Эстәлеккә күсергә

Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева битенән йүнәлтелде)
Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны 1-се Түкәт, Нуҡай ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны БДМУ
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт smurzabaeva.ru
 Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Викимилектә

Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы (13 сентябрь 1957 йыл) — ғалим-табип-педиатр, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1998—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 1-се урынбаҫары; Рәсәй Федерацияһының бишенсе (2007—2011) һәм алтынсы (2011—2016) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының президиум ағзаһы. Рәсәйҙең (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева 1957 йылдың 13 сентябрендә Күгәрсен районы Түкәт ауылында уҡытыусы ғәиләһендә тыуған.

1974 йылда Өфө ҡалаһында 1-се интернат-мәктәпте тамамлаған. Башҡортостан дәүләт медицина институтының педиатрия факультетында һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында юғары һөнәри белем алған.

Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы милли спорт төрө - уҡ атыуҙа көс һынап ҡарай

Һөнәри эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981—1984 йылдар: Өфө ҡалаһының 3-сө балалар йортонда табип-педиатр.

1984—1986 йылдар: Башҡорт дәүләт медицина институтында клиник ординатурала уҡый.

1986—1996 йылдар: Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының медицина-генетик консультацияһы педиатр-генетигы.

1996—1998 йылдар: Башҡорт дәүләт медицина университетының неврология кафедраһы ассистенты.

1998—2007 йылдар: Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 1-се урынбаҫары.

2007—2011 йылдар: Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы

2011—2016 йылдар: Рәсәй Федерацияһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президумы ағзаһы
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитеты ағзаһы
  • Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙар парламент клубы рәйесе

Гәзит һәм журналдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Интернатым — пар ҡанатым. — Өфө, 2005.