Эстәлеккә күсергә

Фән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фән1 битенән йүнәлтелде)
Фән
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә метафән[d], scientonomy[d], фән ғилеме[d], фән һәм технологияны өйрәнеү[d], эпистемология, фән фәлсәфәһе[d] һәм фән социологияһы[d]
Продукция Белем
Һештег science[1]
WordLift URL data.thenextweb.com/tnw/…[2]
Mastodon серверының URL fediscience.org
mstdn.science[3]
scicomm.xyz[4]
Код NCI Thesaurus C61397
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d], исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d]
Ҡапма-ҡаршыһы фән-тышы[d], псевдофән[d] һәм Антисциентизм[d]
 Фән Викимилектә
Атом рәсеме — фән символы

Фән (шулай уҡ ғилем) — кеше эшмәкәрлегенең ысынбарлыҡ тураһындағы объектив белемдәрҙе булдырыусы һәм системалаштырыусы өлкәһе. Факттарҙы йыйыу, даими яңыртыу һәм системалаштырыу, тәнҡитле анализ һәм ошоноң нигеҙендә яңы белемдәр йә дөйөмләштереүҙәр синтезлау был эшмәкәрлектең нигеҙе булып тора, быларҙың һәммәһе күҙәтелеүсе тәбиғәт йә йәмғиәт күренештәрен тасуирлап ҡына ҡалмай, прогнозлауҙың һуңғы маҡсаты менән бәйләүсе сәбәп-эҙемтә сынйырын да төҙөшә. Факттар йә тәжрибәләр менән раҫланған гипотезалар тәбиғәт йә йәмғиәт ҡанундары булараҡ формалаштырыла [5]. Фән киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлектең бөтә шарттарын һәм компоненттарын үҙ эсенә ала: фәнни хеҙмәттең бүленешен һәм кооперациялашыуын; фәнни учреждениеларҙы, эксперименталь һәм лаборатор ҡорамалдарҙы; ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген; төшөнсә һәм категориялар аппаратын; фәнни мәғлүмәт системаһын; быға тиклем йыйылып килгән бөтә фәнни белемдәр тупланмаһын. Фән ғилеме — фәнде өйрәнеүсе фән.

Ғаләм объекттарын масштабы буйынса фән тармаҡтары менән сағыштырыу; формаль фәндәр ғилем нигеҙе итеп алынған[сығанаҡ 3963  көн күрһәтелмәгән]

Фәндең төп билдәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фән — ул теүәл ҡағиҙәләр нигеҙендә төҙөлгән билдәләр системаһы менән нығытылған ғилем. Фән һәр ваҡыт (һәр тарихи кимәл өсөн) киң билдәле телдә нығытыла. Фән — объекттарҙың эшмәкәрлеге һәм үҫеш закондары тураһындағы ғилемдәр системаһы. Фән — эмпирик тикшерелеүсе һәм раҫланыусы ғилем. Фән — өҙлөкһөҙ үҫеүсе һәм тулыланыусы ғилемдәр системаһы. Был тулыланыу иң камил ысулдар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Фән предметтан, теория һәм гипотезанан, метод һәм факттан, эмпирик материалды тасуирлауҙан тора.

Боронғо цивилизациялар илдәрендә яҙма барлыҡҡа килеү һәм үҫеү менән тәбиғәт, кеше һәм йәмғиәт тураһындағы эмпирик белемдәр ҙә туплана бара. Математика, логика, геометрия, астрономия, медицина моронлай. Боронғо Грецияның һәм Римдың фекер йөрөтөү һәм хәҡиҡәт эҙләү менән шөғөлләнгән фәйләсүфтәре хәҙерге ғалимдарҙың элгәрҙәре була. Боронғо Грецияла ғилемдәрҙе классификациялау варианттары барлыҡҡа килә.

Хәҙерге аңлауҙа фән XVI—XVII быуаттарҙа тыуа. Тарихи үҫеш барышында уның йоғонтоһо техника һәм технология үҫеше сиктәренән сығып китә. Фән йәмғиәттең һәм мәҙәниәттең бөтә өлкәләренә ҙур йоғонто яһаған мөһим социаль, гуманитар институтҡа әйләнә. Фәнни эшмәкәрлектең күләме XVII быуаттан башлап 10—15 йыл һайын ике тапҡырға арта бара (асыштар, фәнни мәғлүмәт, ғилми эшмәкәрҙәр һаны үҫеше).

