Фәйзуллина Дариға Закир ҡыҙы
Фәйзуллина Дариға Закир ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1932 (92 йәш) |
Тыуған урыны |
Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Аллағыуат (станция), Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | актёр |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт академия драма театры |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d] |
Фәйзуллина Дариға Закир ҡыҙы (1 ғинуар 1932 йыл) — актриса. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1974) һәм атҡаҙанған (1966) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1964)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзуллина Дариға Закир ҡыҙы 1932 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөгә килә һәм Өфө театр-художество училищеһына уҡырға инә. Актер оҫталығы бүлегендә, билдәле актёр һәм режиссёр Хәзиәхмәт Бохарский (Ғәлимов) курсында белем ала[2]. 1952 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң, 1987 йылға тиклем Башҡорт дәүләт академия театрында эшләй. Тәрән драматик һәләтле, киң диапазонлы актриса. Уға Борис Манджиев, Лек Вәлиев, Шәүрә Мортазина, Әбелхәйер Сәфиуллин кеүек билдәле режиссерҙар менән эшләргә, сәхнәлә Гөлли Мөбәрәкова, Хәмит Яруллин, Эльвира Юнысова, Фидан Ғафаров һәм башҡорт театрының башҡа бик күп йондоҙҙары менән уйнарға тура килә. 1995—2004 йылдарҙа Фәйзуллина Дариға Өфө «Нур» татар театрында эшләп ала.
Репертуары һәм башҡарған ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйзуллина Дариға Закир ҡыҙының репертуарында башҡорт авторҙарының пьесалары буйынса музыкаль, комик ролдәр: Майя («Их, Өфө ҡыҙҙары!», И. Ә. Абдуллин), Алмагөл («Тилекәй», Р. Ә. Сафин), Туҡтабикә («Ҡыҙ урлау», М. Кәрим); донъя классик драматургияһы әҫәрҙәренән трагик образдар: леди Макбет («Макбет», У. Шекспир), леди Мильфорд («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер), королева Мария («Мария Тюдор», В. Гюго) бар. М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғ. Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимовтың шул уҡ исемле спектаклендә Ғәлимә образы иң уңышлы ролдәренең береһе була[1].
«Нур» театры сәхнәһендә Зифа («Үлтер мине, йәнем!», А. Несин), Журналистка («Ҡибла ҡайҙа», Аманулла), Күрше (М. А. Ғиләжевтең «Бисура» пьесаһы буйынсаса «Керәһегеҙ төштәремә») һ.б. ролдәрҙе башҡара.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы
“Почёт Билдәһе” ордены (1976)[2].