Эстәлеккә күсергә

Мәнәүезтамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Менеузтамак битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Мәнәүезтамаҡ
рус. Менеузтамак
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә

Ауыл советы

Мәнәүезтамаҡ

Координаталар

53°42′16″ с. ш. 54°31′27″ в. д.HGЯO

Халҡы

878[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452082

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 840 001

ОКТМО коды

80 644 440 101

ГКГН номеры

0523017

Мәнәүезтамаҡ (Рәсәй)
Мәнәүезтамаҡ
Мәнәүезтамаҡ
Мәнәүезтамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Мәнәүезтамаҡ

Мәнәүезтамаҡ (рус. Менеузтамак) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 878 кеше[2]. Почта индексы — 452082, ОКАТО коды — 80244840001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 1810
1920 йыл 26 август 1793
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1944
1959 йыл 15 ғинуар 1430
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1013
2002 йыл 9 октябрь 1006
2010 йыл 14 октябрь 878 430 448 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (60 %) һәм башҡорттар (38 %) йәшәй[3].

Мәнәүезтамаҡ ауылына типтәрҙәр нигеҙ һала. Был тарихи мәғлүмәтте Өфө провинция канцелярияһының 1746 йылдың 26 авгусындағы яҙмаһы һәм 1763 йылдың 13 майында Илекәй-Мең улусы башҡорттарының 1776 йылдың 13 майы, 1794 йылдың 24 июне, 1796 йылдың 5 февралендәге яҙмалар дәлилләй.

1795 йылдағы иҫәпләүҙәр буйынса, 50 йортта 263 типтәр (улар Мәтәүбаш, Һайран, Торонтайыш һәм Уразбахты ауылдарынан), 7 йортта - 36 хеҙмәтле татар теркәлгән.1816 йылда 372 типтәр, 35 яһаҡлы татар, 6 мишәр,1834 йылда - 420, 1870 йылда - 750, 1917 йылда - 1870 типтәр, 307 татар, 15 урыҫ,1920 йылда 1793 типтәр һәм татар иҫәпкә алынған. XIX быуаттың аҙаҡтарында 2 мәсет, 3 тирмән, 11 бакалея кибете булған. Шишәмбе көндө баҙар ойошторолған.[4]

1796 йылда керҙәшлек килешеүҙәре буйынса бында типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. Ауыл исеме гидронимдан алынған. 1795 йылда 58 йортта 300 кеше йәшәгән, 1865 йылда 120 йортта 750 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 11 кибет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 5 сауҙа кибете, 2 тимерлек, һыу тирмәне, 2 икмәкхана, мөгәзәй теркәлгән.[5]

  • 9 Май урамы, (рус. 9 Мая(улица))
  • Исемһеҙ тыҡрығы, (рус.  Безымянный (переулок)
  • Ғ.Туҡай урамы, (рус. Г.Тукая(улица))
  • Таулы тыҡрығы , (рус. Горный (переулок)
  • Коммунистик урамы, (рус. Коммунистическая(улица))
  • Беренсе Май урамы, (рус.  Первомайская (улица))
  • Яңы урамы, (рус. Новая(улица))
  • Пролетарҙар урамы , (рус. Пролетарская (улица)
  • Азатлыҡ урамы, (рус.  Свободы (улица))
  • Дала урамы, (рус. Степная(улица))
  • Т. Әхмәҙуллина урамы , (рус. Т.Ахмадуллина (улица))
  • Шоссе урамы , (рус. Шоссейная (улица))[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.443
  5. Мәнәүезтамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 Х. Х. Мусин, Р. М. Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.