Фән үҫешендә экстенсив һәм революцион осорҙар сиратлашып килә — фәнни революциялар уның структураһын, танып белеү принциптарын, категорияларын һәм методтарын, шулай уҡ уны ойоштороу формаларын үҙгәртә. Фәнгә уны дифференциациялау һәм интеграциялау процестарын, фундаменталь һәм ҡулланма тикшеренеүҙәрҙе диалектик берләштереү хас.

Фән менән шөғөлләнгән кешеләр тупланмаһы фәнни берләшмәне тәшкил итә. Фәнни берләшмә үҙ-үҙен ойоштороусы ҡатмарлы система булып тора, унда дәүләт учреждениелары ла, йәмәғәт ойошмалары ла, формаль булмаған төркөмдәр ҙә эш итә. Фәнни уңыштар аша яуланған абруйҙы юғары баһалау һәм власть абруйын түбән баһалау был берләшмәне айырып тора, ошо арҡала ҡайһы берҙә дәүләт менән фәнни берләшмә араһында конфликт тыуа. Шулай уҡ формаль булмаған төркөмдәрҙең һәм айырыуса айырым шәхестәрҙең башҡа социаль төркөмдәргә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк булыуын билдәләргә кәрәк. Фәнни берләшмәнең иң мөһим бурыстары — яңы идеяларҙы һәм теорияларҙы таныу йә инҡар итеү аша фәнни ғилемде үҫтереү, шулай уҡ белем биреү һәм ғилми эшмәкәрҙәрҙе әҙерләү системаһына булышлыҡ итеү.

Фәнни берләшмәләге кешеләрҙең йәшәү рәүеше һәм донъяға ҡарашы йәмғиәттә таралғандан ныҡлы айырылырға мөмкин. Әле фәнни берләшмәлә атеистик һәм скептик ҡараштар өҫтөнлөк итә. 1990-сы йылдарҙа үткәрелгән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Америка Милли фәндәр академияһы ағзаларының 7 проценты һәм Бөйөк Британия Фәндәр академияһы ағзаларының 3,3 проценты Аллаға ышана. Шул уҡ ваҡытта, дөйөм милли һорашыуға ярашлы, Бөйөк Британия халҡының 68,5 проценты үҙен Аллаға ышаныусы тип һанай [6]. В. Л. Гинзбург Атеизм.ру(недоступная ссылка) сайтындағы мәҡәләһендә билдәләүенсә, «Изингтың мәҡәләһендә („Поиск“, № 25, 1998) элек Nature'ҙа баҫылған (т. 386, 435-се б., 1997) таблица килтерелә, ул 1916 йылда Америка ғалимдары араһында Аллаға ышаныусылар 42 процент, ә 1996 йылда 39 процент булыуы тураһында шаһитлыҡ итә, йәғни уларҙың һаны бик әҙгә генә кәмегән. Был ошо һорашыуҙар араһында үткән 80 йыл эсендәге бик ҙур фәнни ҡаҙаныштар яҡтыһында сәйер күренә», ул бының сәбәбе, бәлки, «коммунистарҙың һуғышсан атеизмына реакциялыр» тигән фекер әйтә [7]. Социолог Элайн Говард Экланд элиталы АҠШ университеттарында эшләгән 1646 уҡытыусынан һорашыу үткәрә, динлелек тураһында 36 һорау бирә һәм тәбиғәт ғилемдәре (биология, физика һәм химия) йүнәлешендә эшләгән ғалимдар араһында ышанмаусылар һәм атеистар 38 процент булыуын асыҡлай, ышанмаусыларҙың иң күбе — 41 процент — биологтар араһында була, ә социологтарҙа — 31 процент, политологтарҙа — 27 процент [8]. 2005 йылдың июнендә Чикаго университеты тикшеренеүселәре баҫтырған мәғлүмәттәр буйынса, Америка докторҙарының 76 проценты Аллаға ышана, ә 59 проценты теге донъя барлығына инана [8].

Ғалим — донъяның фәнни күренешен барлыҡҡа килтереүсе фән вәкиле, уның ғилми эшмәкәрлеге һәм квалификацияһы билдәле бер кимәлдә фәнни берләшмә таныуын тапҡан булырға тейеш. Квалификацияны таныуҙың төп формаль билдәһе — тикшеренеү материалдарын абруйлы ғилми баҫмаларҙа сығарыу һәм абруйлы ғилми конференцияларҙа докладтар яһау. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми конференцияларҙағы доклад ғилми публикацияға тиңләнә, ләкин ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр өсөн сикләүҙәр бар. Рәсәйҙә Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) таныған абруйлы ғилми баҫмаларҙы башҡа баҫмаларҙан айырыу өсөн уларҙың исемлеген төҙөргә тырышыла. Ләкин хатта абруйлы баҫмалар һәм конференциялар араһында ла бигүк аңлашылып бөтмәгән приоритеттар системаһы бар. Ҡағиҙә булараҡ, халыҡ-ара баҫмалар һәм конференцялар юғарыраҡ өҫтөнлөккә эйә. Ғалимдың абруйы һәм квалификацияһын таныу белгестәрҙең тар даирәһендә танылыу табыуға бәйле. Ғалимдың хеҙмәттәренә башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә һылтанмалар һанына ҡарап, рейтинг төҙөргә тырышыла. Мәҫәлән, бер үк фән өлкәһендәге профессорҙар араһында был өлкәләге баҫмалары булғаны иң яҡшы эксперт тип һанала. Ә ике автор ҙа (бер үк ғилми дәрәжәлә) бер үк йүнәлештә эшләһә, ҡайһыһының хеҙмәттәренә һылтанмалар күберәк булһа, тимәк, башҡа авторҙар уның квалификацияһын таный һәм ул иң яҡшы эксперт тип табыла. Фәнни берләшмәлә белгестең абруйы шулай барлыҡҡа килә.

Ғалимдар араһында теге йәки был тема буйынса ярайһы уҡ оҙаҡ барған эш ғәҙәттә монография баҫтырыу менән тамамлалана, унда тикшеренеү методикаһы ентекле тасуирлана, эш һөҙөмтәләре һүрәтләнә һәм уларҙың интерпретацияһы бирелә.

Фәнни берләшмәлә педагогик эш юғары баһалана. Абруйлы уҡыу йортонда лекциялар уҡыу хоҡуғы ғалимдың кимәлен һәм квалификацияһын таныу булып тора. Үҙ фәнни мәктәбен булдырыу, йәғни остазының фекерҙәрен дауам иткән йәш ғалимдарҙы әҙерләү, бик юғары баһалана.

Ғалимдың профессиональ фән вәкиле булыуы һәм квалификацияһы формаль йәһәттән урындағы һәм милли квалификация комиссиялары (диссертациялар яҡлау советы, аттестация комиссияһы, ВАК) тарафынан да билдәләнә ала. СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә ғалимдың квалификацияһы формаль йәһәттән ғилми дәрәжә (фән кандидаты йә докторы) һәм ғилми исем (доцент йә профессор) менән раҫлана. Ғилми дәрәжәләр һәм исемдәр биреүҙе ВАК күҙәтә. Ғилми дәрәжәләр фән йүнәлеше буйынса бирелә, мәҫәлән, физика-математика фәндәре кандидаты, юридик фәндәр кандидаты һ. б. — әлеге ваҡытта ВАК ошондай 22 йүнәлеште таный. Тейешле ғилми дәрәжәне алыр өсөн махсуслаштырылған советта диссертация яҙып яҡларға кәрәк. Иҫкәрмә рәүешендә һәм бик ҙур фәнни хеҙмәттәр эшләнгән булһа, диссертация башҡарылған эштәр тураһында доклад менән дә алмаштырыла ала. Иҫкәрмә үтә лә һирәк яһала, мәҫәлән, Генераль конструкторҙарға ҡарата ҡулланыла. Уңышлы яҡлауҙың мотлаҡ шарты булып ғилми эш һөҙөмтәләрен баҫтырыу һәм апробациялау тора. Апробация тигәндә ғәҙәттә конференцияларҙа сығыш яһау күҙҙә тотола, сөнки был форма һөҙөмтәләр буйынса бәхәсләшеп фекер алышыу һәм фәнни берләшмә ризалашмаған хәлдә асыҡ тәнҡитләү мөмкинлеген бирә. Ғилми исем (доцент йә профессор) өсөн, ғилми дәрәжәнән тыш, педагогик эш алып барыу ҙа мөһим, атап әйткәндә, уҡытыу-методик публикацияларҙың булыуы кәрәк. Квалификацияны таныуҙың вағыраҡ формаль билдәләре лә бар, мәҫәлән, аспиранттарҙың ғилми эшенә етәкселек итеү кандидатлыҡтан докторлыҡҡа күсеүҙең мөһим баҫҡысы булып тора.

Юғарғы баҫҡыс — Фәндәр академияһында ағзалыҡ. Рәсәйҙә, элекке СССР-ҙағы кеүек үк, ағзалыҡтың ике баҫҡысы бар: беренсеһе — Академияның мөхбир-ағзаһы, юғарғыһы  — академик. Академиялар  — үҙ-үҙен ойоштороусы фәнни берләшмәләр, йыйылыштарында академиктарҙы һәм мөхбир ағзаларҙы һайлайҙар. Кандидаттарҙы вуз йә ғилми-тикшеренеү ойошмаһы күрһәтә. Һайлау күп альтернативалы нигеҙҙә үтә. Рәсәйҙә әле, Фәндәр академияһынан тыш (аныҡлаусы билдәләмәләрҙән башҡа), тармаҡ Академиялары эшләй, уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Медицина фәндәре академияһы, күп йыллыҡ тарихҡа эйә, икенселәре яңыраҡ барлыҡҡа килә. Уларҙың ойошторолоуы Фәндәр академияһынҡы кеүек, тик статустары түбәнерәк.

Фәнни берләшмәлә төрлө ғилми ойошмалар күп. Улар араһында ирекле ғилми ойошмалар фәнде үҫтереүҙә әүҙемлек күрһәтә, конференцияларында һәм үҙе сығарған баҫмаларҙағы публикациялар аша фәнни мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Ғилми ойошмаларҙа ағзалыҡ ирекле булып тора, ағзалыҡ иғәнәләрен түләү талап ителеүе мөмкин. Дәүләт — был ойошмаларға төрлөсә булышлыҡ күрһәтергә, ә ойошма властарға килешеүсән позицияһын белдерергә мөмкин. Айырым осраҡтарҙа ирекле йәмғиәттәр эшмәкәрлеге киңерәк мәсьәләләрҙе, мәҫәлән, стандартлаштырыу мәсьәләләрен солғай. Абруйлы һәм күп кешеле ирекле йәмғиәттәрҙең береһе — IEEE. Халыҡ-ара ғилми берлектәрҙә коллектив менән дә, айырым да ағза булыу рөхсәт ителә. Европаның ҡайһы бер илдәрендә милли фәндәр академиялары милли ғилми йәмғиәттәрҙән үҫеп сыҡҡан. Бөйөк Британияла, мәҫәлән, Король фәнни йәмғиәте Академия ролен башҡара.

Беренсе ғилми йәмғиәттәр 1560-сы йылдарҙа Италияла барлыҡҡа килә — Неаполдә «Тәбиғәт серҙәре академияһы» (Academia secretorum naturae) (1560), Римда «Линчейҙар академияһы» (Accademia dei Lincei — һүҙмә-һүҙ «һеләүһен күҙлеләр академияһы», йәғни айырыуса осҡор күҙлеләр) (1603), Флоренцияла «Тәжрибә белемдәре академияһы» («Тәжрибәләр академияһы», 1657) асыла. Был итальян академияларында саҡырып килтерелгән почётлы ағза Галилео Галилей етәкселегендә билдәле фекер эйәләре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Академиялар даими осрашыуҙар һәм тәжрибәләр үткәреү нигеҙендә физика өлкәһендә фәнни ғилемдәрҙе киңәйтеү һәм таратыу маҡсатында ойошторола. Улар тотош Европа фәне үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Фәнде һәм техниканы йылдам үҫтереү ихтыяжы дәүләттән уны үҫтереүҙә ҡатнашыуҙы талап итә. Шунлыҡтан ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Рәсәйҙә, Академия өҫтән ҡушыу буйынса ойошторола. Ләкин Фәндәр академияһының күбеһендә демократик уставтар ҡабул ителгән, улар дәүләттән сағыштырмаса бойондороҡһоҙлоҡ тәьмин итә.

Фәнни ойошмалар:

ЮНЕСКО (халыҡ-ара ойошма, бөтә донъяла ғалимдарҙың һәм башҡа ғилми ойошмаларҙың хеҙмәттәшлеген ойоштора). ИЮПАК (халыҡ-ара ойошма, химия өлкәһендә үҫеш мәнфәғәтендә эш итә). Халыҡ-ара астрономия берлеге (астрономик есемдәргә һәм уларҙағы деталдәргә атама биреү кеүек хеҙмәттәшлек һәм стандартлаштырыу талап иткән астрономик мәсьәләләрҙе сисеүҙә иң юғарғы халыҡ-ара инстанция тип танылған).

Халыҡ-ара институттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни институттар — академиялар һәм ғилми-тикшеренеү институттары — халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлек итә. Хәҙерге ҙур күләмле фәнни проекттар, мәҫәлән, кеше геномының шифрын сисеү йәки Халыҡ-ара йыһан станцияһы, бик ҙур матди сығымдар һәм бик күп фәнни һәм производство коллективтарының эшмәкәрлеген берләштереүҙе талап итә. Күп осраҡта быны халыҡ-ара кооперациялашыу юлы менән эшләү һөҙөмтәле.

Халыҡ-ара фәнни институттар:

  • CERN — юғары энергиялар физикаһы һәм элементар киҫәксәләр физикаһы буйынса донъяла иң ҙур лаборатория;

Миҙалдар һәм премиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нобель премияһы — иң абруйлы һәм билдәле ғилми премия, бер нисә номинацияла тапшырыла. Шнобель премияһы уға пародия булып тора. Филдс премияһы һәм миҙалы  — математика өлкәһендәге уңыштар өсөн. Неванлинна премияһы — информатиканың математик аспекттарындағы эре ҡаҙаныштар өсөн. Гаусс премияһы — башҡа фәндәрҙәге асыштар аша математикаға ҙур өлөш индергән өсөн. Крафорд премияһы — тапшырылыу йүнәлештәре: Астрономия һәм Математика, Биология фәндәре һәм Ер тураһындағы фән. Абель премияһы — математикалағы ҡаҙаныштар өсөн. Шао премияһы — астрономияға, математикаға һәм медицинаға йә тормош тураһындағы фәндәргә индергән өлөш өсөн. Тьюринг премияһы — информатикала иң абруйлы премия, Хисаплау техникаһы ассоциацияһы тарафынан бирелә. Декарт премияһы  — фән һәм техникалағы оло ҡаҙаныштар өсөн. М. В. Ломоносов исемендәге Ҙур алтын миҙал — Рәсәй Фәндәр академияһының иң юғары наградаһы. Д. И. Менделеев исемендәге Алтын миҙал — Рәсәй Фәндәр академияһының химия фәне һәм технология өлкәһендәге әһәмиәтле ғилми хеҙмәттәр өсөн тапшырыла торған наградаһы.

Донъяны танып белеүҙең ғәҙәти, нәфис, дини, мифологик, эзотерик, фәлсәфәүи һәм башҡа ысулдарынан фән донъяны тикшереүҙең предметлы һәм объектив ысулы булараҡ айырылып тора. Мәҫәлән, сәнғәттә ысынбарлыҡтың сағылышы субъективтың һәм объективтың суммаһы булараҡ күренә, унда ысынбарлыҡты тергеҙеү хис-тойғоло баһаны йә реакцияны көтә. Фәнни метод иһә фекерләүҙең фәнни рәүешен барлыҡҡа килтерә.

Хәҙерге фәнни метод структураһына, йәғни яңы ғилемдәрҙе төҙөү ысулына, түбәндәгеләр инә:

Факттарҙы күҙәтеү һәм күҙәтеүҙәрҙе үлсәү, сифат һәм һан яғынан тасуирлау. Бындай тасуирламаларҙа төрлө абстракциялар ҡулланыла.

Күҙәтеү һөҙөмтәләрен анализлау — уларҙы системаға һалыу, төп әһәмиәтлене һәм икенселде айырыу. Гипотезаларҙы, теорияларҙы дөйөмләштереү (синтезлау) һәм формаға һалыу. Прогноз: тәҡдим ителгән гипотезанан йә ҡабул ителгән теориянан дедукция, индукция йә башҡа логик методтар ярҙамында эҙемтәләрҙе формалаштырыу. Прогнозланған эҙемтәләрҙе эксперимент (Карл Поппер  терминологияһы буйынса — сикке эксперимент, йәғни experimentum crucis) ярҙамында тикшереү.

Һәр этапта бирелмәләргә лә, теләһә ҡайһы кимәлдә алынған һөҙөмтәләргә лә тәнҡитле мөнәсәбәт принципиаль әһәмиәткә эйә. Бөтә нәмәне иҫбат итеү, тикшерелеүсән бирелмәләр менән нигеҙләү, теоретик һығымталарҙы эксперименттар һөҙөмтәләре менән нығытыу кәрәклеге фәнде танып белеүҙең башҡа формаларынан, шул иҫәптән инаныуға һәм догматтарға нигеҙләнгән диндән айыра.

Фән һәм фәнни метод тураһында ҡараштар  — фән методологияһы — ваҡыт үтеү менән үҙгәрә.

Тикшеренеүҙәрҙең йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми тикшеренеүҙәрҙә өс төп йүнәлеште айырырға була:

Фундаменталь фәнни тикшеренеүҙәр  — ул яңы нигеҙ ғилемдәр алыу, шулай уҡ өйрәнелеүсе күренештәрҙең законсалыҡтарын асыҡлау маҡсатында предметты тәрәндән һәм бөтә яҡлап тикшереү. Фундаменталлек термины (лат. fundare — «нигеҙләү») был фәндәрҙең тәбиғәттәге тәүсәбәпте, төп ҡанундарҙы тикшереүгә йүнәлгәнлеген күҙҙә тота.

Ҡулланма ғилми тикшеренеүҙәр — фундаменталь фән ҡаҙаныштарын ҡулланма мәсьәләләрҙе сисеү өсөн файҙаланған тикшеренеүҙәр. Яңы технологиялар булдырыу һәм камиллаштырыу тикшеренеүҙең һөҙөмтәһе булып тора. Ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эшләнмәләре  — бында фән етештереү менән берләшә, шулай итеп, проекттың ғилми, техник һәм инженерлыҡ эшләнеше тәьмин ителә. Ҡайһы берҙә алынған һөҙөмтәләр фәнни-техник революцияға килтерә.

Антик осорҙа уҡ кеше белемдәрен төрлө өлкәләргә берләштерергә тырышыуҙар булған.

Әйтәйек, Аристотель фәндәрҙе өс төргә бүлгән[9], уларҙы түбәндәге эҙмә-эҙлелектә урынлаштырған:

  1. Юғары төркөмдә — теоретик (йәки күҙәтеүсәнлек хас булған) фәндәр, бор. грек. θεωρία «теория, күҙәтеү» тигәндән (фәлсәфә, физика һәм математика).
  2. Киләһе баҫҡыста — ғәмәли (практик) фәндәр, бор. грек. πράξις «практика» тигәндән (сәйәсәт, этика һәм иҡтисад).
  3. Һуңғы баҫҡыста — ижади, поэтик фәндәр, бор. грек. ποιησις «ижад» тигәндән (риторика һәм поэтика).

Үҙе хасил иткән формаль логиканы Аристотель фәлсәфәгә индермәгән, ә бөтә танып белеүҙең ҡоралы итеп ҡараған[10].

Рим энциклопедисы Марк Варрондың классификацияһына түбәндәге фәндәр ингән: грамматика, диалектика, риторика, геометрия, арифметика, астрология, музыка, медицина һәм архитектура[11].

Мосолман ғәрәп ғалимдары фәндәрҙе ғәрәп (поэтика, ораторлыҡ сәнғәте һәм сит ил фәндәренә (астрономия, медицина, математика) бүлгән[11].

Классификациялау ынтылыштары урта быуаттарҙа ла дауам итә. Гуго Сен-Викторский "Дидаскаликон"ында фәндәрҙе 4 төркөмгә бүлә[12]:

  1. Теоретик фәндәр (математика, физика).
  2. Практик фәндәр.
  3. Механик фәндәр (навигация, ауыл хужалығы, һунарсылыҡ, медицина, театр).
  4. Логика, уға грамматика һәм риторика ла инә.

Френсис Бэкон фәндәрҙе 3 төркөмгә бүлә:

  1. факттарҙы һүрәтләүсе булараҡ тарих (шул иҫәптән тәбиғәт һәм граждандар тарихы);
  2. теоретик фәндәр, йәки «фәлсәфә» киң мәғәнәлә;
  3. шиғриәт, әҙәбиәт, ғөмүмән, сәнғәт[10].

Роджер Бэкон да фәндәрҙе 4 класҡа бүлә: грамматика һәм логика, математика, натурфилософия, метафизика һәм этика. Тәбиғәт тураһындағы фәндәрҙең нигеҙе итеп математиканы һанай[12].

Кедров классификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет фәйләсүфе, тарихсыһы һәм фән методологы Б. М. Кедров фәндәрҙең ентеклерәк классификацияһын төҙөй. Кедров бөтә ысынбарлыҡты тәбиғәткә һәм кешегә бүлә. Кешелә ул йәмғиәтте һәм фекерләүҙе айыра. Тәбиғәт тураһындағы фәндәр — тәбиғәт фәндәре, йәмғиәт тураһында — социаль фәндәр, фекерләү тураһында — фәлсәфә фәндәре[сығанаҡ 2140  көн күрһәтелмәгән].

Йәмғиәт һәм гуманитар фәндәр]] Тәбиғәт фәндәре Техник фәндәр
Мәҙәни антропология Астрономия Агрономия
Археология Биология Архитектура
География (иҡтисади) География (физик) Аэронавтика
Лингвистика (тел белеме) Геология Баллистика
Сәнғәт ғилеме Медицина Бионика
Тарих Тупраҡ ғилеме Биотехнологиялар
Клиометрия Физика Геомеханика
Тыуған яҡты өйрәнеү Химия Геофизика
Культурология Психология Информатика
Әҙәбиәт ғилеме Математика Караптар эшләү[сығанаҡ 4850  көн күрһәтелмәгән]
Педагогика Гидрология Аҙыҡ технологиялары һәм кулинария
Политология Геофизика Криптография
Психология Геохимия Материалдарҙы өйрәнеү
Дин ғилеме Тәбиғәтте өйрәнеү Машиналарҙы өйрәнеү
Социология Тәбиғәтте өйрәнеү Метрология
Филология Зоология Механика
Фәлсәфә һәм фәлсәфә тарихы Ботаника Нанотехнология
Иҡтисад Астрофизика Робот техникаһы
Этнография Системотехника
Юриспруденция Трибология
Китапханалар ғилеме Электротехника
Китаптар ғилеме
Документтар ғилеме
Урбанистика

Фәнде популярлаштырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнде популярлаштырыу — фәнни белемдәрҙе халыҡтың киң ҡатламдары өсөн аңлайышлы итеп таратыу.

Фәнде популярлаштырыу, махсус мәғлүмәттәрҙе әллә ни әҙерлеге булмаған тыңлаусы, уҡыусы теленә «тәржемә итеү»  — популярлаштырыусы ғалимдар алдында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе.

Фәнде популярлаштырыусының бурысы  — «күңелһеҙ, ҡоро» фәнни мәғлүмәтте бөтәһенә лә аңлашылған ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә әйләндереү[13]. Был мәғлүмәт бөтә йәмғиәткә, уның айырым бер өлөшөнә йә үҫеп килеүсе быуынға — талантлы балаларға тәғәйенләнергә мөмкин.

Фәнде популярлаштырыуҙа фәнни фантастика ҙур урын биләй. Күп кенә фәнни асыштарҙы нәҡ ул алдан әйтә. Был йәһәттән фантаст Жюль Верн айырылып тора.

Йәштәрҙең фәнгә һәм производствоның юғары технологиялар өлкәһенә килеүе, йәмғиәттең фәнни мәсьәләләргә иғтибары популярлаштырыу кимәленә бәйләнгән[14].

Ғалимдар фәнни мәғлүмәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙе ҡайғырта[15]. Фәнде популярлаштырыу йәмғиәттә фән менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра һәм фәнгә яңы көстәрҙе ылыҡтыра.

Ҡайһы берҙә фәнни мәғлүмәтте популярлаштырғанда ул үтә ябайлаштырыла һәм яйлап фәнни мифҡа әүерелә.

Фәнде популярлаштырғанда фәнни-популяр клишелар ҙа барлыҡҡа килгеләй: донъя яралыу серҙәре, «ғалимдар асты» һ. б.

ВЦИОМ үткәргән һорашыуҙарға ярашлы, рәсәйҙәрҙең 81 проценты үҙ замандашы булған Рәсәй ғалимдарынан берәүҙе лә атай алмаған[16].

Ялған фән — фәнни эшмәкәрлек булып күренгән, әммә асылда улай булмаған эшмәкәрлек. Ялған фән теорияларына факттарҙы һанға һуҡмау, боҙоп күрһәтеү хас, был теориялар шулай уҡ фальсификацияланмай (йәғни Поппер критерийына тап килмәй), теоретик хеҙмәттәр күҙәтеүҙәр һөҙөмтәләренә нигеҙләнеү урынына «айыҡ аҡыл менән ҡарауға», «былай ҙа күренеп тороуға» йәки «абруйлы фекергә» һылтана, теория нигеҙе итеп бойондороҡһоҙ эксперименттар менән раҫланмаған бирелмәләр алына, тикшеренеү һөҙөмтәләрен бойондороҡһоҙ тикшереү йә ҡабатлау мөмкинлеге булмай, фәнни хеҙмәттә сәйәси һәм дини күрһәтмәләргә һәм догмаларға һылтаныу күҙәтелә.

Фәнни йәмғиәт тарафынан танылмаған теорияларҙы эшләүселәр йыш ҡына үҙҙәрен «ҡатып ҡалған рәсми фән менән көрәшеүселәр» итеп иғлан итә. «Рәсми фән» вәкилдәрен, мәҫәлән, ялған фән менән көрәш комиссияһы ағзаларын, айырым бер төркөм мәнфәғәттәрен яҡлаусы, сәйәсәткә буйһоноусы, хаталарын танымаусы тип атай, «иҫкергән» ҡараштарҙы яҡлауҙа ғәйепләй.

Фәнни булмаған концепцияларҙың ҡайһы берҙәре парафән тип йөрөтөлә.

  1. Science Memes and Images - Imgur
  2. https://thenextweb.com/vocabulary/science/
  3. About - mstdn.science
  4. Explore - A science community for science communication.
  5. Уайтхед А. Н. Избранные работы по философии. М.: Прогресс, 1990. 716 с.
  6. Высокий уровень интеллекта превращает академиков в атеистов // Атеизм.ру
  7. Гинзбург В. Л. Вера в Бога несовместима с научным мышлением // Атеизм.ру
  8. 8,0 8,1 Социолог сосчитала верящих в Бога учёных 2005 йыл 3 ноябрь архивланған. // Membrana.ru, 12.08.2005
  9. Теория познания. Классификация наук https://magisteria.ru/aristotle-intro/epistemologiya-i-teologiya-aristotelya
  10. 10,0 10,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; koh төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  11. 11,0 11,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; DoH-464 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  12. 12,0 12,1 Speziali P. Classification of sciences 2008 йыл 19 июнь архивланған. Ҡалып:Архивировано // Dictionary of the History of Ideas. Vol. 1. P. 465.
  13. Экология чтения и роль научной популяризации
  14. Стратегии научной популяризации в России
  15. Игорь ЛАГОВСКИЙ: «Государству должна быть выгодна популяризация науки». Дата обращения: 15 октябрь 2008. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2012 года. 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  16. Н. Подорванюк, А. Борисова. Наука людям вообще по барабану…