Эстәлеккә күсергә

Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы
Ҡушаматы Саған япраҡтары
англ. Maple Leafs
фр. Feuilles d'Errables
Федерация Канада хоккей федерацияһы
Халыҡ-ара хоккей федерацияһы коды CAN
Ил Канада
Команданың төҫтәре               
Форма
Баш тренер Канада Андре Туриньи
Капитан Тайлер Тоффоли (ЧМ-2023)
Иң күп
уйын иҫәбе
Брэд Шлегел (304)
Иң яҡшы
бомбардир
(гол+пас)
Клифф Роннинг (156)
Рейтинг ИИХФ Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы (ағымдағы)
1 (макс.)
5 (мин.)
Беренсе уйын
Канада Канада 8:1 Швейцария Швейцария
(Лез Аван, Швейцария; 10 ғинуар 1910)
Иң ҙур еңеү
Канада Канада 47:0 Дания Дания
(Стокгольм, Швеция; 12 февраль 1949)
Иң ҙур еңелеү
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 11:1 Канада Канада
(Вена, Австрия; 24 апрель 1977)
Олимпия уйындары
Ҡатнашыу 22 (Беренсе уйын: 1920)
Уңыштары 1 (1920, 1924, 1928, 1932, 1948, 1952, 2002, 2010, 2014)
2 (1936, 1960, 1992, 1994)
1 (1956, 1968, 2018)
Донъя чемпионаты
Ҡатнашыу 72 (Беренсе 1920)
Уңыштары 1 (1920, 1924, 1928, 1930, 1931, 1932, 1934, 1935, 1937, 1938, 1939, 1948, 1950, 1951, 1952, 1955, 1958, 1959, 1961, 1994, 1997, 2003, 2004, 2007, 2015, 2016, 2021, 2023)
2 (1933, 1936, 1949, 1954, 1960, 1962, 1985, 1989, 1991, 1996, 2005, 2008, 2009, 2017, 2019, 2022)
1 (1956, 1966, 1967, 1968, 1978, 1982, 1983, 1986, 1995)


Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Канада исеменән сығыш яһаусы милли команда. Канада хоккей федерацияһы тарафынан идара ителә. Йыйылма команда 1920 йылдан алып Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ағзаһы булып тора. Һуңғы йылдарҙа тулыһынса Милли хоккей лигаһы нан комплектлана. «Канада командаһы» тип 1972 йылдағы СССР — Канада суперсерияһынан һуң атала башлай һәм артабан йыш ҡулланыла.

Хоккей барлыҡҡа килгән ил командаһы булараҡ, Канада йыйылма командаһы халыҡ-ара сәхнәлә иң көслө командаларҙың береһе тип һанала, 2018 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында беренсе урында тора[1]. 1972 йылда СССР-Канада суперсерияһында, Канаданың 5 кубогының дүртәүһендә, Олимпия уйындарының туғыҙында һәм 28 донъя чемпионатында еңә. 16 тапҡыр Шпенглер кубогын һәм ике тапҡыр (2004 һәм 2016 йылдарҙа) Донъя кубогын яулай. Рәсәй, Швеция, Финляндия, Чехия һәм АҠШ йыйылма командалары менән бер рәттән иң көслө командаларҙың береһе булып тора.

1920 йылдан 1963 йылға тиклем Канада йыйылма командаһын һәүәҫкәр клубтарҙың береһе, йышыраҡ Аллан Кубогын яулаусы йәки финалисы тәшкил итә. 1962 йылда Дэвид Бауэр Канада һәүәҫкәр хоккей ассоциацияһына бөтә Канада һәүәҫкәрҙәренән торған йыйылма хоккей командаһы йыйырға тәҡдим итә. Тәҡдим ҡабул ителә, һәм Британ Колумбияһы университеты команданың базаһына әйләнә. Яңы команданың беренсе ҙур турниры 1964 йылғы Олимпиада була, унда Канада дүртенсе урынды биләй. 1964 йылдан Канада йыйылма командаһы донъя чемпионатының 5 тапҡыр еңә һәм 2 Олимпия уйындары миҙалы яулай.

СССР халыҡ-ара хоккей аренаһына килгәнгә тиклем Канада тулыһынса халыҡ-ара хоккейҙа өҫтөнлөк итә. 1954 йылға тиклем Канада командаһы донъя чемпионатының 18 алтын миҙалының 15-ен яулай.

Әммә 1954 йылдан һуң канадалылар СССР командаһынан, шулай уҡ Чехословакия һәм Швеция йыйылма командаларынан йыш еңелә башлай.

1977 йылға тиклем профессиональ уйынсыларға Халыҡ-ара хоккей федерацияһы турнирҙарында ҡатнашыу тыйыла. СССР, Чехословакия һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙең хоккейсылары һәүәҫкәр тип һанал, әммә спорт уларҙың берҙән-бер шөғөлө була. Бындай хәл Канада хоккей федерацияһын оҡшамай һәм 1970 йылда ИИФХ составынан сыға. 1977 йылда, ИИФХ башлығы Гюнтер Сабецки һәм Канада һәм АҠШ хоккейсылары араһында һөйләшеүҙәрҙән һуң, профессионалдарға халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт ителә, ә Канада кире инә. Шуға ҡарамаҫтан, Канада йыйылма командаһы бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатына көслө состав йыя алмай, сөнки донъя чемпионаты Стэнли Кубогының плей-офф уйындары менән бер үк ваҡытта үткәрелә.

Донъяның иң көслө хоккейсылары ҡатнашлығындағы биш Олимпиаданың өсәүһендә — 2002, 2010, 2014 йылдарҙа Канада командаһы алтын яулай.

Беркетелгән номерҙар
  1. Марио Лемьё
  2. Уэйн Гретцки

Шулай уҡ 1920 һәм 1968 йылдар араһында хоккей буйынса Олимпия турнирҙары донъя чемпионаттары тип һанала[2].

Йыл Үткәрелеү урыны Һөҙөмтә
1920 Антверпен, Бельгия Алтын
1924 Шамони, Франция Алтын
1928 Санкт-Мориц, Швейцария Алтын
1932 Лейк-Плэсид, АҠШ Алтын
1936 Гармиш-Партенкирхен, Германия Көмөш
1940 һәм 1944 йылдарҙа Олимпиада Икенсе донъя һуғышы арҡаһында үткәрелмәй.
1948 Санкт-Мориц, Швейцария Алтын
1952 Осло, Норвегия Алтын
1956 Кортина д'Ампеццо, Италия Бронза
1960 Скво-Вэлли, АҠШ Көмөш
1964 Инсбрук, Австрия 4-се урын
1968 Гренобль, Франция Бронза
1972 һәм 1976 йылдарҙа Олимпиадала ҡатнашмай.
1980 Лейк-Плэсид, АҠШ 6-сы урын
1984 Сараево, Югославия 4-се урын
1988 Калгари, Канада 4-се урын
1992 Альбервиль, Франция Көмөш
1994 Лиллехаммер, Норвегия Көмөш
1998 Нагано, Япония 4-е место
2002 Солт-Лейк-Сити, АҠШ Алтын
2006 Турин, Италия 7-се урын
2010 Ванкувер, Канада Алтын
2014 Сочи, Рәсәй Алтын
2018 Пхёнчхан, Корея Республикаһы Бронза
2022 Пекин, Ҡытай 6-сы урын

Донъя чемпионаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 һәм 1968 йылдар араһында хоккей буйынса Олимпия турнирҙары донъя чемпионаттары тип һанала[2], шулай итеп, хоккей буйынса 1920 йылғы Олимпия уйындарында хоккей буйынса беренсе донъя чемпионаты һанала. Донъя чемпионаты 1980, 1984 һәм 1988 йылдарҙа ҡышҡы Олимпия уйындары һәм 2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында үткәрелмәй.[2].

Йыл Үткәрелеү урыны Һөҙөмтә
1920 Антверпен, Бельгия Алтын
1924 Шамони, Франция Алтын
1928 Санкт-Мориц, Швейцария Алтын
1930 Шамони, Франция; Берлин, Германия; Вена, Австрия Алтын
1931 Крыница-Здруй, Польша Алтын
1932 Лейк-Плэсид, АҠШ Алтын
1933 Прага, Чехословакия Көмөш
1934 Милан, Италия Алтын
1935 Давос, Швейцария Алтын
1936 Гармиш-Партенкирхен, Германия Көмөш
1937 Лондон, Бөйөк Британия Алтын
1938 Прага, Чехословакия Алтын
1939 Цюрих/Базель, Швейцария Алтын
Донъя чемпионаттары 1940—1946 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында үткәрелмәй.
1947 Ҡатнашмай
1948 Санкт-Мориц, Швейцария Алтын
1949 Стокгольм, Швеция Көмөш
1950 Лондон, Бөйөк Британия Алтын
1951 Париж, Франция Алтын
1952 Осло, Норвегия Алтын
1953 Ҡатнашмай
1954 Стокгольм, Швеция Көмөш
1955 Крефельд/Дортмунд/Кёльн, ФРГ Алтын
1956 Кортина д'Ампеццо, Италия Бронза
1957 Ҡатнашмай
1958 Осло, Норвегия Алтын
1959 Прага/Братислава, Чехословакия Алтын
1960 Скво-Велли, США Көмөш
1961 Женева/Лозанна, Швейцария Алтын
1962 Колорадо-Спрингс/Денвер, США Көмөш
1963 Стокгольм, Швеция 4-се урын
1964 Инсбрук, Австрия 4-се урын
1965 Тампере, Финляндия 4-се урын
1966 Любляна, Югославия Бронза
1967 Вена, Австрия Бронза
1968 Гренобль, Франция Бронза
1969 Стокгольм, Швеция 4-се урын
Канада 1970—1976 йылдарҙа Халыҡ-ара хоккей федерацияһы турнирҙарында ҡатнашмай
1977 Вена, Австрия 4-се урын
1978 Прага, ЧССР Бронза
1979 Мәскәү, СССР 4-се урын
1981 Гётеборг/Стокгольм, Швеция 4-се урын
1982 Хельсинки/Тампере, Финляндия Бронза
1983 Дюссельдорф/Дортмунд/Мюнхен, ФРГ Бронза
1985 Прага, ЧССР Көмөш
1986 Мәскәү, СССР Бронза
1987 Вена, Австрия 4-се урын
1989 Стокгольм/Сёдертелье, Швеция Көмөш
1990 Берн/Фрибур, Швейцария 4-се урын
1991 Турку/Хельсинки/Тампере, Финляндия Көмөш
1992 Прага/Братислава, Чехословакия 7-се урын
1993 Дортмунд/Мюнхен, ФРГ 4-се урын
1994 Больцано/Канацеи/Милан, Италия Алтын
1995 Стокгольм/Евле, Швеция Бронза
1996 Вена, Австрия Көмөш
1997 Турку/Хельсинки/Тампере, Финляндия Алтын
1998 Цюрих/Базель, Швейцария 6-сы урын
1999 Осло/Лиллехаммер/Хамар, Норвегия 4-се урын
2000 Санкт-Петербург, Рәсәй 4-се урын
2001 Кёльн/Ганновер/Нюрнберг, ФРГ 5-се урын
2002 Гётеборг/Карлстад/Йёнчёпинг, Швеция 6-сы урын
2003 Турку/Хельсинки/Тампере, Финляндия Алтын
2004 Прага/Острава, Чехия Алтын
2005 Инсбрук/Вена, Австрия Көмөш
2006 Рига, Латвия 4-се урын
2007 Мәскәү/Мытищи, Рәсәй Алтын
2008 Квебек/Галифакс, Канада Көмөш
2009 Берн/Цюрих, Швейцария Көмөш
2010 Кёльн/Маннгейм/Гельзенкирхен, Германия 7-се урын
2011 Братислава/Кошице, Словакия 5-се урын
2012 Хельсинки, Финляндия/Стокгольм, Швеция 5-се урын
2013 Стокгольм, Швеция/Хельсинки, Финляндия 5-се урын
2014 Минск, Белоруссия 5-се урын
2015 Прага/Острава, Чехия Алтын
2016 Мәскәү/Санкт-Петербург, Рәсәй Алтын
2017 Кёльн, Германия/Париж, Франция Көмөш
2018 Копенгаген/Хернинг, Дания 4-се урын
2019 Братислава/Кошице, Словакия Көмөш
2021 Рига, Латвия Алтын
2022 Хельсинки/Тампере, Финляндия Көмөш
2023 Тампере/Рига, Финляндия Алтын

СССР йыйылма команда менән суперсериялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1972 Канада (НХЛ) — СССР — Еңеү: 4-1-3
  • 1974 Канада (ВХА)[3] — СССР — Еңелеү: 1-3-4
  • 1976 — Еңеү
  • 1981 — 2-се урын
  • 1984 — Еңеү
  • 1987 — Еңеү
  • 1991 — Еңеү
  • 2 1996 — 2-се урын
  • 1 2004 — Еңеү
  • 1 2016 — Еңеү

Шпенглер кубогында Канада йыйылма командаһы Европа клубтары командаларына ҡаршы көс һынаша Башта был турнирҙа Канада исеменән даими милли йыйылма команда сығыш яһай, әммә һуңыраҡ Европа лигаларында йәки Америка хоккей лигаһында сығыш яһаусы канадалыларҙан тора. Бөтәһе Канада йыйылма командаһы Шпенглер кубогын 16 тапҡыр яулай.

Һөҙөмтә Йыл
Еңеү 1984, 1986, 1987, 1992, 1995, 1996, 1997, 1998, 2002, 2003, 2007, 2012, 2015, 2016, 2017, 2019
2-се урын 1985, 1988, 1990, 2000, 2001, 2005, 2006, 2008, 2010, 2018
3-сө урын 1989, 1991, 1994, 1999, 2004, 2009

Олимпия уйындары

  1. Фрэнк Ранкин, 1924
  2. Конн Смит, 1928
  3. Джэк Хьюз, 1932
  4. Эл Падас, 1936
  5. Фрэнк Боучер, 1948
  6. Луи Холмс, 1952
  7. Бобби Бауэр, 1956, 1960
  8. Дэвид Бауэр, 1964
  9. Джэкки Маклеод, 1968
  10. Лорн Дэвис, Клэр Дрэйк, Том Уатт (бергә), 1980
  11. Дэйв Кинг, 1984, 1988, 1992
  12. Том Ренни, 1994
  13. Марк Кроуфорд, 1998
  14. Пэт Куинн, 2002, 2006
  15. Майк Бэбкок, 2010, 2014
  16. Уилли Дежарден, 2018
  17. Клод Жюльен / Джереми Коллитон (вазифа башҡарыусы), 2022

Суперсериялар

  1. Гарри Синден, 1972 (НХЛ)
  2. Билли Харрис, 1974 (ВХА)

Канада Кубогы

  1. Скотти Боумэн, 1976, 1981
  2. Глен Сатер, 1984
  3. Майк Кинан, 1987 һәм 1991

Донъя Кубогы

  1. Глен Сатер, 1996
  2. Пэт Куинн, 2004
  3. Майк Бэбкок, 2016

Донъя чемпионаттары

  1. Гордон Сигурйонсон, 1920
  2. Лез Аллен, 1930
  3. Блэйк Уилсон, 1931
  4. Харолд Баллард, 1933
  5. Джонни Уолкер, 1934
  6. Скотти Оливер, 1935
  7. Джон Ачтзенер, 1937
  8. Макс Силверман, 1938
  9. Элмен Пайпер, 1939
  10. Макс Силверман, 1949
  11. Джимми Грэм, 1950
  12. Дик Грэй, 1951
  13. Грег Карри, 1954
  14. Грант Уорик, 1955
  15. Сид Смит, 1958
  16. Айк Хилдебранд, 1959
  17. Ллойд Роубелл, 1961, 1962
  18. Бобби Кромм, 1963
  19. Гордон Симпсон, 1965
  20. Джэкки Маклеод, 1966, 1967, 1969
  21. Джонни Уилсо
  22. Дон Черри, 1981
  23. Ред Беренсон, 1982
  24. Дэйв Кинг 1983, 1987, 1989, 1990, 1991, 1992
  25. Даг Карпентер, 1985
  26. Пэт Куинн, 1986
  27. Майк Кинан, 1993
  28. Джордж Кингстон, 1994
  29. Том Ренни, 1995, 1996, 2000
  30. Энди Мюррей, 1997, 1998, 2003, 2007
  31. Майк Джонстон, 1999
  32. Уэйн Флеминг, 2001, 2002
  33. Майк Бэбкок, 2004
  34. Марк Хабшейд, 2005, 2006
  35. Кен Хичкок, 2008, 2011
  36. Линди Рафф, 2009, 2013
  37. Крейг Мактавиш, 2010
  38. Брент Саттер, 2012
  39. Дэйв Типпетт, 2014
  40. Тодд Маклеллан, 2015
  41. Билл Питерс, 2016, 2018
  42. Джон Купер, 2017
  43. Ален Виньо, 2019
  44. Жерар Галлан, 2021
  45. Клод Жюльен, 2022
  46. Андре Туриньи, 2023
  1. 2016 Men’s World Ranking. Дата обращения: 17 июль 2016. Архивировано 23 сентябрь 2018 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Hockey Canada-Чемпионат мира IIHF. Дата обращения: 2 сентябрь 2008. Архивировано 19 август 2007 года.
  3. ВХА не имела юридического права представлять сборную Канады