Төньяҡ Македония иҡтисады

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Төньяҡ Македония иҡтисады
Народна Банка.jpg
Македонияның Милли банкы
Валюта

Денар
(= 100 дени)

Фискаль йыл

Календарь

Халыҡ-ара
ойошмалар

ВТО, Европа берләшмәһенә кандидат

Статистика
ВВП (номиналь)

7,5 млрд (2007)

Һатып алыу мөмкинселеге (ППС) буйынса ВВП

17,35 млрд

ППС буйынса ВВП урыны

118

ВВП үҫеше (ППС буйынса)

3,2%

Бер кешегә ВВП (ППС буйынса)

8675

Иҡтисад йүнәлештәре буйынса ВВП

ауыл хужалығы: 11,9%
сәнәғәт: 28,2%
хеҙмәтләндереү өлкәһе: 59,9%

Инфляция (ИПЦ)

2,3% (2007)

Ярлылыҡ сиге артындағы халыҡ

20,8%

Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ

0,89 млн (бөтә халҡының 43%)

Йүнәлеш буйынса эшләүсе халыҡ

ауыл хужалығы: 19,6%
сәнәғәт: 30,4%
хеҙмәтләндереү өлкәһе: 50%

Эшһеҙлек кимәле

31.7% (2009)

Тышҡы сауҙа
Экспорт

2,4 млрд

Экспорт буйынса партнёрҙар

Сербия Сербия
Черногория Черногория 19.4%
Германия Германия 14.7%
Греция Греция 10.5%
Италия Италия 10.2%
Болгария Болгария 9.9%
Хорватия Хорватия 5.6%
Бельгия Бельгия 5.1%
Испания Испания 5.1% (2006)

Импорт

3,7 млрд.

Импорт буйынса партнёрҙар

Германия Германия 11.5%
Греция Греция 11.3%
Рәсәй Рәсәй 11.1%
Болгария Болгария 8.4%
Сербия Сербия
Черногория Черногория 6.7%
Төркиә Төркиә 5.7%
Италия Италия 5.5%
Словения Словения 4.4% (2006)

Дәүләт финанстары
Дәүләт бурысы

30,8% ВВП

Тышҡы бурыс

4 млрд.

Дәүләт килемдәре

2,508 млрд

Дәүләт сығымдары

2,487 млрд

Если не оговорено иное, все цифры даны в долларах США

Төньяҡ Македония Республикаһы 1991 йылдың сентябрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала. Уның иҡтисады башҡа элекке югослав республикалары, айырыуса Словения һәм Хорватия менән сағыштырғанда, насарыраҡ хәлдә була[1]. 19901993 йылдарҙа Македонияла хосусилаштырыу программаһы тормошҡа ашырыла[2]. Артабанғы йылдарҙа Македония Хөкүмәте тарафынан финанс өлкәһендә реформалар үткәрелә. Македония Республикаһы түбән инфляция һәм ҙур булмаған дәүләт бурысы менән макроиҡтисади тотороҡлолоҡ һаҡлай, ләкин сит ил инвестициялары йәлеп итеүҙә һәм эш урындары булдырыуҙа артта ҡала[1].

Иҡтисади үҫеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер шарттар (элекке югослав республикалары менән ирекле сауҙа алып бара алмау;  Греция индергән эмбарго; Югославияға ҡаршы БМО санкциялары; инфраструктура юҡлығы) 1996 йылға тиклем Македонияның иҡтисады үҫеүенә аяҡ салып килә. Македонияла иҡтисад үҫеүенең билдәләре 1996 йылда күренә башлай.   ЭТП үҫеше 2000 йылға тиклем күҙәтелә.

2001 йылда Македонияла булған этнос-ара бәрелеш арҡаһында иҡтисадтың үҫеүе  4,5 процентҡа ҡалып түбәнәйә. Сиктәрҙе йыш ябыу, башҡа илдәр менән сауҙа мөнәсәбәттәренең кәмеүе, дәүләт бюджетынан дәүләт именлеге өсөн сығымдарҙың артыуы һәм  тотороҡһоҙ сәйәси хәлдәге илгә инвесторҙарҙың килергә теләмәүе арҡаһында иҡтисад артҡа тәгәрәй. 2002 йылда иҡтисад үҫеүе — 0,3 процент, ә 2003 йылда 2,8 процент була. 20032006 йылдарҙа иҡтисад үҫеүенең уртаса күрһәткесе  — 4 процент,  20072008 йылдарҙа  5 процент тәшкил итә.

2009 йылда илдә ЭТП  9,238 миллиард доллар күләмендә баһалана, иҡтисад үҫеүе 1,8 процент була. Тармаҡтар буйынса тулайым эске продукт күләме: ауыл хужалығы — 12,1 % ЭТП, сәнәғәт — 21,5 %, хеҙмәттәр өлкәһе — 58,4 %.

Дәүләт финанстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда дәүләт бюджеты килемдәре —  2,914 млрд доллар, сығымдары 3,161 млрд доллар тәшкил итә. Македонияның дәүләт бурысы 2009 йылда 2008 йыл менән сағыштырғанда 3,7 процентҡа үҫә һәм ЭТП-ның  32,4 процентын тәшкил итә. Баһалауҙар буйынса, илдең тышҡы бурысы 2009 йылдың 31 сентябренә 5,458 млрд долларға етә, был үткән йылдан 0,8 млрд долларға күберәк була.

Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәмәке уңышын йыйыу  (Лопатица ауыл, Битоль общинаһы)

Уңайлы климат шарттары илдә  иген культуралары (бойҙай, кукуруз, дөгө), техник культуралар (тәмәке, көнбағыш, хлопок, мәк), мамыҡ һәм еләк-емеш үҫтереү мөмкинлеген бирә. Македонияла йөҙөмсөлөк һәм шарап ҡайнатыу үҫкән.

Таулы райондарҙа көтөү малсылығы алға киткән. Халыҡ һарыҡ, кәзә, һыйыр малы, сусҡа үрсетә. Шулай уҡ ҡошсолоҡ,  умартасылыҡ тармаҡтары бар. Күлле төбәктәр халҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

Македония Республикаһы ауыл хужалығындағы төп тармаҡтар: тәмәке үҫтереү, йәшелсәселек, емешселек, һарыҡсылыҡ[3].

Сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда сәнәғәт етештереүенең үҫеше минус 7,7 процент кимәленә тиклем ҡырҡа кәмей.  Илдә төп сәнәғәт тармаҡтары: тәмәке, шарап етештереү, туҡыу сәнәғәттәре.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Илдә түбәндәге рудалы һәм рудаһыҙ файҙалы ҡаҙылмаларҙың ҙур булмаған запастары бар:  тимер, ҡурғаш-тутыя, никель, баҡыр һәм марганец рудаһы, хромиттар, магнезит, һөрмә, мышаяҡ, көкөрт, алтын, һоро күмер, ялан шпаты, доломит, гипс[4].

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу (тонна)
Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар 2007 йыл 2008 йыл 2009 йыл
Һоро күмер 569 220 6 669 7 103 395 7 915
Баҡыр мәғдәне 464 4 109 4 500 239 500 3 766
Баҡыр концентраты  467 33 337 38 430 35
Ҡурғаш концентраты 702 48 401 67 227 63
Тутыя концентраты 913 61 473 77 296 77

Химия сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Македонияның химия сәнәғәте башлыса сит ил сеймалына ҡоролған. Скопье ҡалаһында ҙур химия комбинаты бар. Химия тармағының үҫешенә сит ил инвестициялары ярҙам итә (АҠШ —  фармацевтика сәнәғәтенә, Төркиә — яғыулыҡ-майлау материалдары һәм пластмассалар етештереүгә, Италия — техник быяла етештереүгә). Целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте бар.

Туҡыу сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туҡыу сәнәғәтенең төп үҙәктәре — Тетово (йөн туҡымалар етештереү), Штип (кизе-мамыҡ комбинаты), Велес (ебәк туҡыу комбинаты). Башлыса әҙер, шул иҫәптән бәйләнгән кейем-һалым, түшәк япмалары, яһалма мех, одеялдар, кизе-мамыҡ ептәр, йөн ептәр, туҡымалар, келәмдәр етештерелә. Күн һәм күн аяҡ кейеме сәнәғәте башлыса ситтән килтерелгән сеймалда эшләй һәм итальян, итальян-американ компанияларының инвестицияларына үҫә.

Тышҡы сауҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда экспорт күләме  2,687 млрд АҠШ доллары менән баһалана. Илдән аҙыҡ-түлек продукттары, тәмәке изделиелары, текстиль, һәр төрлө сәнәғәт әйберҙәре, тимер һәм  ҡорос  сығарыла. Экспорт буйынса төп партнёрҙары: Германия, Италия, Болгария, Хорватия һәм Греция.

Импорт күләме 2009 йылда 4,844 млрд АҠШ доллары тәшкил итә. Македония  машиналар һәм ҡорамалдар, химия продукттары, яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек продукттары индерә.  Импорт буйынса төп партнёрҙары: Греция, Германия, Болгария, Словения, Италия, Төркиә, Венгрия.

2014 йылға ҡарата Македонияның төп тышҡы сауҙа партнёры Евросоюз була. 2014 йылға тышҡы сауҙа күләме — 12211 млн доллар[5].  Македонияның тышҡы сауҙаһының географик бүленеше (2014 йылға)[6]:

  • Европа берләшмәһе илдәре — 69,0 процент (8404 млн доллар).
  • Рәсәй — 1,5 процент (182 миллион доллар)
  • Ҡытай — 4,3 процент (525 миллион доллар)
  • Төркиә — 3,6 процент (442 миллион доллар)
  • Америка илдәре — 3,3 процент (405 миллион доллар)
  • Африка илдәре — 0,7 процент (84 млн доллар)

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимер юлдарының оҙонлоғо — 699 км (234 км электрлаштырылған), автомобиль юлдарының оҙонлоғо  — 4 723 км (шул иҫәптән 4 113 км ҡаты ябыулы). Илдә, Скопьелағы һәм Охридтағы халыҡ-ара аэропорттарҙы ла индереп,  14 аэропорт бар (шул иҫәптән 10 ҡаты япмалы).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Macedonia  (инг.). The World Factbook. 12 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  2. Македония. Кругосвет. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 март 2012. 12 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  3. Македония // Страны и регионы мира: экономико-политический справочник / под ред. А. С. Булатова — 2-е изд. — М.: Проспект, 2009. — 704 б.
  4. Статистический обзор промышленности и энергетики в Македонии  (инг.). Государственная статистическая служба Республики Македонии. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 март 2012. 14 сентябрь 2010 тикшерелгән.(инг.). Государственная статистическая служба Республики Македонии. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 март 2012. 14 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  5. Максакова М. А. Тенденции развития экономического сотрудничества России и стран Западных Балкан. Диссертация на соискание ученой степени кандидата экономических наук. — М., 2015. — С. 40. Режим доступа: http://mgimo.ru/science/diss/maksakova-ma.php
  6. Максакова М. А. Тенденции развития экономического сотрудничества России и стран Западных Балкан. Диссертация на соискание ученой степени кандидата экономических наук. — М., 2015. — С. 40 — 41. Режим доступа: http://mgimo.ru/science/diss/maksakova-ma.php