), профессор. Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Хеҙмәт ветераны (2003).
Исламов Мырҙағол Буранғол улы (27 ноябрь 1909 йыл — 1 ноябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам (Баймаҡ районы) (рус. Исламово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам (ғәр. الإسلام — Аллаһҡа бирелеү, тоғролоҡ) — донъя диндәренең береһе; донъялағы киң таралыу алған диндәрҙең береһе. Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша нигеҙләнгән дин Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (570—632) ебәрелгән Ҡөрьән китабында ҡанунлаштырылған мосолман дине. Аллаһы тәғәләнең һуңғы Пәйғәмбәре Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |